СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рәми Ғариповтың "Дон Кихот" монологы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Рәми Ғариповтың "Дон Кихот" монологы буйынсы 11-се класс уҡыусылары өсөн тәҡдим ителә

Просмотр содержимого документа
«Рәми Ғариповтың "Дон Кихот" монологы»

Тема: Һәр бер кеше аҙ ғына булһа ла Дон Кихот.

( Рәми Ғариповтың “Дон Кихот” әҫәре буйынса)

Уҡыу-методик комплект: Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте. Хрестоматия һәм дәреслек.Урта мәктәптең 11-се класы өсөн;

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға өйрәтеү; илһөйәрлек,арҙаҡлы шәхестәр менән ғорурланыу тойғоһо,уларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: уҡыу процесында күҙәтергә,сағыштырырға,анализларға һәм һығымта яһарға өйрәтеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: Рәми Ғариповтың “Дон Кихот” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙе анализлау юлы аша проблемаларҙы асыҡлау,хәл итеү юлдарын эҙләү.

Йыһазландырыу: слайдтар,китаптар күргәҙмәһе,ноутбуктар.

Дәрес барышы

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

I.Психологик комфорт булдырыу

1.Дәресте Г.Салә көйөнә, Р.Аҡъярова һүҙҙәренә яҙылған “Әссәләмәғәлейкүм! “ йырын тыңлау,ҡушылып йырлау менән башлау:

Таң ата ла ҡояш сыға,

Ҡояшты сәләмләй көн.

Һаумы, ҡояш !Һүнмәҫ усаҡ!

Әссәләмәғәлейкүм!

Тел асҡысы. иман биргән

Һөйөклө туған телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм

Әссәләмәғәләйкүм!



3.Шулай уҡ һәр берегеҙ күршегеҙгә уңыштар теләп,күтәренке кәйефтә дәресебеҙҙе башлайыҡ!


Экрандағы йыр һүҙҙәренә таянып йырлау.










-Хәйерле иртә!




Уҡыусылар парта артындағы күршеһенең усына һуғып, уңыш теләй ала.

II.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

Дәресебеҙҙең темаһын билдәләү өсөн экранға иғтибар итегеҙ!


Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел —

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер уны тик кәм күңел!..

Был шиғыр юлдарының авторы кем?

Дөрөҫ, дәресебеҙҙә Рәми Ғариповтың ижады менән танышыуҙы дауам итәбеҙ.

Иғтибар экранға!

Һүҙҙәр теҙмәһе араһынан артыҡ һүҙҙе табығыҙ!

Салауат Юлаев, Батырша, Дон Кихот, Башҡортостан, Урал тауҙары.

Яуабығыҙ дөрөҫ. Беҙ бөгөнгө дәресебеҙҙә Рәми Ғариповтың “Дон Кихот” шиғырын өйрәнербеҙ.Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, датаны,теманы яҙып алығыҙ.

Дәресебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуйырһығыҙ?















-Рәми Ғарипов!







-Дон Кихот!







Уҡыусыларҙың яуаптары:

1.

2.

3.

V.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

Уҡыусылар! Һеҙгә өйгә эш итеп Рәми Ғариповтың “Дон Кихот” шиғырын уҡырға һәм Дон Кихот тураһында белешмә әҙерләп килергә ҡушылғайны.



Рәми Ғариповтың “Дон Кихот” шиғырының йөкмәткеһен аңлы ҡабул итеү өсөн тәүҙә сығыштарҙы тыңлап китәйек.






























Рәхмәт, сығыштарығыҙға!




Уҡытыусының һүҙе:

Рәми Ғарипов та донъяла киң билдәле классиктар менән бер рәттән Дон Кихот образына мөрәжәғәт иткән. Дон Кихот образы – мәңгелек символ образ.

Символ - ул грек теленән алынған һүҙ, “билге”, “тамға”, “шартлы билге”тигәнде аңлата. Ул – үҙеңдең идея,эске ҡаршылыҡтарыңды, фекерҙәреңде,хис-тойғоларыңды төрлө предмет һәм “шартлы билгеләр” ярҙамында күрһәтеү. Һәр һүҙ – символ, уның һәр мәғәнәһе – символ. Символдың мәғәнәһен аҙағына тиклем асыу ауыр, тулыһынса асып, аңлатып биреү ҙә мөмкин түгел. Уларҙы бары тик уҡыусының өсөнсө күҙе аша ғына һиҙемләп,тойоп була. Символдар аша кешенең йәне кисергән борсолоуҙар, икеләнеү, шатланыу кеүек хис-тойғолар һүрәтләнә. Әҙәбиәттә символик образдар ике яҡлы мәғәнәне белдерә. Беренсе планда – реаль тормоштан алынған предметтар, күренештәр, уларҙың хәрәкәте; икенсе планда-лирик геройҙың эске рухи донъяһы, уй-хистәре,идеяһы.

