Тема: «Р.Ниғмәтиҙең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырын өйрәнеү».
(асыҡ дәрес планы)
Әҙерләне: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Динисламова Г.Г.
2018 йыл
Маҡсат. Р.Ниғмәтиҙең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, тасуири уҡырға өйрәтеү, уҡыусыларға Ватан төшөнсәһен тулыраҡ асып биреү, шағирҙың үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт, Тыуған илгә һөйөү, Ватанға тоғролоҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Р.Ниғмәтиҙең портреты, китаптары күргәҙмәһе, мультимедия проекторы.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу эше. 1.Сәләмләү.(слайд)
Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл, ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
Хәйерле көн һеҙгә, балалар!
Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ
Көнө буйына етә.
Изге көн теләп өндәшәм:
Балалар, хәйерле иртә!
- Ултырығыҙ!
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек.
- Дәрестә бөгөн кем дежур? Бөгөн нисәнсе число? Аҙнаның ниндәй көнө? Дәрестә бөгөн кем юҡ?
- II. Өй эшен тикшереү.
- Өйгә ниндәй эш бирелгәйне?
( теләк буйынса Тыуған ил тураһында шиғыр һөйләйҙәр)
Төп өлөш. 1. Инеш әңгәмә.
-Уҡыусылар, әле һеҙ ятлап киткән шиғыр юлдарында нимә тураһында һүҙ бара? (Тыуған ер)
Уҡытыусы. Эйе, Ватан, Тыуған ер – һәр кемдең дә күңеленә яҡын төшөнсә. Һәр кемдең дә тыуған ере – Ватаны була. Ә нимә була икән ул Ватан? Бөгөнгө дәрестә беҙ Ватан тигән һүҙҙе тағы ла тулыраҡ аңларға тырышырбыҙ.
- Халҡыбыҙ борон- борондан үҙ Тыуған илен данлаған, уны яҡлап, күпме ир-егеттәр башын һалған. Тыуған ил хаҡында ата-бабаларыбыҙ йырҙар сығарған, көйҙәр ижад иткән. Ошо матур ғәҙәт бөгөнгә тиклем һаҡланған, киләсәктә лә дауам итәсәк. Беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә тыуған ил, изге ер, халыҡ тураһында шағирҙар күпме шиғри әҫәрҙәр ижад иткән. Шундай шағирҙарҙың береһе - Рәшит Ниғмәти. Бөгөн беҙ уның тормошона һәм ижадына байҡау яһарбыҙ һәм «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» әҫәрен өйрәнербеҙ.
Ә хәҙер дәфтәрҙәребеҙҙе асып, бөгөнгө числоны, көндө, дәрестең темаһын матур итеп яҙып ҡуяйыҡ.
2. Р.Ниғмәти тураһында әңгәмә.
Уҡытыусы. Кем һуң ул Р.Ниғмәти? Был һорауға яуап бирергә беҙгә ошо схема ярҙам итер:Ҡайҙа? Ҡасан? Кем?Нисек? ( слайд)
Уҡытыусы. Р. Ниғмәти 1909 йылдың 9 февралендә элекке Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе (хәҙер Һамар өлкәһе , оло Чернигов районы) Ырғыҙ буйында ултырған Диңгеҙбай ауылының Ниғмәтулла исемле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағында уға уйынсыҡ тотоп, уйнап-көлөп уҙғарыу бәхете теймәй. Шуға ҡарамаҫтан, атаһы уға төрлө ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләй. Р.Ниғмәти ете йәшендә ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға йөрөй башлай. Ул бик зирәк, тырыш бала була. Ләкин оҙаҡламай ул ата-әсәһеҙ ҡала, балалар йортона алына. 1924 йылда Өфөләге етем балалар өсөн асылған мәктәптә уҡый. Артабан юғары белем алып, төрлө урындарҙа эшләй. Шиғырҙар, поэмалар, драма әҫәрҙәре ижад иткән. балалар өсөн дә әҫәрҙәр яҙған. Р.Ниғмәти шулай уҡ тәржемәсе лә булған. А.Пушкин, М.Лермонтов, С.Злобин, В.Маяковский әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. 1959 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелә.
Шулай итеп, Р.Ниғмәти кем ул? (слайд) (яуаптарҙы яҙып ҡуйыу)
3. «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғыры буйынса эш.
