СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по башкирскому языку.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Рабочая программа по башкирскому языку (как государственный) для 3 класса

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по башкирскому языку.»

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение Средняя общеобразовательная школа № 9 города Бирска муниципального района Бирский район Республики Башкортостан



РАССМОТРЕНО


на заседании кафедры предметов

гуманитарного цикла МБОУ СОШ № 9

Протокол № 1 от « 30 » августа 2018 года

Руководитель Е.С. Блинова

СОГЛАСОВАНО


Заместитель директора по УВР

Ф.М.Хафизова





РАБОЧАЯ ПРОГРАММА

УТВЕРЖДЕНО


Директор МБОУ СОШ № 9 А.В. Павлов

Приказ № 141-К от «30» августа 2018 года

по башкирскому языку для 3 В, 3Г классов

на 2018-2019 учебный год

Составила учитель башкирского языка и литературы

Мурашкинцева Римма Салиховна












Аңлатма яҙыу

Эш программаһы нигеҙләнеп төҙөлгән норматив документтар


-«Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында» федераль Законы (29.12.2012 йыл, № 273-ФЗ, ред.03.07.2016й.);

-«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» федераль Законы (25.10.1991 N 1807-1 ФЗ (ред. 12.03.2014);

-«Рәсәй Федерацияһының 2025 йылға тиклем дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы» (19.12.2012 йыл, №1666);

-«Рәсәй милләттәренең берҙәмлек нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәниәтен үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы( 2014-2020 йыл(20.08.2013 йыл, №718, ред.25.08.2015й.);

-Башланғыс дөйөм белем биреү дәүләт федераль станд. талаптарынан сығып Минобрнауки РФ (17.12.2010й, №1897);

-«Башҡортостан Республикаһында Мәғариф тураһында» Законы (01.07. 2013 йыл, №696-з);

-«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (15.02.1999 й, №216-з ( от 15.02.1999,ред. 28.03.2014 й);

-«Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәтте, сәнғәтте һәм кинематографияны үҫтереү» дәүләт программаһы (Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары, 26.06.2013 йыл, №279). Программа 2013-2018 йылдарға .

Дәүләт программаһы" Башҡортостан Республикаһының дәүләт телен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" ( Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафыннан раҫланған. 17 август 2018 йыл, № 395)

-Бойороҡ МБДББУ Бөрө ҡалаһының 9-сы УДББМ 30.08.2018 йыл №140-К «2018-2019 уҡыу йылында ҡулланыла торған дәреслектәр»;

-Мәктәп учреждениеһында уҡыусылар өсөн гигиеник талаптар СанПиН 2.4.2.2821 – 10 (29.12.2010йыл, №189);

-МБДББУ Бөрө ҡалаһының 9-сы УДББМ Башланғыс дөйөм белем биреү тураһында 2015-2019 йылдарға уҡытыу программаһы (31.08.2015йыл, №136-К);

-МБДББУ Бөрө ҡалаһының 9-сы УДББМ 2018-2019уҡыу йылына уҡыу календарь графигы (30.08.2018 й, №145-К);

-МБДББУ Бөрө ҡалаһының 9-сы УДББМ 2018-2019 уҡыу йылына уҡыу планы (31.05.2018йыл, №124-К);

-Бөрө ҡалаһы 9-сы мәктәп уҡытыусылары тарафынан эшләнгән һәм раҫланған уҡыу предметтарының эш программаһының положениеһы (31.08.2015йыл, №136-К).

Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм ойошмаларының 1-4-се кластары өсөн "Башҡорт теле" (дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса белем биреү өлгө программалары-"Китап", Өфө, 2017г.

Дәреслек

Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле буларак) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы.- 2-се баҫма/М.С.Дәүләтшина, Н.Н. Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова.- Өфө: Китап ,2017 г.

"Башҡорт теле" уҡыу ҡулланмаһына эш дәфтәре: уҡытыу рус телендә алдып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен 2-се йыл өйрәнеүсе 3-сө класс уҡыусылары өсөн башҡорт (телен дәүләт теле булараҡ) өйрәнеүселәр өсөн /М.С.Дәүләтшина, Н.Н. Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова.- Өфө: Китап ,2018 г.

"Башҡорт теле": контроль эштәр дәфтәре: уҡытыу рус телендә алдып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеүселәр өсөн /М.С.Дәүләтшина, Н.Н. Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова.- Өфө: Китап ,2018 г.



