СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Презентация на тему "Писатели - фронтовики"

Категория: Литература

Нажмите, чтобы узнать подробности

В данной презентации представлены башкирские поэты и писатели, которые участвовали в Великой Отечественной войне.  

Просмотр содержимого документа
«Презентация на тему "Писатели - фронтовики"»

Писатели - фронтовики

Писатели - фронтовики

Погибшие в 1941 году Гайса Юсупов Зуфар Мансуров Хай Мухаметяров Чингиз Ханов Фазыл Хабир Хурмат Хайри Ахмет Шакири Гали Ахмади

Погибшие в 1941 году

  • Гайса Юсупов
  • Зуфар Мансуров
  • Хай Мухаметяров
  • Чингиз Ханов
  • Фазыл Хабир
  • Хурмат Хайри
  • Ахмет Шакири
  • Гали Ахмади
Погибшие в 1942 году Низам Карип Мазхар Абдуллин Нур Исмагилов Сагит Мифтахов

Погибшие в 1942 году

  • Низам Карип
  • Мазхар Абдуллин
  • Нур Исмагилов
  • Сагит Мифтахов
Погибшие в 1943 году Али Карнай Хусаин Кунакбаев

Погибшие в 1943 году

  • Али Карнай
  • Хусаин Кунакбаев
Погибшие в 1944 году Гамир Давлетшин Зиннат Котип Бадруш Мукамай Тухват Мурат Малих Харис Можай Хайретдинов

Погибшие в 1944 году

  • Гамир Давлетшин
  • Зиннат Котип
  • Бадруш Мукамай
  • Тухват Мурат
  • Малих Харис
  • Можай Хайретдинов
Погибшие в 1945 году Сабир Киньякай

Погибшие в 1945 году

  • Сабир Киньякай
Писатели вернувшиеся с Победой. Муса Гали Назар Наджми Нажип Идельбай Рамазан Уметбаев Рашит Нигмати Шакир Янбаев Шариф Биккул Гилемдар Рамазанов Ахияр Хакимов Мустай Карим Гали Ибрагимов

Писатели вернувшиеся с Победой.

  • Муса Гали
  • Назар Наджми
  • Нажип Идельбай
  • Рамазан Уметбаев
  • Рашит Нигмати
  • Шакир Янбаев
  • Шариф Биккул
  • Гилемдар Рамазанов
  • Ахияр Хакимов
  • Мустай Карим
  • Гали Ибрагимов

Муса Гали

  • Муса Ғәли (Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев) 1923 йылдың 15 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Иҫке Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһынан бик йәшләй етем ҡалған Муса Ғәли олатаһы йортонда тәрбиәләнеп үҫә. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң, бер йыл Өфөлә, медицина училищеһында уҡый. 1939 йылдан ул — Дәүләкән Башҡорт педагогия училищеһы уҡыусыһы.
  • 1942 йылдан 1946 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана.
  • Муса Ғәли 1948-1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1952-1959 йылдарҙа “Пионер” журналы редакцияһында бүлек мөдире була, һуңғараҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.
  • 1963-1965 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.
  • Шағирҙың тәүге шиғырҙары 1940 йылда “Йәш төҙөүсе” һәм Дәүләкәндәге “Колхозсы” гәзитендә баҫылып сыға. Беренсе китабы “Яҡты көн” тип атала һәм 1953 йылда донъя күрә. Үҙенең 50-гә яҡын йыйынтығы, шул иҫәптән Мәскәүҙә сыҡҡан 15 китабы менән шағир бөтә Союз укыусылары араһында танылыу тапты. Быларға өҫтәп уның үзбәк, украин һәм татар телендә сыҡҡан китаптарын да әйтеп була.
  • Муса Ғәли тәржемә өлкәһендә лә актив эшләй. Уның А. С. Пушкиндың “Царское село иҫтәлектәре”, В. Шекспирҙың “Макбет”, үзбәк яҙыусыһы Әсхәт Мохтарҙың “Ҡарағалпаҡ ҡиссаһы” тигән тәржемәләре китап уҡыусыларға яҡшы таныш. Муса Ғәли әҙәби тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр менән дә матбуғатта йыш ҡына сығыш яһай.
  • Шағир бер үк ваҡытта балалар өсөн дә поэма һәм шиғырҙар яҙыуын дауам иттерә.
  • Муса Ғәли күп шаршаулы ике драма әҫәре яҙҙы. Улар Сибай башҡорт дәүләт театрында ҡуйылды.
  • Муса Ғәли — республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  • Ижади уңыштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Халыҡтар дуҫлығы” ордендары менән бүләкләнгән.
  • 1956 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Назар Наджми   Назар Нәжми (Назар Нәжметдин улы Нәжметдинов) 1918 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуа. Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Институттың өсөнсө курсынан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, унан 1946 йылда ғына ҡайта, һуғыш фронттарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапкыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.

