ТЕМА: Р.Бикбаев “Башҡортостан бында башлана”
Маҡсат: 1) Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормошо һәм ижады тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү, “ Башҡортостан бында башлана ”шиғырының идея - тематик йөкмәткеһен асыу; 2) һүҙлек байлығын арттырыу, мәҡәлдәр, шиғырҙар ярҙамында уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен, фекерләүен һәм тасуири уҡыу ҡеүәһен үҫтереү;
3) анализ яһау юлы менән уҡыусыларҙа тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш, илһөйәрлек хистәре тәрбиәләү, Р. Бикбаев ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: Рауил Бикбаевтың портреты, китаптарының күргәҙмәһе, Башҡортостан картаһы, Башҡортостан тәбиғәтен һүрәтләгән фильм, мәҡәлдәр, презентация, Башҡортостан картаһы.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар. Ултырығыҙ. Мин Саҙретдинова Гүзәл Мөнәүир ҡыҙы булам. Ишҡар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ә бөгөн мин һеҙҙең менән дәрес үткәрәм. Үҙ-ара уртаҡ тел табырбыҙ һәм бөтәгеҙ ҙә әүҙем ҡатнашырһығыҙ тигән өмөт менән дәресемде башлайым.
Уңһын өсөн һәр эшебеҙ
Үҙ еребеҙҙә,
Хәйерле көн! – тип әйтәйек
Бер-беребеҙгә!-тип, бер-беребеҙгә, ҡунаҡтарға йылмайып ҡарап, яҡшы кәйефтәр теләйек. Афариндар! Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн телдәрҙе шымартып алайыҡ әле.
1. Артикуляцион күнегеүҙәр.
1. Дөрөҫ һулыш алыу. “Стена сәғәте теле” күнегеүе. Аяҡтарҙы елкә киңлегендә айырып баҫабыҙ, ҡулдар билдә. Яҡ-яҡҡа эйелгәндә “даң-доң” тип һулышты сығарабыҙ, турайып баҫҡанда тиҙ егнә һулыш алабыҙ.
2. Тештәрҙе таҙартабыҙ.
3. лар-лар-лар – беҙ бәхетле балалар,
Беҙ-беҙ-беҙ – һис ҡайғыны белмәйбеҙ.
Шул-шул-шул – эх, йәмле, күңелле шул,
Беҙ-беҙ-беҙ- - беҙҙең Тыуған илебеҙ.
Телмәр аппаратыбыҙ тулыһынса әҙер. Мин һеҙҙе “Шиғри дуэл”гә саҡырам. Иғтибар менән тыңлайһығыҙ һәм шиғырҙар нимә тураһында? тигән һорауға яуап әҙерләп ултырығыҙ. (Уҡыусылар Башҡортостан тәбиғәте тураһында фильм оҙатыуында Тыуған ил тураһында шиғырҙар һөйләйҙәр.) Үҙем башлайым, балалар дауам итә.
Һораһалар ситтә : “Һин ҡайҙан?” – тиеп ,
Ғорур ғына ҡарап торам да,
Ирәйеп тә, берсә кинәнеп тә:
“Башҡортстандан, - тим, - Уралдан!” (Ф.Туғыҙбаева)
Донъяла иң матур ил –
Ул минең Тыуған илем.
Донъяла иң матур тел –
Ул минең туған телем. (Ынйы Мөъминова)
Донъя картаһында ерем
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Мин хайранмын киңлегеңә
Башҡортостаным – илем. (М.Кәрим)
Башҡортостан – ҡурай иле,
Башҡортостан – Урал ере,
Башҡортостан – ҡумыҙ теле,
Башҡортостан – ҡымыҙ сере. (Әхмәр Үтәбай)
4.Нурлы күҙле башҡорт ерем!
Киң сәхрә – далаларың…
Һиндә тиңһеҙ бәхет төҙөй
Йөҙ милләт балалары.(Әсхәл Әхмәт- Хужа)
Йәгеҙ, шиғырҙар нимә тураһында булды? (Тыуған ил). Тимәк, дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?(Тыуған ил тураһында)
Беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ? ( Башҡортостан)
Башҡортостандың йөҙ йыллығы тураһында инеш әңгәмә. Башҡортостан халҡы оло юбилей — республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы байрам итергә йыйына. Был иҫтәлекле ваҡиғаның Рәсәй Президенты В.В. Путин Указы буйынса билдәләнеүе айырыуса әһәмиәтле.
