Бөрйән районы Байназар дөйөм белем биреү мәктәбе
Мораҙым филиалы
Ғилми тикшеренеү эше номинацияһы: Этнография
Темаһы:
Полиэтилендан балаҫ бәйләү
Башҡарыусыһы: 3 класс уҡыусыһы
Алибакова Аделина
Етәксеһе: Башланғыс кластар
уҡытыусыһы: Тулыбаева Айгөл
Фәйзрахман ҡыҙы
Мораҙым-2021.
Инеш:
Мин эҙләнеү эшен башлар алдынан, уҡытыусым Айгөл Фәйзрахман ҡыҙының өйөнә барҙым. Иҙәндә түшәлеп ятҡан күҙҙе ҡамаштырған балаҫтарға ҡарап, бер килке һоҡланып ҡарап торҙом. Туҡыманан эшләнгән балаҫтарҙы күргәнем бар. Ә был үҙенә күрә бер төрлө үҙенсәлекле. Балаҫтар туҡыманан түгел, ә полиэтилендан эшләнелгән.
2. Эҙләнеү эшенең актуаллеге:
Иң беренсе эш итеп, балаҫ тураһында күберәк белергә, тип компьютерға йомолдом. Балаҫтың файҙалы булыуы тураһында уҡытыусым менән һөйләштем. Бик күп мәғлүмәт алдым һәм был ҡыҙыҡһыныуымды уҡытыусым тикшеренеү формаһында алып барырға тәҡдим итте.
3. Эҙләнеү эшенең маҡсаты:
Полиэтилендан балаҫты нисек эшләргә икәнлеген белеү,ошо йүнәлештә белемемде арттырыу, камиллаштырыу, иптәштәремде лә бәйләүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Бәйләгән ваҡытта,һалҡын һәм йылы төҫтәрҙе дөрөҫ итеп ҡулланыу.
Көртмәлене рәхәтләнеп, бер ниндәй сикләүһеҙ йыйған кеше уның ҡәҙерен, файҙаһын беләме икән? Көртмәле нимәгә файҙалы?
Эҙләнеү эшенең бурыстары:
Темаға ярашлы беҙҙең эҙләнеү эшенең төп бурыстары түбәндәгеләр:
1. Уҡытыусым эшләгән балаҫтарын ҡарап өйрәнеү.
2. Ниндәй ҙурлыҡтағы икәнен асыҡлау.
3. Полиэтилендарҙы ҡырҡып әҙерләү.
4. Эҙләнеү эшенең күренеше.
5. Тикшеренеү барышында ҡулланылған методтар:
1. Полиэтилен тураһында материалдар туплау – эҙләнеү.
2. Йыйылған мәғлүмәтте анализлау һәм һығымта яһау.
3. Һөҙөмтәләрен класта уҡытыусы һәм уҡыусылар менән тикшереү.
II. Төп өлөш.
Иң башта үҙебеҙҙең уҡыусыларға һәм уҡытыусыбыҙға һорауҙар бирҙем. Полиэтилен файҙалымы? Нимәһе менән файҙалы? Һорауҙарға яуапты 80% полиэтилендың файҙалы һәм кешегә зарарлы икәнлеген һөйләп үттеләр.20% бөтөнләй белмәй.
Полиэтилен тоҡсайҙар, пакеттар бынан 80 йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән. Хәҙер иһә бар донъяға таралған. Элек хужабикәләр уларҙы бер нисә тапҡыр ҡулланып, йыуып, елләтергә элеп ҡуя торғайны. Ҡәҙерле ине, ләкин хәҙер “ҡәҙере” китте: ҡалын,ныҡлыларын бер тапҡыр ҡулланыу өсөн алынғандары йышайҙы. Хәйер, ҡайһыһы булһа ла, файҙаһынан ҡарағанда зыяны күберәк. Хатта күп кенә түгел, ҡот осҡос күп. Уртаса алғанда, бер пакетты 20 минут самаһы ғына файҙаланалар, ә сереүе быуаттан аша. Ҡайһы бер ғалимдар иҫәпләүенсә, айырып төрҙәре хатта 200 йылдан күберәк ята. Шул уҡ, белгестәр әйтеүенсә, пластик һауыттарҙы, полиэтиленды серетеүсе бактерия тәбиғәттә юҡ. Ә пластик пакеттар тирә-яҡ өсөн дә зыянлы. Улары 500 йыл дауамында ғына серей, шуға ерҙе ағыулап ята.
Полиэтилен пакеттарҙың, пластик шешәләрҙең йылға-күлдәребеҙҙе бысратыуы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Уны һәм беребеҙ күреп белә.
Йыл һайын бер миллионға яҡын ҡоштоң, 100 меңләп диңгеҙ йәнлегенең үлеүе хаҡында ла әйтергә кәрәктер.
Дөрөҫ файҙаланмағанға, полиэтилен кеше организмы өсөн бик зарарлы матдәләр бүлеп сығара. Халыҡ-ара һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ғалимдары билдәләүенсә, бының яман шеш, бауыр, түлһеҙлек, аллергия ауырыуҙарына ла килтереүе ихтимал. Шуға “һалҡын” ризыҡ, эсемлектәр өсөн сығарылған полиэтилен һауыттарға эҫе, йылы аш-һыуһуларға, ҡайнар сәй яһарға ярамай. Полипропилен (РР) һауыттарға 100 градус эҫелектәге ризыҡ та һалып була, ләкин улар алкоголле йәки химик элекменттар ҡушылғандарға яраҡһыҙ. Был элементтар менән пропилен ҡатнашһа, фенол йәки формальдегид бүленә. Ә улар – бауырҙан, бөөрҙән тыш, күҙҙәр өсөн дә зарарлы ағыу.
