СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Шэжэрэ.Древо семьи.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Шэжэрэ.Древо семьи.»

Класс сәғәте

2-се класс

Тема:Ғаилә ағасы.Шәжәрә.

Маҡсат: уҡыусыларҙа шәжәрә, ғаилә ағасы төшөнсәләрен нығытыу;

быуындар араһындағы бәйләнеште белергә кәрәклеген аңлатыу;

һөйләү,фекерләү һәләтен үҫтереү;

ата-әсә,туғандарға,яҡын кешеләргә ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: слайдтар,мультимедия,уҡыусыларҙың шәжәрә ағасы төшөрөлгән плакаттар, шәжәрә байрамдарынан өҙөктәр,мәҡәлле биремдәр менән карточкалар,бейеү көйө, практик эш өсөн ағас һүрәте төшөрөлгән ҡағыҙ биттәре.

Слайд№1

Ойоштороу:

-Тыуған ерең ни?

-Башҡортостан.

-Милләтең кем?

-Башҡорт.

-Телең ниндәй?

–Башҡорт теле.Слайд №2.

У.-Уҡыусылар гүзәл Башҡортостаныбыҙҙы яратыу,милләтебеҙ менән ғорурланыу, моңло телебеҙгә һоҡланыу хисе менән бөгөнгө дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек. Дәрестәге ҡунаҡтарыбыҙҙы ла сәләмләп китәйек.

Сәләмләү.

Башҡортостан илендә

Шамонино ерендә.

Эй, хөрмәтле ҡунаҡтар,

Рәхим итегеҙ беҙгә.

Рәхим итеп инегеҙ

Класыбыҙҙы күрегеҙ.

Беҙҙең менән бергәләп

Үткәндәрҙе гиҙегеҙ.(Балалар боролоп күмәкләп ҡунаҡтарҙы сәләмләй)

Маҡсат ҡуйыу:

У.-Ә бөгөн ни тураһында һүҙ барыуын белеү өсөн серле яҙыуҙан девиз табып уҡыйыҡ.

Ребустан “Тамырыңды бел!” Һүҙбәйләнешен табып уҡыу,таҡтаға яҙманы беркетеү.Слайд №3.



В

А

Р

Л

З

Э

И

З

Р

Ж

Т

А

М

Ы

Р

Ы

Ң

Д

Ы


Ы

А

Н

Л

Ж

Т

А

Ю

К

Л




Б

Е

Л

!




Ы

Р

О

Н

С

Ь

У

Л

Э

Ч













-Был һүҙҙәр нимә аңлата?

Балалар яуап бирә.

Өй эшен тикшереү.

Б.-Өйҙә шәжәрә һүҙе ни аңлатыуын белеп килергә ине.( Уҡыусылар яҙмаларын уҡыйҙар, слайд №4)

У.-Ә хәҙер БДУ-ның тарих факультетының өлкән уҡытыусыһы,тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары тарих фәндәре кандидаты Зәйтүнов Рәсих улына һүҙ бирәйек.Ул һеҙгә ШӘЖӘРӘ һүҙенең фәнни күҙлектән аңлатып бирәсәк.(слайд №5)

Зәйтүнов Р.Б.сығышы.

У.-Балалар Рәсих Батыр улына һорауҙарығыҙ бармы?

Ғайсар.-Шәжәрә яҙыуҙы кем иң беренсе уйлап сығарған?

Алһыу.-Шәжәрә нимә өсөн кәрәк?

Азамат.-Шәжәрәне кемдәр төҙөй?

Рәсих Батыр улы балаларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө яуаптар бирҙе.

У.-Рәхмәт, Рәсих Батырович, һеҙҙең әңгәмәгеҙ бик ҡыҙыҡлы булды.

Борон – борондан шәжәрә атаһынан улына телдән һөйләнелеп иҫтә ҡалдырыла килгән, йәғни ауыҙ-тел ижадында һаҡланған.Был ижадтың бер жанры- мәҡәлдәр шәжәрә тураһында нимә әйтә икән?