Маҡсаттар һәм бурыстар


Программа башҡорт телен өс йүнәлештә – телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

  • балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  • тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  • лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙең өсөнсө класс уҡыусылары алдына түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

  • бәләкәй кластарҙа үҙләштерелгән диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу;

  • һорау биреү, һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап биреү;

  • һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереү, һүҙ байлығын арттырыу;

  • текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү;

  • программаға ярашлы грамматик материалды үҙләштереү;

  • тыуған төйәк, кешенең һәйбәт сифаттары хағында әҫәрҙәр уҡыу.

Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы

Башҡорт телен уҡытыу барышында уҡыусылар өсөн мөһим роль уйнаған дөйөм уҡыу бүлеген, күнекмәләрен һәм эшмәкәрлек ысулдарын үҫтереү буйынса маҡсатлы эшләү түбәндәгенән тора:

- интеллектуаль (дөйөмләштереү, классификациялау, сағыштырыу, үҫеш һ.б.);

- танып белеү эшмәкәрлеге (уҡыу-танып-белеү мотивтары, уҡыуҙа үҙаллылыҡ һәм үҙ-үҙеңде ижади яҡтан күрһәтеү кәрәклелеге һәм уҡыу эшмәкәрлеге барышында яңы маҡсаттар һайлау, ҡуйыу, ҡабул итеү һәм уларға өлгәшеү өҫтөндә эшләү);

-ойоштороу (хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙэшмәкәрлекте планлаштырыу эше).

Эш программаһын өйрәнгәндә, дөйөмләштереү, классификация тышҡы контролдән үҙконтролгә, һөҙөмтә буйынса контролдән эш ысулы буйынса контролгә, булғанды аныҡлауҙан алға сығып өйрәнеү кеүек дөйөм уҡыу интеллектуаль белектәрен үҫтереү аша тормошҡа ашырыла.

Башҡорт телен үҙләштергәндә мәғлүмәти мәҙәниәт менән бәйле оҫталыҡтар формалаша: уҡыу, яҙыу, дәреслек менән эффектив эшләү, лингвистик һүҙлек һәм белешмәләр менән файҙаланыу.

Программа уҡытыусы һәм уҡыусы, уҡыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге булараҡ уҡыу процесын ойоштороуҙа йүнәлтелгән. Бындай хеҙмәттәшлек нигеҙендә “башҡорт теле” предмет булараҡ, уны тәүге тапҡыр асыу һәм предметты төрлө яҡлап анализлау ойошторола. Предметтың үҙәк өйрәнеү өлөшө булып телмәр ярҙамында телдең коммуникатив фукцияһы булыуы асыҡлана.

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеше

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу планында предметтың урыны

Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 3-сө кластарҙа 35 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт, 35 уҡыу аҙнаһы).

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре



Башҡорт телен башланғыс кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

  • уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

  • башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

  • уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

  • уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыуҙа:

  • өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

  • өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

  • яҙыу техникаһына эйә булыу;

  • үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

  • башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

  • төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

  • башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

  • башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

  • географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

  • айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

  • башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

  • ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

  • үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

  • башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

  • балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

  • башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

  • балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

  • уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

Төп йөкмәтке линиялары.

Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;

  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;

  • социомәҙәни компетенция;

  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

Уҡыусыларҙың белемдәрен үҙләштереүҙе контролдә тотоу формалары.

Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү формалары булып тест, контроль эштәр, тикшереү эштәре,ошолай уҡ заман талаптарына тура килә торған ижади ,проект эштәре; төрлө конкурстарҙа , олимпиадаларҙа ҡатнашыу тора.

Өсөнсө класс уҡыусылары уҡыу һөҙөмтәләренә таянып баһалана ( һөйләү, уҡыу, яҙыу, тыңлау һәм аңлау)


Уҡытыусы тарафыннан ҡулланылған педагогик технологиялар, уҡытыу саралары

Заман талаптарына тура килгән педагогик технологиялар ҡулланыла : уҡыусыларға эҙләнеү һәм белемде үҙаллы табарға өйрәтеү, интернет селтәренән мәғлүмәт ҡулланыу, электрон дәреслектәр. Уҡыусылар алдында проблема тыуҙырыу һәм алған белемдәрҙе ҡулланырға өйрәтеү. Һәр уҡыусының уңыштарына иғтибар биреү, уларға тағы ла уңыштарға этәреүсе мөхит тыуҙырыу.

