Салауаттың бала һәм үҫмер сағы
1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур виләйәте, Өфө провинцияһы, Шайтан-Көҙөй олоҫо, Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәй ауылы 1775 йылда яу баҫыусылар тарафынан яндырылған, хәҙерге ва-ҡытта урыны Башҡортостандың Салауат райо-нына тура килә. Атаһы Юлай Аҙналин Шайтан Көҙөй олоҫо старшинаһы, халыҡ араһында ихтирам яулаған, ваҡытына күрә алдынғы ҡарашлы кеше. Салауат бала сағында уҡ төрки телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын хәтирәләр бәйән итә. Йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған ырыу ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында туҙҙыра һәм яндыра.
Салауат Юлаев шәжәрәһе, Р.Вахитов төҙөгән вариант
Крәҫтиәндәр һуғышы
Ырымбур далаларында 1773 йылдың 17 сентябрендә әбей батша — Екатерина ҡаршы халыҡ ихтилалы күтәрелә. Ихтилалды, Петр III исемен ҡулланып, казак Емельян Пугачев етәкләй. 1773 йылдың 12 ноябрендә ихтилалсыларға йәш поход старшинаһы Салауат етәкселегендә бер төркөм башҡорт
я
угирҙәре килеп ҡушыла. Улар батша ғәскәрҙә-ре менән беренсе тапҡыр 1773 йылдың 12 ноябрендә, Ырымбур ҡәлғәһе янында, алышҡа инәләр. Салауат ноябрь — декабрь башында Пугачев етәкләгән яуҙарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа, ҡатнаша һәм яралана. Ырым-бур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн егерме йәше лә тулмаған Салауатҡа Петр III исеменән полковник дәрәжәһе бирелә.
Артабан Салауат етәкләгән айырым корпус Красноуфим-Көнгөр яҡтарына китә. 1774 йылдың ғинуар айында Көнгөр ҡәлғәһе ҡамауға алына. Апрель айында Салауат ғәскәре менән кире Әй-Йүрүҙән буйҙарына ҡайта. 1774 йылдың 3-сө һәм 5-се июнендә Әй буйында урынлашҡан Ҡыйғы ауылы янында батша ғәскәрҙәре менән көслө алыштар була. Был алышта ихтилалсылар ҙур еңеү яулай һәм артабанғы алыштар Көнгөр һәм Оса ҡәлғәләре тирәһенә күсә. Оса ҡәлғәһен 14 июндә ҡамауға алалар, 21 июндә ҡәлғә ихтилалсылар ҡулына күсә.
Пугачев ғәскәренең төп өлөшө Ҡазан тарафта-рына юллана, Салауат Юлаев етәкселегендәге төркөм Башҡортостан биләмәлерендә ҡалған батша ғәскәрҙәре менән көрәшеүен дауам итә. Август айында Өфө ҡәлғәһе ҡамауға алына. Төньяҡтан Салауат Юлаев төркөмө, көньяҡтан —Ҡасҡын Һамаров, көньяҡ-көнбайыштан —Ҡәнзәфәр Усаев, төньяҡ-көнсығыштан —Туҡтамыш Ишбулатов төркөмдәре ҡамауҙа тора.
Даими хәрби әҙерлек үтҡән ғәскәрҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел булмай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша, шул иҫәптән 11 алышты үҙе етәкләй. Батша ғәскәрҙәре менән һуңғы алышы 1774 йылдың ноябрь айы аҙағын-да, Ҡатау-Ивановск заводы тирәһендә була.
Салауат Юлаев 1774 йылдың 24 ноябрендә ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин, арҡаҙашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең Троицк сиркәүенең иҙән аҫты зинданында ябып тотола. Тикшереү, һорау алыу, язалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла.
Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты,
а
таһы Юлай Аҙналинды Ырымбурға, Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылған-дан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайҙарына һәм биттәренә «В», «У» (вор, убийца) тамғалары баҫалар. Икенсе сығанаҡтар буйынса, «З», «Б», «И» (злодей, бунтовщик, изменник) тамғалары баҫылған, тигән мәғлүмәт бар.
1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Юлдары Өфөлә башлана һәм Минзәлә — Ҡазан — Түбәнге Яңыҡала —Мәскәү — Тверь — Бөйөк Яңыҡала — Ревель аша үтеп, Рогервик ҡәлғәһендә тамалана. Хәҙерге ваҡытта был ҡәлғә — Эстонияның Палдиски ҡалаһы.
Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Бал-тик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә вафат була.
