СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Ш. Бабич " Алтын тирмә" уйыны

Нажмите, чтобы узнать подробности

интеллектуальная игра

Просмотр содержимого документа
«Ш. Бабич " Алтын тирмә" уйыны»

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министырлығы

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының

“Сит телде тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 103-сө мәктәп”

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы











АЛТЫН ТИРМӘ (интеллектуаль уйыны)



Башҡортостан Республикаһы шағиры Ш. Бабичтың 125 йыллыҡ юбилейына арналған класс сәғәте





























Башҡарҙы: 103-сө мәктәп дөйөм белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Исхакова Гөлнара Рәис ҡыҙы

Маҡсаттар: 1. Ш.Бабичтың ижады менән танышыуҙы дауам итеү;

2. Рухи ҡиммәттәрҙең өҫтөнлөгөн дәлилләү;

3. Фекерләүҙе, телмәрҙе үҫтереү.

Йыһазландырыу: ноутбук, проектор, мәрәй.



Алтын тирмә

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар, һеҙҙе күреүебеҙгә шатбыҙ. Бөгөн беҙҙең бәйгелә ике команда ҡатнаша:

“Ҡурай” командаһы- 9а класы уҡыусылары;

“ Салауат” командаһы- 9 б класы уҡыусылары.

Әйҙәгеҙ, һәр команда менән танышып, уларҙы тыңлап үтәйек.

Капитандар үҙ командаһы менән таныштыра ( алдан уҡ командаға исем, девиз уйлау- өй эше тип бирелә)

- Рәхмәт.

Уйындың шарттары менән таныштырыу:

Уйын ҡағиҙәләре: - Ғәҙел уйна. - Еңелеү ҡыйын, ләкин асыуланма. - Еңелеүселәрҙән көлмә. - Еңһәң- шатлан, ләкин танау күтәрмә. - Ныҡ бул, уңышһыҙлыҡтарға бошонма.

Ап –аҡ алтын йырҙарымды

Йырламайым данлыҡ өсөн;

Йырлаймын алтын илем өсөн,

Үҙ туған халҡым өсөн.

Уҡыусылар, был шиғри юлдарҙың авторы кем икәнен беләһегеҙме?

Дөрөҫ, был шиғри юлдар башҡорт шағиры һәм сәйәси эшмәкәмәр, милли әҙәбиәтенең классигы Шәйехзада Бабичтың “ Халҡыма” шиғырынан алынған.

Шәйехзада Бабич Башҡорт милли азатлыҡ көрәшендә ҡатнаша, Башҡорт хөкүмәтенең ағзаларының береһе, “Тулҡын” дөйөм башҡорт йәштәре ойошмаһы рәйесе булған.

Бөгөнгө “Алтын тирмә” уйыны Ш. Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан үткәрелә.

Ҡыҫҡаса уйын менән таныштырып үтәм: уйын ике турҙан тора. Кем күп мәрәй йыя, шул еңеүсе.

-Әйҙәгеҙ, уйынды башлайыҡ.

Беренсе тур – “Кем сосораҡ?” тип атала. Был турҙа мин һеҙгә бер – бер артлы 10 һорау бирәсәкмен, һеҙ йәшел кнопкаға баҫып, яуап ҡайтарырға тейешһегеҙ.

1. Шәйехзада Бабич нисәнсе йылда тыуған?(1895)

2. Шағирҙың псевдонимдары (Бәбәчуб, Сытырман, Шөпшә)

3. Ш. Бабич Өфөлә ниндәй мәҙрәсәлә уҡый? (Ғәлиә)

4. Шағир ҡайҙа тыуған?(Бөрө өйәҙе Әсән ауылы)

5. Нисәнсе йылда “Бабич” кинофильмы төшөрөлгән?( 2017)

6. 1916 йылда ниндәй поэмаһын яҙа? (Ғазазил)

7. Нисәнсе йылда тәүге баҫмалары баҫылып сыға?( 1913)

8. “Бабич” кинофильмының режиссеры (Б. Йосопов)

9. “Беҙ” шиғыры нимә тураһында? (Башҡортостан тәбиғәте)

10. Беренсе баҫмалары ниндәй журналдарҙа баҫыла? (“Аҡмулла”, “Шура”)

Шулай итеп беренсе тур тамам. Мәрәйҙәрҙе һанайыҡ.

