МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА СЕЛА СУККУЛОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ДЮРТЮЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Разработка урока
по башкирскому языку в 3 классе
“Ты откуда? Богатства Башкортостана”
Провела: учитель начальных классов
Ахмадиева Ч.Р.
2018 г
Дата:17.10.2018
Предмет:башкорт теле
Класс: 3
Тема: Һин ҡайҙан? Башҡортостандың байлығы.
Маҡсат: 1. Башҡортостандың ете мөғжизәһе менэн таныштырыу.
2.Башҡортостандың тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
3. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үстереү.
Йыһаҙландырыу. Ҡурай, ҡумыҙ, «Урал батыр» ҡитабы, ҡурай таждары төшөрөлғән һүрәт, һүҙлектәр, ҡарточҡа.
Дәрес барышы
Ойоштороу тәртибе.
Сәләмләү.
-Һаумыһығыҙ, укыусылар!
-Һаумы, ҡояшым!
-Һаумы, дуҫым!
-Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!(1 слайд)
2.Артикуляцион ҡүнеғеү.
Башҡортостан- ҡурай иле,
Башҡортостан- Урал ере,
Башҡортостан-ҡумыҙ теле,
Башҡортостан-ҡымыҙ сере.(2 слайд)
(Әхмәр Үтәбай)
Төп өлөш. Темаға инеү.
-Укыусылар, һеҙ укыған шиғыр нимә тураһында, кем әйтә?
-Дөрөҫ, был шиғыр беҙҙең тыуған илебеҙ Башкортостан тураһында. Шағир Башкортостанды ниндәй ил ти? (Укыусыларҙың яуаптарын тыңлау).
-Нимә ул ҡурай, ҡумыҙ?(Ҡурай, ҡумыҙ- башҡорт халҡының милли уйын ҡоралдары. (3,4 слайд)
-Афарин. Нимә ул ҡымыҙ? ( Ҡымыҙ- ул эсемлек. Уны бейә һөтөнән әҙерләйҙәр)(5слайд)
-Әйе, уҡыусылар! Бөғөн беҙ Башҡортостандың ете мөғжиҙәһе менән танышасакбыҙ. Беҙғә уларҙы табырға килғән ҡунағыбыҙ- бал ҡорто ярҙам итер.(6 слайд) Ул мөғжиҙәләрҙең исемдәрен ҡурай таждарына йәшергән. Әйҙәғеҙ, тәүәккәләп, беренсе мөғжиҙәне беләйек
Беренсе мөғжиҙә – башкорт балы.
Был мөғжиҙәне белер өсөн, бал корто ҡилтергән тексты тасуири укып, һүҙ нимә тураһында барғанын әйтерғә.
Текст( балалар укый)
-Текста нимә тураһында һүҙ бара?(7 слайд)
Һүҙлек эше эшләп алыйҡ.
Һүҙҙлек эше ( 8слайд)
-Шулай итеп, беренсе мөғжиҙә нимә? Беренсе мөғжиҙә- башҡорт балы. Бал ҡорто биҡ шат, ҡурайҙың беренсе тажын астыҡ.
Иҡенсе мөғжиҙә- Салауат Юлаев һәйҡәле.
-Был мөғжиҙәне белер өсөн, ҡласташтарығыҙҙы тыңлайыҡ. (Телефондан һөйләшеү.)
-Алло!
-Алло! Һаумы, Гүзәл! Хәлдәрең нисеҡ?
-Яҡшы.
-Һин бөғөн нимә эшләйһең?
-Китапханаға барам.
-Әйҙә, дәрестән һуң Салауат Юлаев һәйҡәле янында осрашайыҡ.
-Ҡилештеҡ.
-Укыусылар, Гүзәл менән Рузалина ҡайҙа осрашырға һөйләште?Салауат Юлаев һәйҡәле янында осрашалар. Һеҙ Салауат һәйҡәле тураһында нимә беләһеғеҙ? Ҡем ул Салауат Юлаев? (Яуаптар.)
Һығымта: шулай итеп, иҡенсе мөғжиҙә- Салауат Юлаев һәйҡәле.(9 слай)
Өсөнсө мөғжиҙә- «Урал батыр» эпосы.
Ребусты сисеү.(10 слайд)
Дүртенсе мөғжиҙә- ҡурай.
-Дүртенсе мөғжиҙәне белер өсөн беҙ һеҙҙең менән кроссворд сисерғә тейешбеҙ. Кроссорд сисәбеҙ.
Кроссворд сисеү.(12 слайд) (Тактага ясалган)(13,14,15,16,17,18 слайдтар)
Был нимә?
Ял минуты.
Әйҙәғеҙ, ҡурай моңон тыңлап ял итепалайыҡ. Ҡүҙҙәреғеҙҙе йомоғоҙ, мин һеҙғә бал ҡорто әҙерләғән шиғырҙы уҡып ишеттерәм.
Баҡый быуат туғарып,
Батыр ҡанын һуғарып,
Ер йырына зарығып,
Ел моңона тарығып,
Әҙәм зарын ишетеп
Әзәм затын иш итеп,
Ҡара тупраҡ төбөнән,
Ҡот ҡарыны- еремде.
Әсә есем – еремде
Йырып сыҡҡан мин булам,-
Ҡурай тиғән затлы йән.
(Розалия Солтанғәрәева)
Бишенсе мөғжиҙә- Шүлғәнташ мәмерйәһе.(19,20,21,22 слайдтар)
-Иғтибар менән экранға ҡарайбыҙ. Бындағы һүрәттәр, яҙмалар ниндәй мәмерйәлә табылған.
Шүлғәнташ мәмерйәһенең оҙонлоғо – 2 км самаһы. Ул Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Ул нимәһе менән билдәле? (Стеналарындағы тәүтормош кешеһенең һүрәттәре менән билдәле.)
Алтынсы мөғжиҙә- Янғантау.
Бал ҡорто һеҙғә ребус тәҡдим итә.(Ребус чишеү.) (23 слайд)
Ниндәй һүҙ ҡилеп сыҡты? Дөрөс, Янғантау. Ул ҡайҙа урнашҡан?Янғантау тураһындағы ҡем белә? (Уҡытыусы легенда һөйләй.)
Етенсе мөғжиҙә- Красноусол минерал сығанағы.(24,25,26,27 слайдтар)
Ул нимәһе менән билдәле? (Радон хлорид натрий һәм сульфат кальций менерал һыуы менән билдәле.) (Слайдтар ҡарау.)
Укыусы Һөйләй.
Йомғаклау. Шулай итеп, беҙ дәрестә Башҡортостандың ниндәй мөғжиҙәләре менән таныштыҡ?Ниндәй яңылыҡ белдеғеҙ?
Өй эше биреү. Тыуған ил тураһында мәҡәлдәр яҙып ҡилерғә.
Баһалау.Бал ҡорто һеҙҙең эшеғеҙ менән биҡ ҡәнәғәт. Һәр береғеҙ дәрестә әүҙем ҡатнаштығыҙ. Афарин!.