СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

С.Юлаев. Теркәүестәр. 8 класс өсөн дәрес планы

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

С.Юлаев. Теркәүестәр. 8 класс. Йомғаҡлау дәресе. 

Просмотр содержимого документа
«С.Юлаев. Теркәүестәр. 8 класс өсөн дәрес планы»

Тема: “ Салауат Юлаев. Һөйләмдең эйәрсән киҫәге- аныҡаусы»

Маҡсат: үткән дәрестәрҙә алған белемдәрҙе нығытыу һәм системаға һалыу

Бурыстар Белем биреү бурыстары:

  • “аныҡлаусы  ” темаһы буйынса алған белемдәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау

  • уҡыусыларҙы хатаһыҙ эшләргә өйрәтеү

  • универсаль уҡыу эшмәкәрлекте формалаштырыу

  • ҡылым, исем, сифаттарҙы ҡабатлау, уларҙы һөйләмдәрҙә таба белергә һәм телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтеү

  • башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү

Үҫтереү бурыстары

  • һүҙлек запасын байытыу

  • коммуникатив компетенцияны үҫтереү

  • һөйләү телмәрен үҫтереү

Тәрбиәүи бурыстар:

  • коллективта эшләргә өйрәтеү

  • тәржемә эштәре аша һүҙ тойғоһо,тел тойғоһо тәрбиәләү

  • илеңә, уның шәхестәренә  һөйөү, хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау, системаға һалыу, проект эштәре эшләй белеү;

б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү, уҡылған диалог буйынса үҙеңдең диалогыңды төҙөргә өйрәнеү;

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү, алған белемдәрҙе тормошта ҡуллана белеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, төркөмдә эшләй белеү күнекмәләре булдырыу.

Дәрес төрө: алған белемдәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау дәресе

Йыһазландырыу: компьютер, проектор, презентация материалдары,., карточкалар.

  1. Ойоштороу мәле

-Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Барыбыҙға ла уңышлы көн теләйек!

1. Слайд “Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” фразаһы таҡтала яҙылған.

-Был һөйләмде нисек аңлайһығыҙ? (Тырыш, уңған кешеләр генә бар эште лә еңеп сыға…).

- Ниңә был мәҡәлде алдым дәрескә?

- Был мәҡәлдән сығып, бөгөнгө дәрестә беҙ нисек эшләргә тейешбеҙ? (Тырышып, ҡатнашып…)

2. Слайд. – Эйе, балалар, беҙ тырышып эшләгәс, уңыштарға, эште еренә еткеререгә, күп белем алырға ирешәсәкбеҙ. Тырыш+ иғтибар+яуаплы+актив эш= уңыш. Уңыш формулаһын сығарҙыҡ. Беҙ эшкә тотонорға әҙер. Уҡыусылар, бөгөн дәрестә шулай тырышып эшләрһегеҙ, әүҙем ҡатнашып ултырырһығыҙ, тип ышанам.

3 слайд. – Хәҙер иғтибар менән слайдҡа ҡарайбыҙ

Артикуляцион күнегеү “Тыуған илем” шиғыры

-башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ итеп әйтеү

-психологик кәйеф шарттары булдырыу уңыш ситуацияһы тыуҙырыу

-хор менән яттан һөйләү

  1. Өй эшен тикшереү: 215-се күнегеү кроссворд сисеү

4-се слайд кроссворд яуаптарын тикшереү

  1. с

  1. а

  1. ғ

  1. а

  1. н

  1. а

  1. й

  1. ы

  1. у


  1. л

  1. и

  1. л

  1. и

  1. ә

  1. а

  1. л

  1. м

  1. а


  1. у

  1. р

  1. м

  1. а

  1. н

  1. а

  1. ғ

  1. а

  1. с


  1. т

е

  1. р

  1. п

  1. е

III -һүҙлек эше (экранда) 5-се слайд

Ә хәҙер бөгөн дәрестең һүҙлеге менән танышайыҡ.

Тормош- жизнь

Ижад- творчеств

Сәнғәт- искусство

Һәйкәл-памятник

Шәхес- личность

Һоҡландырғыс- восхищеннный

Мөһабәт-величавый

хор менән уҡыу, һөйләм төҙөү. 6-cы слайд

IV Яңы тема. теманы формалаштырыу

  • уҡыусыларҙың теманы формалаштырыуы

  • күнегеүҙең эшен уҡытыусы уҡый (текст экранда) 213-сө күнегеү: дәфтәрҙәрҙә һәм таҡтала эш: бирелгән һөйләмдәргә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып күсереп яҙығыҙ, һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен, аныҡлаусыны билдәләгеҙ.

