Сценарий «Еңеү көнө»
Маҡсат:
1.Уҡыусыларҙа Тыуған илгә ҡарата һөйөү, ветерендарға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.
2. Уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡбыҙҙың еңеү өсөн индергән
өлөшөн, һуғыш һәм хеҙмәт батырлығын күрһәтеү, рухи ҡиммәттәрҙең мөһимлеген
аңлатыу
Сәхнә темаға ярашлы биҙәлгән. Һуғыш алды йылдарында популяр булған йырҙарҙан
попурри яңғырай.
Музыка аҫтында алып барыусылар сыға.
1-се алып барыусы.
Ҡәҙерле ҡунаҡтар, тыл һәм хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм
уҡыусылар! Һеҙҙе Еңеү байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.
2-се алып барыусы .
Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын. Һеҙҙең өсөн , хөрмәтле ҡунаҡтар, 9 класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән, Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған әҙәби-музыкаль кисәне ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.
1-се алып барыусы .
Памяти павших, памяти вечно молодых солдат и офицеров, оставшихся на фронтах Великой Отечественной войны, посвящается. Славным ветеранам Великой Отечественной войны, победившим, подарившим миру жизнь и счастье – посвящается!
2-се алып барыусы.
Тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан быуынға бағышлана. Кемдәргә бөгөн 17 йәш, уларға.
Кемдәр һуғыштың нимә икәнен белмәй, уларға бағышлана. Аңлаһындар өсөн…
Онотмаһындар өсөн…
1-се алып барыусы.
Мы расскажем сегодня о наших ровесниках, которым в 1941 году исполнилось семнадцать. О тех, кто из-за школьной парты бесстрашно и гордо шагнул в зарево войны, в грохот канонады.
2-се алып барыусы.
Шул көндәрҙе иҫкә алып үтәйек. Тарих биттәренә күҙ һалайыҡ.
1-се алып барыусы.
Прошло 77 лет, как закончилась Великая Отечественная война, но эхо её до сих пор не затихает в людских душах, потому что у времени есть своя память – история.
Так давайте же перелистаем несколько страниц той далёкой войны и вспомним, как всё это было…
2-се алып барыусы.
22 июня…Этот день вечно будет отбрасывать нашу память к 1941 году…
Июнь …клонился к вечеру закат.
И белой ночи разливалось море.
И раздавался звонкий смех ребят,
Не знающих, не ведающих горя.
1-се алып барыусы.
Соцализм идеялары сәскә атҡан осор ине.
2-се алып барыусы.
Илебеҙҙә күңелле йырҙар, байрамдар мәле ине.
Беҙҙең көндәребеҙ яҡты һәм тыныс ине.
1-се алып барыусы.
Тарих… 22 июнь 1941 йыл. Таң атып килә. Ауылдар, ҡалалар йоҡоға талған. Тәмле тѳштәр күреп балалар йоҡлай.
2-се алып барыусы.
Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре бара ине.
“Рио-рита” музыкаһы аҫтында лицей уҡыусылары “Сығарылыш кисәһе” күренешен күрһәтә.
1-се ҡыҙ:
Эх, ниндәй иртә! Ниндәй таң! Бер ҡасан да ошо төн бөтмәһен ине. Беҙҙең сығарылыш кисәһе мәңгелек булһын ине.
1-се егет:
Бөтә нимәнең дә аҙағы була һәм был насар түгел, сөнки беҙҙе алда ысын оло тормош юлдары көтә.
2-се егет:
Бына бала саҡта үтте. Һау бул, мәктәп, һау булығыҙ, уҡытыусылар, класташтар!
Беҙҙе алда ниҙәр көтә икән? Билдәһеҙлек…
2-се ҡыҙ:
Ни өсөн билдәһеҙлек? Һин капитан буласаҡһың, ә мин башланғыс класстар уҡытыусыһы.
3-сө ҡыҙ:
Егеттәр, ҡыҙҙар! Мин күҙ алдына килтерәм: биш йылдан беҙ бөтәбеҙҙә юғары белемле буласаҡбыҙ, институт тамамлаясаҡбыҙ. Бәлки кемдәрҙер кейәүгә сығыр.
