СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Разработка урока Й. Солтанов "Һоҡланғыс ай"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Данная разработка урока по башкирскому языку составлена в соответствии с требованиями ФГОС

Просмотр содержимого документа
«Разработка урока Й. Солтанов "Һоҡланғыс ай"»

Тема: Йыһан Солтанов. Һоҡланғыс ай.

Маҡсат: 1) ҡыш тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү, уҡыусыларҙың ҡышҡы тәбиғәтте күҙәтеүҙәрен иҫкә төшөрөү, предметтың эшен белдергән һүҙҙәрҙе ҡабатлау; 2) телмәр үҫтереү, хәтерҙе нығытыу, тасуири уҡыу, текст менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; 3) тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү; һаулыҡты һаҡлауға өндәү.


Йыһазландырыу: интерактив таҡта, дәреслек, ҡар бөртөктәре, аҡ, бәләкәй туптар.


Дәрес барышы.


I. Психологик инеш.

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ йыйылдыҡ дәрескә.

Матур итеп ултырҙыҡ

“4”, “5”-тәрҙе алырға.


II. Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.

1. Артикуляцион күнегеү.

Ыш-ыш-ыш бигерәк матур быйыл ҡыш.

Ар-ар-ар уйнай тышта балалар.

2.Уҡыусылар менән әңгәмә.

- Уҡыусылар, урамда һеҙ ниндәй уйындар уйнайһығыҙ?

- Нимәлә шыуаһығыҙ?


III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

-Таҡтаға иғтибар менән ҡарағыҙ. Нимә күрәһегеҙ? (Ҡар бөртөктәре).

- Улар серле. Сығып бер ҡар бөртөгөн алығыҙ.

а) Йондоҙ булып ҡойола,

Мамыҡ булып йыйыла,

Ел булһа оса,

Яҙ булһа ҡаса. (Ҡар бөртөгө).

б) Кәкре муйын ағайҙар

Ҡарға батмай баралар. (Саңғы).

в) Ҡулһыҙ һүрәт төшөрә. (Һыуыҡ).

- Был яуаптар ниндәй миҙгелгә тап килә?

- Ҡыш миҙгеленең ниндәй айы? (Ғинуар).

- Өй эшенә һеҙгә халыҡ календарынан ғинуар айының исемен белергә ине. Кем тапты? (Һыуыҡ ай).

- Ниндәй һынамыштар таптығыҙ?

- Шулай итеп, беҙ бөгөн ҡыш миҙгеленең ниндәй айы тураһында һөйләшербеҙ? (Ғинуар).


- Ғинуар айы яңы йылды башлап ебәрә. Быйылғы йыл президент тарафынан ниндәй йыл итеп иғлан ителде? (Быйылғы йыл әҙәбиәт йылы).

- Слайдтарҙы ҡарап нимә әйтә алаһығыҙ?

- Һөйләмдәр төҙөп күрһәтегеҙ.


IV. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

1. Дәфтәрҙә эш.

а) Матур яҙыу минуты.

- Ҡыш һүҙенең беренсе өнөн әйтегеҙ. [Ҡҡ].

- Әйҙәгеҙ, ҡыш тураһында төҙөгән матур һөйләмдәрҙе тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып, дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ.

Ҡышҡы тәбиғәт бик матур.! Мин ҡышты яратам.!

- Йыһан Солтанов ҡыш миҙгеле тураһында бик матур әҫәр яҙған. Ниндәй айҙы һүрәтләй икән?

- Ғинуар айы ниндәй икән? Текст менән танышҡас был һорауға яуап бирерһегеҙ.

2. Текст өҫтөндә эш.

а) Һүҙлек эше.

Тексты уҡыр алдынан һүҙҙәргә иғтибар итәйек.

һоҡланғыс – восхитительный

бәҫ – иней

күркәм – красивый

ҡар өйөмө - снежная горка

тәлгәш – кисть, гроздь

селлә - холодное/жаркое время

ынйылар – жемчужины

- Ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ. (Бейек ҡар өйөмө, матур тәлгәш, һоҡланғыс ынйылар).

- Хәҙер һөйләмдәр төҙөгөҙ. (Һоҡланғыс ҡар яуа. Ағастарға бәҫ ҡунған. Балалар бейек ҡар өйөмө менән уйнай).

б) Тексты уҡытыусының тасуири уҡыуы.

в) Уҡыусыларҙың гөүләп уҡыуы.

- Ҡәләм менән аңлашылмаған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙа барығыҙ.

г) Уҡыусыларҙан ҡысҡырып уҡытыу.

3. Ял минуты.

Тышта ҡар яуа, ҡар яуа

Ниндәй саф һауа, саф һауа!

Әйҙә, сығайыҡ, сығайыҡ

Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ. (Хәрәкәттәр менән).

г). Йөкмәтке өҫтөндә эш.

- Текста ғинуар айын Й. Солтанов нисек һүрәтләгән? (2-се абзац, 4-се һөйләм) Табып уҡығыҙ.

Яҡты йондоҙҙар, аҡ юлдар, күкһел боҙҙар айы ул ғинуар.

- Ҡыҙыл менән яҙылған һүҙҙәрҙе ниндәй һүҙҙәр менән алыштырырға була? Мин һеҙгә таҡталағы һөйләмде тәҡдим итәм.

Сағыу йондоҙҙар, ҡарлы юлдар, ҡалын боҙҙар айы ул ғинуар.

- Һөйләмдән предметты белдергән һүҙҙәрҙе табығыҙ. (Йондоҙҙар, юлдар, боҙҙар, айы, ғинуар).

- Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәрҙе табығыҙ. (Сағыу, ҡарлы, ҡалын).

ғ). “Ҡар бәреш” уйыны.

- Уҡыусылар ҡышын һеҙ ниндәй уйындар уйнайһығыҙ?

- Хәҙер беҙ ҙә һеҙҙең менән “ҡар бәреш” уйынын уйнаясаҡбыҙ. Мин һоау бирәм һәм һеҙгә ҡар бәрәм, ә һеҙ миңә яуап ҡайтарып ул ҡарҙы кире миңә бирәһегеҙ.

Ғинуар айы ниндәй ай?

2-се абзацтан ғинуар айын сағылдырған һүҙбәйләнештәрҙе табып әйтәләр. (Тын ваҡыт, селлә саҡ, ҡыш уртаһы, йыл башы, шығыр-шығыр йырлай).

д). Тәҙрәләребеҙҙә - ҡыш биҙәге.

Ҡар бөртөктәренә һөйләмдәр яҙылған. Уларҙы уҡып парҙарын табырға һәм тәҙрәгә беркетергә.


V. Рефлексив анализ. Баһалау.

- Тимәк Йыһан Солтанов ғинуар айын нисек сағылдырған?

- Быйыл ғинуар айы ниндәй булды?

- Дәрестә нимәләр белдегеҙ?

- Үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?

- Дәрес оҡшанымы? Дәрес оҡшаһа – зәңгәр ҡар бөртөгө, оҡшамаһа – ҡыҙылды күрһәтәләр.


VI. Өй эше буйынса мәғлүмәт һәм инструктаж.

- Тексты тасуири уҡырға 110-сы бит, ғинуар айын сағылдырған һүҙбәйләнештәрҙе яҙып килергә.