СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Презентация внеклассного мероприятия

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Презентация на тему "" Автономия БАССР"

Просмотр содержимого документа
«Презентация внеклассного мероприятия»

ИЛЕ БАРҘА БАШҠОРТ ЮҒАЛМАҪ

Башҡорт Автономиялы Совет

Социалистик Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл (1919-2019 й.й.)

Алып барыусылар ;

  1. Йәшәй Темәс Һаҡмар битләүендә

Ҡояш нурҙарына күмелеп.

Һәр ташында , һуҡмағында уның

Тарих бите ҡалған уйылып

  1. Рәхмәт инде, аҫыл был төйәкте

Олатайҙар белеп һайлаған.

Заманында башҡорт иленең ул

Баш ҡалаһы булып балҡыған.(А.Игибаев)

1. Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Һеҙҙе тарихҡа бай, данлы Темәс ауылында күреүебеҙгә шатбыҙ!

ХХ быуат башы Рәсәй халҡы өсөн үтә лә ҡатмарлы ваҡиғаларға

бай булды.Февраль буржуаз революцияһы, Октябрь революцияһы,

Граждандар һуғышы, Башҡортостанда милли хәрәкәт.

Темәс ауылы илдә барған мөһим тарихы ваҡиғаларҙың һәр саҡ

уртаһында ҡайнаған.

Авальбаева Сулпан.(шиғыр Сәкинә Тотманова ижадынан)

  1. 1919 йыл 23 март Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик

республикаһы төҙөлә.

2019 йыл БАССР-ҙың төҙөлөүенә 100 йыл була.

2016 йыл 17 июль Рәсәй президенты В.В.Путин Башҡорт

Автономиялы Совет Республикаһы төҙөлөүенә 100-йыллыҡты

байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Был юбилейға әҙерлек этабы башланды.

-Һүҙҙе тарих уҡытыусыһы Мусин Ю.И. бирәбеҙ.

2. Быуаттар буйы милли иҙеүгә дусар булған башҡорт халҡы Февраль революцияһынан һуң үҙенең автономиялы дәүләтен төҙөү көрәшенә тотона.

Башҡорттар 1971 йылдың яҙында уҡ үҙ аллы башҡорт милли хәрәкәте булып ойоша.Уларҙың маҡсаты ;Көньяҡ Уралдағы булған башҡорт райондарын федерация берәмеге булған бар автономияға берләштереү.

  1. Башҡорт милли хәрәкәтенең төп етәксеһе булып Әхмәтзәки Вәлиди сығыш яһай.

  2. Ул башҡорт халҡының мәнфәғәтен яҡлап, автономия төҙөүгә күп көс һала.

  1. Башҡорттар ярты йыл эсендә генә лә өс ҡоролтай саҡырыуға өлгәшә,тәүгеләрҙән булып автономия тураһында иғлан итә һәм уны бойомға ашыра.Башҡорттар беренселәрҙән булып бөтә халыҡ тарафынан яҡлау тапҡан сәйәси үҙаллылыҡ программаһын булдыра һәм оҙаҡ Үҙәк Совет власы органдарын уны танырға мәжбүр итә.

  2. Башҡорт милли хәрәкәтенә халыҡтың иң уҡымышлы, белемле, илһөйәр улдары етәкселек иткән. Һәм иң мөһиме, ябай халыҡ, ул йылдар ниндәй генә ауыр һәм ҡурҡыныс булмаһын, бер выҡытта ла үҙ лидерҙарынан баш тартмай,

уларҙың һәр изге башланғысын яҡлап сыға, эштәренә дәррәү ҡушыла.

  1. Ә Вәлиди бында алып килгән

Башҡортоноң хыял, уйҙарын

Темәс урамдары һаҡлай әле

Уның баҫҡан ташлы юлдарын

  1. Бабич булған бында.Халҡы өсөн

Дөрөҫлөктө эҙләп көйөнгән

Зәки кеүек батырҙарһы күреп

Ысын күңеленән һөйөнгән.

  1. Муса батыр сапҡан атлылары менән

Һаҡмар өсөн халҡы намыҫын .

Рапат тауға менеп ҡайраған ул

Хаҡиҡәтте һаҡлар ҡылысын. (Ф.Газин ижадынан)

  1. 1919 йылдың йылы март көнөндә Темәстә митинг үтә.Унда тәүге тапҡыр “Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы” тигән һүҙҙәр яңғырай.

  1. Темәс ауылының хәҙерге Совет урамына бик күп халыҡ йыйылған.Зәки Вәлиди һәм уның фекерҙәштәре һыбай килә.Улар ике ҡатлы йорттоң бейек күтәрмәһенә менеп баҫа.З.Вәлиди 23 мартта Үҙәк Эшсе Крәҫтиән власы һәм башҡорт хөкүмәте араһында килешеү ҡабул ителеүен хәбәр итә.

Сәхнәләштереү. (Митинг)

1.Тәүҙә Муса Мортазин етәкселегендә һалдаттар сығып теҙелә.(Марш «Башҡортостан-гөлбостан»

2.Сәхнәгә Зәки Вәлиди , Ш.Бабич сыға.

З.Вәлиди ( Габитов Р.)

-Мөхтәрәм ,ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы төҙөлөү айҡанлы ойошторолған митингта тәбрикләйем.Һеҙгә ҡыуаныслы хәбәр еткерәм. Башҡорттар үҙҙәренең дәүләтен яулап алды.Ер шары картаһында яңы ил-Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы барлыҡҡа килде!

(Һалдаттар “ура-ура-ура” )

Ш.Бабич Үҙенең шиғырын һөйләй.

“Башҡорт халҡына көйлө хитап”

Муса Мортазин бойороҡ бирә.

-Башҡорт ғәскәре теҙелергә!

-Башҡортостандың яҡты киләсәгенә алға!

(Һалдаттар “Башҡортостан гөлбостан йырына марш менән сығалар”)

З.Вәлиди .

Илкәйемдә ҡалған хаҡ һүҙҙәрем

Аҡтамырҙай үҫеп нығынһын

Нығынһын да килер быуындарҙы

Ирек өсөн яуға әйҙәйек.

(З.Вәлиди, Ш.Бабич сығалар)

Алтынбаева Л шигыр ( Сәкинә Тотманова ижадынан)

Йомғаҡлау

  1. йылдың 20 мартында Темәс ауылы Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһы тип иғлан ителә.1919 йылдың 1 майында буласаҡ баш ҡалаға Ҡарағай моронда нигеҙ ташы һалына.Был сарала күпселек ауыл халҡы ҡатнаша. Баш ҡалаға нигеҙ ташы һалғас , хөрриәт ҡапҡаһы аша үткәреү йолаһы уҙғарыла.

Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы , уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы Башҡортостандың яҡты киләсәгенә “Хөрриәт ҡапҡаһы” аша үтергә саҡырабыҙ.