СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по башкирскому языку

Нажмите, чтобы узнать подробности

Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса.

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по башкирскому языку»


МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

ОСНОВНАЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С.ТАКТАГУЛОВО

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАКАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН



Рассмотрено и принято

на заседании педагогического совета

Протокол №___ от

_______ 20__ г.

Согласовано.

Зам. дир. по УВР_____Раянова Н.Г.

«_____»____________20__г.

Утверждаю.

Директор школы:

__________ Галлямов В.К.

Приказ №____ от

«___»__________20__г.






РАБОЧАЯ ПРОГРАММА ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ

5 класс

ДЛЯ ОБУЧАЮЩИХСЯ ОСНОВНОГО ОБЩЕГО ОБРАЗОВАНИЯ




Срок реализации рабочей программы: 20__-20__ учебные годы


  • Рабочая программа учебного предмета «Башкирский язык» составлена с учетом:

  • Программы по башкирскому языку . Составители: В.Ш. Псянчин, Ю.В. Псянчин Программы по башкирскому языку для V-XI классов. Ижевск: КнигоГрад, рекомендованной Министерством Образования Республики Башкортостан.

  • Закона Республики Башкортостан «О Республиканском комплекте учебников для общеобразовательных учреждений» (в ред. №367-з от 03.11.2006 г.)

  • ООП ООО МОБУ ООШ с. Тактагулово – IIступень обучения;




Составитель: Раянова Нурия Гаделяновна



Год составления рабочей программы: 20___ г



  1. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре:


Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте аңлап ҡабул итеү(тема, фекер, мәғлүмәттәр);

  • уҡыу күнекмәләре (эҙләнеү, ҡарап сығыу, өйрәнеү), стиль, жанрҙар;

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәт һайлап алыу күнекмәләре;

  • тәғәйен материалды системаға килтереү;

  • фекерҙе сағыштыра белеү, һөйләү һәм яҙыу

  • уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы әйтеп йә яҙып бирә белеү;

  • текст менән эш: план, һөйләү, конспект, аннотация;

  • төрлө телмәр тибында һәм стилендә яҙма текст төҙөй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә алыу;

  • монолог һәм диалог төрҙәрен үҙләштереү (этикет, диалог-һорашыу, аралашыу, диалог-фекер һ.б.);

  • аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, стилистик, орфографик һәм пунктуацион нормаларҙы һаҡлап, телмәр ҡора белеү;

  • доклад, реферат менән сығыш яһау, бәхәстә аргументтар ҡулланып, проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

  • белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта һәм предмет-ара ҡуллана белеү;

  • телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

  • башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

  • гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм ролен аңлау;

тел ғилеменең бүлектәре; тел һәм телмәр; һөйләү һәм яҙма телмәр; монолог һәм диалог, уларҙың төрҙәре; текст төрҙәре, стилдәр, телдең берәмектәре;

  • лексика һәм фразеологияның стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

  • һүҙгә төрлө анализ төрҙәре: фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ;

  • тел-һүрәтләү сараларын ҡулланыу;

туған телдең функцияһын таныу, телмәрҙең эстетик ҡиммәтен баһалау.


Предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

  1. Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:
    - уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырырға; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;
    - мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырырға;
    - тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем бирергә;
    -һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.

2. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:
- үтенес менән уҡытыусыға класташыңа өлкәндәргә өндәшергә:
уҡыу объектыын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағыштырыға анализларға һәм һығымта яһарға:
аралашыу оҫталығын шымартыу: тыңларға , яуап бирергә; һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә;
диалог, монолог ҡора белергә;
мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә; алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға ; 
мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға;
парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә;эште планшатырырға , уны тормошҡа ашырырға

