СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий "Һуңғы Ҡыңғырау" 9 класс

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий последнего звонка в 9 классе на башкирском языке.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий "Һуңғы Ҡыңғырау" 9 класс»

Һуңғы Ҡыңғырау

АБ1. Хөрмәтле ҡунаҡтар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар! Бөгөн беҙҙә оло байрам, оло тантана! Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәбебеҙ үҙенең ҡарлуғастарын 9 класс уҡыусыларын-ҙур тормош киңлектәренә осора.

АБ2. Бөгөн шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа көн.Сығарылыш класс уҡыусыларына ғүмерҙең иң саф,иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле-бала саҡ менән хушлашыу ; шатлыҡтарҙы ла, борсолоуҙарҙы ла бергә үҫкән мәктәп менән һаубуллашыу мәле етте.

1АБ. Шундай матур көн бөгөн ,

Һулап туймаҫлыҡ һауа.

Сағыу ҡояш нурҙары

Иркәләп битте йыуа.


АБ2. Уҡытыусым яҡын дуҫым

Рәхмәттәрем- сикһеҙ дала.

Һинән алған аң-белемем

Ҙур тормошҡа юлдар һала.


АБ1. Яҙ тантана итә урамда

Йөрәктәрҙә шатлыҡ талпына.

Мәктәптәге “Һуңғы ҡыңғырау”

Һағыш өҫтәй саҡ ҡына.



АБ2. Нисәнсе ҡат ошо ишек алды

Йыя инде осар ҡоштарын,

Фатихаһын биреп сәләмләй ул

Киләсәккә атлар дуҫтарын.

А.б1. Әйҙәгеҙ, майҙанға бөгөнгө тантананың төп сәбәпселәрен -быйылғы Салих ауылы мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыларын саҡырайыҡ. Бына улар. Ҡаршы алығыҙ: Аетбаева Нурзида, Алимгузин Динислам, Галиев Ильмир, Кагарманова Гульмира, Сафиуллина Гульфия.

:(“ Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары” музыкаһы аҫтында 9 класс уҡыусылары сыға.)

Тантананы асыҡ тип иғлан итәбеҙ! (ГИМН РБ)

А.Б.1Ҡәҙерле 9-сылар! Һеҙ тормоштоң иң мөһим, һис онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында. Бөгөн һеҙ 9 йыл буйы яңғыраған көмөштәй саф ҡыңғырау тауышы менән хушлашаһығыҙ. Шул айҡанлы байрамға бөтә уҡытыусылар,ата-әсәләр һәм бик куп ҡунаҡтар килгән.

АБ2. Оло хөрмәт менән һүҙҙе мәктәп директоры Ғәлеев Вәли Хәбибулла улына бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

А.Б.1 Ҡотлау һәм дә приказ уҡыу өсөн һүҙҙе уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары ..................................ҡыҙына бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!


А.Б.2 Бөгөн беҙҙең сығарылыш уҡыусыларына үҙ теләктәрен еткерергә мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгән. Һүҙҙе Ишембай ҡалаһы һәм районы администрацияһы вәкиле -----------------------------------------------------бирәбеҙ.


А.Б1. Ҡотлау өсөн һүҙе хөрмәтле ҡунағыбыҙ Урман-Бишҡаҙак ауылы хакимиәте башлығы------------------------------------------------бирәбеҙ.



Алып барыусы 1 : Хушлашаһың бөгөн мәктәп менән,

Ҙур тормошҡа аяҡ баҫаһың.

ә иртәгә яңы бурыс көтә -

донъя серен нисек асаһың.

Ҡәҙерле 9 класс уҡыусылары, һүҙ –һеҙгә. Рәхим итегеҙ!



1.Гульмира. Эй, мәктәбем, ишектәрең асып,

ҡосағыңа мине алдың.

Белем осҡодарын күңелемә

Һүнмәҫ усаҡ итеп һалдың.



2.Гульфия Ҡасан ғына әле һәр нәмәгә

Аптырашып ҡарай-ҡарай,

Асҡан инек мәктәп ишеген

Беҙ 3 ҡыҙ һәм 2 малай.


3. Нурзида. Мәктәптә уҡыған йылдар-

Беҙҙең алтын бала саҡ

Иң яҡты иҫтәлек булып

Ғүмерлеккә ҡаласаҡ.



4. Динислам. Ҡайһы бер шуҡлыҡтар өсөн

Мин бөгөн дә көйөнәм.

Купме иҫтәлек ҡуҙҙары

Күңелдә әле тере.

Мәктәп йылдары-йөрәктең

Һис юйылмаҫ хәтере.

5.Ильмир. Мәктәп йылдары... Ғүмерҙең иң яҡты хәтирәләре,иң иҫтәлекле ваҡиғалары

менән беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Йылдар уҙғас та әле шул саҡтарға хәтеребеҙҙә тағы,тағы әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.



