Тема: Антонимдар
Маҡсат: һүҙҙәрҙең антонимдарын таба белергә, антонимдарҙы мәғәнәләре
буйынса төркөмләргә ,телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.
Йыһазландырыу: ИКТ, дәреслек, карточкалар
Дәрес барышы
Ойоштороу моменты.
Артикуляцион күнегеү
Көҙҙөң матур, йәмле сағы
Үтеп китеп тә бара.
Беренсе ҡарҙы һағынып
Көтәһе генә ҡала.
Был шиғыр юлдарында ниндәй йыл миҙгеле тураһында һүҙ бара?
Көҙ миҙгеле һеҙгә оҡшаймы? Ни өсөн?
Ҡыҙыл төҫ менән яҙылған һүҙҙәрҙе уҡығыҙ. (Матур, йәмле. Беренсе)
Матур, йәмле ниндәй һүҙҙәр? (Синонимдар)
Ниндәй һүҙҙәрҙе синонимдар тип атайбыҙ? (Ҡағиҙәне ҡабатлау)
Беренсе һүҙенең синонимын әйтегеҙ (Тәүге)
3. Чайнворд тултырыу.
-Бирелгән һүҙҙәргә ҡапма- ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр яҙығыҙ.
-Был һүҙҙәр нисек атала? (Антонимдар)
-Ниндәй һүҙҙәр ул антонимдар? (Ҡағиҙә сығарыу.Слайдта күрһәтеү)
Антонимдар (грекса anti «ҡаршы»
һәм опута «исем»,
«атама»һүҙҙәренән) тип,
мәғәнәләре бер-береһенә ҡапма-ҡаршы
булған һүҙҙәрҙе атайҙар.
4. Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләү.
-Нисек уйлайһығыҙ, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
Ниндәй эштәр башҡарасаҡбыҙ? (Балаларҙың яуаптарынан һуң дәрестең
темаһы, маҡсаты слайдта күрһәтелә)
. антонимдарҙы һөйләмдәрҙә таба белеү;
. билдәләнгән һүҙҙәрҙең антонимдарын таба белеү;
. антонимдарҙы мәғәнәләре буйынса төркөмләү;
. ҡапма- ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәрҙе үҙ аллы таба белеү;
5. Слайдта бирелгән һүрәттәр менән эш.(Ҙур- бәләкәй, күп- аҙ, тәртипле-
тыйнаҡһыҙ,яҡшы- насар антонимдарын ҡулланып һүҙбәйләнештәр,
һөйләмдәр төҙөү).
6. Сылбырлап телдән эшләү.
-Экранда бирелгән һүҙҙәрҙең антонимдарын әйтегеҙ.
аҡ
алыҫ
бейек
ҙур
йомшаҡ
йәш
киң
ҡуйы
оҙон
оло
таҙа
эре
ялҡау
йылы
7. Физминутка.
8. Дәреслектә бирелгән йомаҡтарҙы сисеү (80-се бит, 3-сө күнегеү).
9.Парҙар менән эш.
- Ике бағанала бирелгән һүҙбәйләнештәрҙең антонимдарын тап килтереп күсереп яҙығыҙ.
10. Төркөмләп эшләү.
- Мәҡәлдәрҙә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе табығыҙ.
Батыр бер үлә, ... ҡырҡ үлә.
Арҡандың оҙоно, һүҙҙең ... яҡшы.
Дуҫ илатып өйрәтер, ... көлдөрөп көйрәтер.
Ас хәлен ... белмәй.
11. «Ноябрь» тексты өҫтөндә эш.
Ноябрь
Ноябрь – көҙҙөң һуңғы айы. Иртәнсәк бик һыуыҡ була. Көслө елдәр иҫә. Ел ағастарҙың һуңғы япраҡтарын ҡоя. Ҡар төшкәнгә тиклем, төндәр бик ҡараңғы була. Күлдәр һәм быуалар боҙ менән ҡаплана. Ноябрҙә һуңғы өйрәктәр көньяҡҡа китеп бөтә. Сөнки, күлдәр туңғас, улар үҙҙәренә ем таба алмайҙар. Баҡсаларҙа, өй тирәләрендә ҡыҙылтүштәр күбәйә. Улар миләш емештәре менән туҡланалар. Ноябрь аҙағында баҫыуҙар, яландар ҡар менән ҡаплана. Ҡоштарға ем табыуы ауырлаша.
- Тексты уҡығыҙ. Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәрҙең антонимдарын табып күсереп алығыҙ.
12. Дәресте йомғаҡлау. Баһалау.
- Нимә ул антонимдар? Антонимдар телмәрҙә ни өсөн кәрәк?
13. Өй эше. Антонимдар ҡулланып ике һөйләм төҙөп яҙығыҙ.
Тема: Антонимдар
Төҙөнө: Кульшекова Гөлсәсәк Абдрахман ҡыҙы
Ишембай ҡалаһы 19-сы урта мәктәптең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Тема:Антонимы
Составила: Кульшекова Гульсасак Абдрахмановна
учитель башкирского языка и литературы
города Ишимбая СОШ №19