Алда ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуҙың түбәндәге методтарын һәм формаларын ҡулланырға кәрәк:

-информацион технологиялар;

-уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы;

-проблемалы уҡытыу;

-проекттарҙы һәм ижади эштәрҙе презентациялау;

-уйын алымдары;

-тестар эшләү;

-төркөмләп эшләү һ.б.

Уҡыусыларҙың белемдәрен һәм күнекмәләрен,ҡаҙаныштарын контролләү формалары:

-тестар;

-ижади эштәр.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Башҡорт теле предметының йөкмәткеһе :

-һөйләм телмәренең төп төрҙәре: тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу һәм аралаша белү ,

- телдең лексик, грамматик, фонетик, орфографик сараларын ҡуллана белеү күнекәләре,

- башҡа милләт халыҡтары мәҙәниәтен һәм аралаша белеү күнекмәләре,

- региондың мәҙәни үҙенсәлектәре.

Уҡыусыларҙың аралаша белеү( коммуникатив) күнекмәлләрен булдырыу укытыу предметының төп йөкмәткеһе булып тора. Аралаша белеү тел саралары күнекммәләре менән тығыҙ бәйләнгән. Тел саралары уҡыу -уҡытыу барышында үҫтерелә. Шуның менән бер рәттән башланғыс класс уҡыусылары башҡорт халҡының тормошо. мәҙәниәте, тарихы менән таныша. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү, һөйләм телмәрен үҫтереү иң мөһим бурыс булып тора.

Һаумы, мәктәп!

Һаумы, мәктәп! Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡортостан тураһында мәғлүмәт биреү. Мәктәп, уҡытыусы, класташтар менән танышыу. Әңгәмәләшеү. Темаға ярашлы дәреслектә бирелгән сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Мин танышам

Һин кем? Иҫәнләшеү. Тылсымлы һүҙҙәр

Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин кем? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һин ҡайҙан? Һинең туғандарың бармы? Һорауҙарына яуап бирергә өйрәнеү. (Сәнғәтле һөйләшеү). Хат яҙыу. Һаулыҡ һорашырға, хәл белешергә һәм хушлашырға өйрәтеү. “Урал – батыр”эпосы, төрлө милләттәр, сәләмләүҙәр, Башҡортостандың ете мөғжизәһе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр уҡыу.


Мин белем алам

Был нимә? Бармы? Мәктәп.

Белем алыу, мәктәп тураһында әңгәмә. Был нимә? Бармы? Нимәһеҙ? һорауҙарына яуап биреү. Мәктәп, уҡыу тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр уҡыу. Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға бирелгән кәңәштәрҙе уҡыу. Шатланырға, аптырарға өйрәнеү. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен камиллаштырыу.

Мин һәм минең ғаиләм

Кем? Нимә эшләй? Йәшәмеш үҫә.

Ғаилә ағзалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөғөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары.Нимә эшләргә тейеш? һорауына яуап бирергә өйрәнеү. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Мин һөнәр һайлайым

Кем ҡайҙа эшләй? Р. Миңнуллин. Малайҙар

Кешеләрҙең һөнәрҙәре, эштәре, шөғөлдәре тураһында һөйләргә өйрәнеү.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен өйрәнеү.Уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр., текстар уҡыу. Булып эшләй һүҙбәйләнешен практик ҡулланыу.

Мин тәбиғәтте яратам


Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Кеше – тәбиғәт балаһы.

Башҡортостанда ,үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш,яҙ,йәй Миҙгелдәре, уларҙың билдәләре тураһында һөйләргә өйрәнеү. Тәбиғәттең төрлө күренештәрен аңлата белеү.Миҙгелдәргә бәйле ололар эштәрен атау. Балалар уйындары тураһында һөйләшеү., һынамыштар менән танышыу.

Минең яратҡан миҙгелем. Минең гардеробым.

Миҙгелдәр. Ҡасан? Ҡ. Даян. Шыршы.

Миҙгелдәр тураһында белемдәрен арттырыу. Яратҡан миҙгеле тураһында һөйләргә өйрәнеү.

