СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Праздник Урожая для башкирских школ

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Праздник Урожая для башкирских школ»

Уңыш байрамы

Тема: Кластан тыш сара “Уңыш байрамы”

Маҡсат: 1) 5-8 класс уҡыусыларының ботаника буйынса белемдәрен тикшереү, емеш, еләк, йәшелсәләрҙең исемдәрен нығытыу

2) етеҙлек, әртислек һәләтен үҫтереү

3) хеҙмәткә һөйөү, үҙ-ара дуҫлыҡ, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү

Йыһазландырыу: кроссвордлы ҡағыҙ, рецепт өсөн яҙып ҡырҡылған ҡағыҙҙар, киптерелгән үләндәр, орлоҡтар.

Кабинет байрамса биҙәлгән. 4 команда ярыша, 4 өҫтәл артында ултыралар. Ғәҙәттә, беҙҙең мәктәптә был байрамға әҙерлек алдан башлана: һәр класс йәшелсә, емеш исеменән исем, девиз, йыр әҙерләй, шул йәшелсә, емештән төрлө ризыҡ бешереп алып киләләр, байрам бөткәс, сәй эсеп ҡайталар.

Байрамдың барышы:

Алып барыусы: Хәйерле кис, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ҡунаҡтар! Бөтәгеҙҙе лә “Уңыш байрамы”кисәһендә күрергә шатбыҙ.

Һау бул, йәмле йәй!

Хушығыҙ, ҡоштар!

Теләйбеҙ һеҙгә

Юлда уңыштар!

Япраҡ һарғайҙы,

Үләндәр шиңде.

Ашыҡмай ғына

Алтын көҙ килде.

Көҙ төрлө-төрлө төҫтәргә

Бар ерҙе буяй гелән.

Шатландырып барыбыҙҙы,

Һыйлай йәшелсә менән.

Һеҙҙең өҫтәлдәр бөгөн

Көҙ уңышына бай икән.

Етеҙлектә, егәрлектә

Кем дә кем еңер икән?

Килгән уҡытыусы, ҡунаҡтар араһынан баһалама ағзалары һайланыла. Һәр ярышҡа иң күбе 3 балл алырға мөмкин. Эштең тиҙлегенә, дөрөҫлөгөнә иғтибар итә баһалама ағзалары.

  1. Танышыу.

  • Ярышты башларға

Һүҙҙе бирәм биштәргә.

Өлкәндәрҙең араһында

Иң дә иң сәмлеләргә.

  • Алтынсылар күп ярышта

Былтыр булды еңеүсе.

Әйҙәгеҙ, бөгөн байрамда

Булығыҙ тик беренсе!

  • Ултыралар етенселәр,

Миңә бик тә яҡындар.

Теләйем бөгөн ярышта

Еңеүҙәр һәм уңыштар.

  • Һигеҙенселәр быйыл

Иң көслө булып сыҡты.

Берҙәм, дуҫ, етеҙ булғас,

Еңәләр ҡаршылыҡты.

  1. Көҙгө уңыш йыйыу.

Кроссвордта йәшеренгән йәшелсә, емеш исемдәрен табырға тейештәр.

и

ш

е

б

ә

р

ҡ

а

р

а

к

х

р

а

м

ә

с

т

а

ғ

б

а

к

а

л

н

г

р

ш

д

ж

а

л

һ

у

ғ

е

г

а

ы

а

ҡ

ы

к

а

а

ҫ

т

л

н

н

р

я

т

р

н

е

ә

ҡ

я

а

с

ф

у

к

ә

б

с

а

н

р

и

р

т

о

м

а

т

с

и

б

д

е

с

о

к

ө

а

ғ

т

у

з

ф

а

л

ь

н

б

ы

ш

16 исем: һуған, редис, баклажан, томат, ҡыяр, кишер, алма, бәрәңге, картуф, арбуз, фасоль, кәбеҫтә, ҡарағат, дыня,шалҡан, көнбағыш.

