СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Р. Бикбаев. "Халҡыма хат" поэмаһы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок башкирской литературы по творчеству Р.Бикбаева "Халҡыма хат " поэмаһы

Просмотр содержимого документа
«Р. Бикбаев. "Халҡыма хат" поэмаһы»

Районный творческий конкурс

методических разработок

“Созвездие идей” – 2016











Урок – королтай на тему

“Р. Бикбаевтың Халҡыма хат” поэмаһы”

( башкирская литература, 11-й класс)















Разработала: учитель башкирского языка

и литературы МБОУ СОШ с.Ишкарово

Садретдинова Г.М.





Маҡсат.1.Шағирҙың халыҡ, ил, тел яҙмышы хаҡындағы фекерҙәрен уҡыусыларға төшөндөрөү, уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү. 2. Телмәр үҫтереү, тасуири уҡыу күнекмәләрен биреү. 3. Милли үҙаң тәрбиәләү, халҡыбыҙ яҙмышы тураһында уйланыу,үҙ телеңде ҡәҙерләргә, киләсәген хәстәрләргә өйрәтеү.

Йыһаздандырыу. Р.Бикбаевтың портреты, китаптары,слайдтар. Тапҡыр, ҡанатлы һүҙҙәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр яҙылған плакаттар, фонояҙма.

Дәрес барышы.

Уҡытыусы: Хәйерле иртә, хөрмәтле уҡыусылар! Бөгөн беҙ дәрес-ҡоролтайға йыйылдыҡ. Ә нимә һуң ул ҡоролтай? Уның тураһында нимәләр беләбеҙ икән?Һеҙ ошо һорауҙарға яуапты өйөгөҙҙә әҙерләп алып килергә тейеш инегеҙ. (Өй эшен тикшереү.Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.) Яуаптар интерактив таҡтала күрһәтелә бара: 1.Ҡоролтай- бөтә ил вәкилдәре ҡатнашлығында үткәрелгән ижтимағи-сәйәси йыйылыш, съезд. 2.Түңәрәкләп ултырған кешеләр төркөмө. Һөйләшер, кәңәшләшер өсөн йыйылған йыйын. (Ҡоролтайҙың эмблемаһы, авторҙары тураһында мәғлүмәт биреү. Слайдтар интерактив таҡтала күрһәтелә бара.)

Уҡытыусы: Тимәк, ҡоролтай – халыҡ вәкилдәренең бергә тупланып, йәшәү рәүешен күтәреү, милләтте, телде һаҡлау, йолаларҙы тергеҙеү, ғөмүмән, уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн кәңәшкә йыйылған иң ҙур ҡоро. Ә бөгөнгө ҡорҙа беҙ нимә тураһында һөйләшербеҙ икән? Был турала һеҙ түбәндәге хиәкәйтте тыңлағас төшөнөрһөгөҙ. ( Уҡытыусы хикәйәтте һөйләгәндә фонояҙманан талғын ғына ҡурай көйө уйнатыла):

Борон-борон замандарҙа бөтә ер йөҙөн һыу ҡаплаған була. Йыһанды байҡап йөрөгән ҡояшҡа күңелһеҙ булып китә. Ул һыуҙы уртлап ала ла йондоҙҙарға өләшә. Ер асылғас, уның өҫтөн нурлап, тупраҡҡа йән өрә. Тәүге үләндәр ҡалҡып сыға, бөжәктәр осоп йөрөй башлай, кейектәр саба, ҡоштар оса, ағастар күккә үрләй, тауҙар өйөлә, шишмәләр сылтырай, йылғалар йүггерә, юлға сыға.

Үҙ эшенә үҙе хайран ҡалып ҡыуана ҡояш.Күҙҙе ҡамаштырырлыҡ матурлыҡҡа һоҡланып туя алмай.Тик барыбер нимәлер етмәгәндәй тойола уға. Ошо донъяны һаҡлаусы, яҡлаусы йөн эйәләре юҡ икән. Шулай уйға ҡала. Уларҙы нимәнән яһарға? Нурҙанмы, һауананмы, һыуҙанмы, тупраҡтанмы? Иң яҡшыһы – тупраҡтан булыр, тип тәүәккәлләй ҡояш. Бер ус тупраҡ ала, тауҙарҙан таштар алып ҡуша, һыулай, йондоҙ нурын һибә, арыҫландан – ғәйрәт, бөркөттән ҡыйғырлыҡ өҫтәй – бер малай килеп сыға.