  • уҡыусыларҙың уҡыуы, яҙыуы, тәржемә итеү.

  • текстан төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе табып ҡуйыу,эйә, хәбәр, аныҡлаусыны билдәләү

  • - ошо һөйләмдәр нигеҙендә грамматик теманы иҫкә төшөрөү, аңлатыу, һығымталар яһатыу

- Уҡыусылар был текст юлдарында беҙҙең темабыҙҙың исеме бар.

Кем әйтер, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  • Эйе , дөрөҫ. Салауат Юлаев менән танышыуҙы дауам итәбеҙ.

  • 7- се слайд

  • Дәрестең темаһы Салауат Юлаев. Һөйләмдең эйәрсән киҫәге- аныҡаусы»

    1. Алған белемдәрҙе нығытыу. 8-се слайд

бына ошо күнегеүҙе башҡарғанда минең һеҙгә һорау тыуа. ә ни өсөн Салауат беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй, беҙҙең ғорурлығыбыҙ.. шуны асыҡлар өсөн беҙ бөгөн дәрес буйына уның менән бәйле мәғлүмәттәр иҫкә төшөрәсәкбеҙ. Дәрес аҙағында яуабын иҫбатлап ҡарарбыҙ.

Эшебеҙҙе тырышып , ваҡытты әрәм итмәйенсә башҡарайыҡ.

1) Беренсе эш һеҙгә “серле кисет “ уйыны. Был уйын пар менән башҡарыла һәр парта кисеттән карточкала һәм эшен уҡып яуабын әйтеп таҡтаға беркетә бара.

1.-Ҡайҙа ҡасан тыуған?

2.Ат һүрәте 3 йәшендә ни эшләгән?

3.- Уҡ һаҙаҡ һүрәте 5 йәшендә ни эшләгән?

4. -Айыу һүрәте 15 йәшендә ни эшләгән?

5. -18 йәшендә ни эшләгән?

6. 1773-1775 йылдар ҙа нимә булған?

7. 1776-1800 йылдар нимә менән бәйле?

Һай афарин был һорауҙар ниндәй темаға ҡарай?

Дөрөҫ- биография юлдары. Ул бик зирәк аҡыллы кеше булған. Үҙ иле , халҡы өсөн бәләкәй саҡтан йәшәгән, көйгән, янған. Крәҫтиән һуғышында халыҡтың тормошон еңеләйтер өсөн көрәшкән.

2) икенсе эш ҙур броун хәрәкәте группа менән башҡарырбыҙ

Уҡыусылар үҙ теләгегеҙ менән өс төркөмгә, командаға бүленегеҙ

Һәр команда-төркөм карточкалар менән эш алып барасаҡ. Һеҙ бер уҡыусы ваҡыт өсөн яуаплыны һайлайһығыҙ, икенсе кеше сығыш яһау өсөн яуаплы буласаҡ. Шунан карточкалар менән алмашынаһығыҙ. Бер берегеҙҙең эштәрен тикшереп өҫтәп сығаһығыҙ.Шунан һәр төркөм үҙ эшен яҡлап сығыш яһай. .

1-се төркөмгә эш Салауат Юлаев әҙәбиәттә - кем уның тураһында яҙған?

М. Кәрим- пьеса

С.Злобин- роман “Салауат Юлаев”

Батыр Вәлид- Салауат маршы

Рауил Бикбаев- Салауат ҡылысы

Булат Рафиҡов- “Эйәрле ат”әҫәре

2-се төркөмгә эш

Салауат сәнғәттә

Һәйкәл-С.Тавасиев, 1964

Ағас бюст-Фри Хара-1909й

Һәйкәл-бюст - Тамара Нечаева 1945й

Картина “Салауаттан һорау алыу”- А.А.Кузнецов

Картина- “Салауатты ҡулға алыу”-А. Лежнев

Картина “Салауат каторгала”-

Фильм “Салауат”- Ян Протазанов 1940й

Опера “”- Заһир Исмағилов


  • 3-сө төркөмгә эш
    Уның исеме менән

  • Урамдар

  • Проспект

  • Премия

  • Район

  • Ҡала

  • Музей- Малаяҙ ауылы Салауат районы

  • Музей- Палдийск ҡалаһы Эстония

  • Майҙан- Өфөлә

  • Хоккей командаһы






VI Ял минуты Ҡарауанһарай башҡарыуында “Һай, Салауат ”йырына бейеү.

  • Флэшмоб Салауат Юлаевтың “Тыуған илем” шиғыры буйынса. Талғын ҡурай моңона бергәләп шиғырҙы һөйләйбеҙ.



