Башҡортостан мәғариф министрлығы
Һуғыш осоро балалары -
онотолмаҫ яралары....
(Инша-хәтирә)
Байым урта мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы
Сәйетғәлина Айһылыуҙың
“Ҡәләм һынау” конкурсы
иншаһы.
Етәксеһе:Абдрафиҡова
Бәхтиәр ҡыҙы
Байым -2020
Бала. Бала саҡ... Икеһе лә һәр кем өсөн шул ҡәҙәре ҡәҙерле һәм ғәзиз .Оҙаҡ йәшәгән кешеләрҙән:“Бала була белеү ҙә кәрәк,йәки тыумайынса ҡартайған,”-- тигән һүҙҙәрҙе лә йыш ишетергә тура килә. Бала саҡ- вайымһыҙ саҡ, хәсрәтһеҙ ваҡыт шул . Иртә менән уянып, атай -әсәй ҡосағының йылыһын тойоп, уларҙың, иркәләп-наҙлап, һөйөп кенә уятыуҙарын көтөп ятыу ҡайһылай рәхәт! Эйе, Хоҙай ошо бәхеттәрҙән бер кемде лә айырмаһын ине, һәр кемдең бала сағы гөрләп үтһен , һәр кемгә бала бәхете насип итһен ине, был доньяла. Әммә ҡайһы бер осраҡта бала тауышы яңғырамаған ғаиләләр, әсәй –атай наҙы күрмәгән балалар ҙа осрай. Балаһыҙ ғаиләләрҙе бахырға тиңләйҙәр, ата-әсәләре ташлағандары,йә булмағандары - етем һанала.
Эйе, тормошта төрлө ваҡыт,төрлө кешеләр була,кемдәрҙер бала саҡ рәхәтен татып йәшәй,кемелер киреһенсә,тормош тамуғын татый...
“Эх тормош, гел аҡтан ғына торһа икән дә!Уның бит ҡараһы ла була шул. Беҙ күрҙек, һеҙгә күрергә яҙмаһын,балаҡайҙарым,”- ти минең 92 йәшлек Алмабикә өләсәйем.
–Беҙ, балам, һуғыш йылы балалары, бүтән һуғыш сыҡмаһын, илдәр имен, тыныс булһын,- тип доғаларын ҡылып, теләктәрен бер ҡасан да әйтергә онотмай ул.Өләсәй атайым менән әсәйемә лә:
-Балаларығыҙ туйғансы йоҡлаһын , иртә менән уятмағыҙ, йоҡолары туйғас тора улар.Бала саҡтары-балалыҡта үтһен, үҫкәс тә эшләргә өлгөрөрҙәр, эш бүре түгел , урманға ҡасмаҫ ,”-тип тә ебәрә.Ә инде улар ишетмәгәндә беҙгә: “Әсәй –атайҙарығыҙҙы һәр саҡ тыңлап, хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итегеҙ, эштән бер кем үлмәй ул, ”-тип ҡуя.
Өләсәйем , 1928 йылдың 14 февралендә ,Әбйәлил районы , Йәнекәй ауылында тыуған. Ул атайыма апа тейешле,һуғыш ветераны Сәйетғәлин Салауат олатайымдың әбейе. Атайым ҡай саҡта уға Алма инәй тип өндәшһә:
“Мин ни эшләп алма булайым, Алмабикә-мин,”- тип көлдөрөп тә ала беҙҙе.
Эйе, әле лә яғымлы, көләс йөҙлө,сабыр, кеше күңелле булып ҡала белгән Алмабикә өләсәйемдең өлөшөнә нимәләр генә төшмәгән, ғәзиз башҡайҙары нимә генә күрмәгән....
-Беҙ һуғыш йылы балалары,- тигән ваҡыттарында,ғорурлыҡтан уның күҙҙәрендә, ошо тыныс тормош өсөн шатлыҡ осҡондары уйнаһа, шул уҡ ваҡытта ғәмһеҙ бала сағын, йәшлек ваҡыттарын урлаған ҡәһәрле һуғышҡа нәфрәт, бик тәрән йәшеренгән үкенеү тойғоһо менән әллә күпме хәсрәт күрергә мөмкиндер.
Һуғыш башланған ваҡытта өләсәйем ни бары ун өс йәштә генә була . Ауыр йылдар уны ғына түгел, ул замандың балалыҡтан сығып етмәгән малай һәм ҡыҙҙарын бер көн эсендә өлкәндәр рәтенә баҫтыра.