(ЙЫР “Мәктәп беҙҙең татыу ғаилә”)


АБ1. Һәр баланың йөрәгенә

Урау-урау юлдар илтә

Шул юлдарҙы таба белгән

Һинең аҡыл-ҡөҙрәтеңә

Кем һоҡланмаҫ уҡытыусы,

Кем баш эймәҫ ,уҡытыусы




АБ2. Сығырылыш уҡыусылары

Килде көткән көнөгөҙ,

Ваҡыт үтте, хәтерегеҙҙәлер,

Яңы килгән инегеҙ.

Ә хәҙер һеҙ белемлеләр,

Тәрбиәле, үҫкәнһегеҙ

Ҙур донъя киләсәгенең

Атып килгән сәскәһе һеҙ!



Алып барыусы1: . Әле ҡасан ғына мәктәп тупһаһын аша атлап ингән инегеҙ. Туғыҙ йыл буйы һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Һеҙгә бала саҡтан килгән сәләмде 1-се класс уҡыусылары тапшырыр. Уларҙың да һеҙгә әйтер һүҙҙәре бар.

МУЗЫКА



(1-се синыф уҡыусылары сығышы)

1.

2.

3.

4.

5.



Гульфия. Рәхмәт, кескәй дуҫтарыбыҙ,

Һеҙҙең йылы һүҙҙәргә

Теләктәрегеҙҙе һеҙҙең

Һаҡларбыҙ күңелдәрҙә.

Дуҫ йәшәгеҙ, яҡшы уҡып,

Тик бишлеләр алығыҙ.

Беҙҙең кеүек бына тигән

Уҡыусылар булығыҙ!

Һеҙгә кескәй бүләгебеҙ

Ҡабул итеп алығыҙ.

(1-селәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу)

2 А.Б. Ҡотлау өсөн һүҙҙе 5-се класҡа бирәбеҙ. Ҡыҙҙар башҡарауында бейеү.


(Бейеү 5 класс) Килендар.






3.Нурзида. Беренсе уҡытыусыбыҙ,Лилия Авхадей ҡыҙы! Үҫеп буйға етһәк тә,һеҙ беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө, беҙ әле лә һеҙҙең кәңәшегеҙгә мохтажбыҙ.

Ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ,рәхим итегеҙ! Һуҙҙе кәңәш-теләктәрегеҙҙе оло юлға сығыр алдынан тағы ла бер ишетәһебеҙ килә. (Сәскә биреу??)

йыр Һуңғы ҡыңғырау.

4. Нурзида Шиғырһыҙ ҙа һеҙ бит аңлайһығыҙ

Йөрәгемдең иң саф хистәрен...

Онотмамын,

Һеҙҙе,уҡытыусым

Килгәндә лә ғүмер кистәрем.


5. Гульмира .Хөрмәтле класс етәксебеҙ Ғәлиә Марат ҡыҙы! Үҙегеҙҙең тәрбиәгеҙ, алдан күрә белеү һәләтегеҙ, тәрән аҡылығыҙ менән беҙҙе дөрөҫ юлдан барырға өйрәттегеҙ. Беҙҙең уңыштарҙа, донъяға ҡарашыбыҙҙа һеҙҙең ҙур өлөшөгөҙ бар.

(сәскәләр шәлкеме тапшырыуы)

1.Гульмира Уҡытыусым, ниңә һинең битең

Еүешләнгән бөрсөк йәш менән?

Күңелдәрҙә ҡалыр моңһоу был йөҙ

Элеккеләй алсаҡ, йәш гелән


3. Гульфия. Беҙ бәхетлебеҙ, беҙ шатбыҙ.Сөнки беҙҙе иң белемле, иң алсаҡ беҙҙең шатлығыбыҙҙы уҙенеке итеп күргән, беҙҙең борсолоуҙарыбыҙҙы үҙ йөрәге аша үткәргән уҡытыусылар уҡытты. Беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа ғүмерле бурыслыбыҙ.

Хөрмәтле Вәли Хәбибулла улы, Ғәлинур Ғәйфулла улы , Наилә Абдулла ҡыҙы, , Ильдар Зинфир улы, Ғәлия Марат кызы, Лилиә Әүхәҙи ҡыҙы, Гүзәл Кашафетдин ҡыҙы, Айһылу Юнус кызы,!

Беҙҙең һәр яулаған үрҙәребеҙ, еңеүҙәребеҙ һеҙҙеке булыр. Ошо сәскәләрҙә- беҙҙең күңелебеҙ, һеҙгә әйтергә теләгән барлыҡ уйҙарыбыҙ, һеҙгә булған хистәребеҙ.



(Уҡытыусыларға сәскәләр тапшырыу)

бергә :

мең-мең рәхмәт, мәктәбебеҙ

Мең рәхмәт, уҡытыусым!

(Йыр «Рәхмәт һиңә, уҡытыусым».)