Рәсәйҙә символизм алымы XX быуат башында ҡулланыла башлай. Символизм йүнәлеше шиғриәттә йыш ҡына уй-кисерештәрҙе пейзаж күренештәре аша бирә: диңгеҙ, ел, карап,тулҡын, йә сәскәләр, һандуғас, ай образдары. Мәҫәлән, “Карап” тигәндә кеше милләт, ил һәм, ғөмүмән, кешелек йәмғиәтен күҙҙалларға мөмкин. Быларға теүәл яуап биреүе лә мөмкин түгел. Моғайын, карап яҙмышы арҡыры милләт яҙмышын кәүҙәләндерергә ынтылыу дөрөҫлөккә яҡыныраҡтыр.

Рәми Ғарипов Дон Кихот символ образына мөрәжәғәт иткән.Мәңгелек символ образ аша нимә әйтергә теләгән тигән һорауға артабан яуапты бергәләп эҙләрбеҙ.


Иғтибар экранға!




Донкихотлыҡты беҙҙең көндәрҙә нисек аңларға мөмкин?Нимә ул “донкихотлыҡ”? Әҙәбиәттә генә түгел, психология фәнендә лә “донкихотлыҡ” төшөнсәһен өйрәнәләр.

“Донкихотлыҡ” төшөнсәһен төрлөсә аңлаталар:

1.Ысынбарлыҡты инҡар итеү, йә бөтөнләй баш тартыу.

2.Йәмғиәттә нығынған ҡағиҙәләргә буйһоноп йәшәргә теләмәү.

3.Донъяны һәм ундағы закондарҙы үҙгәртергә теләү.

4.Тирә-яҡтағыларҙың фекеренә иғтибар итмәгән изге күңелле рыцарь образы.

Дон Кихот – ябай ҡатлам кешеләрен ҡурҡыу белмәй, ҡыйыу яҡлаусы.Ғәҙеллек көрәшсеһе, һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итергә әҙер булған символ образ.





Экранда бирелгән мәғлүмәткә таянып, шағир Рәми Ғарипов менән Дон Кихот образын нимә бәйләй тигән һорауға яуап бирегеҙ.


















Тимәк, йәмғиәттә нығынған ҡағиҙәләргә буйһоноп йәшәргә теләмәү – икеһен дә берләштергән уртаҡ сифаттар..

Иғтибар экранға!

Мостай Кәримдең Рәми Ғарипов хаҡында шулай тип әйткән һүҙҙәре бар:

“Көнкүреш мәшәҡәттәренән азат уҡ булмаһа ла, шуларҙан өҫтөнөрәк торҙо, шикелле…Үҙе йәшәгән йондоҙло йыһаны — әҙәбиәт, башҡарған мөҡәддәс хеҙмәте шиғыр булды. Дәрүишерәк тәбиғәтле ине Рәми. Уның өсөн донъя — фани, шиғриәт — мәңгелек”.

“Заман шарттарына Рәми ҡулайлаша белмәне. Тормошта ул практик түгел, романтик ине. Байтаҡтар байлыҡ артынан ҡыуғанда, ул идеялар менән йәшәне.. Рухи байлыҡты барыһынан да өҫтөн күреүсегә йәшәүе, әлбиттә, еңел булманы,” -тип Рауил Бикбаев та яҙған.


Уҡыусылар, артабан эшебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Рәми Ғариповтың “Дон Кихот” әҫәренең йөкмәткеһе өҫтөндә эш:


Уҡыусылар, поэманың икенсе исеме - “XX быуат монологы”. Ни өсөн шағир әҫәренең икенсе исемен шулай тип атаған икән?



Монолог күләме менән ҙур түгел: бары 43 шиғри юл. Әммә уға поэмаларға торошло мәғәнә һыйҙырылған. Эпиграф итеп Максим Горькийҙың “Мин был донъяға килешмәҫ өсөн килдем” тигән һүҙҙәре алынған. Поэманың эпиграфы тураһында нимә әйтерһегеҙ?




