СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сочинение "Мой дед - фронтовик"

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сочинение учащегося о своем дедушке-фронтовике в годы ВОВ. В нем рассказывается какой долгий и тяжелый путь прошел фронтовик-сапер. 

Просмотр содержимого документа
«Сочинение "Мой дед - фронтовик"»

Мин үҙемдең ҡарт олатайым Ильясов Миңлеғәле Ғайса улы тураһында һөйләгем килә. Уның хаҡында мин бәләкәй саҡта уҡ ишеткәнем булды. Ә бына былтыр, уҡытыусыбыҙ беҙгә ветерандар тураһында мәғлүмәт йыйырға ҡушҡас, мин ҡарт олатайымдың тормошо менән ныҡлы ҡыҙыҡһындым. Үкенескә ҡаршы, мин уны күреп белмәнем. Мин тыуғанда ул был донъяла юҡ ине инде. Миңлеғәле олатайым туҡһан ете йәшкә тиклем йәшәгән!. Ул минең олатайымдың атаһы булған.

Миңлеғәле олатайҙың ғүмер юлы ваҡиғаларға иҫ китмәле бай булған. Ул үҙ ғүмерендә Октябрь революцияһын да, Беренсе донъя һуғышын да, гражданда һуғышын да, репрессия йылдарын да, Икенсе донъя һуғышын да үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булған.

Заманына ҡарата олатайымдың ата-әсәһе бай ғына тормошта йәшәгәндәр: күп итеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрағандар. Аттары ла булған уларҙың. Колхозлашыу башланғанда, олатайымдың атаһы үлгән булған. Олатайым, ғаиләлә иң оло бала булараҡ, ҡалған туғандарын ҡарашырға тейеш булған. Төп эш, әлбиттә, олатайым елкәһенә төшә.

Бөтә мал-мөлкәте менән уларҙың ғаиләһе бер мең туғыҙ йөҙ утыҙынсы йылда колхозға керә. Ошо замандан алып Миңлеғәле олатайым, ал-ял белмәйенсә, колхозда тир түгә. Бик тырыш кеше була олатайым: полевод та, бригадир ҙа, заготовитель дә булып эшләргә тура килә уға.

… 1941 йылдың йәйе. Ҡапыл, нимес һуғыш асты тип иғлан итәләр. Был ваҡытта Миңлеғәле олатайым инде күптән үҙ ғаиләһен ҡороп йәшәп ятҡан сағы була. Уға ҡырҡ ике йәш була. Олатайымдың дүрт ҡустыһы, бер кейәүе була. Уларҙың барыһын да фронтҡа алып китеп бөтәләр. Хатта уның Минеәхмәт тигән оло улын да, ФЗО-ла уҡып йөрөгән еренән һуғышҡа алалар. Үкенескә ҡаршы, Минеәхмәттән башҡа, олатайымдың бер генә туғаны ла ғәрәсәтле һуғыш яланынан әйләнеп ҡайта алмай…

Олатайымды фронтҡа 1942 йылдың декабрендә оҙаталар. “Әсәйемдең сыҡмаған йәне генә була”, тип яҙған олатайым был осор тураһында үҙенең яҙмаларында, сөнки был ваҡытта уның барлыҡ туғандары ла йә һәләк була, йә хәбәрһеҙ юғалған була…

Балдаkланып kалған аk төтөндәр

Зәңгәр һауаларға тоташа.

Шул ваkытта минең йөрәккәйем

Тыуған илем менән хушлаша…

Ошо йырҙы йырлап, олатайым иптәштәре менән поезда конбайышҡа табан елдерә…

Куйбышев, Пенза, Сызрань kалаларын, Воронеж обласы Галич ҡалаһын үткәс, олатайым иптәштәре менән өҫтәмә көс булып, Көнбайыш Украин фронтына килеп ҡушыла. Фашистарҙы ҡыуалап, Дон, Днепр йылғаларын форсировать итергә тура килә олатайыма. Ошо уҡ ваҡытта уның улы Минеәхмәт тә Днепр һыуын кискән, ләкин ата менән улға осрашыу бәхете теймәй. Был ваҡиға тураһында улар һуғыштан һуң ғына беләләр. Был хәл егерме дүртенсе октябрҙә була, ә утыҙ беренсе октябрҙә олатайым ҡаты яраланып, Днепродзержинский госпиталенә керә. Ике ай дауаланғандан һуң Миңлеғәле олатайым бик күп ҡала һәм ауылдарҙы миналарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша. Молдавия ерендә мина шартлап, олатайым икенсегә яралана. Госпиталдән һуң, һуғыштың аҙағынаса, олатайым сапер хеҙмәтен үтәүҙе дауам итә.