Уҡытыусы. Ә хәҙер шағирҙың “ Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырына күсәйек. Беҙ өйрәнәсәк ошо шиғыр ни өсөн“Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” тип атала икән? Әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында барасаҡ тип уйлайһығыҙ? Был һорауға яуап биреп ҡарайыҡ әле. (яуаптар).
- Алдан фараз итеүебеҙ тап килерме? Уҡыу барышында уйлап ултырығыҙ. Ә хәҙер ошо шиғырҙы тыңлап үтәйек.
Видеопроекторҙан шиғырҙы тыңлатыу.
Б) Һүҙлек эше.(слайд)
Йофар – хуш еҫле матдә.
Сәсән – оҫта һүҙле, аҡыллы кеше.
Елеккә май тиртеү – көс йыйылыу.
В) Шиғырҙы уҡыусыларҙың сылбырлап уҡыуы.
Г) Дәреслектәге һорауҙарға яуап алыу.
- Шулай итеп, әҫәр ни өсөн “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” тип атала? (Сөнки атай кеше ҡыҙы биргән һорауҙарға яуап бирә)
- Ҡыҙыҡай атаһына ниндәй һорауҙар бирә? (Ватан нимә ул?)
- Атаһы нимә тип яуап бирә? (Тыуған ил, беҙ торған урын, ата-бабалар ғүмер кисергән ер)
- Борон атай-олатайҙарыбыҙ, сәсәндәребеҙ Ватан тураһында нимә тигәндәр? Ватан нимә ул? Шул юлдарҙы шиғырҙан табып уҡып күрһәтегеҙ.
( өҙөктәр уҡыу)
- Беҙҙең Ватан ниндәй итеп һүрәләнгән? (ҙур, матур, бай, киң)
- Уның матурлығы, күркәмлеге шиғырҙың ҡайһы юлдарында сағыла – табып уҡып күрһәтегеҙ. (яуаптар)
-Ә хәҙер ошо юлдарға иғтибар итәйек: (уҡытыусы уҡый)
Халыҡтары беҙҙең Ватандың…
Бер ерҙә Шалва тулы -
- Был юлдар менән шағир нимә әйтергә теләгән? (төрлө милләт кешеләренең беҙҙең илдә татыу итеп йәшәүҙәре тураһында)
- Эйе, шағирҙың һүрәтләү оҫталығы менән осрашабыҙ. Һәр милләткә хас исемдәр аша ғына ниндәй оло бер фекер әйтә алған ул.
- Ошо юлдарға ла иғтибар итәйек әле:
Ситтәр яуы ябырылғанда,
Эймәгән башын халыҡ.
Өҫтөнә ҡайғы килгәндә,
Ҡоймаған йөшен халыҡ.
-Ошо юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? (халҡыбыҙ күп һуғыштарҙа ҡатнашҡан, һәр саҡ батыр, сабыр һәм ғорур булған)
- Халҡыбыҙ борон борондан үҙ Тыуған илен данлаған, уны яҡлап, күпме ир-егеттәр башын һалған. Илен ҡәҙерләгәндәрҙе, унан айырылмағандарҙы Ватаныбыҙ ҙа онотмаған.
- Шулай итеп, шиғырҙа Ватан тураһында һүҙ барҙы. Тимәк, нимә ул Ватан? Ватан тигәндә нимәләр күҙ алдығыҙға килде? (уҡыусылар яуабы)
- Эйе, Ватан тигәндә – Тыуған ил, тыуған ер, атай-әсәй, тауҙар-йылғалар, ҡоштар-йәнлектәр, халыҡтар, урман-яландар күҙ алдына килә.(слайд)
-Ә беҙҙең Ватан, Тыуған илебеҙ нисек атала? (Рәсәй, Башҡортостан).
- Эйе, беҙҙең Ватан – Башҡортостан. Ул Рәсәй составында. Рәсәй ҙә беҙҙең Ватан. Шулай итеп, беҙҙең Тыуған илебеҙ ҙур, халҡы ла күп төрлө. Уның тарихи үткәне лә бай һәм ҡатмарлы.
5. Һаулыҡ һаҡлау күнекмәләре:
Эште ҡуйып бер аҙға,
Уҙғарабыҙ хәрәкәт.
Боронғолар әйткәндәр : “ Хәрәкәттә- бәрәкәт” тип
Булырбыҙ һау- сәләмәт.
( парта янына сығып, күнекмәләр яһайҙар)
6.Мәҡәлдәр менән эш.
