Д?реслек :З.М.Г?битова , М.?.Усманова.
Баш?орт теле: У?ыу уры? теленд? алып барыл?ан м?кт?пт?р?е? 7 синыф ?с?н д?реслек.?ф? : китап ,2003 йыл.
Тема:М.К?рим'' Баш?ортостан ''.
Ма?сат:''Исем ''тема?ы буйынса белемд?рен ны?ытыу ,я?ы ?????р ??м фразалар аша б?йл?нешле телм?р ??тере?, тыу?ан ерг? ??й?? т?рби?л??.
Йы?азлау:М.К?рим портреты , Баш?ортостан буйынса ??р?тт?р ??м презентация.
Просмотр содержимого документа
«Разработка урока по теме "М.К?рим'' Баш?ортостан ''.»
Дәреслек :З.М.Гәбитова , М.Ғ.Усманова.
Башҡорт теле: Уҡыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7 синыф өсөн дәреслек.Өфө : китап ,2003 йыл.
Тема:М.Кәрим'' Башҡортостан ''.
Маҡсат:''Исем ''темаһы буйынса белемдәрен нығытыу ,яңы һүҙҙәр һәм фразалар аша бәйләнешле телмәр үҫтереү, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазлау:М.Кәрим портреты , Башҡортостан буйынса һүрәттәр һәм презентация.
Дәрес барышы.
1.Ойоштороу минуты.Башҡортостан буйынса видео ҡарау.
2.Артикуляцион күнегеү.
Милләтем – урыҫ,
Ләкин тыуған ерем-
Гүзәл Башҡортостан илендә.
Шуға ла мин теләп өйрәнәм.
Һөйләшергә башҡорт телендә.
(Электрон дәреслектән уҡыу.Тема 11.2-cе күнегеү.) Матур яҙыу минуты.
3.Өйгә эште тикшереү.
4.Дәрестең темаһын һәм маҡсатын әйтеү.
-М.Кәрим 1119 йылда йәмле Дим йылғаһы буйында ишле һәм татыу ғаиләлә бер малай донъяға килә.Уға һөйөп Мостафа тип исем ҡушалар.Моста исеме ғәрәп теленән Һайлап алынған тигәнде аңлата.Бөгөн беҙ дәрестә М.Кәримдең Башҡортостан исемле әҫәре менән танышасаҡбыҙ.
5.Дәфтәргә бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.
6.Һүҙлек эше.
дала – степь
мәшһүр – знаменит прославлен
таҫма – лента
етеҙ – ловкий
иге – сиге булмаған - бескрайний
күҙ һалайыҡ – ҡарайыҡ – смотреть
-хор менән әйтеү;
-тәржемә итеү
-был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?Һорауҙар бирегеҙ.Күплек ялғауҙары ҡуйып әйтеп ҡарағыҙ.Исемдәргә килеш ялғауҙарын ҡушығыҙ.Ҡылымдарҙың заманын билдәләгеҙ.Һүҙбәйләнештәр ярҙамында һөйләмдәр төҙөгөҙ.
Мәҫәлән, сәйәхәткә барам.
Йәй көнө ағайым менән сәйәхәткә барам.
7.Текст өҫтөндә эшләү. (Электрон дәреслектән йөкмәткеһен тыңлау.Тема 17. 1-се күнегеү.)
1.Үҙ аллы уҡыу.2.Тура тәржемә эшләмәйенсә яҡынса нимә тураһында һүҙ барғанын әйтеү.
Ял минуты . Күҙҙәрҙе ял иттереү.
1-се абзацтағы һөйләмдәрҙән ҡылымдарҙы табып, унан сығып исемдәргә һорау биреү. Мәҫәлән нимә дан тота? Яуап:Ил дан тота.
2-се абзац буйынса эш.
... һарай
... ҡаялар
... урмандар
... шишмәләр
... аҡландар
Тексҡа таянып һүҙҙәрҙең билдәләрен яҙыу.
Ял минуты . Ҡулдар менән хәрәкәттәр эшләү.
Беҙҙең Башҡортостанда
Ошондай бейек тауҙар ,
Шундай тәрән йылғалар
Шаулап үҫкән урмандар.
3 - cө абзацтан яңғыҙлыҡ исемдәрҙе табыу һәм яҙылышын аңлатыу.Ниндәй ялғауҙар ҡабыл итеүен әйтеү.
8.Әҙер план буйынса дәрестә өйрәнелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләп ҡарау.
1.Башҡортостан ... ... ... менән дан тота.
2.Уралда ... ... ... бар.
… … йылғалар аға.
Урал ... ... ... бай.
9.Баһалау. Өйгә эш:1-се абзацты ятларға , яңы үҙҙәрҙе ятларға.
Йомғаҡлау.
-Шулай итеп грамматика буйынса исемдәрҙең ниндәй категориялары бар?(Исем һанда , затта , эйәлек затында үҙгәрә.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ иседәр була.Мәҫәлән ,Ағиҙел йылғаһы.)
-Башҡортостанда ниндәй тау , йылға , исемдәрен беләһегеҙ?(Ирәмәл тауы
Асылыкүл , Дим , йылғаһы һәм башҡалар.)
Башҡортостан тәбиғәте буйынса һүрәттәргә ҡарап.
Күрәһегеҙме, уҡыусылар М.Кәрим был әҫәре менән беҙҙе, Башҡортостанда йәшәүселәрҙе , ошо иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле ерҙә йәшәргә һайлап алынғанбыҙ икәнлеген еткерергә теләй.Уға яуап итеп беҙ тыуған еребеҙ менән ғорурланырға һәм уны һаҡларға тейешбеҙ.