Назар Наджми

 

  • Назар Нәжми (Назар Нәжметдин улы Нәжметдинов) 1918 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуа. Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Институттың өсөнсө курсынан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, унан 1946 йылда ғына ҡайта, һуғыш фронттарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапкыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.

Нажип Идельбай

  • Нәжип Иҙелбай 1912—1991
  •  
  • Нәжип Иҙелбай (Нәжип Сафа улы Иҙелбаев) 1912 йылдың 12 мартында Башҡортостандың Баймаҡ районы Иҙелбай ауылында тыуа. 1929 йылда Баймаҡ тау-промышленность техникумын тамамлай. Баҡыр иретеү заводында, район гәзитендә эшләй. 1931 — 1932 йылдарҙа “Ударники канала” гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре була. 1937 — 1938 йылдарҙа — Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир һәм тәржемәсе.
  • Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Һуғышта ҡатнаша. 1945 — 1955 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” гәзиттәрендә, радиокомитетта эшләй.
  • Нәжип Иҙелбай “Күк шинель” (1947), “Ел, ерәнем” (1958), “Йырым һиңә булһын” (1970), “Еңеү иртәһе” (1981) исемле шиғырҙар һәм йырҙар китаптарының авторы. Ул сәхнә әҫәрҙәре лә яҙҙы.
  • Нәжип Иҙелбай тәржемәсе булараҡ киң билдәле. Ул Дж. Лондон, Н. Гоголь, Т. Аксанов, П. Ершов, А. Чехов. А. Островский, М. Горький, А. Гайдар, П. Бажов, М. Бубенков, С. Злобин, С. Бабаевский, О. Гончар, С. Айтматов, С. Михалков әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте. М. Ауэзовтың “Абай юлы” эпопеяһын ҡаҙаҡсанан башҡортсаға әйләндереүгә күп көс һалды.
  • 1974 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.
  •  
  • Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм

Рамазан Уметбаев

  • Рамазан Өмөтбаев 1924—1997
  •  
  • Рамазан Ғимран улы Өмөтбаев 1924 йылдың 7 апрелендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға тыуған. Атаһы Өмөтбаев Ғимран Троицкиҙағы атаҡлы Зәйнулла ишандың "Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә белем алған.
  • Атаһының белемгә, яңылыҡҡа ынтылышы Р. Өмөтбаевҡа ла күсә. Ләкин етешмәгән тормош Рамазанды бик иртә эшкә егелергә мәжбүр итә. Р. Өмөтбаев ун өс йәшкә сыҡҡанда Әлмөхәмәт МТС-ы контораһына эш ҡағыҙҙарын күсереп яҙыусы булып эшкә төшә. Ошо уҡ йылдарҙа колхозда йылҡы көтөүсеһе булып та эшләй.
  • 1941 йылда Р. Өмөтбаев Баймаҡ баҡыр иретеү заводында торф ҡырҡыусы булып эшләй башлай. Шул йылдың көҙөндә урта мәктәпте Маҡтау грамотаһы менән тамамлай һәм Магнитогорск тау-металлургия институтына имтиханһыҙ ҡабул ителә. Ләкин һуғыш сығып китеү арҡаһында, 1941 йылдың аҙағында, Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.
  • Һуғыштан ҡайтҡас, Р. Өмөтбаев Баймаҡ районына эшкә килә. 1946 — 1947 йылдарҙа Сибай руднигында комскомитет секретары булып эшләп йөрөгән сағында ВКП(б)-ның Баймаҡ райкомына эшкә күсә. Бында инструкторҙан беренсе секретарға тиклем хеҙмәт юлын үтә.

