Просмотр содержимого документа
«Разработка урока башкирского языка в 6 классе на тему: "Сифат дәрәжәләре"»
Тема: Сифат дәрәжәләре.
Маҡсаттар: 1) Дәрәжәләрҙең үҙенсәлектәренә төшөнөү; 2) Сифат дәрәжәләрен дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
Дәрес барышы. I. Ойоштороу мәле. 1)Өйгә эш тикшереү. Баһалау.
2) Сифаттың дүрт дәрәжәһе бар:
1. Төп дәрәжә. Ялғауҙары булмай, мәҫәлән: матур итек, аҡ ҡар һ.б.
2. Артыҡлыҡ дәрәжәһе предмет билдәһенең ғәҙәттәгенән артыҡ булыуын белдерә:
а) төп дәрәжәле сифаттың беренсе йәки икенсе ижегенә –п йәки –м хәрефе ҡушыла һәм шул ижектән һуң сифат үҙе әйтелә. Мәҫәлән: ҡып-ҡыҙыл, йәм-йәшел, ап-аҡ һ.б.
б) төп дәрәжәле сифат алдына үтә, бигерәк, уғата, сөм, дөм, ифрат, ғәжәп кеүек киҫәксәләр ҡуйыла. Мәҫәлән: бик яҡшы, уғата йыуан һ.б.
3) Аҙһытыу дәрәжәһе предметтағы билдәнең ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булыуын белдерә һәм ике төрлө юл менән яһала:
а) төп дәрәжәләге сифаттың баштағы ижегенән һуң –ғылт, -ҡылт, -ҡылтым, - келт, -келтем, -көлтөм ялғауҙары ҡушыла. Был саҡта сифат аҙағындағы бер йәки ике өн әйтелмәй: һары-һарғылт, йәшел-йәшкелт һ.б.
Ҡайһы бер төп сифаттар аҙһытыу дәрәжәһендә килә алмай: яҡшы, бәләкәй, ҙур, матур һ.б Шулай ҙа аҙһытыу мәғәнәһе ғына-генә, ҡына-кенә киҫәксәләрен ҡушыу менән белдерелә. Мәҫәлән: матур ғына, күп кенә һ.б.
4) Сағыштырыу дәрәжәһе бер предметты икенсе бер предмет менән бер үк сифатта сағыштырыуҙы һәм шул сифаттың ошо предметта күберәк булыуын күрһәтә, мәҫәлән: Өфө Пермдән ҙурырыаҡ.
3) Өйгә эш: 114-се күнегеү.