Рауил Бикбаевтың “ Хазина ” поэмаһында күтәрелгән проблемалар
- Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советының күсмә ултырышы булып үтте.Сара Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларының 20 йыллығына арналды һәм «Хәҙерге шарттарҙа йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү һәм гражданлыҡ йәмғиәтен төҙөү» тип аталды… Илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер ысулы туған телде белеү икәнен дә билдәләп, йәштәрҙең ошо юҫыҡтағы битарафлығына борсолоуын белдереп, Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов (Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары) башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына мөрәжәғәт итте.
- («Киске Өфө» гәзите, № 51, 2013 й., 21-27 декабрь).
Маҡсат:
- «Хазина»поэмаһында күтәрелгән төп проблемаларҙы билдәләү һәм фекер алышыу;
- Хәҙерге шарттарҙа йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү ;
- Һөйләү телмәрен үҫтереү аша туған телде тәрәнәйтеп өйрәнеү, һүҙлек байлығын арттырыу ;
Киләсәк йәштәр ҡулында !
Утыҙ ете, утыҙ ете,
Иңрәй ирҙәр, төрмә тулып.
Аталарын атҡан таңда-
Малай тыуҙы вариҫ булып.
Мираҫ булып атаһынан
Улына күсте аҡыл-зиһен.
Уҡыйым тиһә, биктәр ҡуйҙы
Ҡара мөһөр аҡ юлына.
«Хазина» Р.Бикбаев
Яңы урыҫ илде талай,
Аҡса һуға яңы татар.
Иҫке башҡорт ҡурай тарта,
Йырлай, бейей, моң тарата.
Яңы башҡорт ерен һата. «Хазина» Р.Бикбаев
1661-1683 йылда рҙағы ихтилал башлығы Садыр улы Сәйет баһадир
1705-1741 йылдарҙағы Алдар-Күсем болаһы
Аҡай Күсем улы һәм Алдар Исек улы
1755 йылғы ихтилал башлығы Батыршаһ мулла
1773 – 1775 йылғы ихтилал башлыҡтары
1917 - 1920 йылдарҙа үҙаллылыҡ өсөн барған көрәштең етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Борон бер ырыу башлығынан “Ерегеҙ икһеҙ-сикһеҙ: ул тау-урманы, ялан-туғайы, йылға күле. Ниңә һеҙгә шул саҡлы, кәрәгенән артығы?” – тип һорағандар, ти.
“ Еребеҙ икһеҙ-сикһеҙ, тик уның һис артығы юҡ. Төрлөлөгө менән ул бөтөн, ырыуға яҙмыш – төйәк булыуы менән ғәзиз”, - тип яуап биргән башлыҡ. Бына шулай. Ер бер ваҡытта ла артыҡ була алмай.
Ҡайтып етһә, тағы шул күренеш :
Шул Күренгес янда урала.
-Ҡурҡма, ҡурҡма, Юлдаш ағаҡайым,
Һинән бөгөн бер тин һорамам,
Үҙем ҡунаҡ итәм, теләһәң…
Заманында ниндәй егет ине !
Афғандарға яҙмыш ташланы,
Ут эсенән иҫән йөрөп ҡайтты,
Йәне һынып, рухы һүнеп ҡайтты…
Әрме хеҙмәтенә барыу-бармау – һәр кешенең намыҫына бәйле. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бер ҡасан да әрме хеҙмәте, ил һаҡлау бурысынан ҡасмаған.
Нисек кенә булмаһын Башҡортостан егеттәре Рәсәй армияһында саҡырылыш буйынса күпселекте тәшкил итә. Мәҫәлән, 10 миллион халыҡ йәшәгән Мәскәүгә ҡарағанда 4 миллион 200 мең халҡы булған Башҡортостандан әрмегә егеттәр күберәк ебәрелә.
