СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Праздник букваря

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Праздник букваря»

Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районының Яңы Монасип башланғыс мәктәбе – балалар баҡсаһы





«Әлифба байрамы»

(1 класта үткәрелгән байрам сценарийы)











Уҡытыусы Йәғәфәрова Г.С.

башланғыс кластар уҡытыусыһы

















2021




Ҡәҙерлеуҡыусыларым, хөрмәтле ата-әсәләр! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам- Әлифба байрамы! Әле 1 сентябрь иртәһендә генә мәктәп тупһаһынан тәүге тапҡыр атлап кергән бәләкәй дуҫтарыбыҙ бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр.

Эйе, хәрефтәрҙе таныу, ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, уҡырға өйрәнеү еңел булманы. Әммә һеҙ тырыштығыҙ, өйрәндегеҙ. “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”- тиҙәр.Булдырҙығыҙ! Бөгөн беҙҙең кластағы 3 уҡыусы ла уҡый, яҙа, иҫәпләй беләләр.Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә һеҙҙең өлөш бик ҙур! Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт!

Бөгөн һеҙҙең байрам, беҙҙең байрам, барыбыҙҙың да байрамы.




  

Вильдан. Хәҙер  әсәй  мин  ҙур  үҫтем-

Уҡый-яҙа  беләмен.

Әлифбаның  шиғырҙарын

Яттан һөйләп  бирәмен.

Лиана . Әлифба тигән китапты

Ҡулыбыҙға алғайныҡ,

Серле хәрефтәргә ҡарап

Бик аптырап ҡалғайныҡ.

Тик хәрефтәр шаян икән

Тыңлашмайса йөҙәтте.

Мәликә Хәҙер инде бөтәбеҙ ҙә,

Хәрефтәрҙе беләбеҙ.

Матур, яғымлы һүҙҙәрҙе

Аҡ ҡағыҙға теҙәбеҙ.

Уҡытыусы: Бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Хәрефстан” тигән илгә сәйәхәткә сығабыҙ. Унда һеҙгә инде таныш булған 42 бер туған хәреф йәшәй. Улар барыһы ла бик эшсән, матур, аҡыллы. Был поездға ултыраһы станцияның исеме әлегә билдәле түгел.

Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел,

42 ул теп-теүәл.

Тәртип менән теҙегеҙ,

Рәттән әйтеп бирегеҙ.

Уны белә һәр бала,

Был рәт ни тип атала?(Алфавит)

Уҡытыусы: Бына хәҙер юлға ҡуҙғала алабыҙ. Ә беҙҙе “Хәрефстан” тигән илдә кем ҡаршылар икән? Был һорауға яуапты үҙебеҙ табырбыҙ.

Ә хәрефе. Ҡайҙа барһаң, күҙ алдыңда,

Һәр саҡ күңелдә йәшәй!

Ул – беҙҙең иң яҡын кеше

Ул кеше – беҙҙең ... (әсәй).

Л хәрефе.   Кем китап ярата,

Кем ҡурсаҡ уйната? (Ләлә)

И хәрефе.   Өйрәндегеҙ күп хәрефтәр,

Тырышып, тирҙәр түгеп.

Әйтегеҙ әле миңә,

“И” хәрефенә башлана

Ҡайһыбыҙҙың исеме?  (Илзидә)

Ф хәрефе. Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ,

Улар оса һәр ҡайҙа.

Килтерәләр ағастарға,

Баҫыуҙарға күп ...  (файҙа)

Б хәрефе.       Күрәһегеҙме букет итеп,

Алһыу нурҙар бәйләмен,

Беҙ ҡотлайбыҙ март айында

Әсәйҙәрҙең ... (байрамын.)

А хәрефе. Оҡшаған ул ракетаға,

Ул урамда бағана ла.

Уны белә һәрбер бала:

Ул алфавитты башлай ... (“А”)

Уҡытыусы: Был хәрефтәрҙән ниндәй һүҙ төҙөлдө?

Бергә. Әлифба!

Уҡытыусы. Белемгә юл асыусы,

Тәрән серҙәр һарайына

Тәүге асҡыс биреүсе,

Беренсе ҡат шул һарайға

Беҙҙе алып кереүсе

Тик бер китап. Уға тиңдәш

Ниндәй китап бар тағы?

Беләһегеҙме, ул ниндәй китап?

Бергә: Ул - Әлифба китабы!


I туҡталыш “Тапҡырлыҡ” станцияһы.

Кем зирәк, тапҡыр икән,

Һынап ҡарайыҡ, әйҙәгеҙ.