Башҡорт батыры мәңге онотолмаҫ
Башҡорт батыры Салауат Юлаев халҡыбыҙ тарафынан ҙур ихтирамға лайыҡ. Батырҙың һуңғы «Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттарым!» тигән ораны дөрөҫкә сыҡты, Салауат Юлаев әле һаман башҡорт халҡы менән бергә йәшәй. Салауат Юлаевтың исеме башҡорт, урыҫ, татарһәм башҡа милләт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, композиторҙары әҫәрҙәрендә мәң-геләштерелгән. Башҡортостанда Салауат ҡалаһы, Салауат районы, Өфө ҡалаһында Салауат Юлаев проспекты, спорт һарайы, «Салауат Юлаев» хоккей клубы, башҡа ҡала һәм ауылдарҙа урамдар, ойошмалар Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Батырҙың тыуған яғында, Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы, Әлкә ауылында (элекке Юлай ауылы) музей бүлексәһе эшләй.
1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһында Салауат Юлаевҡа (скульптор Тавасиев) беренсе һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәлдең рәсеме Башҡортостан гербында урын алған. Бөгөнгө көндә башҡорт батырына һәйкәлдәр бик күп.
1
967 йылда БАССР хөкүмәте әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙе билдәләү өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия булдырҙы. Был премия 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тип атала.
1999 йылда Башҡортостан Республикаһының иң юғары бүләге — Салауат Юлаев ордены булдырылған.
2005 йылдан башлап, июнь айының икенсе яртыһында, республика күләмендәге халыҡ байрамы — «Салауат йыйыны» үткәрелә.
Халыҡ хәтере уның үҙе һәм исеме менән бәйле бик күп иҫтәлекле, тарихи урындарҙы һаҡлай.
Силәбе, Ҡарған, Ҡаҙан, Ырымбур, Лянтор (ХМАО), Донецк (Украина) ҡалаларында Салауат исемен йөрөткән урамдар бар.
Б
ашҡорттарҙың беренсе милли операһы «Салауат Юлаев» Заһир Исмәғилов һәм Баязит Биҡбай менән Салауат Юлаев тормошо хаҡында 1955 йылда яҙылды һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйылды.
«САЛАУАТ».
Вәкил ШӘЙХЕТДИНОВ картинаһы
“Салауат Юлаев”, Т.П. Нечаева скульптураһы (бронза 1952 г.)
Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереү- изге бурыстарыбыҙҙың береһе. Был юҫыҡта Бөйөк Ватан һуғышы алдынан һәм унан һуңғы осорҙа байтаҡ эш башҡарылды. Башҡортостанда бер сәнәғәт ҡалаһы һәм геройҙың тыуған төйәге уның исемен йөрөтә. Өфөнөң Ағиҙел ярындағы бейек тау башына батырыбыҙҙы һынландырған Европалағы иң бейек һәм мөһабәт һәйкәл ҡуйылды, район үҙәге Малаяҙҙа һоҡланғыс музей асылды, Палдиски ҡалаһынан (Эстония) Алыҫ Көнсығышҡа тиклем урынлашҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ ауыл-ҡалаларҙың урамдары, колхоз-совхоздар һәм төрлө учреждениелар Салауат Юлаев исемен йөрөтә.
(Раян ВАХИТОВ, Халыҡ-ара информатика академияһы академигы. Башҡортостан гәҙитенән өҙөк, 26 январь 2015 йыл, №14)
Әҙәбиәт
Ф. Д. Нефедов. Салават, башкирский батыр. — Ж. «Русское богатство», СПб., 1880, № 10.
В. И. Сидоров. По следам Салавата. — Уфа, Башкнигоиздат, 1988. — 159 с.(урыҫ.)
Р. Г. Игнатьев. Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор. — «Известия Общества археологии, истории и этнографии при Казанском университете», 1893, Т.XI, вып.2
М. Х. Кселобаев. Юлай улы Салауат. Өфө: Китап, 1995.
Амиров М. В., Черданцев А. А. Библиографический указатель материалов о Салавате Юлаеве. — Уфа, 1952; Салават Юлаев. К 200-летию со дня рождения, Уфа, 1952; Наш Салават, Уфа, 1973.
Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
Һылтанмалар
Салауат Юлаев тураһында сайты
Салауаттың улы ҡалған
Салауат Юлаевтың шиғырҙарын һәм йырҙарын
Эстонияла Салауат Юлаев тураһында икенсе китаптың презентацияһы үтте
Баш ҡалала «Эстония иҫләй: Салауат Юлаев» тип аталған китаптың презентацияһы үтте