3-сө егет:
Бәлки, өйләнер. Юҡ, былар барыһы ла һуңынан. Мин геолог булам, тайгаға китәм. Романтика!
4-се ҡыҙ:
Ә мин химия буйынса булған өслө арҡаһында ни эшләргә лә белмәйем.
4-се егет:
Айһылыу, күңелеңде төшөрмә. Бер өс алғандан ғына тормош бөтмәй.
1-се егет:
Егеттәр, ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ фотоға төшәйек әле иҫтәлеккә.
(Барыһы ла “ Әйҙәгеҙ” тип фотоға төшөргә теҙеләләр)
2-се егет:
Иғтибар!Тарихи ваҡыт, иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, 1941 йылдың 22 июнь таңы . .
1-се егет:
Беҙ йәшбеҙ , бәхетлебеҙ.
2-се ҡыҙ:
Беҙ хыялланабыҙ…
3-сө ҡыҙ:
Беҙ биш йылдан врачтар, уҡытыусылар,геологтар булырға хыялланабыҙ …
2-се ҡыҙ:
Минең хыялым уҡытыусы булыу.
3-сө егет:
Күңел асып, бейеп алайыҡ, әле дуҫтар!
Вальс бейейҙәр
Ҡапыл һуғыш темаһына музыка уйнап ебәрә, “ СВЯЩЕННАЯ ВОЙНА” ,1 куплет. Диктор Ю.Левитан һуғыш башланыуы тураһында иғлан итә.
Сәхнәлә ҡыҙҙар егеттәргә баштарына пилотка кейҙерәләр, фронтҡа оҙатып
ҡалалар.
1-се алып барыусы.
1941 йылдың 22 июнь көнө салт аяҙ ине. Көтмәгәндә радиолар аша шомло хәбәр таралды: илебеҙгә бөгөн немец фашистары баҫып инде…
2-се алып барыусы.
Йәшен булып осто был хәбәр,
Дошман беҙгә ҡаршы ут асҡан.
Гитлер бандалары илгә кергән.
Яна ауыл, ҡала…Түгелә ҡан.
1-се алып барыусы.
Сәскәле болондарҙа бесән сабып йөрөгән ағайҙар өйҙәренә ашыҡты.
2-се алып барыусы.
Бөтә ил дәррәү аяҡ үрә баҫты. Ошо көндән алып Бөйөк Ватан һуғышы башланды.
1-се алып барыусы.
Һуғыш! Ҡәһәрле был һалҡын һүҙҙе ишетеү менән, йөрәктәр ҡыҫыла. Меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы телеп үткәндәй.
2-се алып барыусы.
Ранним, солнечным утром в июне,
В час, когда пробуждалась страна.
Прозвучало впервые для юных
Это страшное слово «война».
Шамиғолов Фирғәт“Мин фронтҡа китәм, иптәштәр” шиғырын уҡый
1-се алып барыусы.
Чтоб дойти до тебя, сорок пятый,
Сквозь лишения, боль и беду,
Уходили из детства ребята
В сорок первом, далёком году.
2-се алып барыусы.
Һуғыш!
Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы.
Ватылған-емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, яралы мөхәббәт, йәтимлек.
1-се алып барыусы.
Беҙҙең ҡораллы көстәребеҙ сафында күп милләтле илебеҙҙә йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың да улдары һәм ҡыҙҙары ҡыйыу һуғышты.
2-се алып барыусы.
Бөйөк Ватан һуғышында иң ҙур батырлыҡ күрһәткән яугирҙаргә илебеҙҙең иң юғары хәрби наградаһы – Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелгән. Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Шулар араһынан 277 яугир Советтар Союзы Герой исеменә лайыҡ була. Муса Гәрәйевкә был исем ике тапҡыр бирелә.
1-се алып барыусы. За подвиги, совершённые в годы Великой Отечественной войны, высокого звания Героя Советского Союза удостоено 11 тысяч 657 человек , в том числе дважды — 108. В числе Героев Советского Союза, участников Великой Отечественной войны — 90 женщин.