Ә мин йомаҡ әйтәмен.

Һеҙ яуаптар  табығыҙ,

Уҡытыусы.

Юк, аяғы, юҡ күҙе,

Һөйләй, өйрәтә үҙе.

Телгә унан оҫта юҡ,

Унан яҡын дуҫ та юҡ.          (Китап)

Сумка тотоп инәһең,

Белем тейәп  сығаһың.       (Мәктәп)

Төрлөһө төрлө төҫтә,

 Барыһы ла бер эштә.         (Буяу ҡәләмдәре)

Аҡ яланда ҡара малай,

Ҡыҙыу йөрөп, эҙ яһай,

Эҙ яһамай, һүҙ яһай.  (Ручка)

Үҫкәндә япрағын ашайҙар,

Үҫеп еткәс үҙен ашайҙар.(һуған)

Ултыра бер аҡ сүлмәк

Өҫтөнә кейгән йөҙ күлмәк.(кәбеҫтә)

Түңәрәк - ай түгел,

Һары - ҡояш түгел,

Тәмле - шәкәр түгел,

Ҡойроҡло - сысҡан түгел.(шалҡан)

Тышы йәшел, эсе ҡыҙыл,

Йылы яҡтарҙа үҫә.

Бигерәк тәмле, бигерәк һутлы!-

Исемен әйт әле белһәң!(ҡарбуз)

Бер нәмә тегә белмәй,

Энәләр тағып йөрөй.(терпе)

Үҙе ул бал ярата,

Ҡыш буйы йоҡлап ята.(айыу)

Һоролор төҫө,

Үткерҙер теше,

Урманда йөрөй.

Быҙауҙар эҙләй.(бүре)

Береһе көндө ярата,

Береһе төндө ярата.

Икеһе лә донъяға

Яҡты нурҙар тарата.(Ай һәм Ҡояш)

Алмаш-тилмәш өс күҙ яна:

Йәшел, һары һәм ҡыҙыл.

Урамда иҫән йөрөргә

Булыша ул көн оҙон.(Светофор)

Ултырабыҙ урманда

Ап-аҡ эшләпә кейеп.

Киптерә лә, ҡыҙҙыра ла

Кешеләр беҙҙе йыйып.(бәшмәк)

Уҡытыусы: Афариндар.


Хәрефстан иле”

Уҡытыусы: Балалар! Иғтибар! Алдыбыҙҙа “Хәрефстан иле”. Бында беҙҙең яратып уҡыған Әлифбабыҙ йәшәй.

Әлифба ( Нәркәс): Һаумыһығыҙ, балалар! “Хәрефстан” иленә рәхим итегеҙ! Был илдә мин һеҙгә өйрәткән бик шуҡ, бик шаян хәрефтәр йәшәй. Әгәр улар һеҙҙең ғүмерлек юлдашығыҙ булһын тиһәгеҙ, үҙ һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтегеҙ әле.

Әлифба: Әлифба китабынан тик һеҙҙең өсөн генә яҙылған матур-матур шиғырҙар ятланығыҙ.

Уңған тауыҡ.

- Ҡытаҡ-ҡытаҡ!!!

Йомортҡа һалдым байтаҡ!

Инде килеп алығыҙ,

Тик миңә ем һалығыҙ! (Ф.Рәхимғолова.)

Көсөк.

Әллә уйнап, әллә ысын,

Өрә йфйфп бөтә көсөн,

Өрә күркә, әтәскә,

Өрә ҡара бәрәскә. (Ш. Анаҡ)

Мин терпе.

Мин терпе, энәле йомғаҡ,

Һеҙгә ҡунаҡҡа килдем.

Дуҫтарға күстәнәс, тип,

Энәмә алма элдем. (Ә.Таһирова)

Артыҡ хәрефте тап:

  • ӘАОУЫ

  • НРЖЛМҢЙ

  • ДФКТСПҪ

  • Ж –Ш, З – С, Г – К, Ғ – Ҡ, М –Л.

  • ИҮЫӘӨ

Хата тап:

  • Көняк

  • Иляс

  • йуртаҡ

  • Йаға

  • Йэләк

.

Әлифба. Уҡыусыларым ,аҡыллыларым минең ! Мине бөтәгеҙ ҙә матур итеп уҡый белә. Шуға ҡыуанам. Һеҙҙең алда ҙур һәм бейек фән тауы бар.Шул тауҙың башына менер өсөн тырышып уҡырға кәрәк.Хәҙер белемдәрегеҙҙе тикшереп ҡарайбыҙ.