Рашит Нигмати

  • Рәшит Ниғмәти 1909-1959
  •  
  • Рәшит Ниғмәти (Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин) 1909 йылдың 9 февралендә хәҙерге Куйбышев өлкәһе Больше-Черниговский районы Диңгеҙбай ауылында донъяға килә. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге етем балалар мәктәбенә уҡырға инә. 1931 йылда Өфө рабфагын тамамлағас, Р. Ниғмәти Туймазы районы гәзитендә эшләй. 1934 — 1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Өфөгә күсеп, республика гәзиттәрендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.
  • Рәшит Ниғмәтиҙең беренсе шиғырҙары 1926 йылда “Башҡортостан”, “Башҡортостан йәштәре” гәзиттәрендә баҫыла. 1933 йылда шағирҙың “Кереш” тигән тәүге шиғырҙар китабы сыға. Шул йылда баҫылған “Баҫыу хөкөмө” поэмаһы менән ул үҙен әҙәбиәттә нығыраҡ танытты. Утыҙынсы йылдарҙа яҙыусының “Мин постамын”, “Хат”, “Кавказ”, “Тимер юл”, “Байраҡ тураһында поэма” кеүек әҫәрҙәре башҡорт поэзияһында тыуған илгә, халыҡҡа оло һөйөү тойғоларын һүрәтләндергән иң яҡшы өлгөләр булды.
  • Публицистик лирика, героик эпос Рәшит Ниғмәти поэзияһының иң көслө сифаттарынан береһе булып әүерелә. Ул поэзияның идея-художество юғарылығына ирешеүҙә шағир В. Маяковскийҙан бик ныҡ өйрәнә. Был хаҡта башҡорт шағиры “Ҡыҙыма хаттар” шиғырында, “Маяковский миңә маяҡ булды, ә мин барам ана шул юлдан”, тип хаҡлы әйтте.
  • Рәшит Ниғмәти 1939 йылда иң популяр әҫәрҙәренән һаналған “Йәмле Ағиҙел буйҙары” тигән лиро-эпик поэмаһын ижад итте. Автор был поэмаһында башҡорт халҡының үткән героик тарихын, бөгөнгө тормошон тасуирлай.

Шакир Янбаев

  • Шәкир Янбаев 1925-2005
  •  
  • Шакир Мәхийән улы Янбаев 1925 йылдың 29 ноябрендә Башҡортостандың Күгәрсен районы Бикбулат ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1943 йылда, Мораҡ урта мәктәбенең 10 класында уҡыған мәлендә, Совет Армияһы сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышының утлы юлдарын шофер булып үтә. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградланған.
  • Демобилизацияланып ҡайтҡандан һуң, ике йыл Күгәрсен районы мәктәптәрендә балалар уҡыта. 1950 — 1952 йылдарҙа Өфө музыка училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта Башҡортостан радиокомитетында диктор һәм редактор булып та эшләй. 1952 — 1957 йылдарҙа — М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты студенты. Институтты тамамлағандан һуң, оҙаҡ йылдар Радио һәм телевидение тапшырыуҙар комитетында редактор була. Һуңғы йылдарҙа “Ағиҙел” журналы баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын үтәне.
  • Ш. Янбаев үҙ әҫәрҙәрендә беҙҙең замандаштарыбыҙҙың хәтерҙә һаҡланырлыҡ мауыҡтырғыс образдарын тыуҙырыуға иреште. 1976 йылда Ш. Янбаев “Зәңгәр сатыр” тигән тәүге ҙур күләмле романын ижад итте. Геологтар тормошон реалистик картиналарҙа кәүҙәләндергән был әҫәр яҙыусы өсөн генә түгел, бөтә башҡорт прозаһының ҡаҙанышы булараҡ популярлыҡ яуланы.

Шариф Биккул

  • Шәриф Бикҡол 1924-1996
  •  
  • Шәриф Биҡҡол (Шәриф Сәғәҙәтулла улы Биҡҡолов) 1924 йылдың 28 майында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылында тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1937 йылда Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә, уны 1940 йылда тамамлай. Артабан ете йыллыҡ мәктәптә уҡытыусы, совхозда политик бүлек начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
  • 1942 йылдан Шәриф Биҡҡол Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.
  • 1945 — 1949 йылдарҙа Шәриф Биҡҡол Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1949 йылдан Өфө театр техникумында уҡытыусы, уҡытыу эштәре мөдире була. 1952 йылда “Пионер” журналының мөхәррире итеп тәғәйенләнә. 1962 йылда ул Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы сәркәтибе итеп һайлана, һуңынан йәнә “Пионер” журналына эшкә ҡайта.
  • 1947 йылда уның “Ынтылыу” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. “Замандашым” тигән икенсе китабы уға шағир булараҡ ҙур танылыу килтерә. Шәриф Биҡҡол — утыҙлап китаптың авторы. “Әле йәшәйбеҙ икән” романы Ватан һуғышы ваҡиғаларын һүрәтләй.

