СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Птицы-наши друзья

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Птицы-наши друзья»



Тема : Ҡоштар донъяһы

Маҡсат 1.Белем биреү: тема буйынса белемдәрен арттырыу, һүҙ байлығын байытыу, беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһында күрә белеү, таныу.

2.Үҫтереүсе: һөйләү телмәрен үҫтереү, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

3.Тәрбиәүи: ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, ярҙам итеү.

Бурыстар: башҡорт теленә ихтирам , дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Предмет –ара бәйләнеш : Тәбиғәтте өйрәнеү.

Йыһазландырыу: компьютер, презентация, карточкалар, ҡош һүрәттәре

Предмет УУЭ һөҙөмтәһе:яңы һүҙҙәрҙе бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет –ара ) УУЭ :

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләү, булған белемде барлау, баһалау.

б) танып –белеү :текстан кәрәкле мәғлүмәтте табыу, эҙләү.

в) коммуникатив :темаға ҡарата бәйләнешле телмәр үҫтереү, диалог ҡороу, төркөмдә хеҙмәттәшлек.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре : үҙаллылыҡ сифаттарын үҫтереү, ҡоштарҙы һаҡлау, ярҙам итеү.



Дәрес барышы

I.Ойоштороу моменты

-Һаумыһығыҙ , уҡыусылар. Кәйефтәрегеҙ нисек?

-Ҡояшлы иртә кеүек

Башҡорт телен, дәүләт телен

Уҡырға тип килдек беҙ.

II.Артикуляцион күнегеү. Әйҙәгеҙ, башҡортса дөрөҫ әйтер өсөн ,телде шымартып алайыҡ.

  • Ҡыйғаҡ – ҡыйғаҡ ,ҡысҡыра

  • гөр-гөр, гөрөлдәй

  • туҡ- туҡ, туҡылдай

  • сип-сирыҡ,сирҡылдай

- ҡар-ҡар,ҡарҡылдай...

III. Дәрестең темаһын асыҡлау, маҡсатын билдәләү.

Уҡыусылар, дәрес темаһын белер өсөн мин йомаҡ әйтәм.

Яҙын йырлап киләләр,Беҙҙе моңға күмәләр.

Көҙөн тағы күмәкләшеп, Йылы яҡҡа китәләр.

Ә ҡыштарын ҡышлайҙар. Йә, әйтегеҙ , нимәләр?

  • Ҡоштар. Тимәк , дәрестең темаһы “ Ҡоштар донъяһы.”

  • Дәфтәргә датаны ,теманы яҙабыҙ.

  • Дәрескә бер ҡош осоп килгән , ҡанатында һорауҙар

  • Ә ҡоштар тураһында нимәләр белергә кәрәк?

  • Әйҙәгеҙ ҡоштар һүҙе менән һорауҙар төҙөйөк.

  • Ниндәй ҡоштар бар?

  • Ҡоштар ни эшләй?

  • Ҡоштар ҡайҙа ҡышлай?

  • Башҡортостанда күпме (нисә ) ҡош ҡышлай?

  • Ҡоштарға нисек ярҙам итергә кәрәк?

  • Ошо һорауҙар ярҙамында ҡоштар менән танышырбыҙ.

  • Турғай, ҡарабаш турғай, һайыҫҡан,тумыртҡа, ҡарға, сел, һуйыр, ҡор, күгәрсен,сәүкә.

IV Булған белемдәрҙе актуалләштереү

  • Ә ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ?

  • V. Яңы мәғлүмәт биреү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

  • Дәреслектең 58-се битен астыҡ,һүрәттәр буйынса һүҙлек эше.

  • Хор менән уҡыйбыҙ һәм иҫтә ҡалдырабыҙ.

  • Ҡышларға ҡалған ҡоштар нисек атала?(ҡышлаусы)

  • Дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ ҡош исемдәрен. Таҡтаға кем сыға?

  • Турғай, ҡарабаш турғай, һайыҫҡан,тумыртҡа, ҡарға, сел, һуйыр, ҡор, күгәрсен,сәүкә.



Телмәр үҫтереү. Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

  • Киләһе һорау; Ни эшләй? (һайрай, оса, ҡышлай)

  • Ҡоштар ҡышты нисек үткәрә? Был һорауға яуап Ҡоштар донъяһы текстында. Диктор артынан уҡыйбыҙ.

  • Сылбырлап уҡыу..

Төркөмдәрҙә эш. 4 төркөмгә бүлендек.. Һәр төркөм бер абзацты тәржемә итә..

Тәржемә . Зима. Вокруг белые снежные сугробы. В лесу тишина.Деревья стоят как в сказке.

В январе бывает очень холодно.Морозы достигают до 40 градусов.

Много знойных морозов. Ветер свистит, воет , бушует и резко стихает.

Опытный натуралист находит на снегу следы птиц. Вот разбросаны колючки лопухов.Значит, здесь синицы искали корм.

Рябчик,глухарь, тетерева пережидают в снегу трескучих морозов.Только сорока , голубь,галка, воробьи не бояться морозов.Они прилетают ближе к людям. Потому что здесь легко найти пищу. Полярная сова живет на Севере,зимой прилетает к нам.

В Башкортостане свыше 70 птиц зимуют. Как вы зимой помогаете птицам?

Төркөмдәргә карточкаларҙа һорауҙарға яуап бирергә .

  • Уҡыусылар, текста ниндәй миҙгел? Ниндәй ҡыш айы һыуыҡ? Ҡар эсендә ниндәй ҡоштар ята? Кешеләргә яҡын ниндәй ҡоштар ҡышлай?

  • Башҡортостанда нисә ҡош ҡышлай?

  • Ҡышлаусы ҡоштарға ҡыш көнө һыуыҡ, аҙыҡ юҡ. Шуның өсөн ҡоштарға нимә эшләргә кәрәк? (тағараҡ)

Рефлексия .

Дәрестә ниндәй ҡош исемен белдең? Улар ниндәй ҡоштар?Ҡышты нисек үткәрә?

  • Ҡоштар –ҡанатлы дуҫтар.Уларҙы һаҡла.

  • Өйгә эште аңлатыу

  • Баһалау.Был бәхет ҡошо һеҙгә тик яҡшы билдәләр генә тарата.

  • Уҡыусылар, бына ҡарағыҙ әле,Әлшәй районы гербында ла ҡош бар. Ул ыласын. Ыласын кеүек бейек осоғоҙ, тыуған яҡты яратығыҙ!