Артабан дәресебеҙҙә эшмәкәрлекте ике төркөмгә бүленеп дауам итербеҙ.


I төркөмгә эш: монологта күтәрелгән мәңгелек темаларҙы асыҡлағыҙ.



















II төркөмгә эш: Рәми Ғарипов менән мәңгелек символ образ Дон Кихотты бәйләгән юлдарҙы табып анализлағыҙ.



















Уҡыусылар,дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлашты.

Бөгөн дәрестә ниндәй темаға һөйләшеү алып барҙыҡ?
















Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

Уҡыусылар, дәресебеҙҙе Рауил Бикбаевтың һүҙҙәре менән тамамлайыҡ:

 “Рәми Ғариповтың үлеменән һуң уның икенсе ғүмере — үлемһеҙлеге башланды. Шағир йәшәйешенең тәүге өлөшө ҡырҡ биш менән сикләнһә, артабанғы булмышы милләтенең йәшәйеше менән билдәләнәсәк. Хәҙер халыҡ шағиры туған халҡы менән айырылғыһыҙ бер бөтөн. Донъяла башҡорт халҡы бар икән, Рәми Ғарипов та буласаҡ, шағир уның күңелендә, аңында, рухында йәшәйәсәк. Икенсе яҡтан, Рәми Ғарипов һымаҡ шәхестәр милләттең көс-ҡеүәтен арттыра, зиһененә нур өҫтәй, ҡарашын киңәйтә. Уның кеүек азаматтар илдең ҡанаттарын үҫтерә, донъяларҙы яҡтыраҡ итә”


Рефлексия.

Уҡыусылар,алдығыҙҙа ятҡан төҫлө карточкалар ярҙамында тарихты сағылдырығыҙ һәм аңлатығыҙ:

Рәми Ғариповтар заманында...

Бөгөнгө көндә...

Киләсәктә...


Рефлексия:

1.Нимә белә инем...

2.Ниндәй яңылыҡ белдем...

3.Нимә белергә теләйем...

4.Дәрестә алған белемем киләсәктә кәрәк буласаҡмы?



Өс кимәлдәге өйгә эш буйынса аңлатма биреү.


Баланы үҙ эшен баһалауҙы ойоштороу.

Уҡытыусы дәрестә ҡатнашҡан һәр уҡыусыға баһаны ни өсөн ҡуйғанын аңлата.

















































Уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлау.







1.Донъя әҙәбиәтендә Дон Кихот образына мөрәжәғәт итеүселәр

Дон Кихот - Мигель де Сервантестың «Хитроумный идальго Дон Кихот Ламанчский» романының төп геройы. Был роман бик күп телдәргә тәржемә ителгән. Донъя әҙәбиәтендә иң популяр китаптарҙың береһенә әйләнгән. Бик күп илдәрҙең яҙыусылары «Дон Кихот» темаһына вариациялар ижад иткәндәр.Мәҫәлән, А.В.Луначерский, Пелисер, Тикнор, Хуан Валера,Стороженко кеүек әҙәбиәт тарихсылары,Шеллинг,Гегель кеүек философтар, Байрон,Гюго,Гейне,Тургенев кеүек әҙәбиәт классиктары һәм киң билдәле тәнҡитсе Белинский.

2. Испан яҙыусыһы Мигель Сервантес романының геройы үҙе уҡыған рыцарҙар тураһындағы романдарҙан рыцарь образын уйлап таба. Ҡорал, кейемдәр, ярҙамсы табып, батырлыҡтар ҡылырға сығып китә. Ул тыуған илен илбаҫарҙарҙан, сихырсыларҙан ҡотҡарып, ғәҙеллек урынлаштырырға уйлай, ел-тирмәндәргә ҡаршы көрәшә. Үҙенең дөрөҫ юлдан барыуына ышанған Дон Кихот батыр һәм аҡыллы, ғорур һәм ғәҙел булып күҙ алдына килеп баҫа. Шул уҡ ваҡытта ул бер ни тиклем хыялый образ да. Уны күптәр аңламай…(сығыштар презентация менән оҙатыла)































































































Уҡыусыларҙың яуаптары:

1.Дон Кихот рыцарҙар тураһындағы романдарҙа үҙе өсөн бөйөк шиғриәт донъяһын таба. Уның нигеҙендә шиғриәткә һөйөү ята. Рәми Ғарипов – шағир. Ул – бер аҙ хыялый ҙа булған ижад кешеһе .