Нимә генә күрмәй улар: аслыҡ, яланғаслыҡ, атайһыҙлыҡ, етемлек, рәнйетеүҙәр, ФЗО - барыһы ла һуғыш афәте. Ир-егеттәр, атайҙары һуғышҡа алынып бөткәс,ул ваҡыттарҙа ауылда ғына түгел , бөтә илдең һәр бер мөйөшөндә тик ҡатын –ҡыҙҙар, бала саға, ҡарт-ҡоро ғына тороп ҡала.”Барыһы ла һуғыш өсөн, барыһы ла фронт өсөн”-тигән лозунг, улар өсөн иң изге яҙыу була. Шуға күрә, ҡайҙа ҡушалар, шунда баралар, ил өсөн, еңеү өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен дә ,көстәрен дә йәлләмәй улар. Ризаһыңмы, юҡмы, һорап та тормай 14-17 йәштәре тулған үҫмер егет һәм ҡыҙҙарҙы хөкүмәт ауыл һайын ФЗО-ға йыя башлай.Улар иҫәбенә минең Алмабикә өләсәйем дә эләгә. Төрлө ауылдан, төрлө райондарҙан ташыйҙар ҡыҙҙарҙы Белорет районы Ноҡат ауылына, “трудармияға”. Өләсәйем менән бергә беҙҙең яҡтарҙан Ғәбдин ауылынан Мәүлиха Айытбаева, Хәлилова Гөлнәзирә,Таңһылыу Хамматова,Туйыштан Мәрйәм Миңлебаева һәм тағы ла әллә күпме ҡыҙҙар ҙа була.Ун биш йәшлек ҡыҙҙар, ялан-аяҡ, ас көйөнсә ҡул бысҡыһы менән ағас ҡырҡыу эшенә тотоналар. Йәй көндәре ул хәтлем ауыр булмаһа ла, үҙәк өҙгөс әсе елле, һалҡын көҙҙән алып ҡара яҙға тиклем әле быуындары ла ҡатып етмәгән ҡыҙҙар төндәрен “Гитлер”ға бәддоға уҡый-уҡый илаһалар ҙа уларҙы йәләүсе булмай ул ваҡытта. Өләсәйем менән килгән ҡыҙҙар нисек кенә ныҡ булырға тырышмаһындар, тора –бара барактағы тормош йонсота.Бет ыҙалата, һыуыҡ тейҙергән ҡыҙҙар бер-бер артлы ауырыуҙан һәм аслыҡтан үлә башлай. Үҙҙәре ағас ҡырҡһа ла йәшәгән барактары һыуыҡ була. Барак уртаһындағы буржуйканың йылыһы өшөтә, туңдырмай ғына.Таң атыуға бер-береһенең иҫән икәндәрен күреү,оло ҡыуанысҡа әйләнә башлай. Өләсәйем ошондай ваҡытта ла үҙен уйламай, өйҙә ҡалған оло йәштәге әсәһе менән атаһын йәлләүҙән ҡасып ҡайтырға тигән ҡарарға килә. Әммә ләкин ҡасып ҡайтырға ла батырлыҡ кәрәк бит. Сөнки уларҙан алда ҡасып-ҡасып ҡараған ҡыҙҙарҙы, баҫтырып тотоп, ҡамсылап-ҡамсылап , һыу эскеһеҙ итеп туҡмап кире баракка алып килеп ташлаған ваҡыттар бик күп була.
Өләсәйем тағы ла алыҫ хәтирәләргә төшөп китә:
“Кейергә йүнле кейем, аяҡтың сылғауҙан башҡа нәмәне күргәне юҡ, әммә ҡайтыу теләге барыбер еңде, бер көн өс ҡыҙ ФЗО-нан ҡастыҡ. Төн, ҡышҡы урман. Нисек бүренән ҡурҡмағанбыҙҙыр.Төнө буйы илай- илай йүгерәбеҙ, ашамағас, хәл юҡ. Таң атыуға Биләрит ҡалаһына еттек тигәндә,йән-яҡҡа ҡаранып Абҙаҡ яғына үтеп барған һыбайлыларҙы күрәләр.Мәүлиха тигәне:
-Ай, беҙҙең арттан төшкәндәр, беҙҙе эҙләйҙәрҙер,-инде тип ҡалтырап илай ҙа башлай. Күсем ҡыҙы Мөнирә менән икәүләп беҙ ҙә ҡушылдыҡ. Өсәүләп илайбыҙ. Урман ситендәге өйкөм ҡарға ышыҡланып, ултырҙыҡ-ултырҙыҡ та төпкәрәк инеп атлайыҡ тип инеп барһаҡ, кәбәнгә тап булдыҡ. Ҡыуаныуыбыҙҙы күрһәгеҙ икән шунда.Өйгә ҡайтып ингәнбеҙме ни!