2-се алып барыусы. Дәүләт Оборона Комитеты рөхсәте менән 1941 йылдың декабрь айында Башҡортостанда 2 милли башҡорт атлы дивизияһы төҙөлдө. 112-се дивизияның командиры итеп полковник Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов тәғәйенләнде.
1-се алып барыусы.
Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡтан легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов хаҡында беләбеҙ. Уның биографияһы иҫ китмәле. Оҙаҡ йылдар уның ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланманы.Һәм бына хәҙер Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәгән бер нисә быуындың ынтылыштарын хупланы: бик һирәк була торған ҡарар ҡабул итте. Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы исеме менән бүләкләнде.
9а класы уҡыусылары башҡарыуында “Шайморатов генерал”йыры
2-се алып барыусы. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән күп башҡорт яҙыусылары фронтҡа китә.
1-се алып барыусы. Һуғыш бик күп талантлы яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ғүмерен өҙә.Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Мәлих Харис һәм башҡалар батырҙарса һәләк була.
2-се алып барыусы.
Һуғыш яландарынан – еңеүсе исемен күтәреп ҡайтҡан яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ: Мостай Кәрим , Назар Нәжми, Шәриф Биҡҡол һәм башҡалар .
В исполнении девушек прозвучит песня “Катюша”
1-се алып барыусы.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына беҙҙең республика 5 меңдән ашыу автомобиль, 750 трактор, 71 мең ат, 13 мең арба һәм аҙыҡ-түлек оҙатты. Белорет металлургия комбинаты танк һәм артиллерия заводтары өсөн ҡорос, нефть эшкәртеү заводтары хәрби машиналар өсөн яғыулыҡ сығара башланы.
2-се алып барыусы.
Белоретта, Өфөлә авиация бомбалары, мина һәм снарядтар, реактив миномет (катюшалар) корпустары яһалды.
1-се алып барыусы.
Арба, сана, саңғы, поход кухнялары, кейемдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Башҡортостан колхоздары һәм совхоздары дәүләткә 160 млн. бот иген, 980 мең центнер ит продукттары тапшырҙы.
2-се алып барыусы.
Республика 1944 йылдың аҙағына тиклем 600 мең яугир ебәрҙе.
Яғымлы музыка дауам итә.
1-се алып барыусы.
Ауыр, фажиғале ине йылдар,
Һай, дәһшәтле ине ул заман.
Ҡорал тотоп, көрәш юлына сыҡты
Үҙ иленән уҙаман.
2-се алып барыусы.
Ил улдарын тоғро көтөп алған тылдағы хеҙмәтсәндәргә лә, бөйөк әсәләргә лә һәйкәл ҡуйырлыҡ.
1-се алып барыусы.
Борондан йырланған йырҙар бар
Егетен яуҙарға оҙатҡан,
Һылыуҙар хаҡында ул йырҙар.
Ирҙәрен яуҙарға оҙатҡан,
Ҡатындар хаҡында ул йырҙар.
2-се алып барыусы.
Мең йылдар йырланған йырҙар бар,
Ҡайғынан таш һынға әйләнгән
Әсәләр хаҡында ул йырҙар.
Таш һынға әйләнмәй
Тормошто гел алға әйҙәгән
Әсәләр хаҡында ул йырҙар.
1-се алып барыусы. Һеҙҙең иғтибарға Рафиков Рәмзил һәм Фәнзил башҡарыуында йыр“Кисер мине, әсәй, ғәфү ит”
2-се алып барыусы.
Тотош ил буйынса 27 миллион ҡорбан, 1710 ҡала ,70меңдән артыҡ ауыл яндырыла. Беҙҙең Башҡортостандан һуғышта 700 меңдән ашыу яугир ҡатнашып,шуларҙың 300 меңдән ашыуы яу яланында ятып ҡала.
1-се алып барыусы.
Ғүмерегеҙ сәскә атырға тип,
Бөрөләнеп килгән саҡтарҙа,
Ауылымдан киткән ир- егеттәр
Баш һалдығыҙ икән ҡайҙарҙа
Ауылымдан киткән ир-егеттәр,
Юғалдығыҙ ҡайһы яҡтарҙа
Юғалдығыҙ, ләкин өлгөрҙөгөҙ
Илебеҙҙе уттан һаҡларға.
