| Дата | | Класс | 5 б | Фән | Әҙәбиәт |
| Дәрестең | темаһы | Р. Ниғмәти. Хәйерле юл! |
| төрө | яңы теманы үҙләштереү |
| маҡсаты | 1. белем биреү | Р. Ниғмәти тураһында мәғлүмәт биреү, “ Хәйерле юл” әҫәре менән танышыу |
| 2. үҫтереүсе | Тасуири уҡыу, һөйләү күнекмәләрен биреү, телмәр ,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу |
| 3. тәрбиәүи | Тыуған илгә, туған мәктәпкә, уҡытыусы һөнәренә ихтирам тәрбиәлә, белем алыуға ынтылыш уятыу |
| Йыһазландырыу | Дәреслек,китаптар, презентация, мультимедия проекторы, экран, ноутбук |
| Дәрес барышы. |
| Дәрес этаптары | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге | Иҫкәрмә |
| Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу ( ойоштороу өлөшө) | Яңы уҡыу йылы менән ҡотлау, изге теләктәр еткереү | | |
| Өйгә бирелгән эште тикшереү Үтелгән тема буйынса эштәр. | Әҙәбиәт, балаларҙың йәйге каникул ваҡытында уҡылған китаптары тураһында әңгәмә ҡороу | Әңгәмә ҡора | |
| Белемдәрҙе актуалләштереү | Минең изге теләктәремә бөгөн Р. Ниғмәти ҙә ҡушыла. Ул да һеҙгә бөгөн хәйерле юл теләй. | Һорауҙарға яуаптар | |
| Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу | Р.Ниғмәти ни өсөн беҙгә : “Хәйерле юл һеҙгә!”, - тип өндәшә икән? | Яуаптар | |
| Дәрестең маҡсатын һәм темаһын билдәләү | - Бөгөнгө темабыҙ ниндәй? -Тимәк, ниндәй маҡсаттар, ниндәй бурыстар ҡуябыҙ үҙебеҙең алдыбыҙға бөгөнгө дәрестә? | Дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр | |
| Яңы материлды өйрәнеү Уҡыу проблемаһын сисеү. | 1)Шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу алдынан автор тураһында , уның әҫәрҙәре тураһында белгәндәрен иҫкә төшөрөү 2) Р. Ниғмәти тураһында презентация күрһәтеү 3) Шиғырҙы тәүҙә уҡытыусы тасуири уҡып сыға 4) Һүҙлек эше. 5)Йөкмәткеһе буйынса әңгәмә ҡороу - Шиғыр һеҙгә оҡшанымы? - Ҡайһы бүлеге нығыраҡ оҡшаны? Ни өсөн? - Ҡайһы юлдар, айырыуса, оҡшаны? - Ниндәй көндө иң гүзәл көн , ти автор? Ни өсөн? - Белем биреүсе кеше тураһында Р. Ниғмәти нисегерәк итеп яҙған? Ниндәй тойғолар менән яҙған? -Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәүге уҡытыусығыҙ тураһында ниндәй йылы һүҙҙәр әйтер инегеҙ? - Шиғырҙағы балалар тураһында һеҙҙең ниндәй фекерҙәр тыуҙы? Татыуҙармы үҙ-ара? Ә һеҙҙең класығыҙ татыумы? Ул нимәлә сағыла? 6) Ни өсөн уҡыусылар әңгәмәһе һыҙыҡ аша бирелә? 7) Ә һеҙҙең арала ниндәй диалог булды, нимә тип әңгәмә ҡорҙоғоҙ оҙайлы йәйге ялдан һуң, һағынышып осрашҡас? | - Презентация ҡарау Уҡытыусының тасуири уҡығанын иғтибар менән тыңлау Мәғәнәләре аңлашылмаған һүҙҙәрҙе яҙып алыу Әңгәмә, һөйләшеү, һорауҙарға яуап эҙләү, текст менән эшләү Уҡыусылар яуаптары: бер-береңде хөрмәт, ярҙам итеүҙә, тыңлай, ишетә һөйләшә белеүҙә. | |
| Ял минуты | Тын алышын көйләүгә күнекмәләр | Күнекмәләрҙе үтәү | |
| Белемде нығытыу. | 1)Шиғырҙы тасуири уҡыу 2) Китаптың 12-се битендәге һорауҙарға яуап биреү 3) Слайдта күрһәтелгән белем тураһындағы мәҡәлдәрҙең икенсе яртыһын табырға | Шиғырҙы тасуири уҡыу күнекмәләре Яуаптар | |
| Өйгә эш. | Белем тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә Билдәле шәхестәрҙең белем тураһында әйткән һүҙҙәре “ Мәктәпкә” бүлеген ятларға | Өйгә эш яҙып алалар | |
| Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия. Баһалау. | 1)-Шулай итеп, дәрестә нимә тураһында һөйләштек, нимәләр белдек? -Ни өсөн шиғыр Р. Ниғмәтиҙең шиғыры “ Хәйерле юл !” тип атала? -Р.Ниғмәти ни өсөн беҙгә : “Хәйерле юл һеҙгә!”, - тип өндәшә икән? - Р. Ниғмәти бөгөн беҙҙе ниәгә өйрәтте? - Бөгөнгө һөйләшеү файҙалы булдымы? - Үҙегеҙ өсөн нимә алдығыҙ бөгөнгө дәрестән - Алған белемдәрегеҙ кәрәк буласаҡмы? - Киләсәктә илебеҙгә ниндәй кешеләр кәрәк буласаҡ? 2)Нимә аңлашылманы, нимә еңел бирелде, нимәлә ҡыандырҙы һеҙҙе? 3) дәрестәге эшегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ? 4) уҡытыусының баһалауы | Уҡыусыларҙың яуаптары. Үҙбаһалау | |