Йөкмәткеһе.
Инеш һүҙ..................................................................................................................2
Проект эшенең паспорты.......................................................................................3
Заманса дәреслектәр ...............................................................................................4
Заманса алымдар, технологиялар ҡулланыу ........................................................5
Дәрескә талаптар.....................................................................................................6
Дәрестең яңы структураһы ………………………………………………………….7
Традицион һәм заманса дәрес типтарының айырмаһы.........................................8
Заманса дәрескә әҙерлек.................................................................................………..9
Дәресте анализлау – мөһим этап.............................................................................10
Башҡорт теле дәрестәрендә милли рух тәрбиәләү...............................................11
Йомғаҡлау..............................................................................................................12
Ҡулланылған әҙәбиәт.............................................................................................13
Проект эшенең паспорты.
| № | Бүлектәр | Йөкмәткеһе |
| 1 | Проект эшенең исеме | Заманса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә төп талаптар |
| 5 | Маҡсаты | Тема буйынса мәғлүмәт тупларға һәм анализларға, практикала ҡулланыу алымдарын күрһәтергә. |
| 6 | Бурыстар | проект темаһын асыҡлау; эшләнәсәк проекттың йөкмәткеһе; был тема буйынса ниндәй мәғлүмәттәр бар; эште башҡарыу этаптарын асыҡлау. |
| 7 | Проект һөҙөмтәһе | Тема буйынса мәғлүмәт тупларға һәм анализларға, практикала ҡулланырға |
| 9 | Үткәреү ваҡыты | 2018 йыл |
| 10 | Проект эшенең этаптары | 1)Әҙерлек этабы 2)Планлаштырыу 3)Проектты эшләү 4)Дәрес өлгөһө әҙерләү 5)Эште баһалау |
| 11 | Эш һөҙөмтәләре | Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен заманса итеп үткәреү. Уҡытыусының белемен камиллаштырыу. |
Инеш һүҙ.
Мәғарифты модернизациялау, яңы федераль дәүләт стандарттарын тормошҡа ашырыу туған тел уҡытыусылары алдына юғары талаптар ҡуя.
Мәктәптә алған белемде артабан тормошта ҡулланырға өйрәтеү, уҡыусының үҙалллылығын һәм ижади фекерләүен әүҙемләштереү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, төрлө яҡлап үҫешкән илһөйәр һәм туған телен хөрмәт иткән, һөйгән шәхес тәрбиәләү-башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп маҡсаты.
Шәхес үҫтереүҙә, тәрбиәләүҙә туған тел дәрестәре роле сикһеҙ. Дәрес - балаға белем биреүҙең төп формаһы. Белем һәм тәрбиә төшөнсәләре үҙ-ара айырылғыһыҙ бәйләнешкә ингән. Бөгөнгө Башҡортостандың яңы гражданы етәксе, иҡтисадсы, хоҡуҡ белгесе, ғалим һәм башҡа шундай һөнәрҙәрҙең береһенә эйә булырға тейеш. Милләтебеҙҙе үҫтерерҙәй шәхестәр кәрәк. Улар иһә дәрестә тәрбиәләнә.
Мәктәптең төп бурысы - ысын шәхес тәрбиәләү. Ә уҡытыусының алдына ҡуйылған төп бурысы: үҙ иленә, тыуған төйәгенә, уның тәбиғәтенә, туған халҡына, уның рухи байлығына, туған теленә оло ихтирам һәм тәрән һөйөү тәрбиәләүҙән тора. Уҡытыусы дәрескә инер алдынан уның көнүҙәк мәсьәләһе булып түбәндәге һорауҙар тора: “Нисегерәк үткәрһәм ҡыҙыҡлыраҡ булыр?”, “Ниндәй алымдар ҡулланһам, ялҡытҡыс булмаҫ?”, “Ниндәй күләмдә һәм нисек өйрәтергә?”Ошо һорауҙарға яуап эҙләп уйланаһың, өйрәнәһең, уҡыйһың. Заман бер урында тормай, балаларҙың аң-кимәле лә йылдан-йыл үҫешә, үҙгәрә. Шуға күрә мәғариф өлкәһендә һәр ун йыллыҡ һайын шаҡтай үҙгәрештәр булып тора: уҡыу-уҡытыуҙың йөкмәткеһе үҙгәрә, яңы программаларға ярашлы уҡыу әсбаптары ла яңыртылып тора, инновацион технологиялар индерелә һ.б. Бындай ваҡытта уҡытыусы үҙенең фәнен ни тиклем яҡшы белһә, үҙ эшенең оҫтаһы булһа, уҡыусыларға белем алыу еңелерәк була. Уҡытыусы заман менән бергә атлап, уҡыусыларына заманса дәрес бирергә тейеш.
