СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

С.Яҡшығолов ижадына презентация

Нажмите, чтобы узнать подробности

 презентация Сафуан Яҡшығоловтың биографияһы һәм ижады тураһында

Просмотр содержимого документа
«С.Яҡшығолов ижадына презентация»

Сафуан Суфиян улы Яҡшығолов  1871-1931

Сафуан Суфиян улы Яҡшығолов 1871-1931

 Тәү ҡарашҡа, Аҡмулланың ауаздары ишетелеп ҡала, шул уҡ ваҡытта шиғыр формаһында рифмаға, ритмға бик буйһоноп бармауы ла салына. Сафуан Яҡшығоловтың тәүге әҫәре ҡайҙа баҫылып сығыуы аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә төбәктә уның яҙмалары телдән-телгә күсеп, ятланып та, һөйләнеп тә йөрөй.

Тәү ҡарашҡа, Аҡмулланың ауаздары ишетелеп ҡала, шул уҡ ваҡытта шиғыр формаһында рифмаға, ритмға бик буйһоноп бармауы ла салына. Сафуан Яҡшығоловтың тәүге әҫәре ҡайҙа баҫылып сығыуы аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә төбәктә уның яҙмалары телдән-телгә күсеп, ятланып та, һөйләнеп тә йөрөй.