Унан йәнә бер ус тупраҡ алып, йомшаҡ үләндәр ҡушып әүәләй, сәскәләр шәрбәтен, шишмә моңон, елдәр наҙын, аҡҡош һомғоллоғон өҫтәй – бәләкәй генә бер ҡыҙыҡай килеп сыға.

Ҡояш уларҙың икеһенең дә башынан һыйпап һөйә. Балаларға йән кереп, улар йүгерешә, һикерешә башлай. Тик ни ғәжәп, бер-береһенә бер һүҙ ҙә әйтә алмайҙар икән. Ҡояш, ҡабаланып, уларға тел ҡуйырға онотҡан, ти. Шунан икәүһен саҡырып алған һәм былай тип өндәшкән:

  • Балалар, мин һеҙгә иң кәрәген бирмәгәнмен.

Ул ҡәҙерле шундай:

Йөрәктәге моңдай,

Ағыр һыуҙай,

Яныр уттай,

Йомшаҡ елдәй,

Наҙлы күңелдәй,

Осар ҡоштай,

Аҡыллы баштай.

Терелткән дә шул булыр,

Үлтергән дә шул булыр,

Уны һаҡлап тотонған,

Уны белеп тотонған,

Иң бәхетле, иң бай булыр,

- тигән дә уларға тел биргән.

Сабыйҙар күңелле итеп һөйләшә башлаған. Күҙҙәренә нур өҫтәлгән, йөрәктәренә моң яғылған, күңелдәре наҙ сәсеп, йырлай башлаған, ти. Шул тиклем рәхәт булып киткән. Бына бит ул телдең ҡөҙрәте!

Уҡытыусы: Тимәк, бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы ниндәй?(Яуаптар).

-Ғөмүмән, нимә һуң ул тел? Ул ниндәй төшөнсәләргә эйә?

Уҡыусыларҙың яуаптары. Экранда күрһәтелә:1.Тел – халыҡтың иң ҡиммәтле, ҡәҙерле рухи хазинаһы. 2. Тел- аралашыу, аңлашыу сараһы ғына түгел, милләттең рухи байлығын йыйған хазина. 3. Туған тел – ул ата-әсә теле.4.Тел -кешенең ғүмерлек юлдашы. 5. Тел- милләтте милләт иткән иң мөһим шарттарҙың береһе.

Уҡытыусы:Эйе, тел – аралашыу, аңлашыу сараһы ғына түгел, тел, иң беренсе сиратта, милләттең рухи байлығын, меңдәрсә йыллыҡ тәжрибәһен йыйған бөтмәҫ хазина.Күренекле әҙип, йәмәғәт эшмәкәре Мәүлит Ямалетдинов был фекерҙе түбәндәге шиғри юлдары менән ҡеүәтләй:

Ерҙә һәр тел – ғүмер буйы йыйған

Бөйөк хазинаһы халыҡтың.

Халыҡ тормошоноң хәл иткес мәлдәрендә сәсәндәр, яҙыусылар, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, уның яҙмышына йоғонто яһаған мәсьәләләрҙе аңлата һәм уны хәл итергә саҡыра. Мәҫәлән, С.Юлаев яуҙаштарын дошманға ҡаршы көрәшкә әйҙәгән, Аҡмулла иһә халҡын белемгә, ғилемгә эйә булырға өндәгән. Халыҡҡа мөрәжәғәт итеп яҙылған әҫәрҙәр бөгөн дә тыуа. Беҙ бөгөнгө ҡорҙа тап шундай әҫәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ ҙә инде. Ул әҫәр “Халҡыма хат” тип атала. Авторы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. (слайдта автор портреты күрһәтелә.)

Шағир ижады тураһында әңгәмә.

Халҡыма хат” поэмаһының йөкмәткеһен үҙләштерееү.

1. Бер уҡыусы поэманың яҙылыу тарихын һөйләй.

2. Икенсе уҡыусы ҡыҙҙың хатын тасуири итеп уҡый.