Парлап эшләү.Мәҡәлдәрҙә һүҙҙәрен урынына ҡуйыу.

Илен белмәгән –белекһеҙ,нәҫелен белмәгән-намыҫһыҙ.

Хәлем бөтһә шәжәрәмдән йәшәү көсө табырмын.

Тарихымды онотмам- тамырымды ҡоротмам.

Тамырын тойған ағас ҡына үҫә,нығый,тамырһыҙ-ҡорой.

Шәжәрә-ул быуындар сылбыры.

Төп атаңдан алып ете быуыныңды бел.

Заманалар уҙа –заң ҡала.

Мәҡәлдәрҙе аңлатыу,әңгәмә.( Слайд№6 )

У.-Афарин,мәҡәлдәрҙе аңлатып киттек.Күреүегеҙсә,беҙҙең башҡорт халҡы ижадында ла шәжәрә белеүгә бик ҙур урын бирелгән.Ә хәҙер халҡыбыҙ ижадының тағы ла бер тармағын иҫкә төшөрөп, ял итеп алайыҡ.”Баҫ әле” халыҡ йырын бейеү хәрәкәттәре менән башҡарыу. ( Слайд№7)



Шиғырҙар слайдтарҙа

-Тыуған өйөн белмәгән

Тыуған ауылын белерме?

-Тыуған ауылын белмәгән

Тыуған илен белерме?

Нәҫел-нәсәбе кемлеге

Уның башына килерме?(Слайд№8)

Беҙ түгел ерҙә исемһеҙ,-

Тарихты байҡа ғына!

Ырыу ағасы ҡоромаҫ

Йәш быуын барҙа ғына!

Һис тап ҡунмаҫ тоғро булһаҡ

Шәжәрә байрағына!( Слайд №9)



Кем булған олатайың?

Олатайыңдың атаһы?

Уларҙан тыш нәҫелдә,

Йә,кемдәр булған тағы?

Ниндәй һөнәр белгәндәр?

Ниндәй кейем кейгәндәр?

Был яҡҡа,был ауылға

Улар ҡайҙан килгәндәр?( Слайд№ 10)

Шиғырҙарҙы уҡып,әңгәмә үткәреү.

У.-Балалар,шәжәрәләр-һәр бер билдәле шәхестең дә тормошонда ла ҙур урын алып торған. Һеҙҙең алдығыҙҙа- Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шәжәрәһе. Слайд № 11.

У.-Ә хәҙер һүҙ - балаларға,улар үҙҙәренең шәжәрәләре буйынса ҡыҫҡаса сәйәхәт үткәрерҙәр.( Бер нисә баланың сығышы,слайдтар №12,13)

У.-Шәжәрәләрен бөтәгеҙ ҙә һәйбәт беләме икән,тикшереп ҡарайыҡ.

Практик эш.

Ағас һүрәте төшөрөлгән ҡағыҙҙа һәр бала үҙ шәжәрәһен иҫкә төшөрөп тултыра, һуңынан үҙҙәренең яҙмалары менән сағыштырып үҙ-үҙен тикшерә, балалар бер-береһенең эшен баһалай.

Өй эше биреү.

-Өйҙә үҙегеҙҙең нәҫелегеҙҙең хөрмәтле кешеләре тураһында инша яҙып килергә.

Йомғаҡлау.

-Нимә ул- шәжәрә?

-Башҡорт халҡы нисә быуынын мотлаҡ белергә тейеш?

-Ниндәй мәҡәлдәр иҫегеҙҙә ҡалды?

-Класс сәғәте һеҙгә оҡшанымы?

-Девизыбыҙҙы тағы ла бер тапҡыр күмәкләп ҡабатлайыҡ һәм был һүҙҙәрҙе онотмайыҡ,һәр саҡ иҫтә тотайыҡ.

Слайд №14