СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Шишмәләр тураһында (ерле материал).

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Шишмәләр тураһында (ерле материал).»

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы

хәкимиәтенең мәғариф бүлеге

Иҫке Ҡайпан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе








“Шишмәләр – йәшәү сығанағы.”



темаһына тикшеренеү эше











Башҡарҙы: 8 класс уҡыусыһы

Камалова Алеся,

Етәксеһе: Нурыева Л.Б.









2019 йыл




Йөкмәткеһе



Инеш


Беренсе бүлек.

1. Теоретик өлөш.

Икенсе бүлек.

2. Практик өлөш

Йомғаҡлау.


Библиография































ИНЕШ




Шишмәләр – йәшәү тылсымы,

Һыуҙары саф аҡҡанда,



Радик Хәкимйән



Үткәнһеҙ бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡ. Был тормоштоң үҫеш ҡануны. Һәр быуын үҙенән алда килгән быуын тыуҙырған матди һәм рухи байлыҡтар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалһа йәки, киреһенсә, уларҙы бөтөнләй инҡар итһә, тормошта алға китеш булмаҫ ине. Үткәнгә таяныу, уның ҡаҙаныштарын һәм традицияларын үҙләштереү һәм камиллаштырыу, улар ерлегендә яңыны тыуҙырыу – бөтә төр үҫештең тәү шарты. Һәр быуын үҙе тыуҙырған матди һәм рухи байлыҡтарҙы һаҡлауҙы үҙе йәшәгән мөхитте, тәбиғәтте һаҡлауҙан башларға тейеш.

Донъялыҡта шулай бирелә. Тормош быуындан быуынға күсә һәм байытыла, камиллаштырыла килә. Ошо быуындан быуынға күсештә тәбиғәт әҙәми заттарҙы үҙенең шарттары менән йәшәтә, биҙәктәре менән һиҙҙермәҫтән уртаҡлаша. Был биҙәктәр тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Шуға ла юҡҡа ғына “ Һыу – йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл бер биҙәге” тип әйтмәгәндер халыҡ. Был эшебеҙҙе һыу, шишмәләр турһында алып барырбыҙ.

Теманың актуаллеге:

Заманса йәшәргә омтолған кешелек донъяһында боронғо, ата-бабалрыбыҙҙан ҡалған йолаларыбыҙҙы тергеҙеү һәм тәбиғәткә, һыу сығанаҡтарына һаҡсыллыҡ булдырыу.

Теманың исеме: Шишмәләр – йәшәү сығанағы.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты:

Һыуҙың, шишмәләрҙең кеше тормошондағы әһәмиәте менән таныштырыу.


Тикшеренеү эшенең бурыстары:

- Башҡорт халҡының тарихи-мәҙәниәт ҡомартҡыһы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының ысын гражданинын тәрбиәләү, уҡыусыларҙа башҡорт тарихы, мәҙәниәтенә, фольклорына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу;

- Башҡорт халҡының һыу сығанаҡтарына ҡарата булған хөрмәтләү һәм һаҡсыллыҡ йолаларын тергеҙеү;

- Үҫмер быуынға экологик тәрбиә биреү;

- Һыу сығанаҡтарына бәйле күмәк уйын һәм йыр-бейүеҙәрҙе тергеҙеү;

Тикшеренеү эшенең предметы: Шишмәләр

Тикшеренеү эшенең объекты: Яңы Ҡайпан, Иҫке Ҡайпан ауылының оло йәштәге инәйҙәре, һүҙ оҫталары.































Беренсе бүлек.

Теоретик өлөш.

Һыу – йәшәү сығанағы.


Һыу – йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге.

Ысынлап та шулай, кеше лә, тәбиғәттә булған барлыҡ тереклек тә һыуһыҙ оҙаҡ йәшәй алмай.

Һыу еребеҙҙең өстән бер өлөшөн алып тора, шулай уҡ үҫемлек донъяһы ла 70-85 % һыуҙан тора икән.

Кешегә тәүлегенә ике-өс литр һыу эсеү мотлаҡ тип иҫкәртә белгестәр. Кеше ашауһыҙ дүрт аҙна самаһы йәшәй алһа, һыуһыҙ ете көндән артыҡ тереклек итә алмай.