Заманса дәреслектәр.
Хәҙерге осорҙа белем биреү системаһы, мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр заман дәрестәренә яңы талаптар ҡуя. Элек уҡыусыларға әҙер белем бирелһә, бөгөнгө талаптар буйынса уҡытыусылар баланы күберәк үҙаллы белем алырға өйрәтергә, уларҙың эшмәкәрлегенә объектив баһа бирергә, шәхес булып формалашыуына, үҫешенә йоғонто яһарға тейеш.
Дәрес ниндәй булырға тейеш? Дәрес белем алыуҙың төп формаһы. Ошо ваҡыт эсендә уҡытыусы программа материалын өлөшләтә үҙләштереүҙе тормошҡа ашыра. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡытыусы дәрестең төрөн, маҡсатын, структураһын, матди һәм психологик шарттар булдырыуҙы аныҡ билдәләргә тейеш.
Башҡорт теле дәрестәре заман талаптарына тап килһен өсөн уҡыусыларға тәрән һәм төплө белем биреү өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ, мауыҡтырғыс, үҙенә йәлеп итерлек дәреслектәр буйынса уҡытылырға тейеш.
Минеңсә, дәрестәр ошондай булырға тейеш:
-балаларҙың танып белеү һәләттәренең үҫеш кимәлен иҫәпкә алыу;
-баланың ҡыҙыҡһыныуын, ихтыяжын иҫәпкә алып, темаларҙы һәм күнегеүҙәрҙе мауығтырғыс йөкмәткеле һәм заманса итеп әҙерләү;
-балалар менән берлектә белемде эҙләп табыу , өйрәнеү, яңы төшөнсәләр уйлап табырлыҡ итеп кнегеүҙәр алыу, телмәр эшмәкәрлегенең 4 төрөнә лә айырым иғтибар итеү;
-башҡорт телен, әҙәбиәтен, халыҡтың мәҙәниәтен , традицияларын өйрәнеүҙе бергә алып барыу, предмет –ара бәйләнеш алып барыу
-күргәҙмәлелектең сифатын яҡшыртыу.
Ғөмүмән, уҡытыуҙың төп әсбабы булараҡ , дәреслектәр заманҙа ярашлы даими үҙгәртелеп, тулыландырылып, камиллаштырылып торорға тейеш.
Заманса алымдар, технологиялар ҡулланыу.
Дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың һөҙөмтәле төрҙәрен, ысулдарын, технологияларын эҙләргә, табырға, уңышлыларын ғәмәлгә индерергә кәрәк. Балаларҙың танып-белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү һәләтен, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән саралар ҡулланыу мотлаҡ. Дәрес темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлек, программа материалын һөҙөмтәле үҙләштерергә ярҙам итерлек яңы алымдар, технологиялар һайлап алыу отошло.
Мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәтеүҙә күп кенә яңы технологиялар ҡулланыла .Тәнҡитле фекерләү, проблемалы уҡытыу, проект, эҙләнеү, үҫтереүсе һәм башҡа технологияларҙы ҡулланыу эште ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп ойошторорға, баланың фекерләү ҡеүәһен, танып-белеү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтерергә булышлыҡ итә.
