СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Разработка урока по теме: "Степени имен прилагательных" в 6 классе

Нажмите, чтобы узнать подробности

Разработка урока башкирского языка в 6 классе.

Просмотр содержимого документа
«Разработка урока по теме: "Степени имен прилагательных" в 6 классе»

Тема: Сифат дәрәжәләре.


Маҡсат: Сифат дәрәжәләре менән танышыу; уларҙы айырырға өйрәнеү.

Сифаттарҙың яһалышы буйынса белемдәрҙе нығытыу.

Уҡыусыларҙың уйлау һәләтен, иғтибарын, хәтерен үҫтереү.

Һау-сәләмәт, белемле уҡыусы тәрбиәләү.


Йыһазландырыу: Компьютер, аңлатмалы һүҙлектәр, һүрәттәр, карточкалар, тестар, сифат дәрәжәләре яҙылған биттәр.


Ҡулланылған метод һәм алымдар: Уҡытыусы һүҙе, әңгәмә, һүрәт буйынса эш, карточкалар, тест биремдәре менән үҙ аллы эш.


Дәрес барышы.

1. Ойоштороу мәле. Сәләмләү.

(Компьютерҙан ҡарайҙар.)

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!


-Һаумыһығыҙ! Бер-берегеҙгә ҡарайыҡ, йылмаяйыҡ, яҡшы теләктә ҡалайыҡ. Дәресебеҙҙе шундай шиғыр юлдары менән башлайыҡ.


(Компьютерҙан ҡарайҙар.)

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

«4» ле, «5» ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.


2. Белемдәрҙе актуальләштереү.

- Морфология нимәне өйрәнә? (Морфология – тел ғилеменең һүҙ төркөмдәрен өйрәнә торған бүлеге.)

- Һүҙ төркөмдәре ниндәй ике ҙур төркөмгә бүленә? (Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.)

- Үҙ аллы һүҙ төркөмдәренә ниндәй һүҙ төркөмдәре инә? ( Исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш.)

- Беҙ сифат менән танышҡан инек. Уның тураһында нимәләр белдек? Сифат нимә белдерә? Ул ниндәй һорауҙарға яуап бирә? (Предметтың билдәһен белдерә. Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙағы? Ҡасанғы? һорауҙарына яуап бирә.)

- Сифаттың нидәй төркөмдәрен беләһегеҙ? (Төп һәм шартлы.)

- Яһалышы яғынан сифаттарҙың төрҙәрен һанап китәйек. (Тамыр, яһалма, ҡушма. Кушма сифаттар өс төрлө юл менән яһала: һүҙҙәрҙе парлау, һүҙҙәрҙе бәйләү, һүҙҙәрҙе ҡабатлау.)


3. Карточкалар менән үҙ аллы эш. (Уҡыусылар ике варианта эшләйҙәр.)


Карточка №5 (1-се вариант)

Бейек-бейек, зәңгәр, ал, аллы-гөллө, тәртипле, болотло, йәйге, йәшел, зифа буйлы сифаттарын яһалышы буйынса төркөмләп яҙ.

Тамыр сифаттар:________________________________________________________________

Яһалма сифаттар:________________________________________________________________

Ҡушма сифаттар:________________________________________________________________

Карточка №6 (2-се вариант)

Матур-матур, ҡыҙыл, аҡ, аҡлы-ҡыҙыллы , сәскәле, һөйкөмлө, ҡышҡы, ҡара, һары сәсле сифаттарын яһалышы буйынса төркөмләп яҙ.

Тамыр сифаттар:________________________________________________________________

Яһалма сифаттар:________________________________________________________________

Ҡушма сифаттар:________________________________________________________________

4. Яңы теманы үҙләштереү.

-Бөгөн беҙ сифат дәрәжәләре менән танышабыҙ. (Дәрестең маҡсаты әйтелә.) Дәфтәрҙе асабыҙ, числоны, көн исемен һәм теманы яҙабыҙ. Нимә һуң ул дәрәжә?

(Аңлатмалы һүҙлек менән эш.) Сифат менән белдерелгән билдә төрлөсә: шундай уҡ билдә менән сағыштырғанда бер аҙ артыҡ, аҙыраҡ йәки иң юғары дәрәжәлә булырға мөмкин. Был күренеш сифат дәрәжәләре тип атала. Башҡорт телендә дүрт дәрәжә бар.


