Сәскәләр байрамы
Тәрбиәүи: байрам аша балаларҙа матурлыҡты күрә белеү
Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү
Күңелле көй уйнай.
Бөгөн был байрамға матурлыҡҡа ғашиҡ, күңелдәре ижади күркәмлеккә, тормошто тик сағыу төҫтәр аша күргәндәргөл-сәскәләр байрамына йыйылдыҡ.
Байрамға рәхим итегеҙ.
Мин һөйәм ал сәскәләрҙе,
Ал булған өсөн түгел.
Мин һөйәм шул сәскәләргә
Тиң булған өсөн ғүмер!
-Балалар, һеҙ ниндәй сәскәләр беләһегеҙ?
Нәркәс, ирис, пион, лилиә, георгин, астра, ҡыҙғылт һары бәрхәт сәскәләр,алиссум, гладиолус, ҡәнәферҙәр.
-Афарин, балалар.
-Беҙгә сәскәләр ни өсөн кәрәк?
Сәскә бүләк итеү- мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе, Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылыта, ышаныслыраҡ итә.
-Һеҙ сәскәләрҙе яратаһығыҙмы.
-Әлбиттә, матурлыҡтың бер өлгөһө булған сәскәләрҙе кем яратмай икән?Сағыу төҫтәре менәнкүҙҙе ҡамаштырған сәскәләрҙе кескәй балаларҙан алып ололарға тиклем үҙ итә. Бер байрамда, бер генә тантана ла сәскәһеҙ үтмәй.Сәскәләр урамдарҙы, баҡсалаоҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмдәй, ә бүлмә гөлдәре ҡайһылай матур һуң, Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ. Ә ауыл йәмен, бәҫен күтәреүсе, матурлыҡ өләшеүсе, күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр үҫтереүсе ҡыҙҙарыбыҙ икәләтә матурҙар.
Программала беҙҙең
1. Таныштырыу ине( исем, девиз, йыр)
2. Букет яҡлау
3. Концерт номеры ине.
-Ә, беҙҙең балар әҙерләнгәнсә мин һеҙҙе сәскәләр йондоҙнәмәһе менән таныштырып үтәйем.
Февраль айында тыуғандар- Мимоза сәскәһе
Уларға хас булған тыйнаҡлыҡ һәм эске матурлыҡ, кешеләрҙе таный белеү, үҙҙәренә артыҡ иғтибар йәлеп итеҙән аралай.
Март- лилиә
Улар бәхет өсөннимә кәрәген белә һәм маҡсатҡа ирешә, тыйнаҡ һәм оялсан булып күренһә лә, кәрәк саҡта сихри матурлыҡтарын күрһәтә белә. Уның тормошон берәүҙә белмәй, ныҡ сер һаҡлай.
Апрель- магнолия, георгин
Асыҡ күңелле, шат, яңғыҙ, кешеләргә тиҙ эйәләшә һәм тиҙ һыуына.
Май- ромашка
Йөрәктәре тиҙ яралана, уны һәр кем рәнйетә ала, ышаныусан, һөйкөмлө, тыйнаҡ, хатаһын танып бармай, ғүмер буйы тәжрибәһеҙ һәм бала күңелле булып ҡала.
Июнь- ҡыңғырау сәскә, ләлә
Тәртипле, аҙ һүҙле, тыйнаҡ, кеше менән ауыр таныша, ләкин хәтерҙә оҙаҡҡа ҡала.
Июль- томбойоҡ, миләүшә, гөльемеш
Иң ауыр саҡта ла йәшәргә көс таба, тиҙ мауығыусан, янында һәр саҡ кеше күп
Август-көнбағыш, рауза, дельфиниум
Ҡояш йылыһын, дан- шөһрәт ярата, әммә уңыштан башы әйләнмәй, ауырлыҡтан баш тартмай, киләсәктән ҡурҡмай, үткәндәргә үкенмәй, һәр саҡ алға, маҡсатына ынтыла.
Сентябрь- ҡәнәфер, астра
Ғәҙеллелек өсөн көрәшеүсе, ынтылыштары асыҡ, һәр аҙымы төплө уйланылған.
Шулай итеп бөгөнгө кисә аҙағына ла яҡынлашты. Һүҙҙе жюри ағзаларына бирәйек.
Шулай итеп беҙҙең бөгөнгө байрам кисәһе тамам.