Шул бөтә технологияларға адаптив системаны бер рәттән индереү башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын үҫтереүгә ҙур мөмкинселектәр бирә. Был система нигеҙендә уҡыусыларҙың дәрестә парҙар менән эшләүе мотлаҡ. Адаптив системаны ҡулланыу балаларҙы башҡорт телендә күберәк аралашырға, уҡырға өйрәтергә, һүҙлек эшен, уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен әүҙемләштерергә, коммуникатив маҡсатҡа тиҙерәк ирешергә мөмкинлек тыуҙыра. Уҡыусылар дәрестә үҙаллы эшләргә, фекер йөрөтөргә, һөйләргә, иптәшеңде иғтибар менән тыңларға һәм баһа бирергә тиҙ арала өйрәнә, шулай уҡ балаларҙа дуҫлыҡ, бер-береһенә ихтирам тойғолары ла тәрбиәләнә. Юғарыла күреүебеҙсә, уҡытыу процесы белем биреү, шәхес тәрбиәләү, үҙаллы белем алыуға өйрәтеүҙең ҡаҡшамаҫ берҙәмлеген тәшкил итә. Йәғни уҡыусы уҡырға, укытыусы белем биреү менән етәкселек итергә, уҡыусыны үҙаллы белем алырға өйрәтергә һәм шәхес итеп тәрбиәләргә тейеш.
Дәрескә талаптар
Шулай итеп, бөгөнгө көндә яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары заманса дәрестәргә дөйөм талаптар билдәләй:
● яҡшы йыһазландырылған кабинетта ойошторолған дәрес һәйбәт башланып, һәйбәт тамамланырға тейеш;
● уҡытыусы дәрестең темаһын, маҡсатын, бурыстарын аныҡ формалаштырып, үҙенең дә, уҡыусыларының да эшмәкәрлеген планлаштыра;
● дәрес ниндәй ҙә булһа проблеманы хәл итеүгә ҡоролған һәм үҫтерешле булырға тейеш: уҡытыусы үҙе лә уҡыусылар менән хеҙмәттәшлеккә ынтыла һәм шул уҡваҡытта уҡыусыларҙы ла уҡытыусы һәм класташтары менән хеҙмәттәшлеккә йүнәлтә белә;
● уҡытыусы проблемалы һәм эҙләнеү ситуациялары ойоштора, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә;
● уҡыусылар үҙҙәре һығымта яһай;
● дәрес ижади мөхиттә үтә;
● ваҡытты һәм һаулыҡты һаҡлау талаптары үтәлә;
● иғтибар үҙәгендә – уҡыусылар;
● уҡыусыларҙың белем кимәлен һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алып эш материалы һайлана;
● уҡыусыларҙың психофизиологик, индивидуаль, кластың профиль үҙенсәлектәрен, кәйефтороштарын иҫәпкә алына;
● уҡытыусының үҙ методик оҫталығын күрһәтә, файҙалана белеүе мөһим;
● кире бәйләнеш булдырыу;
● дәрес ыңғай психологик мөхиттә үтергә тейеш. Яңы шарттарҙа уҡытыусы түбәндәге педагогик техника принциптарына таянып эшләргә тейеш:
● һайлау ирке (белем биреүсе йәки етәксе эшмәкәрлектә уҡыусыға һайлау хоҡуғы бирелә);
● асыҡлыҡ (белем биреп кенә ҡалмай, уның сиктәрен дә күрһәтеү, уҡыусыны сиселеше өйрәнелеүсе курс сиктәренә сыҡҡан проблемалар алдына ҡуйыу);
● эшмәкәрлек (уҡыусылар тарафынан белемдәрҙең эшмәкәрлек формаһында үҙләштерелеүе, йәғни уҡыусы алған белемдәрен практикала ҡуллана, файҙалана белергә тейеш);
● идеаллыҡ (эшмәкәрлектең юғары һөҙөмтәлелеге, уҡыусыларҙың үҙ мөмкинлектәрен, белемдәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын максималь файҙаланыу);
● кире бәйләнеш (белем биреү процесын кире бәйләнеш ысулдары системаһы ярҙамында контролдә тотоу).
Дәрестең яңы структураһы.
Бөгөнгө белем биреү процесында уҡыусыларҙың үҙаллы белем ала (таба), кәрәкле мәғлүмәт туплай, гипотеза тәҡдим итә, һығымталар яһай белеүҙәрен формалаштырыусы алымдарҙы һәм методтарҙы ҡулланыу проблемаһы актуаль булып ҡала. Йәғни бөгөнгө уҡыусыла уның үҙаллы белем ала белеүен тәмьин итеүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге формалашырға тейеш. Шуға күрә лә белем алыуҙы ойоштороуҙа алға ҡуйылған бурыстарҙы һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе сисеүгә йүнәлтелгән системалы-эшмәкәрлекле белем биреү ысулдары уңышлыларҙан һанала.