3) өсөнсө эш атыш уйыны теләгән уҡыусыға һорауҙар биреү уның өсөн ошо һаҙаҡтан уҡтар алып һорау биреү уҡыусы яуабын уҡый.

Соловей- һандуғас

Стрела- уҡ

Джигиту- егеткә.

Юрузань- Йүрүҙән

Зулейха- Зөләйха

Мой Урал- Уралым

4) дүртенсе эш эҫе ҡаҙан уйыны бер уҡыусыны һайлайһығыҙ һәм эҫе ҡаҙанға ултыртаһығыҙ. Бешмәһен өсөн һорауҙар бирәһегеҙ – һөйләм уҡыйһығыҙ. Эҫе ҡаҙандағы уҡыусы аныҡлаусыһын табырға тейеш.

Салауат көслө ҡулдары менән теҙгенде тартҡан.

Ул бик яҡшы белем һәм тәрбиә алған.

Ул халыҡтың яратҡан батыры.

Минең тыуған ҡырҙарым, балдай татлы һыуҙарым, һеҙҙе һөйә йөрәгем.

Үткер күҙҙәре менән йәмле Ағиҙел аръяғын күҙәтә.

. VII Йомғаҡлау

Салауат исеме менән бәйле бик күп мәғлүмәттәр белдек. хәҙер кем ул “ҡурайым” уйыны алымы менән башҡарабыҙ. Һәр төркөмдән икеш әр кеше сыҡһын.микрофон тотоп яуап бирә

кем ул?

Атай- дүрт балаһы булған

шағир- импровизатор шиғырҙар, йырҙар яҙған

батыр- халыҡтың иреклеге өсөн көрәшкә сыҡҡан,

сәсән- сәсән бәйгеһендә ҡатнашҡан Байыҡ Айҙар сәсәне менән осрашҡан,

бригадир- атлы ғәскәр менән етәкселәгән

старшина- атаһының вазифаһын башҡарған

полководец- Еме льян Пугачев батырҙарса һуғышҡан өсөн полководец итеп ҡуя шәхес- бөтө яҡлап үҫешкән, ил өсөн ғүмерен йән лләмәгән, уның өсөн көрәшкән

йырсы- ҡурайсы- уның ҡулында гел ҡурай булған Халыҡҡа ла ул ҡурай аша өндәшкән.

Беҙҙең эшебеҙ тамамға етте Салауат беҙҙең ғорурлығыбыҙ тип иҫбатлай алабыҙмы?

Эйе.

Әйҙәгеҙ . Бергәләп әйтәбеҙ: Салауат батыр беҙҙең ғорурлығыбыҙ.

  • Дөрөҫ. Салауат Юлаев – ул беҙҙең милли батырыбыҙ, халҡыбыҙ өсөн, иркебеҙ өсөн көрәшкән кеше, шағир-импровизатор. Ул үлемдән, язалауҙарҙан да ҡурҡмай, туған халҡының ирке өсөн аҫыл ғүмерен биргән. Халҡыбыҙ батырын онотмай, ҙурлар күңелендә һаҡлай. Уның матур исемен, шиғырҙарын килер быуынға еткерә. Иле өсөн, халҡы өсөн янып йәшәгән егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа һәр ваҡыт кәрәк. Уның тормош юлын беҙ белергә тейеш. Шундай шәхестәр менән халыҡ йәшәй, үлмәй, киләсәге бар тип ышана ала һәм ул шундай улдары менән ғорурлана ала. Мин һеҙгә Р.Ғариповтың шиғырын уҡып сыҡҡым килә, сөнки ул да халҡымдың батыры, тыуған төйәгелә Салауат ерҙәре. Ул шиғыры өсөн Рәми ағай совет власынан ҡаты язалана.уның шиғырҙарын бер редакцияла баҫтырмай башлай.. Шиғырҙары тик үлгәс кенә нәшер ителә..

Салауат батыр

VIII Рефлексия

Был дәрестә беҙ нимәләр эшләнек?

Кемдәр һәйбәт эшләне?

Кем алған белемен киләсә тктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.

IX Баһалау баһаларҙы бергәләп ҡуйыу. Ҡыҙыл, еҙһары , йәшел түңәрәктәр

Кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, еҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ.



X. Өй эше

1. 221-се күнегеүҙең һорауҙарына яуап бирергә.

2. «Салауат Юлаев” темаһына ребус йәки сканворд төҙөргә

3. инша яҙырға йәки кроссворд төҙөргә.

Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тыуған илегеҙ менән, уның шундай ҙур шәхестәре менән ғорурланырһығыҙ, . уларҙың ижадтарын уҡыһырғыҙ, онотмаҫһығыҙ тип ышанам.



Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!Һау булығыҙ!




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!