Икенсе тур “Кем башлыраҡ” тип атала. Был турҙа һеҙгә 4 өлкәнән һорауҙар була. Һәр өлкәлә 3 -шәр һорау, 3 вариантта яуаптар, ә һеҙ тик дөрөҫ яуапты һайлап алырға тейешһегеҙ. Алда барған команда башлай.

Сәнғәт, ижад, география, йәмғиәт эше- әйҙәгеҙ һайлағыҙ!

ГЕОГРАФИЯ

  1. Шәйехзада Бабичтың тыуған ере

А) Өфө ҡалаһы;

Б) Бөрө өйәҙе;

В) Ырымбур өлкәһе.

  1. 1910 – 1911 й. Ҡаҙағстанда ниндәй ауылда ҡаҙаҡ балаларын уҡыта?

А) Дүсәнбай ауылы;

Б) Дүшәнбе ауылы;

В) Дуҫлыҡ ауылы.

3. Ш. Бабич “Ҡармаҡ” сатирик журналында эшләй. Ул ҡайҙа урынлашҡан?

А) Ырымбур өлкәһендә;

Б) Өфө ҡалаһында;

В) Ҡаҙаҡстанда.

ЙӘМҒИӘТ ЭШЕ

  1. Нисәнсе йылда Ш. Бабич Бөтә башҡорт ҡоролтайында делегат була?

А) 1917 й.;

Б) 2017 й.;

В) 1907 й.

  1. III Бөтә башҡорт ҡоролтайы эше ваҡытында, Ш. Бабич инициативаһы менән ниндәй әҙәби берекмә барлыҡҡа килә?

А) “Ашҡаҙар”;

Б) “Тулҡын”;

В) “Аҡмулла”.

  1. 1917-1918 йылдарҙа ниндәй журналдар барлыҡҡа килә?

А) “Ҡурай”, “Нуҡтаһыҙ”;

Б) “Бабич”, “Тулҡын”;

В) “Әҙип”, “Кеше”.

Ижад

  1. Нисәнсе йылда “Халҡым” шиғырын яҙа?

А)1914 й.;

Б) 1904 й.;

В)1924 й.

  1. Ниндәй шиғырында шағирҙың туған халҡына мөхәббәте, уның киләсәгенә бағлаған өмөттәре һәр юлында күренә?

А) ”Халҡым өсөн”;

Б) “Көтәм”;

В) “Тормош”.

  1. 1918 й. Ырымбурҙа ниндәй китабы баҫылып сыға?

А) “ Йәш Башҡортостан”;

Б) “ Бабич шиғырҙары”;

В) “Беҙ үҙебеҙ башҡорттар”

СӘНҒӘТ

  1. “Бабич” кинофилмында төп ролде уйнаған актер.

А) Ильгиз Таһиров;

Б) Айгиз Баймөхәмәтов;

В) Радмир Абдуллин.

  1. Нисәнсе йылда Ш. Бабич премия лауреат исеме булдырыла?

А) 1905 й.;

Б) 1925 й.;

В) 1995 й.

  1. Шағир ниндәй музыка ҡоралында оҫта уйнаған?

А) Мандолина;

Б) Думбыра;

В) Ҡумыҙ.

Шулай итеп, беҙҙең бөгөнгө конкурсыбыҙ тамам, әйҙәгеҙ, бергәләшеп, мәрәйҙәрҙе һанап, еңеүсене билдәләйек. Тыуған ерегеҙҙе, уның тәбиғәтен, тарихын шәхестәренең яҙмыштарын өйрәнегеҙ. Уларҙан өлгө алып Башҡортостаныбыҙ өсөн янып йәшәгеҙ!