Полиэтилен үҙе лә өс төргә бүленә: ҡапҡа төрөү (ҡоро аҙыҡ-түлек төрөүгә, һалыуға тәғәйенләнгән), “термоусадочная” (емеш-еләк, йәшелсә һаҡлау өсөн) һәм парниктар өсөн. Һуңғыһының сифаты насар. Ул ҡояштың ультрафиолет нурҙарына, һыуға тиҙ бирешә. Шуға йәшелсә үҫтереү осорона ғына етә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ үҙебеҙ ҙә уйламайынса файҙаланған тоҡсайҙарҙы ҡайҙа етте шунда ташлайбыҙ. Ауылдарҙа махсус ҡый һалырға һауыттар ултырттылар. Ләкин ҡарауһыҙ булғас, эргәһенән төшөп, ел ыңғайына тәгәрәй.
Үҙемдең эшләгән балаҫтарымды күрһәтәм. Әйткәндәй, балаҫ бәйләү өсөн полиэтилендан ғына түгел, синтетик туҡыманы ла, капрон ойоҡтарҙы ла файҙаланырға була. Капрон ойоҡтар,колготкалар ҙа спираль буйынса 4-5 сантиметр киңлегендә ҡырҡыла.Урағанда уҡ был таҫма тартылып һәйбәт шнур барлыҡҡа килә.
Пакетты нисек ҡырҡырға икәнен күрһәтәм. Тотҡаларын ҡырҡып ташлайбыҙ,сөнки үтә ҡалын. Таҫмалап 2-3 сантиметр киңлегендә ҡырҡам һәм айырым йомарлап йәшнигемә һала барам. Мин был эште күберәк телевизор ҡараған ваҡытта эшләйем.
Кручоктарымды таратам. Был эште һеҙ эшләгәнегеҙ бар. Шуға эшләүе һеҙгә еңел буласаҡ. Балаҫ бәйләү үҙәктән башланып, салынмаған бағаналарҙан һәм буш күҙҙәрҙән тора. Ошолай дауам ителә. Уртаһы кәпәскә оҡшай башлаһа,бер урындан ике тапҡыр күҙ алып бәйләп китергә, һәм төҫтәрҙе аралаштырып барырға. Ялғағанда нисек эшләргә? Ҡарайбыҙ, ике осон бергә тотоп төйнәргә кәрәк. Икенсе тапҡыр урағанда бергә ҡушылып китә. Әгәр ҙә төйнәлгән урындан килеп сыҡһа, һулаҡай яҡтан шырпы менән өтөргә кәрәк.
Пакеттарҙан бәйләнгән балаҫтарҙың ныҡлылығына төшөндөм, бысраҡ ваҡытта ишек төбөнә һалып ҡуйһаң да тиҙ йыуыла һәм бик оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә.
Бәйләнгән балаҫтарҙы диван, тахта, ишек төптәренә төрлө төҫтә һәм төрлө размерҙа бәйләп һалырға була. Пакеттарҙы тыуғандарҙан, күршеләрҙән, дуҫтарҙан сикләнмәгән күләмдә алырға мөмкин.
-Быйыл ниндәй йыл әле? (Экология йылы)
Осһоҙ, икенсе яҡтан тәбиғәтте таҙа тоторға булышлыҡ итә.Үҙегеҙ күрәһегеҙҙер, ҡайҙа ҡарама төрлө пакеттар елдә осоп тирә-яҡта туҙышып яталар.
Йомғаҡлау.
Был бәйләнгән балаҫтар осһоҙ ҙа, бик кәрәкле лә, өйҙө матурлаусы ла, күңелде күтәреүсе лә, хатта- аяҡҡа массаж да. Бәйләп ултырғанда ял иттереүсе лә. Бәйләгән балаҫтарыңды тыуғандарыңа, дуҫтарыңа бүләк итеп бирергә була.
Магазинда пакеттар 50-70 һум төргәклеләре. Ҡыҙыл, йәшел төҫтәрҙе табыуы ҡыйын, бик һирәк килеп сыға.
Беҙҙең магазинда 1 бөртөк һары төҫлөһө 3 һум, 3х100=300 һум, тимәк ҡыйбатҡа тура килә.
Ә мин иҫкеләрҙе йыуып тотондом, улар буш! Магазинда иттеке, банандыҡы,төрлө ярмаларҙың пакеттарын яндыралар, ә мин алдан әйтеп ҡуям, һатыусылар онотмаһалар миңә әҙерләп ҡуялар. Хатта урамда осоп йөрөгәнендә алып ҡайтып йыуып алам. Бер яҡтан тирә-яҡ таҙа була. Минең был эшем һеҙгә оҡшар тип уйлайым һәм үҙегеҙҙә төҫлө пакеттарҙан төрлө-төрлө балаҫтар бәйләрһегеҙ, тип уйлайым.
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Ҡулланылған әҙәбиәт
“Таң” гәзите 2015 йыл, 11 сентябрь, йома, № 106-107
В. З. Ғүмәров “Башҡортостан медицинаһы”
“Аманат” журналы, “Ирәүән барҙа ил үлмәҫ”, Е.Кучеров, биология фәндәре докторы ,профессор
Интернет фотолары