Уҡыусылар, ошондай матур шиғырҙы уҡығанда, һеҙҙең күҙ алдығыҙға беҙҙең тыуған илебеҙ, уның икһеҙ-сикһеҙ киңлектәре, матурлығы килеп баҫҡандыр. Ана шул гүзәл Тыуған илебеҙ хаҡында халҡыбыҙҙың матур һүҙҙәре лә һаҡланған. Мәҡәл тиҙәр уларҙы. Хәҙер һеҙ мин тәҡдим иткән мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ.(слайд)
Парлы эш: ( мәҡәлдәр ҡағыҙ битендә ваҡланып бирелә, шуларҙы уҡыусылар йыйырға тейештәр.)
Үҙ илең – алтын бишек.
Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.
Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил яҡшы.
Тыуған ерҙән дә матур ер юҡ.
Иле барҙың көнө бар.
Әсәбеҙ ҙә, атабыҙ ҙа – ғәзиз Ватаныбыҙ.
Иле ныҡтың биле ныҡ.
7.Ижади эш.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе йомғаҡлап, беҙ ҙә Ватан тураһында шиғыр яҙып алайыҡ. (синквейн яҙыу)
Уҡытыусы. Бына Ватан тураһында беҙ ҙә ниндәй матур биш юллы шиғыр яҙҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп тағы уҡып китәйек. (хор менән уҡыу)
Уҡытыусы. Уҡыусылар, Тыуған иленә - Ватанына арнап шиғыр яҙған Р.Ниғмәтиҙе һеҙ ниндәй кеше итеп күҙ алдына килтерҙегеҙ? Хәҙер төркөмдәргә бүленеп эшләп алайыҡ.
1-се төркөм, шиғырҙы ҡулланып, Рәшит Ниғмәтигә яҙма рәүештә ҡылыҡһырлама биреп китһен, ә 2-се төркөм Р.Ниғмәти исеменән уҡыусыларға хат – мөрәжәғәт яҙһын. Ул һеҙгә нимә тип әйтергә теләне икән?
( уҡыусылар дәфтәрҙә эшләй)
Уҡытыусы. Шулай итеп, Р.Ниғмәтиҙе ниндәй итеп күҙ алдына килтерҙегеҙ? 1-се төркөмдөң яуаптарын тыңлап китәйек. (1-се төркөмдөң яуабын тыңлау)
Уҡытыусы. Шулай итеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ниғмәти, лайыҡлы ғүмер кисереп, халҡына хеҙмәт иткән. Тыуған илен, тыуған ерен, халҡын ысын күңелдән яратыуы уның шиғырҙарында сағылыш тапҡан. Хеҙмәтен оло баһалап, беҙ бөгөн дә уны онотмайбыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Уҡытыусы. Р.Ниғмәти ошо матур шиғыры менән беҙгә нимә тип әйтергә теләне икән? Әйҙәгеҙ уның исеменән яҙылған хат-мөрәжәғәттәрҙе тыңлап китәйек. (2-се төркөмдөң яуабын тыңлау)
Уҡытыусы. Р.Ниғмәти исеменән әйтелгән теләктәргә мин дә ҡушылам. Мин дә һеҙҙең Тыуған илебеҙҙе, Ватаныбыҙҙы яратыуығыҙҙы, аҡыллы булыуығыҙҙы, аң-белемгә ынтылыуығыҙҙы теләйем. Ватан ул – Рәсәй, Башҡортостан. Башҡортостаныбыҙҙы яратайыҡ, ҡәҙерләйек. Илен, телен, халҡын яратҡан, уны һаҡлаған кеше генә ысын шәхес була ала.
III. Йомғаҡлау.
- Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында белдек?(яуаптар)
–Уҡыусылар, һеҙ был дәрестән матур, кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Беҙ бөгөн әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған шағир, драматург, тәржемәсе, публицист Рәшит Ниғмәти тураһында һүҙ алып барҙыҡ. “Ни менән тын алһам һәм йәшәһәм, мин шуларҙы яҙҙым”, - ти Рәшит Ниғмәти.Ул ғүмер буйы халҡы менән тын алып, халыҡ рухы менән илһамланып, ил намыҫы булған сәсәндәр һүҙен дауам итеп йәшәне һәм ижад итте. Шуға ла ул халыҡ шағиры тигән юғары баһаға лайыҡ булды.
Өйгә эш. 1). Ватан тураһында өлгө буйынса шиғыр яҙырға.
___________ илем
___________ерҙәрең
___________теләгем
___________көндәрең
2).Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнергә.
3).Шиғырҙан өҙөк ятларға.