-Алфавит ниндәй хәрефтән башлана?

- Алфавитта нисә хәреф?

Йыр “ Әлифба”

Эй,әлифбам,һин тәүге фәндәрҙең

Тәүге баҫҡысы.

Һин ҡәҙерле,һин туған телемдең

Алтын асҡысы.

Уҡырға лаөйрәттең,

Яҙырға лаөйрәттең.

Һин ҡәҙерле,һин туған телемдең

Алтын асҡысы.

Эй,әлифбам,һин ҡулымда балҡыйһың

Бер нур булып.

Һәр баланы ҙур бәхеткә илтеүсе

Аҡ юл булып.


Әлифба: Афарин! Кескәй дуҫтарым, рәхмәт һеҙгә хәрефтәремде уҡый белгәнгә. Ниндәй  ҙур шатлыҡ! Һеҙ мине уҡырға өйрәндегеҙ. Рәхмәт, һеҙгә балалар!

Вилдан Әлифба,Әлифба,

Беренсе битеңде

Асҡан көн хәтерҙә

Зур байрам шикелле.

Мәликә Матур итеп һөйләргә,

Аңлайышлы уҡырға,

Йомаҡтарҙы сисергә

Өйрәттең һин, Әлифба.

Лиана . Өйрәттең, Әлифба, беҙҙе

Тәбиғәтте һөйөргә.

Кес кенә дуҫтарыбыҙға

Бул һин дуҫым, тиергә.

Уҡытыусы:  Ҙур ярҙам итәр беҙгә

Дәрестә алған белем.

Таяныс булыр юлда

Әлифба биргән белем.

Әлифба:Рәхмәт, кескәй дуҫтарым! Миңә китергә ваҡыт етте. Һау булығыҙ.

Бергә. Һау бул, Әлифба!

Уҡытыусы: Ҡәҙерле балалар! Әлифбаны өйрәнеүҙә ата-әсәйҙәребеҙҙең ярҙамы ҙур булды. Әйҙәгеҙ уларға рәхмәтебеҙҙе белдерәйек.

Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә һеҙҙең өлөш бик ҙур! Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт! байрам-барыбыҙҙың да уртаҡ байрамы. Һеҙ ҙә, хөрмәтле ата-әсәләр, улар менән өр-яңынан башлап тағы бер ҡат әлифбаны уҡып сыҡтығыҙ. Уҡыуҙы, энә менән ҡойо ҡаҙыу, тиҙәр. Тимәк, беҙ һеҙҙең менән бик ҙур эш башҡарғанбыҙ.

Һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе

Еткерәбеҙ һәммәбеҙ.

Оло ярҙамығыҙ өсөн

Башыбыҙҙы эйәбеҙ!

Уҡытыусы: Ә хәҙер һүҙҙе үҙҙәренең балаларына еткерәһе килгән теләктәрен әйтер өсөн ата-әсәйҙәргә бирәбеҙ.

Уҡытыусы:  Уҡыусылар, сәләмәт булығыҙ, ата-әсәйҙәрегеҙгә игелекле балалар булып үҫегеҙ. Уҡыуығыҙҙа һәм тормошоғоҙҙа ҙурҙан ҙур уңыштарға ирешегеҙ.

Бөгөн һеҙҙең ҡулығыҙға әлифба дәреслеген уҡып бөтөрөүегеҙҙе раҫлай торған таныҡлыҡтар тапшырам.

Таныҡлыҡтар тапшырыла.


  • Белем тауының тәүге баҫҡысын яулауығыҙ менән ҡотлау өсөн һүҙҙе н мәктәбебеҙҙең директоры Ләйлә Нурислам ҡыҙына бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, бына беҙ бөгөн Әлифбабыҙ менән хушлаштыҡ. Ул да һеҙгә рәхмәтле, сөнки барығыҙ ҙа әлифба китаптарығыҙҙы таҙа итеп тоттоғоҙ. Ә уға алмашҡа яңы дәреслектәр килә.

Башҡорт теле, әдәби уҡыу китаптары тапшырыла.

Йыр “Башҡорт телендә һөйләшәм

1.Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең йәшәү тамырҙарым

Башҡорт ерендә.

2.Туған телем, һин халҡымдың

Былбыл тауышы.

Быуаттарҙан быуаттарға

Ҡанат ҡағышы.

3. Киң Уралым йырлап аға

Һинең һыуҙарың.

Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар

Һинең моңдарың.

















Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!