Уҡытыусы: Илебеҙҙә һикһәненсе йылдарҙың уртаһынан башланған үҙгәртеп ҡороуҙар Р.Бикбаев шиғриәтенә лә яңы рух өрә, торғонлоҡ осоронда тыйылып килгән проблемаларҙы тура ярып әйтеү мөмкинлеге, ижад ирке ҡанатландыра. Әммә демократик үҙгәрештәргә, замандың йылы елдәренә тәүҙә ихлас шатланған шағир, йәшәлгән ғүмер, тупланған тормош тәжрибәһе юғарылығынан ҡарап, яңы тарихи шарттарҙа халҡы яҙмышы, Башҡортостанының киләсәге өсөн тәрән борсола, “йоҡлар йоҡоһонан яҙһын кеше, яҙмаһын тик еренән, иркенән” тип уяу торорға, иң ҡәҙерле ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалырға, күңел паклығына иап төшөрмәҫкә өндәй. Был поэма, 1989 йылда яҙылһа ла, үҙенең актуаллаген бөгөн дә юғалтмаған.

3. Уҡытыусы тасуири итеп поэманы уҡып сыға.

-Әҫәрҙә ниндәй таныш булмаған һүҙҙәр осраны? (Уҡыусыларҙың яуаптары). Слайда түбәндәге һүҙҙәр:

Оран- яуға саҡырған ауаз.

Маһир-оҫта.

Кәр-сәм, ныҡышмалылыҡ.

Әңгәмә.

Уҡытыусы: Был поэма һеҙҙә ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы, күңелегеҙҙә ниндәй хистәр уятты? ( Уҡыусыларҙың яуаптары.)

-Поэманың инешен нисек аңлайһығыҙ? Шағир ни өсөн “Тамырыңды уйлап ғорурланам, Бөгөнгөңдө күреп хурланам” ти? (Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан үҙ теленә бик һаҡсыл булған.Быуаттар буйына тупланған аҡыл хазинаһын тел аша үҫеп килеүсе быуындың күңеленә һеңдерергә тырышҡан.)

-Поэмала телен, милләт азатлығын, Уралын һаҡлап яуға күтәрелгән халыҡ хаҡында ҡайһы юлдарҙа әйтелә?

-Ирек даулап, телдәре киҫелгән башҡорттоң бөгөнгөһө нисек һүрәтләнә?

-Ә ни өсөн шағирҙы бөтә донъяла танылыу алған, донъя сәхнәләрен сайҡалдырған мәҙәниәте булған милләттең хәле, яҙмышы борсолдора?( Тел бөтһә, халҡыбыҙ бөтөр, тел йәшәһә, халҡыбыҙ ҙа йәшәр. Ҡайһы осраҡта тел юҡҡа сығырға мөмкин?1.Әгәр халыҡ үҙ телендә аралашмаһа, үҙ телендә уҡымаһа.2.Өйҙә ата-әсә туған телдә һөйләшмәһә. 3. Кешеләр телгә битараф булһа.)

-“Сабыйының телен киҫкәндәр” тигән һүҙбәйләнеште нисек аңлайһығыҙ?( республика мәктәптәрендә бөтә фәндәрҙе лә рус телендә уҡытыуға күсергә тырышлыҡ күрһәтеү һөҙөтәһендә туған телгә кәмһенгән ҡараш тамырланып өлгөргәйне.Телгә һөйөү ғаиләнән башлана. Ата-әсә баланы бишектә ятҡанда уҡ туған теленең моңон һеңдерергә бурыслы. Элек ҡәйнәләр килендәренә эстән генә көйләп, йырлап йөрөргә ҡушҡан. Был да туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә үҙенсәлекле бер алым булған.)

- Эйе, туған телде ҡәҙерләп һаҡлаусы, киләсәк быуынға еткереүсе халыҡ булһа, уның нәфислеге, моңо – әҙиптәр ҡулында. Шағирҙар – халыҡ теленең иң матур өлгөләрен, байлығын, күркәмлеген үҙҙәренең ижадында сағылдырып, халыҡ күңеленә ҡайтарыусылар. Бөгөнгө дәрестә һеҙҙең менән Башҡортостан шағирҙарының туған тел тураһында яҙған шиғырҙары менән танышырбыҙ.

-Ә ни өсөн шағирҙы бөтә донъяла танылыу алған, донъя сәхнәләрен сайҡалдырған мәҙәниәте булған милләттең хәле, яҙмышы борсолдора?

( Тел бөтһә, халҡыбыҙ бөтөр, тел йәшәһә, халҡыбыҙ ҙа йәшәр.)

Ҡайһы осраҡта тел юҡҡа сығырға мөмкин?1.Әгәр халыҡ үҙ телендә аралашмаһа, үҙ телендә уҡымаһа.2.Өйҙә ата-әсә туған телдә һөйләшмәһә. 3. Кешеләр телгә битараф булһа.)