Нимә? Нимә эшләй?

Р.Хәйри.Караптар ағыҙабыҙ.

Яҙ көнөнә, көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу., телмәр үҫтереү. Һөйләм төрҙәрен өйрәнеү.

Телмәрҙә тасуирлау элементтарын ҡулланыу.

М. Кәрим. Түбәтәй. Яңы кейемде ҡотлау

Кейем-һалым исемдәрен өйрәнеү,уларҙы бөхтә тоторға өйрәнеү.Зат ялғауҙарын ҡулланып, һөйләмдәр төҙөү.Һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.Шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү.Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәнеү

Минең тыуған көнөм. Мин –сәйәхәтсе.



Ҡасан? Тыуған көн. “Аҡ ҡалас “уйыны

.

Һөйләм телмәрендә аралаша белеү күнекмәләре

Һөйләү (в говорении)

  1. Диалогик форма

Уҡыусылар уҡыу, көн-күреш, милләт-ара аралашыуҙа һәм һорау-яуап формаһында диалог төҙөргә белергә тейеш.

  1. Монологик форма

Уҡыусылар типик аралаша белеү саралары менән ҡуллана белеү күнекмәләрен белергә тейеш.( хикәйә, үҙҙәре тураһында , предметты һүрәтләү.

Тыңлау (В аудировании)

Уҡытыусының һәм башҡа уҡыусыларҙың һөйләмен дөрөҫ ишетеп аңлау.

Уҡыу (В чтении)

Темаға ярашлы мәғлүмәт, телдең үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү маҡсаты менән уҡыу.

Яҙыу (В письме)

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ( каллиграфия, орфография), ғади булған яҙма эш төрҙәрен үрнәк буйынса яҙа белергә (хат, ҡотлау )

Тел саралары һәм күнекмәләрен ҡулланыу

Каллиграфия и орфография. Башҡорт алфавиты. Хәрефтәр һәм ауаҙҙар. Транскрипция. Уҡыуҙа һәм яҙыуҙы төп ҡағиҙәләр . акив һһүҙҙлектәге һүҙҙәрҙе яҙа белеү.

Фонетика. Башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү, ишетеп айырыу . (нәҙек һәм ҡалын һуҙынкылар, баҫым, Ъ,Ь билдәләре, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар)Башҡорт телендә ауаҙҙарҙың дөрөҫ әйтеү .

Лексика.Киң ҡулланыла торған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе үҙләштереү.

Грамматика.Исемдәр.Ҡылымдар . Сифаттар. Алмаштар.

Сәғәттәр һаны, контроль эштәр.


Сирек

Һәр сиректә уҡыу аҙнаһы һаны

Аҙнаһына сәғәттәр

Һәр сиректә сәғәттәр

Контроль эштәр

Диктант

Контроль күсереп яҙыу

Контрольэш

I сирек

8

1

8

1

-

-

1

II сирек

8

1

8

1

1

-

-

III сирек

10

1

10

1

-

1

-

IV сирек

9

1

9

1

-

1

-

Бөтәһе

35


35

4

1

2

1


Кластың үҙенсәлектәре

Башланғыс белем биреү. Кластарҙа шәхси ҡараш талап иткән уҡыусылар бар. Уларға контроль эштәр урынына айырым төр эштәр бирелә.


Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар



Уҡығанды, һөйләгәнде аңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙар, һәм шул һорауҙарға яуап бирә белеү.

Прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу белеү.

Уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү,исем биреү, элементар план төҙеү.

Текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙе файҙаланыу;

Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу.

Башҡорт халҡының мәҡәлдәре, йомаҡтарын белеү.

Хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе матур , дөрөҫ яҙа белеү.

Өйрәтеү диктанттары.

Һөйләү телмәре

  1. Диалогик форма:

  • типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;

  • һорау-яуап рәүешендәге диалог.

  1. Монологик форма:

- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Тыңлап аңлау

- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;

  • өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.

Уҡыу

  • башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

  • өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).

Яҙыу

  • текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы;

  • яҙма телмәр нигеҙҙәре: байрам менән ҡотлау, ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре.

  1. Графика, каллиграфия, орфография.

Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йә ҡушымсалары. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

  1. Телмәрҙең фонетик яғы.

Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре.