2. Дон Кихот илен, халҡын уйлап, атына атланып, ҡулына ҡорал алып ил гиҙергә сығып киткән.Рәми Ғарипов та халҡының киләсәген уйлап, ҡулына ҡәләм алып, шиғриәт иленә сәйәхәт итә, үткер һүҙен әйтеп ҡалдыра.

3. Дон Кихоттың юлында осраған ел-тирмәндәр – великандар – халыҡҡа бәхетһеҙлек алып килеүсе яуыз заттар.

Рәми Ғариповтың ижадын сикләүселәр - “түрҙә ултырған ҡуштандар”, түрәләр.

4. Дон Кихот халыҡтың бәхете, ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе. Рәми Ғарипов та тыйыуҙарға ҡарамай, тел, милләт өсөн көрәшә…

































Яуап: Шағир XX быуат исеменән үҙе һөйләй.Ысынбарлыҡта быуат исеменән һөйләһә лә, беҙ шиғырҙың йөкмәткеһе аша Рәми Ғариповтың уй-кисерештәрен күрәбеҙ...







Яуап: Белеүебеҙсә, Рәми Ғарипов үҙе йәшәгән осорҙа йәмғиәттә булған күп закондар менән килешмәгән, тура һүҙле булған...





Яуаптар:

I төркөм.

1.Монологта түбәндәге мәңгелек темалар күтәрелгән:

Дуҫлыҡ – дошманлыҡ; һәләтлек – булдыҡһыҙлыҡ, ҡуштанлыҡ; тормошта килешеп йәшәү – килешмәү.

Мәҫәлән:

“Дуҫлыҡ төҫөн кейә дошманлыҡ,

Һәләтлекте иҙә булдыҡһыҙлыҡ,

Түрҙә йөрөй һаман ҡуштанлыҡ…”


2.Был монолог асылда “Табыныу” поэмаһында күтәрелгән донъялағы хаҡлыҡ һәм хаҡһыҙлыҡ, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ төшөнсәләрен бөтә ХХ быуат күләмендә ҡуя. Улар кешелек тарихында, йәмғиәт тормошонда сиселмәҫ мәңгелек мәсьәләләр кеүек…



II төркөм.

1.“Күпме ерҙә ялған һәм яуызлыҡ,

Күпме зиһен мәкер-хәйләле.

Ә һин һаман хаҡ ҡылысың менән

Ел-тирмәнгә ҡалдың бәйләнеп!..”

Бындай шарттарҙа хаҡлыҡ ҡылысын тотҡан шағир ел-тирмәндәре менән алышҡан Дон Кихот хәленә ҡалған кеүек тоя үҙен. Ғаләм, донъя алдына ҡуйған һорауҙары ла яуапһыҙ ҡала…


2.Донъяны ҡапларҙай золом, яузлыҡ , ғәҙелһеҙлектәр менән шағир килешеп йәшәй алмай, Дон Кихот кеүек уларға ҡаршы көрәшергә бил быуып сыға. Был боларыҡ донъяға төбәп ул шулай ти:

Юҡ,мин һинең менән иҫәп өҙмәм,

Килешмәҫкә килдем мин һиңә:

Йә һин мине юҡ итерһең ерҙән,

Йә баш эйерһең үҙең һин миңә!...


Яуаптар:

1.Шағир донъялағы ғәҙелһеҙлектәр менән көрәшеп, ваҡытынан алда юҡ ителә, әммә XX быуаттың аҙағында булһа ла уның исеме халҡына кире ҡайтарыла.

2. Монологтың юлдарындағы һүҙҙәре һуңлап булһа ла тормошка ашҡан : золом, яузлыҡтар, ғәҙелһеҙлектәр шағир алдына баш эйгән.

3.Ер шарында Рәми Ғарипов кеүек “һәр йөрәккә изге ут” яғыусы шағирҙар, хаҡлыҡ яулар Дон Кихоттар булғанда донъяла хаҡлыҡ – ғәҙеллектәр тантана итәсәк!




























Рефлексия.





















Уҡытыусының аңлатҡанын иғтибар менән тыңлау,яҙып алыу.


Эш дәфтәренә шкала,диаграмма.смайлдар һ. б. ҡулланып, эшеңә баһа ҡуйыуҙы ойоштороп була.








































































































Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!