Республика мәктәптәрендә бөтә фәндәрҙе лә рус телендә уҡытыуға күсергә тырышлыҡ күрһәтеү һөҙөтәһендә туған телгә кәмһенгән ҡараш тамырланып өлгөргәйне. Телгә һөйөү ғаиләнән башлана. Ата-әсә баланы бишектә ятҡанда уҡ туған теленең моңон һеңдерергә бурыслы. Элек ҡәйнәләр килендәренә эстән генә көйләп, йырлап йөрөргә ҡушҡан. Был да туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә үҙенсәлекле бер алым булған.)

-Дөрөҫ, ата-әсә балаһын көсләп теленән яҙҙыра, “сит телгә балам маһир, тиеп ғорурлана”, һөҙөмтәлә бала үҙ милләтенән ояла.

Ни мәғәнә гөлдәй баҡса төҙөү,

Ул баҡсаны яман ҡый алһа.

Тиҫтерҙәре араһында бала

Башҡорт булыуынан,

Сыуаш булыуынан,

Мари булыуынан оялһа.

-Эйе, был донъяла беҙҙән ни ҡалыр?!” – тип фекер йөрөткәндә, ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айтматовтың “Быуаттан да оҙағыраҡ һуҙыла был көн...” романынан Найман-ана һәм уның улы Жоламан хаҡында хикәйәт хәтергә килә. Уҡытыусы әҫәрҙән өҙөк уҡып ишеттерә.)

Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан үҙ уған теленә бик һаҡсыл булған.Быуаттар буйына тупланған аҡыл хазинаһын тел аша үҫеп килеүсе быуындың күңеленә һеңдеоеогә тырышҡан. Тел тураһында халҡыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөп китәйек әле: Тел – күңелдең көҙгөһө, Татлы тел таш ярыр, Һүҙ – бер көнлөк, тел – ғүмерлек, Тел яҙмышы – ил яҙмышы, Әсә теле бер булыр, Иләк һорарға ла тел кәрәк. Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел. Яҡшы һүҙ балдан татлы. Яҡшы һүҙ – йән аҙығы. Теле барҙың юлы бар. Туған телен ғәҙерләгән халыҡ үҙе лә ҡәҙерле булыр. Иле барҙың теле бар. Иң татлы тел – туған тел, әсәм һөйләп торған тел.

- “Тел кешенең кемлеген күрһәтә” тигән мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ? (яуаптар тыңланыла.) Телде таҙа белеү, һөйләмдә башҡа тел үҙенсәлектәрен ҡатнаштырмау – тел культураһының иң мөһим шарты. Һөйләм телендә башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе ҡатнаштырыу һөйләмде һис кенә лә биҙәмәйҙәр. Матур һәм күркәм телдә һөйләүсене кем генә яратмай! Беҙ ундай кешеләрҙе йотлоғоп тыңлайбыҙ. Матур әҙәби телдә һөйләшеү – юғары культуралылыҡ билдәһе.

-Телдең бөтөүе нимәгә килтереүе мөмкин? ( Ҡайһы бер кеше, телде юғалтыу ҡурҡыныс нәмә түгел, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн булһа – шул еткән, тип уйларға мөмкин. Бында мин атаҡлы педагог К.Д.Ушинскийҙың бер фекерен хәтергә алырға тәҡдим итәм. Ул:”Туған тел бөтһә – халыҡ бөтә”, - тигәйне. Рәми Ғариповтың атаҡлы шиғырын әйтеп тә тормайым. Бының дөрөҫлөгөн бөгөнгө ысынбарлыҡ раҫлап тора. 2009 йылда ЮНЕСКО халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан башҡорт теле “Хәүеф янаған донъя телдәре атласы”на индерелде. Әгәр кешеләр һөйләшеүҙән туҡтаһа, ул ваҡытта кешелек йәмғиәтенең үҫеше лә туҡталыр ине. Шуғ күрә һәр кем үҙенең туған телендә иркен һөйләшергә, байытырға һәм үҙенән һуң килгән быуынға мираҫ итеп ҡалдырырға бурыслы. Әгәр тел ниндәйҙер сәбәптәр менән үҫеүҙән туҡтай икнә, ул сағында милләт тә юҡҡа сығасаҡ. Туған телде яратыу – Туған илеңде, ата-әсәңде яратыу менән бер. Юҡҡа ғына туған телде әсә теле тип йөрөтмәйҙәр шул!)

Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн республикабыҙҙа ниҙәр эшләнә? (Уҡыусыларҙың яуаптары.)

Ни мәғәнә батшаларҙың исемен,

Сит ил тарихтарын ятлауҙан,

Ил тарихы илгә бикле булһа,

Намыҫыбыҙҙы туҙан ҡаплаһа? –

тигән юлдар бөгөнгө көнгә тап киләме? (Яуаптар)

-Шағир киләсәк быуынға ниндәй өмөт бағлай?(Яуаптар.)

Уҡытыусы: Халҡының яҙмышы өсөн борсолған һәр кем илен, телен үҫтереү өсөн хәстәрлек күрергә бурыслы. Бигерәк тә балалар аңлы, белемле булып үҫһә, тыуған ерен, телен, илен һаҡларға һәм яҡларға һәр саҡ әҙер торһа, халҡыбыҙ йәшәйәсәк. Киләсәк – һеҙҙең ҡулда. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, күмәкләп,ҡоролтайҙың ҡарарын сығарайыҡ.

Ҡоролтай ҡарары:

  1. Ғаиләлә әсә телендә генә һөйләшергә, бергәләп төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға.

  2. Башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибарҙы көсәйтергә.

  3. Халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен өҫтәлмә рәүештә үҙаллы өйрәнергә.

  4. Алдынғы ҡарашлы шәхес булып үҫеү өсөн үҙ-үҙеңде тәрбиәләргә.

  5. Насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ торорға.

Йомғаҡлау. Шулай итеп, Р.Бикбаев “Халҡыма хат” әҫәрендә туған телебеҙҙең ҡороп барыуы хаҡында хафаланып уйлана, башҡорт балаларының, үҙ телдәренән яҙып, әсә телен белмәй үҫеүҙәренә борсола. Телдең бөтөүе халыҡтың бөтөүе булыуын әрнеп иҫкәртә. Туған халҡын ғәмһеҙлектән, вайымһыҙлыҡтан, моңһоҙлоҡтан, ялҡаулыҡтан ҡотолоп, уянырға саҡыра.

Туғанынан яҙған ярты йәтим,

Туған теленән яҙған мең йәтим.

Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән

Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!

Билдәләр ҡуйыу.

Өй эше: 1. “Телебеҙҙе һаҡлайыҡ” темаһына план-проект төҙөргә.

2. “Халҡыма хат” поэмаһы буйынса уйланыуҙарға ҡоролған инша яҙып килергә.





























Карам Бакиров.

Тел кешене дуҫ итә,

Бер-береһенә беркетә.

Беләйексе рус телен

Һәм онотмайыҡ үҙ телде.

Һөйләшәйек туған телдә,

Туйғансы һөйләшәйек!

Телтыуҙырған шатлыҡтарҙы

Кешегә өләшәйек!

Туған телде һуҡалама,

Һөйөү менән уҡала.

Уның менән йөрәктәр ҙә

Йөрәктәрҙән ут ала.

Б.Бикбай.

Туған тел.

Ерҙә кеше һөйәгенән

Убалар үҫкән...

Тел – тере шишмә – үлмәгән,

Бөгөнгә еткән!

Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,

Торма бөгөн дә.

Аңлай мине ғәзиз халҡым

Туған телендә.

Минең телем- тыуған ерем,

Әсәм тауышы.

Халҡымдың бай хазинаһы,

Таҙа намыҫы!

Ерҙә халыҡ йәшәй икән –

Теле лә йәшәй.

Телен асҡанда һәр бала

Әйтәсәк:”Әсәй!”

Назар Нәжми.

Туған телем – ер-һыуымдың һыны,

Яҡты донъям, һауам, һулышым.

Сал быуаттар, йөҙәр быуын аша

Тыумышымдан килгән булмышым.

Кәтибә Кинйәбулатова.

Атай, тигәндә лә һин кәрәк,

Инәй, тигәндә лә һин кәрәк.

Күңелемдең һүнмәҫ нуры һин,

Мәңге йырланасаҡ йырым һин,

Моңло-йырлы туған телем һин.

Ирек Кинйәбулатов.

Яҙмышыбыҙ – тел яҙмышы,

Беләм уның хаҡында.

Әгәр телем йәшәй икән,

Йәшәйәсәк халҡым да.