  1. Телмәрҙең лексик яғы.

Лексик берәмектәрҙе ике яҡлы (рецептив һәм продуктив) үҙләштереү, тотороҡло һүҙбәйләнештәр, телмәр этикеты элементтары булараҡ баһалау лексикаһы һәм телмәр клишелары. Интернациональ һүҙҙәр. Һүҙьяһалыш.

  1. Телмәрҙең грамматик яғы.

Һөйләмдең төп коммуникатив төрҙәре: хәбәр, һорау, өндәү. Һорау алмаштары. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Раҫлау һәм инҡар итеү һөйләмдәре. Хәбәре ҡылым, исем һәм ҡушма ҡушма ҡылым менән белдерелгән ябай һөйләм. Раҫлау йәки инҡар итеү мәғәнәһен белдергән өндәү һөйләмдәр. Эйәһеҙ һөйләм. Хәҙерге заман формаһы. Ябай тарҡау һөйләм. Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау


Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстар буйынса һорауҙарға яуаптар;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар;

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: контроль күсереп яҙыу, контроль диктант, тикшереү эштәре, һүҙлек диктанты, һорау-яуап.

Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.

Тыңлап аңлау күнекмәләрен ба3алау:

1.  “тулыһынса  аңланы”

2.  “өлөшсә аңланы”

3.  “аңламаны”

Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:

1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;

    - дөрөҫ интонация менән, тулы, эҙмә-эҙлекле  итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;

    - тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, “5”ле ҡуйыла.

4 -се класта бәйләнешле һөйләү – 10-12 һөйләмдән  тәшкил итә.

2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа;

   - уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,”4” ле ҡуйыла

3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа;

    - 4-6 һөйләү  хатаһы ебәрһә;

   -  уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкткеһен  һөйләүҙе башлай(тамамлай) алмаһа, “3”лө ҡуйыла.

4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;

    - паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә;

    - 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, “2”ле ҡуйыла.

Диалогик һөйләмде баһалау:

1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа;

   - әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап  ҡайтарһа, “5”ле ҡуйыла

2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;

    - 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, “4” ле ҡуйыла.

3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә;

    - һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр  ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;

   - 4-5  һөйләм хатаһы ебәрһә, “3” лө  ҡуйыла.

4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ  менән генә һорау бирһә;

    - һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа;

   - 6- нан артыҡ хата ебәрһә, “2” ле ҡуйыла.

Диктанттар6ы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.


Башкирский язык и литература входит в общеобразовательную область «Филология». Язык является важнейшим средством общения, без которого невозможно существование и развитие человеческого общества. Происходящие сегодня изменения в общественных отношениях, средствах коммуникации (использование новых информационных технологий) требуют повышения коммуникативной компетенции школьников, совершенствования их филологической подготовки. Все это повышает статус предмета «башкирский язык» как общеобразовательной учебной дисциплины.

      Основное назначение башкирского языка и литературы состоит в формировании коммуникативной компетенции, т.е. способности и готовности осуществлять межличностное и межкультурное общение с носителями языка.

Башкирский язык и литература как учебный предмет характеризуется

  • межпредметностью (содержанием речи на башкирском языке могут быть сведения из разных областей знания, например, литературы, искусства, истории, географии, математики и др.);

  • многоуровневостью (с одной стороны необходимо овладение различными языковыми средствами, соотносящимися с аспектами языка: лексическим, грамматическим, фонетическим, с другой - умениями в четырех видах речевой деятельности);

  • полифункциональностью (может выступать как цель обучения и как средств приобретения сведений в самых различных областях знания).

         Готовность к обучению башкирскому языку у детей ОВЗ снижена, что обусловлено недостаточной дифференцированностью восприятия, бедностью сферы образов-представлений, непрочностью связи между вербальной и невербальной сферами, слабостью развития познавательных процессов: памяти, мышления, речи.

При изучении башкирского языка  у детей ОВЗ замедленно происходит усвоение лексического материала, синтаксических конструкций и их активное использование в устной речи; затруднено восприятие грамматических категорий и их применение на практике;  характерно возникновение проблем при слушании (аудировании) устной речи, особенно связных текстов, а также трудностей во внеситуативном усвоении форм диалогической речи.