2-се алып барыусы.
Һуғыш бөтөп, ергә еңеү килде,
Күп һалдаттар кире ҡайтманы.
Һандыҡ төптәрендә һарғайҙылар
Окоптарҙан яҙған хаттары.
Ә хәҙер Казакулова Рәсилә башҡарыуында йыр “ АХ ЭТИ ТУЧИ В ГОЛУБОМ”
1-се алып барыусы.
Бөйөк Еңеү! Һин бит беҙҙең өсөн
Яҙғы гөлдәй йәшһең, күркәмһең.
Ләйсән төҫлө сафһың.
Ә бит үҙең
Тамуҡ яфалары күргәнһең.
2-се алып барыусы.
День победы - это праздник общий.
Девятое мая - красный день календаря.
С нами гости дорогие,
Мы от души поздравить Вас хотим.
1-се алып барыусы .
Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә - моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән әсе йәш тама.
2-се алып барыусы.
Немало песен и стихов посвящено победе.
Действительно великий праздник.
Для нас и для всей страны.
Мы от души поздравим ветеранов,
Спасибо Вам за подвиг Ваш огромный,
Что совершили для страны.
1-се алып барыусы.
9 май - Еңеү көнө...Бөгөнгө йәш быуын өсөн ул – Хәтер көнө. Нисек кенә атаһаҡ та, был көн һуғыш менән бәйләнгән.
2-се алып барыусы.
Ҡәҙерле туғандар!Әйҙәгеҙ, бер минутҡа тын ҡалайыҡ. Һуғышта ятып ҡалған олатай-бабайҙарыбыҙҙың, атайҙарыбыҙҙың исемдәрен әйтеп, уларҙың рухтарына тыныслыҡ теләйек.
1-се алып барыусы.
Тын ҡалайыҡ...тылда һыйыр егеп ер һөрөүсе,балаларын астан үлтермәҫ өсөн,баҫыуҙа серек бәрәңге, башаҡ эҙләүсе,бар ауырлыҡтарға үс итеп,атай-әсәйҙәребеҙҙе үҫтереүсе өләсәйҙәребеҙ алдында баш эйәйек.
2-се алып барыусы.
Многие, кто погиб сражаясь в Великой Отечественной Войне до сих пор числятся пропавшими без вести. Война не щадила никого: ни мужчин, ни женщин, ни детей. До сих пор не подсчитано точное количество людей, которые погибли во время Великой Отечественной войны.Но благодаря труду каждого человека победа осталась за нами. Давайте почтим память погибших героев минутой молчания, а затем вознесём цветы к памятнику. Мы не забудем Вас, Герои!
БЕР МИНУТ ТЫНЛЫҠ (МЕТРОНОМ).
( Уҡыусылар һәйкәлгә сәскәләр алып сығалар)
1-се алып барыусы.
Ҡәһәрле һуғыш 1418 көн һәм төн дауам иткән.Күпме әсәләр - улһыҙ,балалар - атайһыҙ, ҡыҙҙар - һөйгән йәрһеҙ,ҡатындар - ирһеҙ ҡалған.Яуҙа ятып ҡалған һалдаттар һәйкәлдәр булып әйләнеп ҡайтты көткәндәр янына.
2-се алып барыусы.
Ғүмерегеҙ сәскә атырға тип,
Бөрөләнеп килгән саҡтарҙа,
Ауылымдан киткән ир- егеттәр
Баш һалдығыҙ икән ҡайҙарҙа.
1-се алып барыусы.
Килегеҙ һәйкәлдәр янына,
Сәсәкәләр килтерегеҙ.
Яуҙа үлгән һалдатты
Иҫтәргә төшөрөгөҙ.
Ҡарағыҙ ҙа уйланығыҙ
Мәңгелек ут янында:
Илен яҡлап үлгәндәр
Йәшәй мәрмәр ташында.
Һуғыш йылдан – йыл йырағая бара, ә ветерандарҙың, һуғышта ҡатнашыусыларҙың сафтары һирәгәйә.