  Для добавления текста щёлкните мышью

Для добавления текста щёлкните мышью

Бына был көн жаһәләткә баттығыҙ, Еребеҙҙе юҡ баһаға һаттығыҙ. (“Дим буйы”). Ер, ер, тип лаф орабыҙ бөгөн дә, баҡтиһәң, ер биләмәләрен законһыҙ бүлеү осраҡтары элек тә булған икән. Халҡыбыҙ вәкилдәре, ауыл­дарҙа, ҡалаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ ни ҡыла ала һуң был мәсьәләне хәл итеү өсөн? Улар ҡулынан килгәнен башҡара – ошо төбәкте ташлап китмәйенсә, ата-бабаларынан ҡалған нигеҙҙе һаҡлай, ауылдарын етем итмәй.
  • Бына был көн жаһәләткә баттығыҙ,
  • Еребеҙҙе юҡ баһаға һаттығыҙ.
  • (“Дим буйы”).
  • Ер, ер, тип лаф орабыҙ бөгөн дә, баҡтиһәң, ер биләмәләрен законһыҙ бүлеү осраҡтары элек тә булған икән. Халҡыбыҙ вәкилдәре, ауыл­дарҙа, ҡалаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ ни ҡыла ала һуң был мәсьәләне хәл итеү өсөн? Улар ҡулынан килгәнен башҡара – ошо төбәкте ташлап китмәйенсә, ата-бабаларынан ҡалған нигеҙҙе һаҡлай, ауылдарын етем итмәй.
Йәнә лә: Һәр бер урында тырышалар ер кәрәк, тип, Беҙҙән һуңғы балаларға иркенлек, тип, Һеҙ йөрөйһөҙ ҡайҙа банк, нотариус тип, Ер һатырға хәҙерләнеп, башҡорттарым! (“Башҡорт ағаларына хитап”). С. Сафуанов был хаҡта бына нимә яҙған: “Ул үҙ халҡының яҙмышын беренсе сиратта ер мәсьәләһенә бәйләп яҡтырта. Рәсәй батшалығының колониаль сәйә­сәте, бөгөн дә ҡайһы берәүҙәр ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған Столыпиндың урыҫ капиталистары файҙаһына башҡарылған реформаһы һөҙөмтәһендә башҡорт халҡының борон-борондан изге милке булып килгән еренән яҙыуын шағир милләттең бөтөүгә табан юл тотоуы тип баһалай”
  • Йәнә лә:
  • Һәр бер урында тырышалар ер кәрәк, тип,
  • Беҙҙән һуңғы балаларға иркенлек, тип,
  • Һеҙ йөрөйһөҙ ҡайҙа банк, нотариус тип,
  • Ер һатырға хәҙерләнеп, башҡорттарым!
  • (“Башҡорт ағаларына хитап”).
  • С. Сафуанов был хаҡта бына нимә яҙған: “Ул үҙ халҡының яҙмышын беренсе сиратта ер мәсьәләһенә бәйләп яҡтырта. Рәсәй батшалығының колониаль сәйә­сәте, бөгөн дә ҡайһы берәүҙәр ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған Столыпиндың урыҫ капиталистары файҙаһына башҡарылған реформаһы һөҙөмтәһендә башҡорт халҡының борон-борондан изге милке булып килгән еренән яҙыуын шағир милләттең бөтөүгә табан юл тотоуы тип баһалай”
Башҡорт зыялыһы – иң ҡыҙыҡлы тема!.. Был заман инҡилабы ниндәй ҡыҙыҡ, Күҙ асып ҡараһағыҙ, башҡорттарым. Һәр бер милләт мәғарифә чалышалар, Һеҙҙәр ғафил ятаһыҙ, башҡорттарым. (“Башҡорт ағаларына хитап”). О, был инде – иң ҡыҙыҡлы, иң көнүҙәк тема, минеңсә. Беҙҙең ижад әһелдәре – һәр береһе даһи, һәр береһе мәңгелек мираҫ ҡалдыра. Улар, трибуналарға менеп, халыҡтың рухһыҙлығы, гәзит-журнал тиражының кәмеүе, башҡорт мәктәп­тәренең ябылыуы, туған тел дәрестәренең бөтө­рөлөүе хаҡында йөрәк һыҙланыуҙарын еткерә.
  • Башҡорт зыялыһы – иң ҡыҙыҡлы тема!..
  • Был заман инҡилабы ниндәй ҡыҙыҡ,
  • Күҙ асып ҡараһағыҙ, башҡорттарым.
  • Һәр бер милләт мәғарифә чалышалар,
  • Һеҙҙәр ғафил ятаһыҙ, башҡорттарым.
  • (“Башҡорт ағаларына хитап”).
  • О, был инде – иң ҡыҙыҡлы, иң көнүҙәк тема, минеңсә. Беҙҙең ижад әһелдәре – һәр береһе даһи, һәр береһе мәңгелек мираҫ ҡалдыра. Улар, трибуналарға менеп, халыҡтың рухһыҙлығы, гәзит-журнал тиражының кәмеүе, башҡорт мәктәп­тәренең ябылыуы, туған тел дәрестәренең бөтө­рөлөүе хаҡында йөрәк һыҙланыуҙарын еткерә.
Өсөнсө миҫал: “Шул-шул шағирҙың шиғырҙарын баҫтырҙығыҙ. Уның яҙғанын сығарып ултырған гәзит миңә нимәгә? Кимәлегеҙ хаҡында әйтер инем инде!..” Беткә үс итеп, тун яғыу була түгелме һуң, йәмәғәт?! Хәйер, Сафуан Яҡшығолов теге быуат башында уҡ был хаҡта иҫкәрткән дә бит. Тик зыялыларыбыҙҙың тарҡаулығы, иҫкесә форматта фекерләүе бөгөн дә беҙҙең дөйөм тирмәндең эшен тотҡарлай. Зыялы һүҙе әллә зыянлы менән бер тамырҙанмы икән, тип уйлап ҡуяһың. Ошо юлдар ҙа сәнғәт хаҡында кинәйә түгелме һуң: Һөнәр, сәнәғәт, ғилемдән бары биҙеп, Йөрөнөләр ҡоро сәхрәлә гиҙеп. Әй, ҡурай! Лаф ораһың юҡты һөйләп, Борон йоҡлатып үҙең, моңло көйләп. (“Ҡурайға ҡаршы”).
  • Өсөнсө миҫал: “Шул-шул шағирҙың шиғырҙарын баҫтырҙығыҙ. Уның яҙғанын сығарып ултырған гәзит миңә нимәгә? Кимәлегеҙ хаҡында әйтер инем инде!..” Беткә үс итеп, тун яғыу була түгелме һуң, йәмәғәт?! Хәйер, Сафуан Яҡшығолов теге быуат башында уҡ был хаҡта иҫкәрткән дә бит. Тик зыялыларыбыҙҙың тарҡаулығы, иҫкесә форматта фекерләүе бөгөн дә беҙҙең дөйөм тирмәндең эшен тотҡарлай. Зыялы һүҙе әллә зыянлы менән бер тамырҙанмы икән, тип уйлап ҡуяһың. Ошо юлдар ҙа сәнғәт хаҡында кинәйә түгелме һуң:
  • Һөнәр, сәнәғәт, ғилемдән бары биҙеп,
  • Йөрөнөләр ҡоро сәхрәлә гиҙеп.
  • Әй, ҡурай! Лаф ораһың юҡты һөйләп,
  • Борон йоҡлатып үҙең, моңло көйләп.
  • (“Ҡурайға ҡаршы”).
Бөтә өмөт – йәштәрҙә Һәр дәүер тап үҙенең йәштәренә, киләһе быуынға ҙур өмөт бағлай. Уларҙан көтә халыҡты алға әйҙәр фекерҙе, яңылыҡты. Сафуан Яҡшы­ғолов та шундай уҡ мөрәжәғәт ташлай милләттең үҫентеләренә: Баҡыңыҙҙар! Иҫке тормош бик күңелһеҙ, Милләтемеҙ организмы ҡалмыш хәлһеҙ. Шул хәлһеҙлек ауырыуының дауаһыны, Әй, йәштәр! Был көндән үк эҙләгеҙ һеҙ. (“Йәшлек дәрте”).
  • Бөтә өмөт – йәштәрҙә
  • Һәр дәүер тап үҙенең йәштәренә, киләһе быуынға ҙур өмөт бағлай. Уларҙан көтә халыҡты алға әйҙәр фекерҙе, яңылыҡты. Сафуан Яҡшы­ғолов та шундай уҡ мөрәжәғәт ташлай милләттең үҫентеләренә:
  • Баҡыңыҙҙар! Иҫке тормош бик күңелһеҙ,
  • Милләтемеҙ организмы ҡалмыш хәлһеҙ.
  • Шул хәлһеҙлек ауырыуының дауаһыны,
  • Әй, йәштәр! Был көндән үк эҙләгеҙ һеҙ.
  • (“Йәшлек дәрте”).
Емермәйсә лә төҙөп булмаймы икән? Бындай күренештәр тураһында Сафуан Яҡшығолов бер быуат элек бына нимә тип оран һалып ҡалдырған: Фундаментҡа, тупһаларға ташыбыҙҙы алалар, Шуға беҙҙең рухыбыҙ, рәнйей һеҙгә, әй, балалар! Ҡалдырҙыҡ ер һеҙгә, йөрөһөндәр тиеп, рәхәт йәшәп, Һеҙ ни яуаптар бирерһеҙ, бабаңыҙ ҡәберен ашап. (“Башҡорттарҙың боронғо ҡәберстанынан бер сада”). Уйланырлыҡ урын бар ғына түгел, һаман шул бер үк тырмалар һәм шул уҡ ҡәүем балалары уға баҫа. Бәлки, был беҙҙең милли сифаттыр?