Специфика обучения башкирскому языку в школе для таких детей предполагает большое количество игрового, занимательного материала и наличие зрительных опор, необходимых для усвоения лексических, грамматических и синтаксических структур.

Психологические особенности детей таковы, что даже в подростковом возрасте наряду с учебной значительное место занимает игровая деятельность. Поэтому введение в урок элементов игры или игровая подача материала повышает работоспособность детей на уроке и способствует развитию у них познавательных интересов.

Целью обучения башкирскому языку детей ОВЗ в школе является формирование элементарной коммуникативной компетенции умственно-отсталого школьника на доступном для него уровне в основных видах речевой деятельности: аудировании, говорении, чтении и письме. Элементарная коммуникативная компетенция понимается как способность и готовность обучающегося осуществлять межличностное и межкультурное общение с носителями изучаемого языка в устной форме в ограниченном круге типичных ситуаций и сфер общения, доступных для него.

На уроках башкирского языка ставятся следующие цели и задачи:

- научиться на минимуме словарного запаса изъясняться на обучаемом языке;

- на бытовом уровне понимать речь собеседника;

- практически применять язык вне школьной среды.

Исходя из этих задач, обучение в школе носит элементарно-практический характер. Обучающиеся, прошедшие курс «Башкирский (государственный) язык»:

приобретут начальные навыки общения в устной и письменной форме с носителями башкирского языка на основе своих речевых возможностей и потребностей;

освоят правила речевого поведения;

освоят начальные лингвистические представления, необходимые для овладения на элементарном уровне устной и письменной речью на башкирском языке, расширяя, таким образом, лингвистический кругозор;

сформируют дружелюбное отношение и толерантность к носителям другого языка;

коммуникативные умения по видам речевой деятельности.

В говорении: вести и поддерживать элементарный диалог: этикетный, диалог-расспрос; кратко описывать и охарактеризовать предмет, картинку, персонаж; рассказывать о себе, своей семье, друге, школе, родном крае, стране и т. п. (в пределах тематики); воспроизводить наизусть небольшие произведения детского фольклора: рифмовки, стихотворения, песни.

В аудировании: понимать на слух речь учителя по ведению урока; связные высказывания учителя, построенные на знакомом материале или содержащие некоторые незнакомые слова; выказывания одноклассников; понимать основную информацию услышанного (небольшие тексты и сообщения, построенные на изученном речевом материале, как при непосредственном общении, так и при восприятии аудиозаписи); извлекать конкретную информацию из услышанного; вербально или невербально реагировать на услышанное.

В чтении научатся читать: с помощью (изученных) правил чтения и с правильным словесным ударением; с правильным логическим и фразовым ударением простые нераспространѐнные предложения; основные коммуникативные типы предложений (повествовательные, вопросительные, побудительные, восклицательные).

В письме: правильно списывать; выполнять лексические упражнения; делать подписи к рисункам; писать открытки-поздравления с праздником и днѐм рождения; писать личные письма в рамках изучаемой тематики с опорой на образец; правильно оформлять конверт (с опорой на образец).

Обучение башкирскому языку ведется по четко разработанным тематическим разделам.  Сокращается объем лексического материала, что определяется низкой способностью школьников к усвоению новых слов. Исключаются употребление сложноподчиненных предложений с придаточными обстоятельственными. Степени сравнения наречий.

Высвобожденное время используется для более детальной проработки упражнений по чтению, развитию устной речи и доступной грамматике.

На чтение и перевод прочитанного отводится больше учебного времени. Особое внимание  уделяется переводу, поскольку при этом дети осознают смысл прочитанного и таким образом у них исчезает боязнь перед незнакомым текстом. Объем домашнего чтения, значительно сокращен. Оно проходит на посвященных ему уроках, для домашней работы задания даются выборочнКонтрольные работы в конце каждой четверти также упрощаются.





Үткәреү ваҡыты



Дәрестең темаһы




Сәғәттәр һаны


Иҫкәрмә



По плану

Фактическое

1-се сирек – 8 сәғәт.





Мин танышам (3).



1.

03.09

03.09



Һин кем? Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре.

1


2.

10.09

10.09



Иҫәнләшеү.Һин ҡаҙа йәшәйһең? Килеш ялғауҙары.( 8-11 б.)

1


3.

17.09

17.09



Һин ҡайҙан? Сығанаҡ килеш ялғауы.( 12-18 б.)