  1. Реклама

Һәр команда исемдәренә ҡағылышлы йешелсә, емештән аш төрө уйлап сығаралар, йә белгәндәрен бешереп киләләр, шул аҙыҡты маҡтайҙар.

  1. Танып белеү.

Ҡышҡылыҡҡа дауаға

Әсәй киптерә үлән.

Күп кенә ауырыуҙы

Шуны эсеп, мин еңәм.

Һәр команданан берешәр уҡыусы сыға. Күҙҙәре ябыла. Киптерелгән үләнде еҫкәп танырға тейештәр. Дауаһын да әйтһәләр, өҫтәлмә балл алалар. ( мәтрүшкә, ҡарағат япрағы, әрем, әлморон емеше, кейәү үләне)

  1. Ҡышҡылыҡҡа әҙер бул.

Һәр команданан икешәр уҡыусы сыға. Ҡышҡылыҡҡа йәшелсә тоҙлау, маринадлау ысулдарын белергә тейештәр. Ҡырҡылған ҡағыҙҙарҙа төрлө йәшелсә, тоҙлау өсөн аҙыҡ-түлек яҙыған. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы ғына йыйып, балалар дөрөҫ рецепт булдырырға һәм уны эшләү рецебын һөйләргә тейеш.

  1. Сәскәләр – ер биҙәге.

Был өйгә эштәрҙең береһе: уҡыусылар сәскәләрҙән панномы, букетмы әҙерләп килергә тейештәр. Эштәренә исем, реклама яһайҙар.

  • Сәскә – көҙҙөң сағыуын тағы ла яҡтыртып, матурайтып ебәрә. Әйҙәгеҙ, сәскәләрҙән әҙерләгән эштәрегеҙҙе башҡаларға күрһәтеп, маҡтап алығыҙ.

  1. Сәскәле йыр конкурсы.

Йырҙың һүҙҙәрендә сәскә булған йырҙарҙы командалар сиратлап атҡаралар. Кем иң аҙаҡ ҡала – шул еңеүсе була. Йырҙың бер-ике юлын йырлау ҙа етә.

  1. Ҡилбәтһеҙ фигуралар конкурсы.

Өйгә эштәрҙең береһе: йәшелсәләр, емештәр араһында ҡилбәтһеҙ булып үҫкәндәрҙе айырым бер өҫтәлгә байрам башланғансы теҙеп ҡуялар. Баһалама ағзалары шуларҙы ҡарап, баһа ҡуйып үтәләр.

  • Сәстем баҡсаға кәртүк,

Килеп сыҡты ҙур кәтүк,

Икенсеһе бер һыйыр,

Бөтә ишеккә һыйыр.

Фәнис тапҡан “тейен”де,

Ә Данил ҙур “себен”де.

Уңышыбыҙ бик ҡыҙыҡ,

Беҙ һуштан ҡала яҙҙыҡ.

  1. Орлоҡтарҙы таныу.

Һәр команданан берешәр ҡатнашыусы сыға. Ҡағыҙға орлоҡтарҙың исемдәрен яҙып тапшыра. Шундай орлоҡтар булыуы мөмкин: алма, укроп, сөгөлдөр, ҡабаҡ, йәшел йыуа, лимон, ҡарбуз, ҡауын.

  1. Ял ваҡыты.

Был ярыш төрө конкурсҡа инмәй. Уҡыусылар әҙерләгән концерт номерҙары – өйгә эштең һуңғыһы. Концерт ваҡытында баһалама ағзалары балдарҙы һанай, урындарҙы билдәләй.

  1. Йомғаҡлау.

  • Ярыш аҙаҡҡа етте.

Кемдәр уңышлы булды?

Баһалама ағзалары

Һүҙҙе тоторға булды.

  • Әйҙәгеҙ, һүҙҙе һеҙгә бирәбеҙ.

Байрам тураһында тәьҫораттары менән бүлешәләр, маҡтау ҡағыҙҙыары һәм бүләктәр тапшыралар.

Байрамды йомғаҡлап, тәмләп сәй эсәбеҙ.