А.Б: Көндәр һиҙелерлек оҙайып , ерҙе ныҡлап йылыта башлағас, тәбиғәттә инде яҙ билгеләре күҙгә күренеп арта бара: Март айында турғай теҙенән һыу була” , тигән,һүҙҙәре , юлдарҙа рәхәтләнеп ҡойона . Ә бер көндә “ҡар-ҡар”,- ҡарга килгәс, китә ҡар. Тигәндәй шау-гөр килеп йылы яҡтарҙан, ҡарғалар килеп төшә. Шундай көндәрҙең береһендә башҡорт халҡының иң күңелле яҙҡы байрамдарҙың береһе- “ Ҡарға туйы”, йәки “ҡарға бутҡаһы” үткәрелә. Был көндә олоһола, кесеһе лә байрам итә. Болондарҙа, аҡландарҙа, өйҙәрҙә йырлап , бейеп бутҡа бешереп, һыйланып, күңел аскандар. Әйҙәгеҙ, балалар, беҙҙә иркен яланда күңел асып алайыҡ.
(Музыка. Ҡурай моңо)
Малайҙар: Ҡар-ҡар, ҡарғатуйға бар! Күңелле булыр!
Бала: Ҡарға туйға бар,бар! Бармаһаң, күңеле булыр тар!
Һөбә....
Аллы гөллө................
Ҡарға бутҡаға килегеҙ(Һөбәгә таҫтамалдар бәйҙәйҙәр).
1.Өйҙәһәгеҙ бит апай,
Тиҙерәк бир күкәй.
Миңә бирһәң бер күкәй,
Тауығың һалыр йөҙ күкәй.
2. Май кәрәк , ярма кәрәк,
Ҡарға туйына барыһыла кәрәк,
Тағы булһа , он сығар!
3.Шәкәр кәрәк, тоҙ кәрәк,
Сығар апай, тиҙерәк,
Һинең кеүек уңған апай,
Был донъяла бик кәрәк!
(Балаларҙың арҡаһына һөйә-һөйә, хатыҡыҙҙар һолғаларға төрлө сепрәктәр тағалар, бүректәренә йомортҡа , ярма тултыралар).
Т-се:А.Б.?:Әйҙәгеҙ яланга, ҡарға бутҡаһына.
Песня “Ҡарға бутҡаһы...”
-Әйҙәгеҙ!
Т-се: Ә беҙ, балалар, бутҡа бешкәнсе, йырлап-бейеп алайыҡ!
Түңәрәктә йыр “Эх яҙ килә... “
Т-се: Бына яҙга арнап йыр йырланыҡ. Ә хәҙер ултырып ял итергә алайыҡ.
(Ял иткәндә Башҡортостан тураһында әңгәмә).
Т-се: Ҡарағыҙ әле, балалар, ҡыҙҙар һыуҙан ҡайтып килә.
Танец с ведрами.
Т-се: Балалар, бутҡа бешмәнеме? Инәй , бешмәнеме?
-юҡ, бешмәне...
Т-се: Улайһа, әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ!
Уйын
И-р:Бутҡа әҙер, балалар!
-Бына рәхмәт инәйҙәр!
Ал да итәйек әле,
Гөл дә итәйек әле,
Күңелле итеп , бергәләшеп,
Бутҡа ашайыҡ әле!
(Шул арала ҡарға бутҡаһын урлай...)
Әйҙә, ҡарға беҙҙең менән бутҡа ашарға!
Бутҡа ашап бөткәс теләктәр теләйбеҙ!
Т-се: “Ҡарға бутҡаһы” байрамы үткәргәндә төрлө теләктәр теләгәндәр.....уңыш, ямғыр һораһандар:
Яу, ямғырым!Яу!
Беҙ булайыҡ һау!
Ерҙә булһын именлек!
Ерҙә еңһен изгелек!
Сәселһен бар яуыҙлыҡ!
Әй тәбигәт, барса......
Аллам рәхмәт һалһын!
Изге теләктәр теләйек!
Бар булайыҡ, татыу, рәхәт торайыҡ!
Донъялар имен булһын!
Һуғыштар булмаһын!
Ямғырҙар яуһын!
Игендәр уңһын!
Инәйҙәр: Ярай, рәхмәт,балалар,теләктәр ҡабул булһын!
Т-се: Йыр-моңһоҙ уйы – көлкөһөҙ. Ниндәй табын ул? Әйҙәгеҙ күңел асайыҡ!
Уйын Беҙ инек..-Инде ҡайтырға ваҡы, балалар!...
Аргы яҡта яҙ һайы,
Бирге яҡта яҙ һайы,
Имен торһон донъялар,
Күрешәбеҙ яҙ Һайын!