Ҡайһы бер ғалимдар һыуҙы ҡартлыҡтың индикаторы тип тә атай. Ә яүы тыуған баланың бер йәшкә тиклем организмын 80-85% һыу тәшкил итһә, 18 йәшенә – 65-70%, ҡартлыҡта иһә ул 25 % ҡала. Шул 25% һыу ҙа юғалһа, кеше үлем сигенә етә. Уйланырға урын бар. Тәндең һәр бер күҙәнәген туҡландырыусы , күңелгә дәрт һәм сихәт өҫтәүсе – һыу. Шуға ла, кешелек донъяһы һыу менән аралашыуҙан туҡтамай. Йәйге йәмле иртәлә ысыҡ тамсыларын күҙәтеп, диңгеҙ шауын тыңлап, яҙғы гөрләүектәр менән серләшә, ҡойма ямғырҙарына шатлана.

Һыу беҙгә күңел сафлығы килтерә, беҙҙе туҡландыра. Унан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмайбыҙ.

Башҡортостаныбыҙҙа һыу запастары етерлек тейерһегеҙ. Эйе, Аллаға шөкөр, йылға-күлдәребеҙ, саф шишмәләребеҙ бар. Ләкин улар ҙур ҡурҡыныс аҫтында.

Борон-борондан әҙәм балалары һыу сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған.

Ҡойо ҡаҙған, ҡойо таҙартҡан кешене ҡәҙерләгәндәр, ихтирам иткәндәр. Тәбиғәттең баһалап бөткөһөҙ байлығы иҫәпләнгән һыу хаҡында төрлө халыҡ эпостарында ла һыуға һаҡсыл ҡараш хаҡында әйтелә. Бөтә төр диндә лә – христиандарҙамы ул, йәки йәһүдиҙәр булһынмы, һыу ҡойоноу, йыуыныу изге ритуалдарҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө.

Икенсе бүлек.

Практик өлөш.

Тикшеренеү эшенең темаһы буйынса эҙләнеү Яңы Ҡайпан ауылында йәшәүсе инәйҙәрҙән башланды. Башта эҙләнеү маҡсаты менән ауылдағы шишмәләрҙе барланыҡ, шунан шишмәләр тарихын ишетеү өсөн оло инәйҙәр менән әңгәмәләшеү булды. Шишмәләрҙең үҙесәлектәре, кеше тормошондағы әһәмиәте, исемдәре, тарихы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Яңы Ҡайпан ауылында ете шишмә бар. Бөгөнгө көндө кешеләр был шишмәләрҙең дүртеһенең һыуын көнкүрештә ҡуллана. Шишмә һыуын эсергә, сәй ҡайнатырға алып ҡайталар. Һәр йорт һайын ҡойолар булһа ла шишмә һыуын эсергә, сәйгә бик йомшаҡ һәм тәмле тип көйәнтәләп ташыйҙар. Көйәнтә менән һыуҙан ҡайтыусыларҙы урамда күреү күңелдәрҙе ҡыуандыра. Ауылға ингәндә ике шишмә ҡаршылай.

Был шишмәләр тураһында ауылдың хөрмәтле Мөкминә инәйебеҙҙән ҡалған хәтирәләр менән ҡыҙы Даниә апай уртаҡлашты. Бына ниҙәр бәйән итте ул беҙгә:

Был шишмәләр Изге шишмәләр тип атала. Изгеләр зыяратынан сыҡҡан өсөн, кешеләргә изгелек иткән өсөн шулай тип йөртәләр тине. Мөкминә инәйҙең әсәһе Ғилмисәрәнең бер туған энеһе Бәләғетдин булған . Ошо бер туғандарҙың нигеҙе Тау аҫты урамының беренсе йортоноң урыны булған. Ҡайпан түбәһенән Бәләғетдин хәҙерге Бәҙрәш ауылына күсенгән ( нисәнсе йыл һәм сәбәптәрен инәй әйтә алманы). Тирә –йүндән беренсе Хажға барыусы ла Бәләғетдин булған. Ул заманда йәйәүләп Хаж ҡылғандан һуң уны Бәләғетдин түгел, ә Хажи бабай тип йөрөткәндәр. Хажи бабай әүлиәлек, дауасылыҡ, гипноз кеүек сифаттарға эйә булған. Шуға уның тураһында төрлө сәйер ваҡиғалар һөйләнелә. Бәҙрәш ауылында йәшәһә лә Бәләғетдин һеңлеһен, нигеҙен һағынып гел бер нисә кис ҡунырға Яңы Ҡайпанға килер булған. Уның янына сырхау кешеләр ярҙам һорап килгәндәр. Был ваҡыттарҙа күҙ сире, башҡа сирҙәр ҙә бик күп була торғайны тип иҫенә төшөрҙө Мөкминә инәй.Ҡатын-ҡыҙҙар, килгәс, йөҙҙәрен йәшереп кенә һөйләшәләр ине ти. Ҡуна ҡалғанда иртәнге намазға таһәрәтләнгәс, баҡса баштағы әрәмәлеккә ғибрәннәр менән һөйләшәм тип төшөп китә ине.Унан ул көсләнеп, дәртләнеп ҡайтып инә ине. Ҡуйынында бәләкәс кенә шешә һымаҡ һауыты була торғайны. Шунан килгән кешеләрҙе дауаларға Изге шишмәләрҙән айырым һауыттарға һыу килтертә ине. Ауылға ингәндә уң яҡтағы шишмәнең һыуы аяҡ-ҡулдары һыҙлағандан, ә һул яҡтағы шишмәнең һыуы күҙ ауырыуынан ҡулланылған. Хажи бабай ошо изге һыуҙарҙы тәрбиәләп сырхауҙарға таратҡан һәм был шишмә һыуында кер сайҡамағыҙ тип киҫәтеп тә ҡуйған. Мөкминә инәй был ике шишмә араһы һәм тау битләүе зыярат тигән, тик бик боронғо булһа кәрәк, сөнки мәсет янындағы зыярат ( таштарҙағы яҙыу буйынса ) 1703 йылдарға яҡынайтыла, ә быныһы уға тиклем булған. Бына ни өсөн был шишмәләрҙең һыуы изге икәнен аңланыҡ. Инәйебеҙгә ошондай фәһемле мәғлүмәт ҡалдырғаны өсөн рәхмәтебеҙҙе Даниә апайға белдерҙек һәм һаулыҡ теләп хушлаштыҡ.

Артабан һүҙҙе Иҫке Ҡайпан ауылынан дауам итәбеҙ. Бында ла шишмәләр бик күп. Тик күптәре ҡулланыштан сыҡҡан инде. Ауыл осндағы Изге шишмәнән дә күптән инде һыу ташымайҙар. Был шишмәнең һыуы ла тикмәгә генә изге түгелдер, сөнки зыяратта изге заттарҙан Борханетдин әүлиә ерләнгән. Шишмә тап уның иңкешенән башлана. Бына шулай изге заттар был донъянан киткәс тә изгелектәрен дауам итәләр. Ә бына ауыл уртаһындағы Хәсән шишмәһенең һыуын күптәр ҡуллана. Был шишмә лә борондан ҡалған тип һөйләне Тайфә инәй. Хәсән исемле мулла булған ти. Уның йорттары ла ҙур, күркәм булған. Йорттоң береһе килгән яҡшы ҡунаҡтар өсөн булған. Ҡунаҡтарын һыйлар өсөн ошо шишмә һыуын ҡулланған. Сәйгә лә, ашҡа ла бик ҡулай. Бөгөнгө көндө шишмәне таҙартып торалар.

Быныһы бәләкәс кенә Ҡарман ауылы. Ҡара урман эсендә урынлашып Ҡарман исемен йөрөткән был ауылдың халҡы егәрле. Йәштәр әлбиттә әҙ бында, тик шулай ҙа булғандары үҙ мөхитен хәстәрләп йәшәй. Хужиндар ғаиләһе Ғәли шишмәһен йыл әйләнәһенә тәрбиәләп тота. Атаһынан күргән уҡ юнған ти, Юныс та атаһы менән бергә бындай эштәрҙең аҫылын үҙләштергән инде.Ҡышын ҡарҙан әрсеп, йәйен сүп-сарҙан таҙартып тоталар Ғәли шишмәһен. Шишмәнән һыу алған һәр кеше уларға рәхмәт уҡый



Йомғаҡлау.


Беҙҙең тикшеренеү эшенең маҡсаты булып, һыуҙың, шишмәләрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен асыҡлау торҙо.

1.Һыуҙың кеше организмына кәрәклеге билдәләнде.

2. Ауылдағы шишмәләр барланды.

3. Яңы Ҡайпан, Иҫке Ҡайпан ауылы инәйҙәре менән танышып, ауыл шишмәләренең тарихы һәм әһәмиәте асыҡланды.

4. Ижади эшләгән кешеләр менән танышыу булдырылды.