Өйҙә һеҙгә Башҡортостан тураһында белемдәрегеҙҙе нығытып килергә ҡушылған. Йәгеҙ әле, тикшереп ҡарайыҡ, нисегерәк әҙерләндегеҙ икән? Кроссвордты дөрөҫ сисһәгеҙ, бөгөнгө дәрестә өйрәнәсәк шиғырҙың авторын белерһегеҙ. (Кроссворд сисеү)
1.Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. (Ҡурай)
2.Башҡортостандағы бейек тау. (Ямантау)
3.Башҡорт халыҡ йыры (Милли гимныбыҙ булараҡ та билдәле) (“Урал”)
4. Беҙ йәшәгән район. (Илеш)
5.Башҡортостандағы иң ҙур күл. (Асылыкүл)
6.Тәүге халыҡ яҙыусыһы. (Биишева)
7.Иң оҙон йылға. (Ағиҙел)
8.Ҡош исемен йөрткән район. (Күгәрсен)
9. Халҡыбыҙҙың ҡыллы музыка ҡоралы. (Ҡубыҙ)
10. Милли батырыбыҙ. (Салауат)
12. Тыуған илдең синонимы. (Ватан)
(Рауил Бикбаев исеме сыға)
Үҙегеҙгә ниндәй маҡсаттар ҡуйыр инегеҙ?
(Р. Бикбаевтың тормошо һәм ижады менән танышырға; Башҡортостан тураһында һөйләшергә; телмәрҙе үҫтерергә, һүҙлек запасын байытырға)
Мин һеҙгә уңыштар теләйем. Дәфтәрҙәргә числоны, дәрестең темаһын яҙып ҡуяйыҡ. Р. Бикбаев “Башҡортостан бында башлана”. Түбән кластарҙа йәнә кемдәрҙең шиғырҙарын өйрәндегеҙ? (Ш.Бабич “Башҡортостан”, Ғәлимов Сәләм “Республикам иртәһе”, Рәшит Ниғмәти “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”)
Шағир тураһында нимәләр беләһегеҙ? ( Уҡыусылар сығышы)
Рауил Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. 1945 йылда атаһы үлеп киткәс, ул күрше Ғәбдерәфиҡ ауылына туғандарына күсеп килә. Ошо ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан белем алыуын Аҡ-Булаҡ педагогия училищеһында дауам итә. Юғары белемгә эйә булыу маҡсаты менән Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.
Рауил Бикбаевтың ныҡлап яҙыша башлауы университетта уҡыған йылдарына тура килә. Бында ул әҙәби кисәләрҙә, әҙәбиәт түңәрәктәрендә ҡатнаша. Р. Бикбаев бик күп шиғырҙар, поэмалар ижад итә. “Вокзал” исемле тәүге поэмаһы “Ағиҙел” журналында баҫыла. Ике йылдан һуң, “Дала офоҡтары “тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға.” Р. Бикбаев - бик күп китаптар авторы.
Китаптар күргәҙмәһен күрһәтеп китеү.
Рауил Бикбаевҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Шиғырҙы өйрәнеү өҫтөндә эш.
Шиғырҙы автор башҡарыуында тыңлайҙар һәм уҡытыусы дауам итә. Уҡыусылар артынан ҡарап барып, ҡәләмдәр менән таныш булмаған һүҙҙәрҙе билдәләй.
Һүҙлек эше.
Баҡтым – ҡараным
Офоҡ – горизонт
Даръя – икһеҙ-сикһеҙ һыу
Тараф – сторона (яҡ)
Ҡан тибеше – биение
Тулай – метается
Ҡарыш – пядь (үлсәү берәмеге, 18 см)
Улан – дитя
Ҡитға – материк
Ғәрлек – позор
Һуҡмаҡ – тропинка
Яралдым – тыуҙым
Ҡабырға – склон
Һырт – хребет
Кер – плохая мысль (насар уй)
Балалар үҙ аллы уҡый.
Мәғәнәүи баҫымды билдәләп уҡыу.
