Министерство образования Республики Башкортостан
ГБОУ Республиканская гимназия-интернат им. Г.Альмухаметова
Рассмотрено на Согласовано Утверждено
Заседании ШМО зам директора по УНМР Директор ГБОУ РГИ
Протокол № __от_____ Нигматуллина А.А. _____ им.Г. Альмухаметова
Руководитель МО от __________ Сафина Э.Р. _____ Атангулова Р.A. ______приказ № __ от __
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА
по башкирскому языку и литературе
для 5а, б, в классов
на 2016/2017 учебный год
учителя башкирского языка и литературы
Худайбердиной Гузель Зулфаровны
Уфа – 2016
Оглавление
I. Планируемые результаты 3-5
II. Содержание учебного курса. Учебно-тематическое планирование курса 5-7 III.Календарно-тематическое планирование 7-11
IV. План проведения контрольных работ (Приложение I). 12
Контрольно-измерительные материалы (Приложение II) 12-14
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе разработана на основе следующих нормативно-правовых документов и УМК:
1.Закона "Об образовании в Российской Федерации” от 29 декабря 2012 года №273-ФЗ.
2. Федерального государственного образовательного стандарта основного общего образования от 17 декабря 2010 года №1897.
3. Приказа Минобрнауки РФ от 31.03.2014 № 253 «Об утверждении федерального перечня учебников, рекомендованных к использованию при реализации имеющих государственную аккредитацию образовательных программ начального общего, основного общего, среднего общего».
4. Примерной общеобразовательной программы для общеобразовательных учреждений. Программа по башкирскому языку основного общего образования для 1-11 классов средней школы. Авторы: Ижевск: Тулумбаев Х.А., Давлетшина М.С., Габитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск: “Книгоград”,2010.
5.Учебного плана ГБОУ РГИ имени Газиза Альмухаметова на 2016/2017 учебный год. Приказ № 216 ОД от 26.08.2016 г.
6.Ориентирована на УМК. Уҡыу ҡулланмаһы: Башҡорт теле. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. 3-сө баҫма. Авторҙары: М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова, Г.Н.Абдулхаева. - Өфө: Китап, 2014.
I. Планируемые результаты
Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
Метапредмет һөҙөмтәләр:уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү; танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу; уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре:башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә (курс йөкмәткеһе кимәлендә).
А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә).
Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:
һөйләү телмәрендә:
- аралашыуҙың типик ситуацияларында этикет диалог алып барыу;
- уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;
Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү):
-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
-башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙеҡулланыу; тыңлап аңлауҙа:
-уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы;
-аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;
уҡыуҙа:
-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстар-ҙы ҡысҡырып уҡыу;
-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;
яҙма телмәрҙә:
-яҙыу техникаһына эйә булыу;
-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм шәхси хат яҙыу;
-башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Социомәҙәни компетенция.
-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;
Б. Танып белеү сфераһы:
-башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү; өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү; ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; үҙ-үҙеңде баһалай белеү;
В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:
-башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү; балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.
Г. Эстетик сферала: башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү; балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.Д. Хеҙмәт сфераһында: уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.
Рус мәктәптәрендә балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең өс төп үҙенсәлектәре:
1.Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү - үҙәк бурыс.
2.Тел менән әҙәби материалдар бергә ҡушып өйрәнелә (интеграциялы).
3.Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш). Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә.
Программа ла, дәреслектәр ҙә тематик һәм коммуникатив принциптан сығып төҙөлгән. Дәреслек материалдары программаға ярашлы алынған. Рус телле балалар өсөн әсбаптар сит телдәр өйрәнеү методикаһына таяна.
Ошоларға таянып, программа һәр класс өсөн түбәндәгеләрҙе эсенә ала:
-класта һәм өйҙә һөйләшеү темалары;
- класта һәм өйҙә уҡыу өсөн әҫәрҙәр исемлеге;
-практик үҙләштереү өсөн тел материалдары;
-уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;
-балаларҙың белемен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары.