Шәхси үҫеш кимәле
Баланы шәхес итеп үҫтереү кешелек сифаттарын тәрбәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу. Был йүнәлештә уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға әҙәи әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү фекереңде булдырырға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә. 
Метапредмет кимәле
Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятивһәм коммуникатив эшмәкәрлег, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға белем алырға өйрәтеү.
Предмет- ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:
әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материлдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
-әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау(тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
-үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡвғиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;
-йәмғиәттәге тәртип һәм әхләҡ ҡағиҙәләрен белеү;
аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу,
төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.
Предмет кимәле.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡуланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
-компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу; 
-уҡыу техникаһын үҙләштереү;
- уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;
- интерпретацияның төп элемнттарын үҙләштереү;
- әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу,
- үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ алла һайлай алыу;
- һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;
- үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;
- монологтар төҙөү, тектың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;
- һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;
- шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу. 



  1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе


Тел белеме. Телмәр күнекмәләре. Тел аралашыуҙың иң мөһим сараһы. Туған телебеҙ – башҡорт теле. Уның төрки телдәре ғаиләһенә ҡарауы.

1- 4 –се кластарҙа морфология һәм орфографиянан үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү, системалаштырыу һәм нығытыу. Һүҙҙең морфологик киҫәктәре: тамыр һәм ялғауҙар. Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Исемдәрҙең һан, килешменән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Сифат. Сифаттарҙфң дәрәжәләре. Цифр менән бирелгән һандарҙа, даталарҙа ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы. Ҡылымдарҙың заман, һан, зат һәм барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше.

Синтаксис һәм пунктуация. Телмәр мәҙәниәте. Синтаксис һәм тыныш билдәләре (пунктуация) тураһында төшөнсә. Һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнештә эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙәр. Интонацияға, һөйләү маҡсатына һәм хис-тойғо биҙәгенә ҡарап, һөйләмдәрҙең бүленеүе: хәбәр, һорау, өндәү, бойороҡ һөйләмдәр. Уларҙың интонацион үҙенсәлектәре. Пунктграмма, һөйләмдәрҙән һуң тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Һөйләмдең баш киҫәктәре: эйә, хәбәр; һөйләмдәрҙең эйәрсән киҫәктәре; аныҡлаусы, тултырыусы, хәлдәр. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Теркәүесһеҙ һәм теркәүесле тиң киҫәктәрараһында тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр араһындағы ә, ләкин, һәм, шулай уҡ кеүек теркәүестәрҙең янында тыныш билдәләре. Өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләре. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә (һәр ябай һөйләмдә эйәһе лә, хәбәре лә булған ҡушма һөйләмдәр менән эш ителә), араһында һәм, ә, ләкин, йә, йәки, әгәр, шуның өсөн, шуға күрә, сөнки теркәүестәре алдында өтөр ҡуйып яҙыу. Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Диалог. Диалог алдында һыҙыҡ. Текст тураһында төшөнсә, уның өлөштәре, һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеше. Ҡыҙыл юл.

Фонетика. Графика. Орфография. Орфоэпия. Телмәр мәҙәниәте. Фонетика тураһында төшөнсә. Телмәр өндәре. Телмр ағзалары. Өндәрҙең яһалышы, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. А, о, ы, э һуҙынҡыларының ике төрлө әйтелеше. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге ҡаты һәм йомшаҡ тартынҡылар – һүҙҙәрҙең мәғәнәһен айырыусы өндәр, һүҙ башында һәм аҙағында айырым фонетик шарттарҙа [ҡ],[ к] өндәренең [ғ], [г] өндәренә үҙгәреү осраҡтары, һуҙынҡылар араһында[б], [п] өндәренең әйтелеүе. Өн һәм хәреф. Өндәрҙең яҙыуҙа хәрефтәр менән белдерелеүе. Алфвит. Орфография тураһында төшөнсә. Айырыу билдәләре: ь,ъ: уларҙың дөрөҫ ҡулланылышы. Йомшаҡлыҡ билдәһе – ь, уның дөрөҫ яҙылышы. О,а, ә, е, ё, ю, я, у, ү хәрефтәренең өн мәғәнәләре. Ижек. Ижектәрҙеңтөрҙәре, һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү. Баҫым. Баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәр. Баҫымдың һуңғы ижеккә, һүҙ уртаһындағы һәм тәүге ижеккә төшөү осраҡтары. Логик баҫым. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫым.