Емермәйсә лә төҙөп булмаймы икән?

Бындай күренештәр тураһында Сафуан Яҡшығолов бер быуат элек бына нимә тип оран һалып ҡалдырған:

Фундаментҡа, тупһаларға ташыбыҙҙы

алалар,

Шуға беҙҙең рухыбыҙ, рәнйей һеҙгә, әй,

балалар!

Ҡалдырҙыҡ ер һеҙгә, йөрөһөндәр тиеп,

рәхәт йәшәп,

Һеҙ ни яуаптар бирерһеҙ,

бабаңыҙ ҡәберен ашап.

(“Башҡорттарҙың боронғо

ҡәберстанынан бер сада”).

Уйланырлыҡ урын бар ғына түгел, һаман шул бер үк тырмалар һәм шул уҡ ҡәүем балалары уға баҫа. Бәлки, был беҙҙең милли сифаттыр?

“ Сирек быуатлыҡ үҙгәреш” Тап ошолай атала Сафуан Яҡшығоловтың бер шиғыры. Әҫәрҙә яттар баҫып алған Этҡол ауылы хаҡында һүҙ бара, тимер юл үткәрелеү сәбәпле, унда тормоштоң тотошлайы менән үҙгәреүе хаҡында бәйән ителә. Әйткәндәй, Дәүләкәндең элекке атамаһы ла – Этҡол. Юҡҡа ғына мәҡәләнең аҙағына ҡалдырманым был әҫәр хаҡында һүҙҙе. Беренсенән, ул һүҙ рәссамы С. Яҡшығоловты замана йырсыһы итеп күрһәтһә, икенсенән, Яңы Яппарҙа йәшәп, ошо Этҡол ауылына йөрөп ғүмеренең һуңғы көндәренә табан атлай шәхес. Уның ошо йылдарҙа күргән михнәттәре хаҡында халыҡ араһында бөгөн дә илатырлыҡ тарихтар һөйләнелә.
  • “ Сирек быуатлыҡ үҙгәреш”
  • Тап ошолай атала Сафуан Яҡшығоловтың бер шиғыры. Әҫәрҙә яттар баҫып алған Этҡол ауылы хаҡында һүҙ бара, тимер юл үткәрелеү сәбәпле, унда тормоштоң тотошлайы менән үҙгәреүе хаҡында бәйән ителә. Әйткәндәй, Дәүләкәндең элекке атамаһы ла – Этҡол. Юҡҡа ғына мәҡәләнең аҙағына ҡалдырманым был әҫәр хаҡында һүҙҙе. Беренсенән, ул һүҙ рәссамы С. Яҡшығоловты замана йырсыһы итеп күрһәтһә, икенсенән, Яңы Яппарҙа йәшәп, ошо Этҡол ауылына йөрөп ғүмеренең һуңғы көндәренә табан атлай шәхес. Уның ошо йылдарҙа күргән михнәттәре хаҡында халыҡ араһында бөгөн дә илатырлыҡ тарихтар һөйләнелә.