Бөтә белем биреү процесы хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнгән эшмәкәрлеккә ҡоролған булырға тейеш. Уҡыусы был процестың әүҙем ҡатнашыусыһы булғанда ғына ул эшмәкәрлеккә йәлеп ителеп, юғары сифатлы төплө белемгә эйә була. Яңы стандарттарға ярашлы дәрестә уҡыусының тирә-яҡты танып белеүгә мотивацияһын булдырыу зарур, уға мәктәптә алған белемдең тормоштан айырмалы рәүештә алынған булмауын, ә киреһенсә, шәхес булараҡтормошҡа әҙерләнергә, уны танып белергә, тейешле мәғлүмәтте эҙләп табырға булышлыҡитеүен күрһәтеү мөһим. Тапҡан белемдәрҙе һәм күнекмәләрҙе реаль тормошта ҡулланыу мөмкинлектәрен күрһәтеү ҙә талап ителә.
Яңы стандарттар уҡыу ситуацияһы тигән яңы термин индерә, был уҡыу процесының шундай айырым берәмеге уҡыусылар уҡытыусы ярҙамында үҙҙәренең хәрәкәт предметын билдәләйҙәр, төрлө уҡыу хәрәкәттәр ярҙамында уны тикшерәләр, уны үҙгәртәләр, мәҫәлән, формулировкаһын үҙгәртәләр, йә үҙҙәренсә тасуирлайҙар һ.б., өлөшләтә уны хәтерҙә ҡалдыралар. Уҡытыусы алдында айырым уҡыу эшмәкәрлеге берәмеге булараҡ уҡыу ситуацияһын барлыҡҡа килтерә, шулай уҡ уҡыу бурыстарын уҡыу ситуацияһына әйләндерә белеү бурысы ҡуйыла.
Дәресте төҙөгәндә иң мөһиме – уҡыусыларҙы төрлө эшмәкәрлеккә өйрәтеү. Дәрестең яңы структураһында түбәндәге этаптарҙы билдәләргә була:
Белем һәм оҫталыҡты актуалләштереү;
Проблема ҡуйыу;
Гипотезалар тәҡдим итеү;
Проблеманы хәл итеү өсөн кәрәкле белемде эҙләү;
Тәүге (беренсел) белемде нығытыу;
Алған белемдең проект эшмәкәрлегендә сағылыуы.
Уҡыу ситуацияһын барлыҡҡа килтереү түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алырға тейеш:
Уҡыусының йәш үҙенсәлеге;
Уҡыу предметының үҙенсәлеге;
Уҡыусыларҙы универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыуы.
Традицион һәм заманса дәрес типтарының айырмаһы.
Эш практикаһында киң таралған ҡатнаш дәрес миҫалында дәрестә уҡыутыусы менән уҡыусы эшмәкәрлегенә талаптарҙы ҡарап үтәйек:
Заманса дәрескә әҙерлек.
Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттыры талаптарына ярашлы, заманса дәрескә әҙерлек барышында нимәгә нығыраҡиғтибар итергә һуң? Беренсе сиратта, алда әйтеп үткән дәрес этаптарын ҡарап үтергә кәрәк. Дәрестең уңышлылығы күпселек осраҡта уҡытыусының уға ни тиклем ентекле әҙерләнеүенә бәйле.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һөҙөмтәле, сифатлы уҡытыуҙың нигеҙендә шулай уҡ уҡыусыларҙың дәрескә теләк менән килеүе, туған телгә ҡыҙыҡһыныуы ята. Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә, дәрестә уларҙың әүҙем эшмәкәрлегенә алып килә. Шуның өсөн уҡыусыларҙа белем алыуға ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятыу алымдарын ҡулланыу мотлаҡ.Беренсеһен үтәү өсөн уҡытыусыға уҡыусыларҙың логик фекерләүен, эҙләнеү һәләтен үҫтереү буйынса системалы эш төрҙәрен файҙаланырға кәрәк. Бында күргәҙмәлектең, техник сараларҙың әһәмиәте ҙур. Электрон дәреслектәр, һүҙлектәр, презентациялар, слайдтар ҡулланыу уҡыусыларҙың белемен, телмәрен байыҡтыра, дәресте төрләндерә. Класс алдында эстетик зауыҡ менән эшләнгән таблицалар, схемалар, картиналар элеү, техник саралар ҡулланыу, тәрбиәүи әһәмиәтле текстарҙы файҙаланыу уҡытыусының телмәре, хатта һөйләү тоны ла уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырға булышлыҡ итә. Проблемалы ситуация тыуҙырыу, күҙәтеү, сағыштырыу, эҙләнеү, анализлау, синтез алымдары шулай уҡ әһәмиәтле. Бала саҡта белем алыуға, ысынбарлыҡты танып-белеүгә ынтылыш бик көслө. Уҡыусыларҙың ошо һыҙаттарын һәм йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уҡытыусы уларҙа белемде ижади үҙләштереү һәм ҡулланыу, үҙ аллы тулыландырыу теләге тәрбиәләүгә лә иғтибар итергә тейеш. Икенсе төрлө әйткәндә, баланың мәктәп йылдарындағы әүҙемлеген, ижади эшләү һәләтен белем алыу ихтыяжына буйһондорорға кәрәк. Алдына ҡуйылған проблеманы хәл итергә ынтылған уҡыусы уйлана, фекер йөрөтә, тикшерә, һығымталар яһай.
Дәресте анализлау – мөһим этап
Дәресте үткәргәндән һуң, уға ентекле анализ яһарға кәрәк. Төплө анализ дәрестең уңышлы йәки уңышһыҙ үтеүен, ҡулланылған эш төрҙәренең һәм методтарҙың эффективлығын билдәләргә ярҙам итә, уҡыусыларҙың потенциалын асыҡлай, перспективаларҙы аса һ.б. Һәр дәрестән һуң уҡытыусы үҙенең дәресенә анализ яһағанда:
● ҡуйылған маҡсаттарға характеристика бирә һәм уларға ирешеүирешмәүҙе анализлай;
● материалдың күләме һәм уларҙы уҡыусыларҙың үҙләштереү сифаты тураһында мәғлүмәт бирә;
● уҡыусылар менән эшләүҙә ҡулланылған методтарға характеристика бирә һәм уларҙы уңышлылығы яғынан баһалай;
● уҡыусыларҙың әүҙемлеген баһалай һәм уларҙың эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ҡулланылған алымдарҙың эффективлығын билдәләй; ● үҙэшмәкәрлегенең айырым аспекттарына баһа бирә (телмәр, логика, уҡыусылар менән мөнәсәбәт булдырыу һ.б.);
● йомғаҡлауҙа уҡытыусы дәрестең сифатын яҡшыртыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтә һәм үҙ педагогик оҫталығын камиллаштырыу буйынса саралар билдәләй.
Башҡорт теле дәрестәрендә милли рух тәрбиәләү.
Халыҡта шундай hүҙ ишетергә тура килә: башҡорт рухында тәрбиәләнгән, урыҫ рухында тәрбиәләнгән h.б. Кеше ниндәйҙер бер халыҡҡа, милләткә ҡарай. Шул рәүешле рухтың да милли үҙенсәлеге бар. Минеңсә, рух ул кешенең милли әхлаҡи көсө, милли үҙаң кимәле. Рухи яҡтан сәләмәт, көслө шәхес тәрбиәләүҙә башҡорт теле уҡытыусыhының роле ҙур. Сөнки бөгөнгө мәктәптәрҙә туған телдәге hүҙҙе башҡорт теле дәресендә генә ишетергә мөмкии. Балаларға рухи тәрбиә биреү, уларҙың милли үҙаңын үҫтереү юлдары бик күп. Әҙәбиәт дәресенең дауамы тел дәресендә, тел дәресенең дауамы әҙәбиәт дәресендә барырға мөмкин. Халыҡ ижады, урындағы тарих, ырыуҙың арҙаҡлы шәхестәре, ер-hыу атамаларының тарихы hәм легендалары, беҙҙең нәҫелдең шәжәрәhе, ырыуыбыҙҙың төп символдары (ораны, тамғаhы, ҡошо, ағасы), халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, йолалар, ғөрөф-ғәҙәт менән бәйле материалдар башҡорт теле дәресендә киң ҡулланылырға тейеш. Бала үҙ нәҫеленең hөйләү теле менән дә ҡыҙыҡhыныусан. Был да уҡытыусының иғтибарынан ситтә ҡалмаhын. Тимәк, дәрестә предмет-ара бәйләнеш ғәҙәти күренешкә әйләнәсәк.