(Компьютерҙан ҡарайҙар.)

ТӨП ДӘРӘЖӘ

АҠ

ЗИФА

ЗӘҢГӘР

ҺАРЫ


Төп дәрәжә. Төп дәрәжәләге сифат предметтың ғәҙәттәге билдәһен аңлата, һәм улар бер ниндәй ҙә ялғау ҡабул итмәй: аҡ сәскә, зифа ҡайын, зәңгәр күл, һары сәс.

(Компьютерҙан ҡарайҙар.)


-Һүрәткә иғтибар итегеҙ. Унда нимә күрәһегеҙ? Кемде күрәбеҙ? (Ҡыҙҙы.)

- Ул ни эшләй? (Баҡсала эшләй.)

- Уның ниндәй сифатын әйтә алабыҙ? (Уңған, тырыш.)

- Уңған ҡыҙ, уңған сифаты ҡыҙҙың төп, ғәҙәттәге билдәһен белдерә. Ул төп дәрәжә тип атала.


(Компьютерҙан ҡарайҙар.)

ТӨП ДӘРӘЖӘ

УҢҒАН

(Уҡыусылар дәфтәрҙәрендә эшләй – уңған (ҡыҙ) тип яҙалар.)


(Компьютерҙан ҡарайҙар.)

АРТЫҠЛЫҠ ДӘРӘЖӘҺЕ

ҠЫП-ҠЫҘЫЛ

ЙӘМ-ЙӘШЕЛ

БИК ЯҠШЫ,

ИҢ БЕЙЕК


Артыҡлыҡ дәрәжәһе. Артыҡлыҡ дәрәжәһе предмет билдәһенең ғәҙәттәгенән артыҡ булыуын аңлата. Был дәрәжә ике төрлө яһала:

А) төп дәрәжәләге сифаттың беренсе йәки икенсе ижегенә –п йәки –м хәрефе ҡушылаһәм шул ижектән һуң сифат үҙе әйтелә: ҡып-ҡыҙыл, йәм-йәшел.

Б) төп дәрәжәләге сифат алдына үтә, бигерәк, уғата, сөм, дөм, ифрат, ғәжәп кеүек киҫәксәләр ҡуйыла: бик яҡшы, иң бейек.

(Компьютерҙан ҡарайҙар.)



-Икенсе һүрәткә иғтибар итәйек. Ҡыҙҙың ниндәй билдәһе күрһәтелгән? (Көләс, һөйкөмлө.) Бик һөйкөмлө ҡыҙ, иң һөйкөмлө ҡыҙ.

(Компьютерҙан ҡарайҙар.)

АРТЫҠЛЫҠ ДӘРӘЖӘҺЕ

БИК ҺӨЙКӨМЛӨ

(Уҡыусылар дәфтәрҙәрендә эшләй – бик һөйкөмлө (ҡыҙ) тип яҙалар.)


(Компьютерҙан ҡарайҙар.)

АҘҺЫТЫУ ДӘРӘЖӘҺЕ

ҺАРҒЫЛТ

ЙӘШКЕЛТ

АҠҺЫЛ

ЗӘҢГӘРҺЫУ


Аҙһытыу дәрәжәһе. Аҙһытыу дәрәжәһе предметтағы билдәнең ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булыуын белдерә һәм ике төрлө юл менән яһала:

А) төп дәрәжәләге сифаттың баштағы ижегенән һуң -ғылт,/-ҡылт, -келт, -ҡылтым, -келтем,/-көлтөм ялғауҙары ҡушыла. Был саҡта сифат аҙағындағы бер йәки ике өн әйтелмәй: һары –һарғылт, йәшел –йәшкелт.

Б)-һыл, -һел,-һыу, -елйем ялғауҙары ҡушылыу менән яһала: аҡһыл, зәңгәрһыу.

Ҡайһы бер төп сифаттар аҙһытыу дәрәжәһендә килә алмай: яҡшы, бәләкәй, ҙур, матур, һ.б. Шулай ҙа аҙһытыу мәғәнәһе ғына/генә, ҡына/кенә киҫәксәләрен ҡушыу менән белдерелә. Матур ғына (матурҙан ҡайтышыраҡ). Бүтәндәренән айырыу өсөн уларҙы эстән генә ошо дәрәжәлә үҙгәртеп ҡарарға кәрәк. Әгәр телдә шундай форма осрай икән, тимәк, ул дәрәжәлә үҙгәрә.

