Балаҫ һуғыу йолаһы
Башҡорт тирмәһе йәки милли йыһаздар менән биҙәлгән йорт эсендә урындыҡта өләсәй йөн иләп ултыра. Бер нисә малай йөн тетә.
1-се малай.
Өйрәткән ине әсәй.
Балаҫ һуғырға еп кәрәк,
Эшкә ҡушты өләсәй.
2-се малай.
Тауҙай өйөп тултырҙыҡ,
Мамыҡтай ҡабарһын тиеп
Йөн иләргә ултырҙыҡ.
Ике ҡыҙ иләнгән йөндө сиратып йомғаҡҡа урап ултыралар.
1-се ҡыҙ.
Йылдам ғына урайым.
Һуғаһы балаҫыбыҙға
Изге уйҙар юрайым.
2-се ҡыҙ.
Апайыма бирнәгә.
Рәхим итегеҙ өмәгә,
Йолабыҙҙы күрмәгә!
Талғын ғына ҡурай моңо яңғырай. Йәш ҡыҙ ҡашығаяҡ тирәһендә булаша.
Өләсәй.
Бына балалар, Айһылыу апайығыҙға бирнә әҙерләйбеҙ. Бирнә ул – кейәүгә сыҡҡанда алып китер монаят. Анау торған һандыҡҡа матур-матур яҫтыҡ-мендәрҙәр, юрған-түшәктәр эшләп һалғанмын. Бына хәҙер аҫалы балаҫтарға ла сират етте.
Бала.
Өләсәй, ә ни өсөн балаҫ аҫалы тип атала?
Өләсәй.
Аҫа – ул ентекләп һанап-иҫәпләп һуғылған,бер нисә геометрик фигуранан торған орнамент, биҙәк. Ул – тамға, ырыу билдәһе. Шундай биҙәктәр һалып һуғылған балаҫ аҫалы балаҫ тип атала.
Айһылыу.
Эйе, аҫалы балаҫ – ул Ер менән Күк , халыҡ, ырыу, ғаилә, бала, ир-ат яҙмышы, ҡатын-ҡыҙ асылы хаҡында сер һаҡлаған ҡомартҡы. Уның тарихы бик боронға барып тоташа. Борон заманда, Ҡусҡар балаҫына баҫып, ҡыҙҙар ырыу биҙәге, егеттәр ырыу терәге булырға ант иткән.
Өләсәй.
Шулай. Эштәр ырамлы ғына барһын, әйҙәгеҙ йырлашып ултырайыҡ.
Йыр йырлайҙар. Шул саҡ күрше малайы йүгереп инә.
Малай.
Фатима инәй, өләсәйемдәр бөгөн йылға буйына балаҫ һуғырға баралар, һеҙгә еткерергә ҡуштылар.
Өләсәй.
Һөйөнөслө хәбәреңә мең рәхмәт, улым. Беҙ йыйынғансы, әйҙә бейеп күрһәт.
Малай бейей. Бейеү тамамланғас ҡеүәтләп ҡул сабып, йыйынып сығып китәләр.
2 өлөш.
Йылға буйы, ҡоштар һайраған тауыштар ишетелә. Ололар, балалар төйөнсөктәр, эш ҡоралдары тотоп йырлашып сығалар. Өлкәндәр усаҡ тирәһендә булаша башлай.
Бала.
Һоҡланышып туймайыҡ.
Кемдең ниндәй һөнәре бар?
Әйҙә, “ Орсоҡ” уйнайыҡ.
“Орсоҡ” уйыны уйнайҙар ( орсоҡто өйрөлтәләр, кемгә ҡарап туҡтай, шуға наказ)
Бала.
Нур төҫлө ептәр кәрәк.
Өләсәйҙәр ярҙам көтә,
Ашығайыҡ тиҙерәк!
Өләсәй.