Алда ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуҙың түбәндәге методтарын һәм формаларын ҡулланырға кәрәк:
-информацион технологиялар;
-уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы;
-проблемалы уҡытыу;
-проекттарҙы һәм ижади эштәрҙе презентациялау;
-уйын алымдары;
-тестар эшләү;
-төркөмләп эшләү һ.б.
Уҡыусыларҙың белемдәрен һәм күнекмәләрен, ҡаҙаныштарын контролләү формалары:
- һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;
- һорауҙарға яуаптар яҙыу;
-тестар;
-ижади эштәр (тематик яҡтан,жанр йәһәтенән төрлө иншалар һ.б.);
-докладтар;
- яҙма эштәр (диктант, изложение).
II.Содержание учебного курса
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө
Программа бөтәһе 70 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 2 сәғәт иҫәбенән.
| № | Лексик темалар | Грамматик темала | Сәғ. һаны |
| 1. | Һаумы, мәктәп! Һаумы, уҡытыусым! | Башҡорт алфавиты. Исем. Сифат. | 10 |
| 2 | Үҙем тураһында. | Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. | 9 |
| 3 | Йыл миҙгелдәре. | Һорау, күрһәтеү, билдәһеҙлек, билдәләү алмаштары. | 8 |
| 4 | Башҡортостанды беләһеңме? | Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары. | 6 |
| 5 | Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена. | Эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым. | 5 |
| 6 | Яңы йыл менән! | Ҡылымдарҙың зат һәм һан менән үҙгәреше. | 7 |
| 7 | Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар. | Синонимдар. | 4 |
| 8 | 8 Март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. | Антонимдар. | 5 |
| 9 | Яҙ етте. | Омонимдар. | 5 |
| 10 | Яҙғы эштәр. | Һан. | 5 |
| 11 | Яҙғы байрамдар. | Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 6 |
| | Бөтәһе: | | 70 |
Контроль эштәр
| № | Практик эш төрҙәре | Һаны |
| 1 | Диктанттар | 4 |
| 2 | Изложениелар | 2 |
| 3 | Иншалар | 2 |
| 4 | Күсереп яҙыу | 1 |
| 5 | Һорауҙарға яуап биреү | 1 |
Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел һәм лингвистик, мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.
Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.
Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.
III. Календарно-тематическое планирование
Календарь-тематик план
| № | Дәрестәр темаһы | Сәғ һаны | Үткәрелеү ваҡыты | Иҫ кәрмә |
| План буйынса | Фактик |
| I | Һаумы, мәктәп! Һаумы,уҡытыусым! | 9 | |
| 1 | Белем көнө.Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | 1-3.09 | | |
| 2 | Яңы уҡыу йылы. Башҡорт алфавиты. | 1 | 5-10.09 | | |
| 3 | Беҙҙең ғаилә. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. | 1 | | | |
| 4 | Беҙҙең мәктәп. Исемдәрҙең күплек ялғауы. | 1 | 13-17.09 | | |
| 5 | Тикшереү диктанты. Каникулда. | 1 | | | |
| 6 | Класташтарым.Да (дә), ҙа (ҙә), ла (лә), та (тә) киҫәксәләрен ҡулланыу. Хаталар өҫтөндә эш. | 1 | 19-24.09 | | |
| 7 | Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | 1 | | | |
| 8 | Уҡыусылар.Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. | 1 | 26-01.10 | | |
| 9 | Ҡурай моңо. Сифат. | 1 | | | |