Йылдар үткән һайын беҙҙән боронғо көнкүреш ыҫулдары, ғөрөф-ғәҙәттәре алыҫлаша. Шулай булыуына ҡарамаҫтан ер ҡатламдарын тишеп сығарлыҡ көскә эй шишмә һыуҙарының тәмен халҡыбыҙ ташламай әле. Ауылдарҙа шишмәләр бар, тик уларҙың күбеһе йүнәтеүгә мохтаж.

Көндөҙ ҡояш, төнөн – йондоҙҙар аҫтында, ҡоштар моңон, ағастар шаулауын, елдәр наҙын татып, иркәләнеп аҡҡан шишмә һыуы, эҫене лә, һыуыҡты ла кисерә белә. Уның хәтеренә быуаттар буйы онотолмаған йыл миҙгелдәренә, тәбиғәт шарттарына яраҡлашыу үҙенсәлеге һалынған. Кешелек донъяһына йәшәү сығанағы биреп торған шишмәләребеҙҙе һаҡлау – беҙҙең бурысыбыҙ

















Шишмәләр турһында шиғырҙар.

Шишмәләр

Шишмәләр – йәшәү тылсымы,

Һыуҙары саф аҡҡанда,

Шишмә һыуҙары шифа ул,

Йәнде һағыш баҫҡанда!

Мин дә бер, шишмәләй ташып,

Урғылып аҡтым сыңлап,

Аҙмы сафлыҡ, нур өләштем,

Ғүмерем буйы йырлап!

Һәр шишмәнең үҙ тәме бар,

Үҙ моңо, сылтырауы.

Йырым менән булдым һәр саҡ,

Замандың ҡыңғырауы.

Ил хәстәрен, донъя ғәмен

Йәшәнем гел ҡайғыртып,

Аҙмы керҙем ут-ялҡынға,

Йыр-моң тиеп йән атып!

...Күпме йылдар саф шишмәләр

Ярһып аға ла  аға.

Бар ғүмерем – йырҙарымда,

Йырҙарым һеҙгә ҡала! 

Радик Хәкимйән.


Шишмә

Тау тос булһа — ергә көс,

Һыу сығара һығылып, —

Ағып китә шишмәһе,

Көнгә көлөп, һыҙылып.

Йәмле йәйҙә йәнеңә

Шишмә шифа бирә ул.

Ҡарлы ҡышта ҡаныңа

Йылы тынын өрә ул.

Шуға күрә шишмәнең

Аты була атаҡлы,

Даны китә артылып

Тауҙың үренә саҡлы

Рәшит Назараов Сәитбаттал улы.









Изге һыулы «Ҡайпан» шишмәһе.

Быуаттарға тиң тарихты уҙенә туплап

Сылтырап аға изге һыулы «Ҡайпан» шишмәһе.

Хоҙайҙан сихәт һорап, изге һыуын ала

Туҡтап утә бында hәммәһе.


Шул шишмәләр буйлап бында нигеҙ ҡорған

Ҡайпан башкорттары ырыуы.

Йәшәргә көс hәм ҡеүәт биреп торған

Шишмәләрҙең сылтырап тороуы.


Эй, шишмәкәй, һин бит арыу белмәй

Беҙҙән һуң да ағарһың, хатта.

Һинең янға туҡтап мосафирҙар

Һыуын эсәр арыған саҡта.


Йә, раббым, рәхмәтлебеҙ һиңә

Ер – әсәбеҙ изге һыуын hаман ҡойҙора.

«Таҙарт мине, бәндәм, изге һыуым һакла!»-тип

Ихлас бер моң икәнен тойҙора.


Йәмдәр өҫтәй һандуғаслы Бодом һыуҙарына

Сылтырап аҡҡан моңло йырҙары.

Көмөш һыулы шишмәләрем биҙәй

Туған яғымдың баҫыу ҡырҙарын.


Яңы Ҡайпан ауылы Даниә Камалова.

Июль 2014йыл.



















Библиография.



  1. “ Башҡортостан панорамаһы” журналы № 4(18). Август, 2009.

  2. “ Аҡ тирмә” гәзите 31 март, 2011; 16 июль.

























Яңы Ҡайпан ауылындағы Изге шишмәләр.











Яңы Ҡайпан ауылынан Мөкминә инәй.










Иҫке Ҡайпан ауылындағы Хәсән шишмәһе.


Иҫке Ҡайпан ауылынан Тайфә инәй.




Ҡарман ауылынан Хужиндар шишмә юлын таҙарта.





“Изге һыулы “ Ҡайпан шишмәһе” “шиғырының авторы Даниә Камалова ( Мөкминә инәйҙең ҡыҙы)