Эй, уңғандарым! Ҡыҙҙар, йәһәтерәк эшебеҙҙе башлайыҡ. Эшебеҙ уң булһын, ырамлы булһын! Хәрәкәттә –бәрәкәт!
Бала.
алаһығыҙ?
Өләсәй.
Йөнгә буяуҙы былай әҙерләйбеҙ. Йәшел төҫкә – һыйыр теле үләне,ҡуйы йәшел төҫкә – ҡайын япрағы, ҡыҙғылт асыҡ, һоро төҫкә – һуған ҡабығын ҡайнатып, йөндө манып алабыҙ (шулай һөйләй-һөйләй, ололар ептәрҙе буяуға манып, таяҡ менән туҡыйҙар)
Өлкән кеше.
Йә, кемегеҙ әйтә, был төҫтәр нимәне аңлата?
Балалар.
Ҡара төҫ – беҙҙе туйындырған һәм йәшәткән еребеҙ.
Йәшел – йәшеллек һәм йәшлек төҫө.
Һарыһы – ҡояш.
Күк – һауабыҙ, тыныслыҡ төҫө.
Сағыу ҡыҙыл төҫ – байрамды аңлата.
Өлкәндәр.
Афарин балалар! Ә бына был аҫалары, биҙәктәре нимәне аңлата икән? Әйҙәгеҙ беҙ һеҙгә йомаҡ ҡоябыҙ, яуабын тапһағыҙ, биҙәктәрҙең серенә төшөнөрһөгөҙ. Йә, кем зирәк?
Башымда ҡара түбәтәй(ер)
Эйе, ҡара төҫ – ер. Киләсәк быуынға беҙ уңдырышлы ер, саф, матур тәбиғәт һәм рухи байлыҡ ҡалдырырға тейешбеҙ.
Күк тирмәнең эсендә булыр ике туп, көндөҙ береһен тот, төндә икенсеһен( ҡояш һәм ай)
Зәңгәр балаҫҡа ынйылар һибелгән,
Балаҫына ултырып булмай,
Ынйыларын алып булмай ( йондоҙҙар)
Эйе балалар. Ҡояш, ай, йондоҙҙар – күк йөҙө биҙәктәре. Борондан башҡорт халҡы йондоҙҙарға ҡарап юлды, йүнәлештәрҙе билдәләгән. Исемдәрен, легендаларын белгән: Тимерҡаҙыҡ, Етегән, Сулпан, Зөһрә йондоҙо.
Һыуҙа тыуҙы, ерҙә үлде( үлән)
Тәбиғәт – ул беҙҙең йәшәйеш. Күп биҙәктәр тәбиғәтте сағылдыра.
Ағас үгеҙ, өс мөгөҙ(һәнәк)
Бында башҡорттарҙың ырыу тамғалары ла төшөрөлгән.
Тамағында күмере, үҙе йырлай, тояғы булһа ла атламай(самауыр)
Халҡыбыҙ бик ҡунаҡсыл. Был биҙәк – самауыр тояғы шуны һөйләй.
Ҡайһылай зирәк икәнһегеҙ! Бик күпте беләһегеҙ!Әйҙәгеҙ инде, хәҙер балаҫ һуғып алайыҡ.
Бейеү “ Балаҫ һуғыу”
Бейеү аҙағында алға барып теҙеләләр. Уларҙың артына өлкәндәр әҙер балаҫты күтәреп баҫа.
Бына инде, балаҫыбыҙ әҙер! Аҫалы балаҫ – ырыу ҡото, халҡым мираҫы!
Бергә.
Яратайыҡ тыуған илебеҙҙе!
Хөрмәтләйек ерҙе, халҡыбыҙҙы!
Барлайыҡ беҙ ғөрөф-ғәҙәттәрҙе!
Данлайыҡ беҙ рухи ҡиммттәрҙе!
Һаҡлайыҡ беҙ туған телебеҙҙе!
Йыр “ Башҡортостан – иманлы ил”