| 10 | Һынамыштар. Сифат. | 1 | 03-08.10 | | |
| II | Үҙем тураһында. | 8 | | | |
| 11 | Күсереп яҙыу. Ике иптәш. | 1 | | | |
| 12-13 | Үҙем тураһында. Берлектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. | 2 | 10-15.10 | | |
| 14 | Күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше . | 1 | 17-22.10 | | |
| 15 | Беҙҙең әсәй. Алмаш. Зат алмаштары. | 1 | | | |
| 16 | Яңы фатир. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. | 1 | 24-29.10 | | |
| 17 | Көн тәртибем. Алмаш. | 1 | | | |
| 19 | Минең ҡустыларым. К-г, ҡ-ғ, п-б тартынҡыларының сиратлашыуы. | 1 | 07-12.11 | | |
| 18 | Үтелгән темалар буйынса һорауҙарға яуап биреү. | 1 | | | |
| III | Йыл миҙгелдәре. | 8 | | | |
| 20 | Йыл миҙгелдәре. Сифаттың исем менән ярашыуы. | 1 | 14-19.11 | | |
| 21 | Көҙ билдәләре. Һорау алмаштары. | 1 | | | |
| 22 | Көҙгө эштәр.Күрһәтеү алмаштары. | 1 | 21-26.11 | | |
| 23 | Миҙгелдәр. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. | 1 | | | |
| 24 | Беҙҙең ҡалала көҙ. Билдәһеҙлек алмаштары. | 1 | 28.11-03.12 | | |
| 25 | Көҙ – рәссам. Билдәләү алмаштары. | 1 | | | |
| 26 | Көҙгө урман. Юҡлыҡ алмаштары. | 1 | 05-10.12 | | |
| 27 | Кластан тыш уҡыу. Ф.Иҫәнғолов. Һин ни эшләр инең? | 1 | | | |
| IV | Башҡортостанды беләһеңме? | 7 | | | |
| 28 | Республикабыҙҙың тыуған көнө!Яңғыҙлыҡ исемдәр. | 1 | 12-17.12 | | |
| 29 | Контроль диктант. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ. | 1 | | | |
| 32 | Салауат Юлаев һәйкәле. Һөйләм төҙөлөшөн ҡа-батлау. | | 19-24.12 | | |
| 31 | Административ контроль эш. | 1 | | | |
| 30 | Ватаным – Башҡортостан. Уртаҡлыҡ исемдәр. | 1 | 26-30.12 | | |
| 33 | Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы. Исем. Хаталар өҫтөндә эш. | 1 | | | |
| V | Кеше.Тән ағзала- ры. Шәхси гигиена | 5 | | |
| 34 | Тән ағзалары. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. | 1 | 16-21.01 | | |
| 35 | Шәхси гигиена. Эйәлек килеш ялғауҙары. | 1 | | | |
| 36 | Һаулығым – байлығым. | 1 | 23-28.01 | | |
| 37 | Өйрәтеү изложе-ниеһы.Юлбарыҫ менән төлкө. | 1 | | | |
| 38 | Һаулығыңды һаҡла. Ҡылым. | 1 | 30.01-04.02 | | |
| VI | Яңы йыл менән! | 8 | | | |
| 39 | Башҡортостанда ҡыш. Ҡылым. | 1 | | | |
| 40 | Ҡышлаусы ҡоштар. | 1 | 06-11.02 | | |
| 41 | А.Исмәғилев. Яуа ҡарҙар...Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше. | 1 | | | |
| 42 | Карнавал! Карнавал! Ҡылымдарҙың һан менән үҙгәреше. | 1 | 13-18.02 | | |
| 43-44 | Т/ү. “Ҡышҡы уйындар“ һүрәте буйынса инша яҙыу. | 2 | 20-25.02 | | |
| 45 | Яңы йыл ҡайҙа нисек үтә? Ҡылым. | 1 | | | |
| VII | Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар. | 5 | | | |
| 46 | Аҙыҡ-түлек магазинында. Һөйләм төҙөү күнекмәләре. | 1 | 27.02-04.03 | | |
| 47 | Яңы күлдәк. Синонимдар. | 1 | | | |
| 48 | Магазинда. Исемдең һан менән үҙгәреше. | 1 | 06-11.03 | | |
| 49 | Баҙарҙа. Исемдәрҙең күплек ялғауы. | 1 | 13-18.03 | | |
| VII | 8 март – ҡатын- ҡыҙҙар көнө. | 4 | | | |
| 50 | Тикшереү диктанты. Көләс булһын әсәйҙәр! | 1 | | | |