Ныҡлы белемле, башҡорт телен дә, урыҫ телен дә яҡшы белгән, төплө фекерле, инициативалы, тәртипле, үҙаллылыҡ, илһөйәрлек, гражданлыҡ сифаттарына эйә булған шәхес тәрбиәләү - заман талабы.
Йомғаҡлау.
Дәрес - балаға белем биреүҙең төп формаһы. Белем һәм тәрбиә төшөнсәләре үҙ-ара айырылғыһыҙ бәйләнешкә ингән. Бөгөнгө Башҡортостандың яңы гражданы етәксе, иҡтисадсы, хоҡуҡ белгесе, ғалим һәм башҡа шундай һөнәрҙәрҙең береһенә эйә булырға тейеш.
Шулай итеп, белем биреү системаһында яңы стандарттарҙы ғәмәлгә индереү шарттарында уҡытыусынан дәресте проектлауға һәм үткәреүгә стандарт талаптарына ярашлы яңылыҡтар индереү талап ителә. Заман дәрестәре уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу аша уларҙа предмет һөҙөмтәләренән тыш метапредмет һөҙөмтәләрҙе лә формалаштырыуҙы күҙаллай. Уҡытыусылар алдында әле был технологияларҙы төплө үҙләштереү бурысы тора. Әйтелгәндәр традицион дәрестәрҙе бөтөнләй ғәмәлдән сығарыу тигәнде аңлатмай, һәр уҡытыусы йылдар буйы туплаған тәжрибәһенән ваз кисергә тейеш түгел. Балаларҙың ижади һәләттәрен, үҙ аллы белем алыу күнекмәләрен үҫтергән, үҙ фекерен әйтергә һәм гражданлыҡпозицияһын яҡларға өйрәткән традицион алымдар һәм уларҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡиткән формалар, бәхәсһеҙ, бөгөн дә актив ҡулланылырға хаҡлы һәм, хатта, беҙуларҙы ҡулланырға бурыслы ла. Бөгөн уҡытыусы заман талаптарына ярашлы үҙэш системаһын барлап сығырға, дәрестәрҙең, алым һәм формаларҙың эффектлығын, уҡыусылар эшмәкәрлеген ойоштороуҙың яңы мөмкинлектәрен эҙләргә бурыслы. Уҡытыусы үҙдәрестәренең ижадсыһы булып ҡала. Яңы стандарттар белем биреүҙең һөҙөмтәләренә яңы талаптар ҡуйып, яңы идеялар, ижади асыштар өсөн юл аса. Әгәр уҡытыусы элекке методтарҙың һәм эш алымдарының яңы стандарттар талаптарын тормошҡа ашырыуына булышлыҡитеүенә ышана икән, уларҙан бөгөн баш тартырға кәрәкмәй ҙә. Уларға бары яңы шарттарҙа заман технологиялары менән бер рәттән ҡулланылыш табырға кәрәк.
Заман менән бергә атлайым тиһәң, үҙ өҫтөңдә эшләүҙән туҡтарға ярамай. Яңы технологияларҙы үҙләштерергә, төрлө яҡлап белемеңде үҫтерергә, һөнәри бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып тәжрибә тупларға кәрәк.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
М.И.Баһауетдинова,Г.Н.Йәғәфәрова.Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу/ Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2009.- 176 бит.
Хәҙерге заман башҡорт теле дәрестәрен проектлау: Методик кәңәштәр. – Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2015. – 44 бит. Төҙөүсеһе: Илмөхәмәтов Ә.Ғ., ф.ф.к., БР МҮИның башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты.
Р.F.Аҙнағолов. Хәҙерге дәрес: уҡыу ҡулланмаhы. Үҙгәреш ле, икенсе баҫма. — Өфө: БашДУ, 2011. — 155 бит