1




Мин белем алам (5).



4.

24.09

24.09



Был нимә? Бармы? ( 18-19б.)

1


5.

01.10

01.10



Ф.Туғыҙбаева “Полиглот” Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. (20-21б.)

1


6.

08.10

08.10



Нимәһеҙ?Башҡорт телендә өндәрҙең әйтелеше һәм яҙылышы. (22-26 б.)

1


7.

15.10

15.10



Контроль эш .Уҡыу әсбаптары.( Контроль эш дәфтәре,4-себ.)

1


8.

22.10

22.10



Хаталар өҫтөндә эш. Кластан тыш уҡыу. С.Әлибай “Өсөнсөләр”.(24 б.)

1




2-се сирек – 8 сәғәт.





Мин һәм минең ғаиләм (3).



9.

05.11

05.11



Кем? Нимә эшләй? Шәжәрә. (27-28б.)

1


10.

12.05

12.05



Нимә эшләргә тейеш? Ә. Ихсан “Әсә рәхмәте” (29-31б.)

1


11.

19.05

19.05



Өләсәйем. Теләк һәм шарт һөйкәлеше.

1







Мин һөнәр һайлайым (5)



12.

26.05

26.05



Кем ҡайҙа эшләй? Р. Миңнуллин “Малайҙар”(37-39б)

1


13.

03.12

03.12



Кем ҡайҙа эшләй? Башкорт телендә теләк мәғәнәләренең бирелеше.(39-40 б.)

1


14.

10.12

10.12



Кем ҡайҙа эшләй? “Булып эшләй” һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

1


15.

17.12

17.12



Диктант “Врач булам” (42)

1


16.

24.12

24.12



Хаталар өстөндә эш. Кластан тыш уҡыу. Д.Родари “Еҫе бармы һөнәрҙең?” (41)

1




3-сө сирек – 10 сәғәт.





Мин тәбиғәтте яратам (4)



17.

14.01

14.01



Тәбиғәт. Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? (45-50 б.)

1


18.

21.01

21.01



Үҫемлектәр. Ф.Туғыҙбаева “Мәтрүшкә” (51-55б.)

1


19.

28.01

28.01



Бөжәктәр. А.Йәғәфәрова “Бал ҡорто” (55-59 б.)

1


20.

04.02

04.02



Коштар. В Бианки “Ҡош ояһы” (60-65 б.)

1







Минең яратҡан миҙгелем (6)



21.

11.02

11.02



Миҙгелдәр.Ҡасан? Ҡ.Даян “Шыршы” (66-70б.)

1


22.

18.02

18.02



Яҙ килә. Р.Хәйри “Караптар ағыҙабыҙ” (71-76б.)

1


23.

25.02

25.02



Йәй. Ғ.Ғәлиәскәрова “Нисә еләк?” (76-80 б.)

1


24.

04.03

04.03



Көҙ. Йәшелсәләр.

1


25.

11.03

11.03



Контроль күсереп яҙыу."Яҙ етте"( контроль эштәр дәфтәре, 16-сы бит)

1


26.

18.03

18.03



Хаталар өҫтөндә эш. Кластан тыш уҡыу. Й.Ильясова “Сәскә менән бал ҡорто” Йомғаҡлау.(117б.)

1



4-се сирек – 9 сәғәт.








Минең гардеробым (3)



27

01.04

01.04



Минең гардеробым. Ниндәй? (90-93б.)

1


28

08.04

08.04



Ф.Туғыҙбаева “Минеке!” (94-98б.)

1


29

15.04

15.04



Ф.Туғыҙбаева “Яңы күлдәк”. Ниндәй? (99-103б.)

1







Минең тыуған көнөм (2)



30.

22.04

22.04



Тыуған көн. Ҡасан? (104-107б.)

1


31.

29.04

29.04



Ф.Гөбәйҙуллина “Беҙҙең дуҫ” (108-109 б.)

1




Сәйәхәт. Транспорт(3).



32.

06.05

06.05



Сәйәхәт. Европа – Азия. (110-113б.)

1


33.

13.05

13.05



Өфө урамында. Сағыштырыу ялғауҙары.

1


34.

20.05

20.05



Контроль күсереп яҙыу “Юл”.(118)

1


35.