3.Һайлап, “Ҡайтауаз” алымы менән уҡыу. (Уҡытыусы уҡый, уның артынан балалар ҡабатлай)
4.Сылбырлап уҡыу
Шиғырҙа әңгәмә кемдәр араһында алып барыла? (Лирик герой һәм Ер-Әсәбеҙ Башҡортостан)
Сағыштырма анализ.(дәфтәрҙә эш)
Лирик герой | Ер-әсәбеҙ Башҡортостан |
Шатлана | Ҙур итеп һүрәтләнә: Яйыҡ туғайынан башлана, Сөнгә тиклем һуҙыла, Юшатырҙан Әйгә ҡәҙәрле. Ҡунаҡсыл итеп ҡаршы ала |
Һоҡлана | һыйындыра |
Ғорурлана | үҙ балалары менән ғорурлана, улар өсөн борсола |
Ә бына “Тик булмышым инде өр-яңы” тигәнде нисек аңлайһығыҙ? (Республика йылдан-йыл үҫә, матурлана, байый.)
Шиғырға анализ. Балалар парҙар менән эшләй. Шиғыр йөкмәткеһе буйынса һорауҙар әҙерләйҙәр һәм класташтарына бирәләр.
1. Шиғырҙа һүҙ нимә тураһында бара? (Тыуған ил, Башҡортостан тураһында)
2. Башҡортостан нисек тасуирлана? (Республикабыҙҙың ҙурлығы, киңлеге, байлығы тасуирлана) Пермь, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Татарстан, Удмурт республикалары менән сиктәш. Картанан күрһәтеү.
3.Ниндәй йылғалар телгә алына? (Сөн, Яйыҡ, Юшатыр , Әй йылғалары)
Һыу, ер – бөтә башланғыстың башы. Беҙ уларҙы һаҡларға бурыслы.
4.Тыуған яҡтан ситкә сығып киткәнеңдә ниндәй хистәр кисерәһең? (һағынам, юҡһынам)
5.Һағынып ҡайтып килгән кешене республикам нисек ҡаршы ала? Шиғырҙан табып уҡырға.
(Ҡабырғаһын, һыртын бора белмәй
Ҡояш кеүек ҡарай туп-тура)
6.Был шиғыр ниндәй хистәр менән һуғарылған?
( Рауил Бикбаевтың был шиғырендә беҙ тыуған илгә сикһеҙ мөхәббәт, уның менән ғорурланыу хистәрен күрәбеҙ.)
7.Йөҙөгөҙ аҡ булһын, Башҡортостан кеүек тура ҡарарлыҡ тигән юлдарҙы нисек аңлайһың? (кешеләрҙең республикабыҙ алдындағы яуаплылығы. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, матур эштәр башҡарырға, тәртипле булырға).
Эйе, балалар, ил тураһында иң беренсе сиратта халҡының үҙ-үҙен тотошона, намыҫлы булыуына ҡарап фекер йөрөтәләр. Мин һеҙҙең дә тап шундай кешеләр булып үҫеүегеҙгә ышанам, сөнки тырышып уҡыйһығыҙ, ата-әсәйҙәрегеҙҙе, туғандарығыҙҙы, тыуған ерегеҙҙе яратаһығыҙ, туған телегеҙҙе өйрәнәһегеҙ. Һәр беребеҙ үҙ йөрәгендә Башҡортостандың бер киҫәген йөрөтә. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, Башҡортостандан тип әйтһәк, республиканы күрһәтеүсе вәкил булып торабыҙ.Шиғырҙа әйтелгәнсә, Башҡортостан үҙ балалары арҡаһында бөтә донъяны “үтеп сыҡҡан.”Әгәр республика кешеләренең йөҙө аҡ икән, Башҡортостандың да башы юғары йәғни тыуған еребеҙ тағы ла үҫешә, матурлана, байый тигән һүҙ.
8. Уҡытыусы: “Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем,
Күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым,” – тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?
Балалар, һеҙ үҙегеҙ ҙә республикабыҙҙы, тыуған яғығыҙҙы яратаһығыҙмы? (Эйе). Тимәк, Башҡортостан һеҙҙең йөрәгегеҙҙә, күңелегеҙҙә йәшәй.
Физминутка. Башҡортостан һүҙендәге хәрефтәрҙе ҡулланып, кем күберәк һүҙ төҙөй? (1 минут ваҡыт бирелә)
(баш, ҡорт, тост, торт, ҡош, ҡот, борт, табан, нота, рота, нарат, һ.б.)
Уҡыусылар, шағир ошо тәбиғәттең матур сифаттарын, уларға булған яратыу хистәрен төрлө һүрәтләү саралары ярҙамында еткерә. Әйҙәгеҙ, шиғырҙан һүрәтләү сараларын табайыҡ әле. (Һәр рәткә үҙ аллы эш бүленеп бирелә: 1-се рәт уҡыусылары– сағыштырыуҙар, 2-се рәт уҡыусылары - йәнләндереү, 3-сө рәт уҡыусылары ҡабатлауҙарҙы таба. Дәфтәрҙәргә яҙа бараһығыҙ.)