Гульмира. Беҙ, 2022-се йылдың сығарылыш уҡыусылары тыуған мәктәбебеҙгә иҫтәлеккә бүләк ҡалдырабыҙ.

(Мәктәп директорына бүләк тапшырыу)


Нурзида. Мәктәп тормошо һәр ваҡыт йылы, наҙлы хистәр, яҡты көндәр булып күңелдәребеҙҙә, хәтеребеҙҙә ҡалыр. Беҙҙең турала өҙлөкһөҙ хәстәрлек күрһәткән хөрмәтле йыйыштырыусы апайҙар Гөлнур Зинур ҡыҙы, тәмле аштары менән беҙҙе ҡыуандырыусы, һыйлаусы Гөлнур Кашаф ҡыҙы, Эльмира Абдулҡадыр ҡыҙы Раушания Зәйнулла ҡыҙы! Һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ. (Сәскә )


АБ1. Йомактар 5 класс. (Альмира)


АБ1.  Атай һәм Әсәй! Ошо иң ҡәҙерле, иң нәфис, иң гүзәл ике һүҙ беҙҙең күңелебеҙгә сабый саҡтан алып нурҙар менән яҙылып ҡуйылған.

АБ2. Атай һәм Әсәй! Беҙ һеҙҙең алда ғүмергә бурыслыбыҙ.Теләгән изге теләктерегеҙ,биргән фатихаларығыҙ тормош юлында беҙгә кәрәк булыр, ауыр мәлдәрҙә ҡурсалаусы булыр.

АБ1. Ҡәҙерле атай-әсәләребеҙ! Балалыҡ рәхмәтебеҙҙе,йөрәк моңобыҙҙы ҡабул итеп алығыҙ.

(Йыр «Минен ҡәҙерләрем!»)

алып барыусы 1 :

Ә хәҙер һүҙҙе ата-әсәләргә бирәбеҙ.Рәхим итегеҙ,

(Ата-әсәлар сығышы)

АБ2. Бала саҡ! Сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Ниңә шулай тиҙ китәһең? Бик ауыр һинең менән хушлашыуы. Мин һине төштәремдә күреп һағынасаҡмын, бер-ике минутҡа булһа ла кирегә ҡайтарғым киләсәк... мәктәп бүлмәләрендә аҙашып ҡалған ғәмһеҙ, шаян баласағыбыҙҙы эҙләп, изге йортобоҙға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтырбыҙ. Бәхетле көндәребеҙ хәтеребеҙҙә ҡәҙерләп һаҡланыр.

«Һаубуллашыу» вальсы.



алып барыусы1:

Бөгөн беҙ иң шатлыҡлы, иң тулҡынландырғыс мәлдәр кисерәбеҙ.

Күңелдәребеҙгә илһам, маҡсаттарыбыҙға ынтылыш, хыялдарыбыҙға ҡанат ҡуйған мәктәбебеҙ менән хушлашабыҙ.

Һуңғы ҡыңғырау яңғрай бөгөн

Яңы юл яра ғүмер ағышы.

Һуңғы ҡыңғырау- өләсәй доғаһы,

Изге юл теләй уның тауышы.

алып барыусы2:

9 йыл буйына һеҙҙең өсөн иң яғымлы моңға әйләнгән ҡыңғырау бөгөн һеҙҙең өсөн һуңғы тапҡыр сыңлай. Ҡыңғырауҙың ошо һуңғы сыңы өр-яңы донъяның- тормоштоң ишектәрен аса. Был сың бала сағығыҙҙың, онотолмаҫ мәктәп йылдарының моңо булып һәр берегеҙҙең хәтерендә ҡалһын.



А.Б1. Ҡәҙерле 9-сылар! Һеҙҙең өсөн сыңлай һуңғы ҡыңғырау. Бәхетле бала сағығыҙҙы, күңелле мәктәп йылдарын хәтерләтеп торһон ул! Тормош юлығыҙҙа гел уңыштарға ғына әйҙәүсе һын булып яңғыраһын!

Һуңғы ҡыңғырау биреү хоҡуғы- Галиев Ильмирға һәм 1-се кластан .......................................бирелә.


(Һуңғы ҡыңғырау биреү)



алып барыусы2:

Хушлашыуҙар ниңә ауыр икән?

Талмаҫ ҡанат бар бит иңдәрҙә!

Һау булығыҙ, беҙҙең изге йәндәр,

Һау бул мәктәп, һау бул уҡытыусым!

Һау бул, ҡыңғыраулы йылдарым!

Оло юлға бөгөн бына тағы,

Сыға йәш ҡыҙҙарың, улдарың!

(«Ҡыңғырыулы мәктәп йылдары» моңо аҫтына майҙандан сығарылыш класс уҡыусыларын оҙатыу, вокруг школы)

Хәйерле юл, егеттәр!

Уңған, аҡыллы ҡыҙҙар!

Юлдарығыҙ уң булһын!

Аҡ бәхеттәр, аҡ юл һеҙгә!



(Шарҙар осороу)


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!