Мин олатайымдың көндәлеге менән бик ентекле танышып сыҡтым. Һуғыш аҙағы тураһында ул бына нимәләр яҙа:

“20 декабрь Румыния границаһында Прутта булдыk, бында нимесләрҙе ныk kыçырыkлап туkмарға тура килде.

24.12.44 йыл Дунай аша сығып, 26.01.45 йыл Бухареста(Румыния) булдыk.

07.02.45 йыл Югославияға барып керҙек.

09.02.45 йыл Венгрияға барып керҙек. 9 февралдән мартkа kәҙәре Венгрияла күп шәһәрҙәрен, ауылдарын миналарҙан таҙартырға тура килде. 11 мартта Австрия kалаларын алырға тура килде. 13 март 1945 йыл Вена шәһәренә барып керҙек.

13 апрелдән 9 Майға тиклем Австрия ерҙәрен тапап үтеп, Еңеү көнөн Вена шәһәрендә kаршыларға тура килде”.

Шулай итеп, минең олатайым бик күп батырлыҡтар күрһәтә һуғыш ҡырында. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ул “За отвагу”, “За освобождение Югославии”, “За освобождение Венгрии”, “За освобождение Вены”, "3а победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг." һәм башҡа миҙалдар, Ҡыҙыл байраҡ ордены менән наградлана.

Миңлеғәле олатайыма 1945 йылдың 10 октябрендә тыуған ауылына ҡайтып, ғаиләһе менән күрешеү насип була.

Һуғыштан һуң да ул һынатмаған, пенсияға тиклем колхозда эшләгән. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул “За трудовое отличие", "Ветеран труда" миҙалдары менән наградлана.

Миңлеғәле олатайҙың кесе ҡыҙы Рауза инәй бөтә был миҙал-ордендарҙы бик ҡәҙерләп һаҡлай. “Улар - киләсәк быуындарға аманат”, ти инәйем.

Олатайым ғәрәп телен бик яҡшы белгән, “Ҡөрьән” китабын яттан белгән. Шуға ла, пенсияға сыҡҡас, халыҡ уны ауылдың муллаһы итеп ҡуйған. Ғүмеренең аҙағынаса ул ошо изге эште атҡарған.

…Эйе, миҙалдарҙың - хеҙмәт батырлығы өсөн дә, яу батырлығы өсөн дә бирелгәндәренең - барыһы ла бер металдан ҡойолғандыр. Быны мин олатайымдың миҫалында ғына ла иҫбат итә алам. Ул ғүмере буйы иленә, халҡына хеҙмәт иткән: яуҙа ла, яланда ла берҙәй батыр булған, һынатмаған.

Бына олатайымдың үҙе яҙған шиғыры. Уны ул “Тыуған ерем” тип атаған. Был шиғырҙа уның бар булмышы сағылыш тапҡан: крәҫтиән булмышы, яугир булмышы.

…Тыуған йортом- изге тупрағым

Мин донъяға һиндә тыуғанмын.

Күпме байлығыңды биргәнһең,

“Хужа булып йәшә”, тигәнһең.

Таузарыңдай ныkлыk, сыҙамлыk –

Ауырлыkты еңеп сығарлыk.

Көстө һин бит бирҙең беләккә,

Ялkыныңды һалдың йөрәккә.

Шишмәләрҙең тәме телемдә,

Баçыу киңлектәре күңелдә.

Һин өйрәттең тормош серенә

Мин бурыслы һиңә ғүмергә.

Изге тупраk, тыуған ергенәм,

Һин бит минең берҙән- бергенәм.

Мин бурыслы һиңә ғүмергә,

Һине нурға, гөлгә күмергә.

Олатайым тураһында яҡшылап белгәс, миндә шундай ғорурланыу хисе тыуҙы! Тетрәндерҙе лә: уның тормош юлы биш кешенең тормошона торорлоҡ бит… Әҙерәк үкендерә лә: ниңә мин олатайымды күреп ҡала алманым икән…

Олатай! Минең һиңә рәхмәт әйткем килә. Һин мине белмәйһең, шулай ҙа мин һиңә һүҙ бирәм: мин бөтә көсөмдө яҡшы уҡыуға, яҡшы кеше булыуға йүнәлтәсәкмен. Минең дә, һинең кеүек, тыуған илемә, халҡыма тик файҙа ғына килтергем килә. Һин минең өсөн һәр ваҡыт өлгө булырһың, олатай.