Сағыштырыу:
Аҡ нур яғыла кеүек(һәр ҡайындан)
Һабан турғайындай(күңелем тулай)
Ҡояш кеүек ҡарай(Башҡортостан)
Минең кеүек, Минең кеүек – Башҡортостан кеүек,
Был донъяға тура ҡарарлыҡ.
Йәнләндереү:
Башҡортостан ҡаршы ала
Ҡабырғаһын, һыртын бора белмәй
Йәнләндереү ер образын асығыраҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн ҡулланыла.
Тик мин һуҡмаҡтарҙан ғына түгел,
Башланамын һинән, уланым, - тип , тыуған ерҙең ҡайҙан һәм кемдән башланыун әйтеп биреүгә өлгәшә.
Эпитет :
яҡты(донъя)
ҡарайыр (йөҙөм)
аҡ(йөҙөгөҙ) булһын
сабыр (тауыш)
Метафора:
талпына күңел
күңел күктә тулай
ер ҡуйыны, тауыш ағыуы, кешем намыҫында кер күрһәләр
Ижади эш. Шиғыр яҙып ҡарау.
Был минең ауыл,
Тауҙарым бейек.
Кешеләр алсаҡ,
Ә халҡым бөйөк.
Был…. ауыл,
… бейек.
... алсаҡ,
Ә халҡым…!
Мәҡәлдәр менән эш.
1. Иле барҙың көнө бар.
2. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.
3. Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил яҡшы.
4. Тыуған илем – алтын бишек.
Тыуған илем – алтын бишек мәҡәленә ребус төҙөү. (Тыуған илем – 6н 5ек.) йәки бер нисә һөйләмдән торған инша.
Йомғаҡлау.
Эйе, уҡыусылар, һәр кемгә тыуған яғы – иң яҡын төйәк. Кеше ҡайҙа ғына китһә лә, тыуған ерен онотмай. Донъяла ниндәй генә гүзәл ил булмаһын, үҙ илеңдән дә яҡыны юҡ. Сөнки тыуған ереңдең йырлап аҡҡан шишмәләре, таҙа һыулы йылғалары, мәғрур тауҙары, ҡош-ҡортҡа бай урмандары, сәскәләрҙең хуш еҫе аңҡыған аҡландары – һәммәһе үҙенә әйҙәп тора. Башҡортостанға булған һөйөү, уның менән ғорурланыу хистәре күренекле шағирыбыҙҙа бик матур шиғри юлдар тыуҙыра.
Шулай итеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаев тыуып-үҫкән яҡтарының тәбиғәт йәме менән бергә халҡының күңел күркен, уның ихласлығын да тасуирлай. Һәр илдең байлығы -уның халҡында, мәҙәниәтендә. Милләт йәшәһә, ил дә, тел дә йәшәй тигән һүҙ.
Ә һеҙ, уҡыусылар, бөгөнгө көндә үҙегеҙ Тыуған илебеҙ шаулап-гөрләп үҫһен, сәскә атһын, үҙебеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың, Башҡортостаныбыҙҙың алдында йөҙөбөҙ аҡ булһын өсөн нимәләр эшләй алабыҙ, шул турала парта алдында ятҡан сәскә таждарына яҙабыҙ һәм уҡып, таҡталағы Башҡортостан картаһына эләбеҙ. (балалар сәскәгә яҙа, элә)( яҡшы уҡырға, һөнәр алырға, халҡыбыҙға хеҙмәт итергә, тәртипле булырға, ата-әсәйҙе тыңларға, тирә-яҡты таҙа тоторға)
Тимәк, Башҡортостан иң беренсе осраҡта, беҙҙең һәр беребеҙҙән башлана. Һәм ошо Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән һәр бер кеше уның тәбиғәтен, матурлығын, таҙалығын һаҡлаһа беҙҙең республикабыҙ тағы ла сәскә атыр, тип ышанам. Дәрестә әүҙем ҡатнашып, матур яуаптар биреп ултырғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Билдәләр .
Өй эше.
Шиғырҙы тасуири уҡырға.
Илеш районынан сыҡҡан данлы яҡташыбыҙ тураһында белешмә әҙерләргә.
“Тыуған яғым – алтын бишек” темаһына инша.
Азалия һәм Урал Рәшитовтар башҡарыуында йыр тыңлау.