(Компьютерҙан ҡарайҙар.)



-Өсөнсө һүрәткә ҡарайбыҙ. Нимәләр һүрәтләнгән унда? (Сәскәләр.) Ал-алһыу, ҡыҙыл-ҡыҙғылт.



(Компьютерҙан ҡарайҙар.)

АҘҺЫТЫУ ДӘРӘЖӘҺЕ

АЛҺЫУ

ҠЫҘҒЫЛТ

(Уҡыусылар дәфтәрҙәрендә эшләй – алһыу (сәскә) , ҡыҙғылт (сәскә) тип яҙалар.)


(Компьютерҙан ҡарайҙар.)

САҒЫШТЫРЫУ ДӘРӘЖӘҺЕ

ҺАРЫРАҠ

ЙӘМЛЕРӘК

ОҘОНОРАҠ

ӨЛГӨРӨРӘК

ҘУРЫРАҠ

КҮГЕРӘК


Сағыштырыу дәрәжәһе. Сағыштырыу дәрәжәһе бер предметты икенсе бер предмет менән бер үк сифатта сағыштырыуҙы һәм шул сифаттың ошо предмета күберәк булыуын күрһәтә.

Төп дәрәжәләге сифаттар һуҙынҡы өнгә бөтһә, сағыштырыу дәрәжәһе -раҡ,/-рәк, тартынҡыға бөтһә: -ыраҡ/-ерәк, -ораҡ/-өрәк ялғауҙары ҡушылып яһала: һарыраҡ, йәмлерәк, ҙурыраҡ, күгерәк, оҙонораҡ, өлгөрөрәк.

(Компьютерҙан ҡарайҙар.)



-Дүртенсе һүрәткә иғтибар итәйек. Кемдәр һүрәтләнгән унда? (Ҡыҙҙар.) Лилиә уңған, Әлиә уңғаныраҡ.


САҒЫШТЫРЫУ ДӘРӘЖӘҺЕ

УҢҒАНЫРАҠ

(Уҡыусылар дәфтәрҙәрендә эшләй – уңғаныраҡ (ҡыҙ) тип яҙалар.)


- Сифаттарҙың ниндәй дәрәжәләре барлығын асыҡланыҡ? (Төп, артыҡлыҡ, аҙһытыу, сағыштырыу дәрәжәләре.)


5. Ҡағиҙә менән танышыу. (Дәреслектән ҡағиҙә уҡыу).


6. Ял минуты «Бәшмәктәр».


(Компьютерҙан ҡарайҙар.)

Беҙ урманға барабыҙ,

Беҙ бәшмәктәр йыябыҙ.

Бына ниндәй ҙур бәшмәк,

Бына бәләкәй бәшмәк.

Бәшмәктәрҙе кәрзингә

Тиҙерәк йыйырға кәрәк.


7. Дәреслек менән эш.

- 112-се күнегеү. Бирелгән сифаттарҙы өлгө буйынса үҙгәртеп яҙыу.

8. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. Күнегеүҙән сығып, түбәндәге һорауҙарға яуап биреү.

(67-се бит.)


9. Тест биремдәрен үтәү.

  1. Предметтың билдәһен белдергән һүҙ нисек атала?

А) Исем

Б) Сифат

В) Һан


2. Сифат һорауын тап:

А) Кем? Нимә?

Б) Нисә? Күпме?

В) Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙағы? Ҡасанғы?


3. Сифаттарҙың нисә дәрәжәһе бар:

А) Өс

Б) Дүрт

В) Биш.


10. Рефлексия.

- Беҙ ниндәй һүҙ төркөмө менән танышыуҙы дауам иттек? (Сифат.)

- Сифат тураһында тағы нимә белдек? (Сифат дәрәжәләре менән таныштыҡ.)

- Сифаттың ниндәй дәрәжәләре була? (Төп, артыҡлыҡ, аҙһытыу, сағыштырыу дәрәжәләре.)

11. Өй эше. 113-сө күнегеү. Төрлө дәрәжәләге сифаттарҙы улар асыҡлаған исемдәре менән һайлап яҙыу. Сифат дәрәжәләренең яҙылышына иғтибар итеү.


12. Баһалар ҡуйыу.










Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!