Лексика. Телмәр мәҙәниәте. Лексика тураһында дөйөм төшөнсә. Терминдың мәғәнәһен асыу. Башҡорт теленең һүҙ байлығы. Мәктәп һүҙлектәре: русса-башҡортса, башҡортса – русса һүҙлек. Аңлатмалы мәктәп һүҙлеге. “Башҡорт теленең һүҙлеге”. Һүҙҙең лексик мәғәнәһе. Һүҙҙәрҙең тура һәм күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы. Мәғәнәләре буйынса һүҙҙәрҙең төркөмдәре: тематик төркөмдәр, мәғәнәләре яғынан ҡылымдарҙың төркөмдәре. Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар.

Һүҙьяһалыш. Орфография. Телмәр мәҙәниәте. Тамыр һәм ялғауҙар. Тамыр һәм һүҙҙең нигеҙе (яһалма һүҙ). Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙҙәрҙә яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе. Һүҙьяһалыш. Һүҙьяһалыш юлдары: 1) һүҙгә ялғау ҡушыу юлы менән; 2) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән; 3) һүҙҙәрҙе парлау юлы менән; 4) һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән; 5) һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы менән. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Морфология. Телмәр мәҙәниәте. Һүҙ төркөмдәре тураһында төшөнсә. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Исемдең дөйөм мәғәнәһе, морфологик билдәләре (һан, эйәлек заты, килеш менән үҙгәреүе) һәм синтаксик вазифалары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең ҙур хәреф менән башлап яҙылыуы: географик атамалар, урам һәм майҙан исемдәре, тарихи ваҡиғалар, дәүләт байрамдары, китап, газета, журнал, картина, кинофильмдар, спектаклдәр, әҙәби һәм музыкаль әҫәрҙәр. Дәүләт һәм йәмәғәт учреждениелары исемдәренең дә ҙур хәреф менән башлап яҙылыуы. Исемдәрҙең төрлө юлдар менән: 1) һүҙгә ялғау ҡушыу, 2) һүҙҙәрҙе ҡушыу, 3) һүҙҙәрҙе парлау, 4) һүҙҙәрҙе бәйләү, 5) һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлдары менән яһалыуы.

Ҡылым. Уны телмәрҙә ҡулланыу. Ҡылымдың мәғәнәһе. Морфологик билдәләре (зат, һан менән үҙгәреүе, өс төрлө заманда, барлыҡта-юҡлыҡта ҡулланылыуы) синтаксик вазифалары. Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар. Үҙ аллы ҡылымдарҙың ярҙамсы ҡылым вазифаһындайөрөүе. Тамыр һәм яһалма ҡылымдар. Ҡылымдарҙың яһалыу юлдары: һүҙгә ялғау ҡушыу юлы менән; 2) ҡушма ҡылымдар. Ҡылымдың затлы формалары. Бйороҡ һөйкәлеше. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының мәғәнәһе: һан, зат менән үҙгәреүе. Хәбәр һөйкәлеше: хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының мәғәнәһе, уларҙың үткән, хәҙерге, киләсәк замандарҙа килеүе. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән, хәҙерге. Киләсәк заман формалары. Шарт һөйкәлеше: шарт һөйкәлеше ҡылымдарыныңмәғәнәһе һәм яһалышы. Уларҙың зат, һан, юҡлыҡ менән үҙгәреше. Теләк һөйкәлеше: теләк һөйкәлеше ҡылымдарының мәғәнәһе, уларҙың яһалышы һәм үҙгәреше.

Үтелгәнде ҡабатлау.