| 51 | 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Антонимдар. | 1 | 20-24.03 | | |
| 52-53 | Ә. Ихсан. Әсә рәхмәте. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре. Хаталар өҫтөндә эш. | 2 | | | |
| 54 | Кластан тыш уҡыу дәресе. Яғымлы һүҙҙәр. | 1 | 03-08.04 | | |
| IX | Яҙ етте. | 6 | | | |
| 55 | Ә.Ихсан. Яҙ. Омонимдар. | 1 | | | |
| 56 | Яҙ ҡайтҡан йылы яҡтан. Омонимдарҙы телмәрҙә ҡулланыу. | 1 | 10-15.04 | | |
| 57 | Ҡоштар ҡасан ҡайта? | 1 | | | |
| 58 | Еңеү көнө. Эйәлек төшөнсәһе. | 1 | 17-22.04 | | |
| 59 | Өйрәтеү изложениеһы. Мәргән. | 1 | | | |
| X | Яҙғы эштәр | 4 | | | |
| 60 | Яҙғы өмә. Йы, йе, йо, йө, йү хәреф ҡушымсалар. | 1 | 24-29.04 | | |
| 61 | Баҡса эштәре.Һан. | 1 | | | |
| 62-63 | Телмәр үҫтереү. Р.Нурмөхәмәтовтың "Эштән һуң" картинаһы буйынса инша. | 2 | 02-06.05 | | |
| 64 | Яҙҙың тәүге сәскәһе. Һандарҙы телмәрҙә ҡулланыу. | 1 | 08-13.05 | | |
| XI | Яҙғы байрамдар. Ҡабатлау. | 6 | | | |
| 65 | В.Э.Меостың «На родине З.Исмагилова. Серменово» картинаһы б-са әңгәмә. | 1 | | | |
| 66 | Йыллыҡ контроль диктант. Яңғыҙ ҡайын. | 1 | 15-20.05 | | |
| 67 | Ҡуҙғалаҡ, йыуа байрамы. Хаталар өҫтөндә эш. | 1 | | | |
| 68 | Ҡарға бутҡаһы. “Алмаш” темаһын ҡабатлау. | 1 | 22-27.05 | | |
| 69 | Һабантуй. “Исем” темаһын ҡабатлау. | 1 | | | |
| 70 | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | 31.05 | | |
IV. План проведения контрольных работ.
Контроль эштәр үткәреү планы
Приложение 1
| № | Яҙма эштәр үткәреү планы | Үткәреү ваҡыты |
| План буйынса | Фактик |
| 1 | Тикшереү диктанты.Каникулда. | 13-17.09 | 16.09 |
| 2 | Күсереп яҙыу. Ике иптәш. | 03-08.10 | |
| 3 | Үтелгән темалар буйынса һорауҙарға яуап биреү. | 07-12.11 | |
| 4 | Контроль диктант. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ. | 12-17.12 | |
| 5 | Өйрәтеү изложениеһы. Юлбарыҫ менән төлкө. | 23-28.01 | |
| 6 | Телмәр үҫтереү. “Ҡышҡы уйындар” һүрәте буйынса инша яҙыу. | 20-25.02 | |
| 7 | Тикшереү диктанты. Көләс булһын әсәйҙәр! | 13-18.03 | |
| 8 | Өйрәтеү изложениеһы. Мәргән. | 17-22.04 | |
| 9 | Телмәр үҫтереү. Р.Нурмөхәмәтовтың "Эштән һуң" картинаһы буйынса инша. | 02-06.05 |
|
| 10 | Йыллыҡ контроль диктант. Яңғыҙ ҡайын. | 15-20.05 | |
Контрольно-измерительные материалы
Приложение 2.
Тикшереү диктанты. Каникулда
Йәйҙе мин быйыл ауылда үткәрҙем. Мин унда үҙемә яҡшы дуҫтар таптым. Уларҙың исеме : Марат, Руслан, Азат, Салауат. Мин улар менән бергә күлгә, урманға йөрөнөм. Еләк-емеш, бәшмәк йыйҙыҡ, күлдә балыҡ тоттоҡ. Күлдә, кәмәлә йөрөүе бик куңелле икән! Ата-әсәйемә лә баҡса эштәрендә ярҙам иттем.(43 һүҙ).
Контроль диктант. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!
Тыуған яҡтарыма ҡайтып барам. Эйе, Башҡортостан бик матур. Ләкин, бара торғас, тирә-йүн үҙгәреп китте. Ҡоштар ҙа һирәк күренгәндәй, үләндәр ҡыҫҡа, һарғайып бөткән.Үкенескә ҡаршы, был ерҙәр шундай. Стәрлетамак, Салауат, Ишембай, Мәләүез ҡалаларындағы заводтарҙан сыҡҡан төтөн, бысраҡ һыу тирә-яҡты зарарлай. Беҙгә тыуған тәбиғәттең матурлығын һаҡлау сараһын күрергә кәрәк.(48 һүҙ.) (“Йәншишмә” газетаһынан.