27.05

27.05



Хаталар өҫтөндә эш. Кластан тыш уҡыу. А.Игебаев “Тыуған яҡ”.Үтелгән темалар буйынса йомғаҡлау дәресе.

1










Контроль эштәр

1-се сирек


Контроль эш .Уҡыу әсбаптары.( Контроль эш дәфтәре,4-се б.)

1.Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙ. Һүҙҙәрҙе рус теленә тәржемә ит.

Д...реслек-

к..нд...лек-

у...ытыусы-

д...фт..р-

...әл...м-

2-се сирек

Диктант “Врач булам” (39- сы бит, диктант контроль эштәр дәфтәрендә башкарылав(10-сы бит))

Мин Резеда.Миңә ун йәш. Мин мәктәптә уҡыйым. Үҫкәс,балалар врачы булам.Минең атайым да врач булып эшләй.Балалар уны ярата.

3сө сирек

Контроль күсереп яҙыу( контроль эштәр дәфтәре, 16-сы бит)

Яҙ етте. Ҡар ирей, гөрләүектәр аға, йылғалар таша, боҙҙар китә.Йылы яҡтан ҡарғалар, сыйырсыҡтар, аҡҡоштар, торналар ҡайта.

Тәүге сәскәләр ерҙе биҙәй: үгәй инә үләне, умырзая, ынйы. Имән, ҡайын, йүкә, саған ағастары япраҡ яра. Йәшел үлән өҫтөндә ҡамҡа, сиңерткә, ҡырмыҫҡалар күренә.Сәскәнән сәскәгә күбәләктәр , бал ҡлорттары оса.Яҙ бик матур.


4-се сирек

Контроль күсереп яҙыу “Юл”.(118)

Юлһыҙ тормош юҡ. Хәҙер транспорт төрҙәре күп. Берүәҙәр машинала, икенселәр автобуста елдерә. Ҡайһы бер кешеләр троллейбус һәм трамвайҙа бара. кемдер һыу юлын үҙ күрә: теплоходтар, яхталар, кәмәләр сәйәхәтсене кәрәкле урынға илт











Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.Өфө, 2013

Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005.

Салихова М.Т., Шафикова С. Х. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы (1-4-се кластар өсөн) - Өфө: Китап.

Техник саралар,

электрон дәреслектәр

М.С. Дәүләтшина. 3-сө класс өсөн электрон дәреслек.Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2012йыл.

Интерактив таҡта.

Интернет ресурстар

Сайт, посвященный изучению башкирского языка - http://tel.bashqort.com/home

Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - http://ostaz.ru/

Башкирский языковой портал - http://bashkort-tele.narod.ru/

Башкирский форум - http://www.bashforum.net/ http://bashkort-tele.livejournal.com/

www.morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

www.edu.ru     Федеральный портал "Российское образование"

www.минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ
http://www.pravitelstvorb.ru/  Официальный сайт Правительства Республики Башкортостан

www.apkpro.ru  Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

www.ege.edu.ru официальный информационный портал ЕГЭ

www.zankov.ru Образовательная система Л.В.Занкова

kpolyakov.narod.ru  Методические материалы и программное обеспечениедля школьников и учителей

 window.edu.ru  информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам"

 school-collection.edu.ru единая коллекция цифровых образовательных ресурсов

 fcior.edu.ru  федеральный центр информационно-образовательных ресурсов

Китапхана фондындағы әҙәбиәт

Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым. – Өфө: Китап, 2007.

Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008.

Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008.

Жемчужины детской башкирской литературы. /Составитель – В.С.Мавлетов/ – Уфа, 2005.

Туғыҙбаева Ф.Х. Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ: Мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге уҡыусы балалар өсөн уҡыу китабы. – Өфө, 2008..

Ураҡсина Р. Тәмле-тәмле-тәмлекәс: Шиғырҙар, йола-уйын күренештәре. – Өфө.

Юнысова Г.А. Йәйғор: Балалар өсөн шиғырҙар. – Өфө, 2003.

Күргәҙмә материалдар

Таблицалар, алфавит Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.


Әҙәбиәт

Уҡытыусылар өсөн өҫтәлмә әҙәбиәт

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдары.

Уҡыусылар өсөн өҫтәлмә әҙәбиәт

«Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары.

Өҫтәлмә әҙәбиәт


Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008.

Жемчужины детской башкирской литературы. /Составитель – В.С.Мавлетов/ – Уфа, 2005.





Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!