Гилемдар Рамазанов

  • Ғилемдар Рамазанов 1923-1993
  •  
  • Ғилемдар Йыһандар улы Рамазанов 1923 йылдың 16 июнендә Башҡортостандың Саҡмағош районы Иҫке Балаҡ ауылында тыуа. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында, етенсе класты күрше Тайнәш мәктәбендә тамамлағас, Дәүләкән педагогия училищеһында уҡый. 1942 йылда, өсөнсө курста уҡығанда, фронтҡа китә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.
  • Һуғыштан һуң Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтын, Мәскәүҙә Ломоносов исемендәге университет эргәһендәге аспирантураны тамамлай. 1953 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1966 йылда филология фәндәре докторы дәрәжәһен ала.
  • СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире була. Йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Бер нисә йыл Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, СССР Юғары Советының VI саҡырылыш депутаты була. Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ул илленән ашыу китаптың авторы.
  • 1950 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

Гали Ибрагимов

  • Ғәли Ибраһимов 1919-1989
  •  
  • Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимов 1919 йылдың 16 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. Башланғыс мәктәпте шул Стәрлетамаҡ ҡалаһында тамамлай. Утыҙынсы йылдарҙың башында Ишембай нефте асылғас, ата-әсәһенең күсеп китеүе сәбәпле, артабанғы уҡыуын яңы урында дауам итә. 1935 — 1937 йылдарҙа ул «Башҡортостан вышкаһы» гәзитендә үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра башлай.
  • Ғәли Ибраһимов 1939 йылда армия сафына алынып, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән наградлана.
  • Һуғыш тамамланғас, Ишембайға ҡайтып, нефть техникумында инглиз теленән уҡыта, унан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы секретарь вазифаларын үтәй. Шул йылдарҙа ул, ситтән тороп, педагогия институтын тамамлай. Һуңыраҡ Мәскәүҙә Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курсында уҡый. 1959 йылдан алып «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары булып эшләй.
  • 1956 йылда уның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында яҙылған «Бер полк кешеләре» исемле тәүге романы баҫылды.
  • Һуңғы йылдарҙа ул бик күп хикәйәләр, очерктар һәм повестар менән бер рәттән «Умырзая» тигән романын баҫтырып сығарҙы. 1977 йылда яҙыусыға ҙур билдәлелек килтергән «Кинйә» тарихи романының беренсе китабы, 1987 йылда икенсе китабы баҫылып сыҡты.
  • 1989 йылда 70 йәшендә оло яҙыусының йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Ахияр Хакимов Әхиәр Хәкимов 1929-2003   Әхиәр Хәкимов Башҡортостандың Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. Тыуған ауылы мәктәбендә уҡый. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжә “Ватан һуғышы”, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. 1946 йыл, демобилизациянан һуң, Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны бөтөрөп сыҡҡас, Үзбәкстанда уҡытыусы булып эшләй. 1953 — 1956 йылдарҙа — Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса урта мәктәбе директоры. 1956 — 1961 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Уны тамамлағас, М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты янындағы аспирантураға уҡырға инә. Аспирантураны уңышлы тамамлап, фән кандидаты дәрәжәһен ала. Алтмышынсы йылдарҙың икенсе яртыһында Әхиәр Хәкимов “Ағиҙел” журналының редактор урынбаҫары булып эшләй. Оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә “Литературная газета”ла бүлек мөдире вазифаһын алып бара, ошо гәзиттең редколлегия ағзаһы булып тора.

Ахияр Хакимов

  • Әхиәр Хәкимов 1929-2003
  •  
  • Әхиәр Хәкимов Башҡортостандың Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. Тыуған ауылы мәктәбендә уҡый.
  • Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжә “Ватан һуғышы”, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. 1946 йыл, демобилизациянан һуң, Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны бөтөрөп сыҡҡас, Үзбәкстанда уҡытыусы булып эшләй. 1953 — 1956 йылдарҙа — Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса урта мәктәбе директоры. 1956 — 1961 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Уны тамамлағас, М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты янындағы аспирантураға уҡырға инә. Аспирантураны уңышлы тамамлап, фән кандидаты дәрәжәһен ала.
  • Алтмышынсы йылдарҙың икенсе яртыһында Әхиәр Хәкимов “Ағиҙел” журналының редактор урынбаҫары булып эшләй. Оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә “Литературная газета”ла бүлек мөдире вазифаһын алып бара, ошо гәзиттең редколлегия ағзаһы булып тора.

Мустай Карим

  • Мостай Кәрим 1919—2005
  •  
  • Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Мостафа бигерәк тә әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе, ҡойған йомаҡтарҙы тыңларға ярата. Иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итәләр.
  • Мостай Кәрим 1935 йылда үҙ ауылдарындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937 — 1941 йылдарҙа ул — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.
  • Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронттарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, туғыҙ ай госпиталдә ята. Һауығып сыҡҡас, ул фронт гәзиттәрендә эшләй, Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн — 1945 йылдың 9 Майын — ул Вена ҡалаһында ҡаршылай, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ул II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!