  1. Дәрес һаны буйынса тематик планлаштырыу




Дәрес темалары

Һаны

Контроль эштәр

1


Тел белеме. Телмәр күнекмәләре. Тел аралашыуҙың иң мөһим сараһы. 1- 4 –се кластарҙа морфология һәм орфографиянан үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү, системалаштырыу һәм нығытыу.

3

1

3

Синтаксис һәм пунктуация. Телмәр мәҙәниәте.

10

1

4

Фонетика. Графика. Орфография. Орфоэпия. Телмәр мәҙәниәте.

8

1

5

Лексика. Телмәр мәҙәниәте.

5

1

6

Һүҙьяһалыш. Орфография. Телмәр мәҙәниәте.

7

1

7

Морфология. Телмәр мәҙәниәте. Һүҙ төркөмдәре тураһында төшөнсә.

Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр.

Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу.

Ҡылым. Уны телмәрҙә ҡулланыу.


1

7

14



1

1

8

Үтелгәнде ҡабатлау. Йомғаҡлау.

5

1


60

8


Бөтәһе

68











  1. Календарь-тематик план

Үткәрелеү ваҡыты

Дәрестең темаһы


Иҫкәрмә

календ.

фактик

1



Тел-аралашыу сараһы. Һүҙ киҫәктәре



2



Исем. Һан



3



Сифат.Ҡылым



4



Инша «Көҙ». Телмәр үҫтереү.



5



Һүҙбәйләнеш. Һөйләм



6



Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр



7



Һөйләмдең баш киҫәктәре



8



Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре



9



Аныҡлаусы. Тултырыусы



10



Хәлдәр



11



Һөйләмдең тиң киҫәктәре



12



Текст. Өндәш һүҙ



13



Ҡушма һөйләм



14



Тура телмәр



15



Контроль диктант «Фәриҙә»



16



Хаталар өҫтөндә эш. Т. ү. Орфография (инеш дәрес)



17



Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр



18



Өн һәм хәреф. Алфавит



19



Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы



20



Ижек. Уларҙың төрҙәре



21



Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше



22



Тартынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше



23



Өндәрҙең оҡшашыуы



24



Изложение «Тейен»



25



Үтелгәндәрҙе ҡабатлау



26



Лексика



27



Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге



28



Һүҙҙең күсмә мәғәнәһе



29



Синонимдар.



30



Антонимдар



31



Контроль диктант «Йыртҡыстар»



32



Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау



33



Һүҙьяһалыш. Тамыр, ялғау



34



Ялғауҙарҙың төрҙәре



35



Тамыр һәм яһалма һүҙ



36



Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы



37



Инша «Ҡыш»



38



Һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары



39



Ҡушма һүҙҙәр



40



Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы



41



Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр



42



Исем



43



Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр



44



Эш ҡағыҙҙары



45



Ялғауҙар ҡушыу юлы менән исем яһалыу



46



Һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән исем яһалыу



47



Һүҙҙәрҙе парлау юлы менән исем яһалыу



48



Һүҙҙәрҙе бәйләү һәм ҡыҫҡартыу юлы менән исем яһалыу



49



Үтелгәндәрҙе ҡабатлау



50



Контроль диктант «Ҡояш»



51



Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау.



52



Ҡылым



53



Ҡылымдарҙың заман, зат һәм һан менән үҙгәреше



54



Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар



55



Тамыр һәм нигеҙ ҡылымдар



56



Ҡылымдарҙың яһалышы



57



Бойороҡ һөйкәлеше



58



Бойороҡ һөйк. ҡ-мдарының зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше



59



Хәбәр һөйкәлеше



60



Хәбәр һөйкәлеше ҡыл-ың заман менән үҙгәреше



61



Х.һ.ҡ үткән з-ны



62



Х.һ.ҡ хәҙерге з-ны



63



Х.һ.ҡ киләсәк з-ны



64



Изложение «Ишәк менән ат»



65



Шарт һөйкәлеше



66



Теләк һөйкәлеше



67



Контроль диктант «Кемдәр шатлана?»



68



Хаталар өҫтөндә эш. Дөйөмләштереү.













































Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!