Ғөмүмән алғанда, башҡортостандар, илебеҙ мәнфәғәтен яҡлап, барлыҡ һуғыштарҙа ла ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бөтәһе 827 кеше Карелия, Вьетнам һәм Ливанда һуғышта ҡатнаша. Шулай уҡ 9211 яҡташыбыҙ Афғанистан, 15400 кеше Чечня ғәрәсәтен үтте.
Уйҙарынан арынып китте Юлдаш,
Ҡапыл кемдер еңдән тартҡанға.
Өйөрө менән көньяҡ сабыйҙары
Мөлдөрәшеп күҙгә баҡҡандар.
Ҡара күҙле ҡара бала-саға
Ҡулын һона ҡарап мөлдөрәп…
Ә һуң күпме башҡорт ситтә зарыға,
Ҡайтырмынмы, тип, бер көн.
Ҡайтыр башҡортҡа урын тар,
Ҡасаҡтарға юл иркен.
«Хазина» Р. Бикбаев
Бөгөн меңәр-меңәр башҡорт
Сараһыҙҙан Себер китә.
Күпмеләре ҡайтмай кире,
Башҡортлоғо йотолоп бөтә.
Ҡар башына ҡар еткәндәй,
Башҡорт башына башҡорт етә.
«Хазина» Р. Бикбаев
Әкрәм Бейештең хеҙмәтендә әйтелгәнсә, киләсәктә ерһеҙ ҡалған башҡорттар ялсылыҡҡа китергә мәжбүр булмаҫмы?!
Бөгөнгө көндә Себер тарафтарында «ҙур» аҡса эҙләп, «зимагорлыҡта» йөрөгән башҡорттарыбыҙ аҙмы ни? Айырыуса, ғаилә ҡормай, ер эшкәртмәй, тупраҡ тәмен белмәй ситтә аҙашып йөрөгән йәш ир-егеттәребеҙ борсоуға һала. Белеүебеҙсә, ерен һаҡлап ихтилалға күтәрелгән башҡорттарҙы Себергә, Яҡутияға һөргөнгә ебәргәндәр, ә бөгөнгө көндә үҙ иректәре менән «бәхет» эҙләп шул яҡтарға китәләр .
Атай булыр күпме ир йораты
Аяғында баҫып саҡ тора.
Шешәһенә йәбешеп ауғандарҙы
Тиҙ ҡаптырыр әжәл ҡармағы.
Үрелеп үҫкән бөйөк шәжәрәнең
Өҙөлә, ҡорой күпме тармағы.
«Хазина» Р. Бикбаев
Һине тыңлап ҡыуанам да, улым,
Борсолам да. Бындай дәүерҙә
Иң ауыры- һеҙгә.
Күпме йәштәр
Үҙен-үҙе һала ҡәбергә.
«Хазина» Р. Бикбаев
Ҡарайым да күпме милләттәшкә,
Күҙем түгел, күңелем шәмәрә.
Һөйләшәләр йәштәр гибрид телдә,
Күпме ырыуҙың зат ағасына
Ялғана бит гибрид шәжәрә.
«Хазина» Р. Бикбаев
Әй, еркәйем !
Һин дә ете ҡатһың,
Усыбыҙға яғылып ҡына ҡала
Тирҙәр түгел һиндә тапҡандар.
Етмеш ҡабат тирең һыҙыралар,
Туҙҙырыла етмеш ҡатламдар.
«Хазина» Р.Бикбаев
… Бөгөн үк егеләйек эшкә,
Етер һибелеүҙәр юк-барға.
Һүҙ һөйләүҙән генә ҡотаймай йорт,
Телде һаҡлап булмай тел сарлап.
Ҡасан бөтөр беҙҙә был моңһоҙлоҡ,
Был аңҡаулыҡ, ләғнәт ялҡаулыҡ?
Тупланығыҙ, йәштәр, изге сафҡа,
Иртәгәһен илдең һаҡларлыҡ!
«Халҡыма хат» Р.Бикбаев