Юлға тип йыйыған бер аҙ сөхәрәгә ҡар ҡушып кәбән артында йәшенә-йәшенә тамаҡ ялғаныҡ та , артабан атлаһаҡ, тоторҙар тип, бесәнде соҡоп ҡыуыш эшләп бергә һыйынып ҡына ята торғас, йоҡлап киткәнбеҙ. Уянғанда эңер төшкән ине . Төнө буйы ҡасып, арығанбыҙ, шуға оҙаҡ йоҡлағанбыҙ инде.Төн уртаһында Абҙаҡҡа килеп еттек.Мөнирә беҙҙе апайҙарына алып килде. Өшөгәнбеҙ, асыҡҡанбыҙ. Туҡылдата торғас апайҙары асты ишекте. Әммә уның беҙҙе күргәс тә йөҙө боҙолдо. Мөнирәне генә эскә үткәрҙе лә : “Башымды төрмәлә серетәһем юҡ инде”,- тип ҡапҡаны ябып инеп тә китте. Беҙ Мәүлиха менән төн уртаһында урамда тор ҙа ҡал. Мин үҙем дә ауан булғанмын инде, ҡәһәрең. Әйҙә, Абҙаҡҡа килеп еткәс, таңға Йәнекәйгә ҡайтып етәрбеҙ әле, атлайыҡ тинем дә, ҡуҙғалдыҡ. Үҙемдең күҙ йәштәрем битем буйлап аға, Мәүлихаға белгертмәйем. Арыуыҡ һөйләшә-һөйләшә атлап килә торғас арттан ат килгәнен дә ишетмәгәнбеҙ, ишеткәс ҡасырға һуң ине инде. Мәүлиханың ҡулынан ныҡ итеп тоттом да ,кемдәр тип һораһалар, һин - минең һеңлем, беҙ апайымдарҙан ҡайтып барабыҙ,-тип әйтергә ҡуштым.Теге ат килеп туҡтаны ла:“В такую погоду, в такой час куда путь держите?”-ти . Мин ҡурҡа-ҡурҡа ғына әйләнеп ҡараһам, был санаһына утын тейәгән, аптырағас , ҡул менән алға күрһәтеп:
-Туда,- тигән булам.
-Тауышына ҡарағанда, бабайға оҡшаған”- тип шыбырлай Мәүлиха.
Сана эргәһенә барғас,ысынлап та урыҫ бабайы икәнен күрәләр.Бабай төпсөрләп һораша башлай. Белер-белмәҫ тел менән аңлатҡанбыҙҙыр инде ауылды, шулай ҙа аңланы бабай.
-Айда, садитесь, вместе и веселей будет,” – тип толопҡа төрөп беҙҙе һәйбәтләп ултыртып алды ла, ҡуҙғалып та китте. Йәнекәйгә килеп еткәндә таң атып килә ине инде, теге бабай беҙҙе уята: “Где ваша хата?”- ти теге. Хата нимә икәнен белмәһәк тә, өйөбөҙҙө күрһәттем. Урыҫ бабай атын беҙҙең өйгә бороп бәйләп тә өлгөрмәне, атайым килеп сыҡты мине күреп илай башланы, илмаҫлыҡмы ни , бер йыл да ете ай күрешкәнебеҙ юҡ.
Беҙ Мәүлиха менән өйгә инеп киттек,әсәйем дә ҡыуанысынан илап ебәрҙе. Атайым теге бабай менән тороп ҡалды. Бер аҙҙан улар ҙа инде. Ултырып бергә сәй эскән булдыҡ. Бабай ҙа буш инмәне , ярты буханка ҡара икмәге, камкауай шәкәр индергән булған. Шул урыҫ бабайына әле лә рәхмәт уҡыйым, үҙ башҡортоң өйөнә индермәгәнде ултыртып алып ҡайтты бит.Ул ғына түгел, ҡайтырға сыҡҡанында атайыма ике бүрәнә утынын да төшөрөп киткән ул. Аҙаҡтан “ызнакум” булып киттеләр.Үткән һайын, туҡтап сәй эсеп,әҙ-мәҙ утын ҡалдырып китә торған ине. Ул шулай аты менән әртилдән зауытҡа утын ташыған икән.Исеме Әндрәй ине шикелле. Бер- нисә көн үткәс,беҙҙе эҙләп килделәр.Әсәйем алдап ҡалды, нисек өйҙө тентемәгәндәрҙер. Бригадир ҙа килеп йөрөнө:”Барһын эшкә, башынан һыйпамаҫтар”, -тигән.