Тикшереү диктанты. Көләс булһын әсәйҙәр!
Әсәй! Ниндәй изге һүҙ. Был һүҙҙе ишеткәс тә, һәр кем үҙ әсәһен күҙ алдына килтерә. Беҙҙе кем ҡарай? Кем беҙҙең өсөн ҡайғыра һәм шатлана? Кем иркәләп һөйә? Әлбиттә, әсәй. Һәр кемгә үҙенең әсәһе матур ҙа, аҡыллы ла, эшсән дә, сабыр ҙа. Гел шат, көләс, тыныс булһын улар. (50 һүҙ.)
Йыллыҡ контроль диктант. Янғыҙ ҡайын
Бына, көтә торғас, көндәр ҙә йылына башланы. Ҡарҙар иреп, һыуҙар ташты. Ҡайынға ла йән инде. Тамырҙан күтәрелгән татлы һуттан һәр бөрө хәрәкәткә килде. Ҡайын бер кемдән дә бөрөһөн йәлләмәне: улар бик файҙалы бит. Көндәр үтә торҙо. Ҡайын аҡ зифа буйлы, йәшел кулдәкле матур ағасҡа әйләнде. (47 һүҙ.) (Ф. Фәтҡуллина.)
Үҙ аллы эш
Просклоняйте глагол «теләйем»:
а)Мин киләсәктә модельер һөнәрен үҙләштерергә ............
б)Һин киләсәктә модельер һөнәрен үҙләштерергә ............?
в)Һеҙ киләсәктә модельер һөнәрен үҙләштерергә .............?
г)Беҙ киләсәктә модельер һөнәрен үҙләштерергә ...............
д)Улар киләсәктә модельер һөнәрен үҙләштерергә ...........
2. Закончите предложения. Напишите глаголы.
а) Беҙҙең гимназияла формаһыҙ йөрөү ............
б)Ҡалын тун һыуыҡтан ............
в) Азат спорт стилен ..........
г)Коляны джинсы салбары ........
д) Альбина үҙ-үҙенә ныҡ ........
3. Составьте предложения:
а) Өләсәһе, бүләк, башҡорт милли кейеме, Динәнең, иткән.
б)Камзул, музейында, һаҡлана, мәктәп.
в) Фотоға, кейеп, Матвей, кафтан, төштө.
г)Була, университетта, дизайнерға, уҡып.
д)Парижда, мода, май, аҙналығы, айында, үтте.
е) Оҡшай, урыны, Маратҡа, эш.
Тест
Ҡайһы форма дөрөҫ? Ҡайһы яуап тап килә?
| 1. а) Мин башҡортмын. б)Мин башҡортмон. + в)Мин башҡортмен. | Хәлдәр нисек? а)Һәйбәт. + б)Эйе. в) Хуш. |
| 3. а)Беҙ французбыҙ түгел. б)Беҙ француз түгелбеҙ. + в)Беҙ француз түгелбеҙҙәр. | Һаумыһығыҙ! а)Яҡшы! б)Һау булығыҙ! в)Хәйерле көн! + |
| 2. а)Һеҙ төрөкмөһөгөҙ? б)Һеҙ төрөкһегеҙме? в)Һеҙ төрөкһөгөҙмө? + | Исемегеҙ нисек? а) Белмәйем. б)Тимур. + в) Рәхмәт. |
| Һорауҙар уйлағыҙ: а) ................................? Әле белмәйем, ләкин өйрәнәм. | Был кем? а)Өҫтәл. б)Салауат. + в)Ҡуян. |
| б) .................................? Минеңсә, ауыр түгел. | Тимур ҡайҙан? а) Сумканан. б)Башҡортостандан. + в)Шкафтан. |
| в).................................? Мин риза. | г) .................................? Минеке түгел. |
| д) .................................? Бушаһам, бәлки барырмын да. | е) .................................? Эйе, уҡып сыҡтым. |
13