Оҫталыҡ дәресе
Тема:
«Фразеологик берәмектәр»
Үткәрҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Китабова Зөһрә Фәнил ҡыҙы
Сабай-2016
Фразеологик берәмектәр
Маҡсаттар:
1. Фразеологик берәмектәр тураһында мәғлүмәт биреү.
2. Фразеологик берәмектәрҙе һөйләмдә дөрөҫ һәм урынлы ҡуллана белеү күнекмәһе формалаштырыу.
3. Уҡыусыларҙа дөрөҫ һөйләм һәм телмәр культураһын үҫтереү.
Фразеологик берәмектәр тип төҙөлөшө һәм мәғәнәһе яғынан ойошҡан , нығынған, телмәрҙә әҙер килеш ҡулланыла торған хис- тойғо биҙәкле, образлы һүҙбәйләнештәргә әйтәләр. Фразеологик берәмек кәмендә ике һүҙҙән тора һәм, ғәҙәттә, бер төшөнсәне белдерә. Мәҫәлән: ут йотоу (хәсрәтләнеү), типһә тимер өҙөрҙәй (ғәйрәтле), күккә күтәреү (маҡтау), башы йомро (аҡыллы), күҙ асып йомғансы (тиҙ).
Телдә халыҡтың тәбиғи үҙенсәлеге, көнкүреше, мәҙәниәте, бай тарихи тәжрибәһе сағыла. Уның фразеологик фонды халыҡ мәҙәниәтендә һәм аңында һуғарылған.
Слайд.
Был өлкәлә эшләүсе ғалимдар:
Моратов Н.С. «Төрки телендә тотороҡло һүҙбәйләнештәр».
Ураҡсин З.Ғ. «Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге».
Ураҡсин З.Ғ. «Русско-башкирский фразеологический словарь».
Гиндуллина А.Ф., Каримова Ф.Х. «Русско-башкирский учебный ситуативный словарь фразеологических единиц».
Кейекбаев Ж.Ғ. «Башҡорт теленең лексикологияһы һәм фразеологизмы»
Фразеологик берәмектәрҙе өйрәнгәндә түбәндәге эштәрҙе башҡарырға мөмкин:
Слайд.
I. Мин фразеологик берәмек әйтәм, ә һеҙ мәғәнәһен:
Энәһенән ебенә тиклем (ентекле).
Бил бөгөү (ныҡ тырышып эшләү).
Баш күтәрмәй эшләү (бик бирелеп тырышып эшләү).
Аҡылға ултыртыу (һабаҡ биреп дөрөҫ юлға баҫтырыу).
Бер ҡалаҡтан (табаҡтан) ашау (йән дуҫ булып, бер һүҙле булып йәшәү).
II. Бирелгән текста төшөрөп ҡалдырылған фразеологик берәмектәрҙең тейешлеһен ҡуйып, уҡығыҙ, мәғәнәһен әйтегеҙ.
Слайд.
Юлай үткән дәресен … һөйләне. (энәһенән ебенә тиклем).
Малайҙар шау-шыу күтәрә башлағас, Кәрим … (табанын ялтыратты).
Мәсьәлене уҡыу менән төшөнөп алған Салауат … эшләп бөттө. (күҙ асып йомғансы).
Бабай менән әбей был балаға исем эҙләп бик оҙаҡ … (баш ватҡан).
III. Иллюстрациялау.
Ошо фразеологик берәмектәр менән һүрәт төшөрөргә.
Слайд.
Аҡса ҡоло ( аҡсаға, малға ҡарата мөкиббән киткән кешегә ҡарата кәмһетеп әйтелә).
Ауыҙ эсендә бутҡа бешереү ( һүҙҙе асыҡ ҡына һөйләмәү, бығырлау).
Аранан ҡара бесәй үтеү ( дуҫлыҡ мөнәсәбәте боҙолоу).
Күҙҙе алыу ( ҡарашты икенсе нәмәгә күсереү).
Бүрәнә үтә бүре күреү ( белмәйенсә күрмәйенсә һөйләүҙе аңлата).
Ҡолағына ла элмәй ( тыңламай).
7. Кеҫәһе ҡалын (бай).
IV. Фразеологик берәмектәрҙең башҡорт телендәге варианттарын табырға.
Слайд.
Делать из мухи слона (энәләй нәмәне дөйәләй итеү, төймәләйҙе дөйәләй итеү).
Делить шкуру неубитого медведя (атмаған ҡуянға ҡаҙан асыу).
Подкладывать свинью ( этлек итеү).
Готов сквозь землю провалиться ( ер аҫтына төшөп китерҙәй булдым).
Валиться из рук ( ҡулға эш бармау).
V. «Сәләм, беҙ таланттар эҙләйбеҙ » рубрикаһы. Фразеологизмдар ҡулланып хикәйә, шиғыр, нәҫер яҙыу. Мәҫәлән, Г. Әхмәтованың шиғырынан өҙөк:
Шайтан аяҡ һындырырлыҡ
Ине йоҡо бүлмәһендә.
Трай тибеп эш сыҡмаҫ, тип,
Гөл иттерҙем һәммәһен дә.
Фразеологик берәмектәрҙе өйрәнгәндә ошо йүнәлештәге эштәр уҡыусыларҙың телмәрен байытып ҡына ҡалмай, дәрестә әүҙемләштерә, телде тәрәнерәк өйрәнергә булышлыҡ итә. Фразеологизмдар телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтә. Һеҙгә, минең ҡәҙерле уҡытыусыларым, бөгөн ҡара тиргә батҡансы, егелеп, был ауыр йөктө тартырға тура килде. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!