Шунан инде ата-әсәйем, Алмабикәгә хут булмаҫ, кейәүгә бирһәк ҡотолор тип, мине,17 йәшлек кенә көйө, һуғыштан контужен булып ҡайтҡан һалдатҡа биреп тә ебәрҙеләр. Ул Салауат олатайың ине, балам.Бик яҡшы кеше булды. Һуғышта алған яралары ғына хут бирмәне. Бик иртә китте. Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде. Бына шулай, балам, беҙ күрҙек,ә һеҙгә күрергә яҙмаһын”,- тип хәтирәләрен тамамланы өләсәйем. Уны тыңлап ултырған барыбыҙҙың да күҙҙәре йәшле ине. Тик өләсәйем генә серле йылмайып: Эй “евекәләр”,ҡалай илаҡтар әле ул,- тине. Бына үҙебеҙ ныҡ булдыҡ,әллә ат йыуаһы , һарына, крахмал ашап үҫкәнгәме икән,-тигән булды көлөп. Аслығын да, үлемен дә күрҙек, илап ултырманыҡ. Беҙ бит һуғыш йылы балалары,- тип ҡабатлап үҙен йыуатырға тырышһа ла, керпек остарында көмөш тамсылар емелдәй ине. Еңеү яҙының 75 йыллығын ҡаршылаған бәхет тамсылары ине улар. Алмабикә өләсәйем әле лә шәп,ейәнсәрҙәренең барыһына ла яға баҫтырып бүләк итте.Был бәхеткә мин дә эйә булдым . Рәхмәт, өләсәй, барыһы өсөн дә:бөгөнгө хәсрәтһеҙ бала сағым,ҡомартҡы бүләгең, ә иң мөһиме -Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡанығыҙ өсөн оло рәхмәт!Артабан да беҙҙең терәгебеҙ , тотҡабыҙ булып,ҡәҙер хөрмәттә йәшә лә, йәшә әле, хөрмәтле ил инәһе,-тип ҡуйҙым эсемдән генә,шундай өләсәйем булыуға ғорурланып.
Ҡолағымда һаман булһын өләсәйҙең берсә әсенеп,берсә ғорурланып әйткән:”Беҙ бит һуғыш балалары!”-тигән һүҙе сыңлап торҙо...
Сәйетғәлина Айһылыу Марс ҡыҙы,Байым урта мәктәбе.
Башҡортостан мәғариф министрлығы
Бар изге уйҙарҙы юҡҡа
сығарған һуғыш...
(Инша-уйланыу)
Байым урта мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы
Хәлилова Гөлфиәнең
“Ҡәләм һынау” конкурсы
иншаһы.
Етәксеһе:Абдрафиҡова
Бәхтиәр ҡыҙы
Байым -2020
Һуғыш-уйын түгел,күпме ҡорбан,
күпме күҙ йәштәре түгелгән...
Зәңгәр экранға төбәлеп тын ҡалғанмын.Ундағы барған ваҡиғалар тәьҫирендә,берсә өшөп,берсә янып, иҫемә килә алмай оҙаҡ ҡына ултырҙым.Һуңынан күҙҙәремде тәҙрә аша төнгө һауаға төбәнем.Тыныс,йондоҙло күк йөҙөн күреп күңелем тынысланып, уйҙарға сумдым.
Тетрәндергес һуғыш тураһында ине әлеге фильм,ундайҙарҙы ҡарағанда ла ҡыйын булып китә.Фильмдағы һалдаттарҙы,һуғыш осоро балаларын йәлләүҙән күҙҙәремә әсе йәш төйөлә.
Һуғыш...Ах был һуғыш..Бөтә хыялдарҙы,изге хистәрҙе юҡҡа сығарған,күпме ҡан-йәш ҡойҙорған,күпме баланы етем,ҡатындарҙы тол ҡалдырған,күпме ғүмерҙәрҙе ҡыйған ҡәһәрле һуғыш...