2-се алып барыусы.
1945 йылдың Еңеү көнөндә 18- 20 йәштә булған ир- егеттәр, бөгөн 93-95 йәш. Әйҙәгеҙ, уларға иғтибарлыраҡ булайыҡ, беҙ был тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән Һеҙгә бурыслыбыҙ, хөрмәтле ветерандар!
Еңеү! Ниндәй матур хәбәр!
Көрәш тә юҡ, тынды һуғыш та.
Күп батырҙар яуҙа ятып ҡалды,
Илен яҡлап һуңғы һулышта.
Миҙалдары сыңлай күкрәктәрҙә,
Шундай туған, шундай яҡындар.
Рәхмәт һеҙгә, батыр ил улдары,
Еңеү алып ҡайтҡан өсөн,
Яу эсенән, утлы ялҡындан.
Аликбаева Алина “Бөйөк Еңеү” исемле үҙенең шиғырын уҡый.
1-се алып барыусы.
Тыуған тѳйәгебеҙҙе нурлап яҙ килде. Ҡоштар оя ҡора, бала сығара. Ваҡыт ағышы мәңгелек хәрәкәттә. Май беҙгә кѳләс ҡояшы, йылы елдәре, наҙлы яҙ һулышы менән генә ҡәҙерле түгел. Был кѳндѳ беҙгә ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, еребеҙгә йәшәүҙең үҙен ҡайтарҙы. Кешелек тарихындағы ҡанҡойғос ҡәһәрле һуғыш
9 Май кѳнөндә Совет иленең еңеүе менән тамамланды. Илебеҙгә 75-се тапҡыр яңы һулыш, яңы кѳс-ҡеүәт, шатлыҡ менән Еңеү байрамы килә.
Ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү «Бөрйән ҡыҙҙары»
2-се алып брыусы.
Беҙ хѳрмәтле ветерандарыбыҙға доньяға йәм биреп йәшәүҙәре ѳсѳн рәхмәт әйтергә, уларҙың алдында баш эйергә тейешбеҙ. Бѳгѳнгѳ сараны Советтар Союзы Геройы маршал Г.К. Жуковтың һүҙҙәре менән тамамлағы килә.
Ҡәҙерле уҡыусылар! «Һеҙҙең менән бергә Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кешеләр йәшәй. Уларҙы байрамдарҙа ғына түгел, кѳндәлек тормошта ла ихтирам итегеҙ. Һуғыш ветераны һеҙҙән ярҙам һорамаҫ – автобуста, урамда, ғаиләлә үҙегеҙ иғтибарлы булығыҙ. Бының менән 1941-1945 йылдарҙа улар һеҙҙең ѳсѳн эшләгәндең бик бәләкәй ѳлѳшѳн генә ҡайтарырһығыҙ»
Тагирова Лилиә һәм Саттарова Диана башҡарыуында йыр“О той весне” .
1-се алып барыусы.
Сейчас я предлагаю исполнить всем вместе самую известную и красивую песню о Дне Победы с одноимённым названием. (Ведущие тоже поют)
День Победы, как он был от нас далек
Как в костре потухшем таял уголек.
Были версты, обгорелые, в пыли
Этот день мы приближали как могли.
Этот день Победы
Порохом пропах
Это праздник
С сединою на висках
Это радость
Со слезами на глазах
День Победы, День Победы, День Победы!
Дни и ночи у мартеновских печей
Не смыкала наша Родина очей
Дни и ночи битву трудную вели
Этот день мы приближали как могли
Этот день Победы
Порохом пропах
Это праздник
С сединою на висках
Это радость
Со слезами на глазах
День Победы, День Победы, День Победы!
Здравствуй, мама, возвратились мы не все
Босиком бы пробежаться по росе
Пол-Европы прошагали, пол-Земли
Этот день мы приближали как могли
Этот день Победы
Порохом пропах
Это праздник
С сединою на висках
Это радость
Со слезами на глазах
День Победы, День Победы, День Победы!
2-се алып брыусы.
Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,
Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ!
Хужалары илдең үҙебеҙ,
Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!!!
Кисәбеҙ тамам, һау булығыҙ!!!