Ярай ҙа беҙгә ундай мәхшәрҙе күрергә яҙмаған тип,ҡыуанам.Шулай ҙа,һуғыш еле ҡағылмаған ғаилә юҡтыр.Кемдеңдер туғаны,олатаһы һуғыштан ҡайтмаған,хәбәрһеҙ юғалған.Ҡайтҡандары ла йә аяҡһыҙ,йә ҡулһыҙ булған.
Һуғыш темаһы беҙҙең быуынға ҡурҡыныс төш кеүек.Уны беҙ телевизорҙан,йә ололар һөйләүенән генә беләбеҙ.
Эйе,һуғыш уйын түгел...Бер-ике йыл элек өләсәйемдең һөйләгәне әле лә иҫемдә.Уның атаһын һәм йәш кенә ағаһын,ауылдағы күп кенә ир-аттарҙы һуғышҡа алып китәләр.Яҡындарын һуғышҡа оҙатҡан ғаиләләр өсөн донъя емерелгәндәй була.
Беҙ ауылдан сыҡҡан саҡта,
Күтәрелде томандар.
Йә ҡайтырбыҙ,йә ҡайтмаҫбыҙ,
Һау булығыҙ,туғандар,-
тип йырлап киткәндәрҙең күбеһенә,шул иҫәптән минең ике олатайыма ла тыуған төйәгенә ҡайтырға насип булмаған шул..
Ул ваҡытта әле бәләкәс өләсәйем менән әсәһе һуғыш осороноң бөтә ауырлығын татый,атаһының һәм ағаһының һуғыштан иҫән ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтәләр ҙә ул,тик ҡайта алмайҙар шул.Олатайҙың ике йылдан һуң “Ҡара ҡағыҙы” килә,ә ағаһы бөтөнләй хәбәрһеҙ юғала.Өләсәйем менән әсәһе өмөттәрен өҙмәй оҙаҡ йылдар көтә лә көтә...Әлбиттә,бындай һынау улар башына ғына төшмәй,беҙҙең Байым ауылынан ғына 106 кеше һуғышҡа китһә,52-һе генә әйләнеп ҡайта.Оло Өләсәйем һөйләүенсә,һуғыш йылдары ла,һуғыштан һуңғы йылдар ҙа иҫ китерлек ауыр йылдар булған.”Аслыҡ та,яланғаслыҡ та ҡаҡшатты,ә бигерәк тә көтөп-көтөп тә яҡындарыбыҙҙың һуғыштан ҡайтмауҙары иң ҡыйыны булды,-тигәйне өләсәй әсенеп.Эйе,оло өләсәй ҙә күп ауырлыҡтар аша үтеп,балаларын яңғыҙы кеше итә,аяҡҡа баҫтыра.Ул ғына түгел,һәр бер һуғыш афәтен күргән ғаилә лә бындай батырлыҡты яһай тип әйтеп була.Эйе,эйе,батырлыҡҡа тиңләйем мин уны!Ниндәй генә ыҙалыҡ күрһәләр ҙә бөгөлөп төшмәгәндәр,һәр бер өйгә төшкән бәләне түҙем генә күтәрә белгәндәр.Шуның менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡандар ҙа инде.Мең рәхмәт,уларға!
Ә бөгөн беҙҙең күгебеҙ аяҙ,тыныс,матур тормошта ғүмер итәбеҙ.Бына инде Бөйөк Еңеүгә лә 75 йыл тула.Күпме ваҡыт үткән.Әммә һуғыш һалған яралар һаман да уңалырға уйламай,һулҡ,һулҡ килеп һыҙлап ҡуя...Инде ҡабат ундайҙы күрергә яҙмаһын, тип теләйем эсемдән генә. Ә зәңгәр экрандарҙан күргән киноларҙы, тик һуғыш эҙемтәләрен онотмаҫ өсөн,Еңеү еңел бирелмәгәнен аңлау,тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеү өсөн генә ҡарау ҙа етәлер.
Уйҙарымды аңлағандай, тыныс күк йөҙөндә йондоҙ атылды.
Хәлилова Гөлфиә Фәиз ҡыҙы,Байым урта мәктәбе.
Башҡортостан мәғариф министрлығы
Бар изге уйҙарҙы юҡҡа
сығарған һуғыш...
Байым урта мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы
Хәлилова Гөлфиәнең
“Ҡәләм һынау” конкурсы
иншаһы.
Етәксеһе:Абдрафиҡова
Бәхтиәр ҡыҙы
Байым -2020