СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 25.05.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий ко Дню республики Башкортостан (на башкирском языке)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий ко Дню Республики Бшкортостан

Просмотр содержимого документа
«Сценарий ко Дню республики Башкортостан (на башкирском языке)»

Республика көнөнә арналған сценарий

Алмас:

Башҡортостан, һинең гүзәллеккә

Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?

Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй

Ҡайһы илдә генә бар икән?



Айгөл:

Шаулап үҫә мәғрүр урмандарың,

Туҡ башаҡлы иркен ҡырҙарың

Данлы илем, гүзәл республикам,

Бүләк булһын һиңә йырҙарым.



Илйәр:

Һаумыһығыҙ ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле уҡытыусылар һәм килгән ҡунаҡтар!



Азалия:

Хәйерле көн барығыҙға ла! Башҡортостан автономияһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм Республика көнөнә арналған, Рәсүл, Ҡоҙаш ауылдары фольклор коллективтары һәм мәктәп балалары тарафынан әҙерләнгән байрамыбыҙ асыҡ тип иғлан ителә!



Алмас:

Гимн яңғырай – ул шундай көслө,

Ватанын уйлай тыңлаған кеше

Эстән ант бирә һөйөргә илен,

Һөйөргә халҡын һәм тыуған телен!



Айгөл:

Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны яңғырай. ( гимн бөткәс) Рәхмәт!





Сәхнә асыла, ҡурайсылар теҙелә







Илйәр:

Сая бөркөт ише егеттәре

Ҡурайҡайын алып ҡулына,

Көй – моңдары аша тарих һөйләй,

Рух өләшә тормош юлына



Азалия:

Һеҙҙең алдығыҙҙа “Арғымаҡ” ҡурайсылар ансамбле егеттәре сығыш яһай.

Ҡурайсылар сығышы

3 класс шиғыр, йыр «Башҡортостан илгенәм!”



Алмас:

Ҡотлау өсөн һүҙ Рәсүл мәктәбе мөдире Эльвира Рәшит ҡыҙына бирелә.



Айгөл:

Һүҙ мәктәп директоры Астанова Миләүшә Ғизетдин ғыҙына бирелә.



Илйәр:

Һүҙ Иманғол ауыл советы хәкимиәте башлығы Ахмедьянов Рөстәм Рәшит улына бирелә.



Азалия:

Слово предоставляется Депутату Совета муниципального района Республики Башкортостан Хасанову Хуснитдину Фахритдиновичу



Алмас:

Слово предоставляется заместителю главы администрации Муниципального района Учалинский район по экономическим вопросам Гибадатовой Гузель Лиантовне



Һеҙҙең алдығыҙҙа “Минең Мостай Кәрим” район шиғыр һөйләүселәр конкурсында 2-се урын яулаусы Юнусов Ильяс Рим улы сығыш яһай.













Алмас:

Гөлбостанға тиң баҡсалары, нурлы йорттары балҡып тора ғәзиз еребеҙҙә. Эргәлә генә Рәсүл менән Ҡоҙаш ауылдарын тоташтырып Ҡандыболаҡ йылғаһы гөрләп ағып ята. Тирә-яҡтағы урмандар шыбыр-шыбыр килеп тыуған еремә маҡтау йырын йырлай төҫлө. Мәрлүгән, Турғай, Остобейек, Ҡотоҡбаҫҡан, Бурһыҡ, Юныс тауҙары беҙҙе яҡлап, һаҡлап торған батырҙарҙай.



Айгөл:

Беҙҙең кескәй генә Ватаным – тауҙар ҡуйынына һыйынып ҡына ятҡан Рәсүл һәм Ҡоҙаш ауылдары. Ошо ерҙә беҙ бәхетте, ырыҫты тойоп, матур итеп донъя көтәбеҙ. Бында беҙҙең ғаиләләребеҙ, гөрләп торған йорттарыбыҙ балҡып тора.



Алмас:

Һеҙҙең алдығыҙҙа Ҡоҙаш ауылы “Ҡандыболаҡ ҡыҙҙары” фольклор коллективы сығыш яһай.

Ҡандыболаҡ ҡыҙҙары” сығышы



Илйәр:

Башҡортостан – ғәзиз ерем минең

Башҡортостан – дуҫлыҡ бишеге.

Моң шишмәһе, сал тарихтар иле,

Һиндә асам ожмах ишеген.



Азалия:

Һеҙҙең алдығыҙҙа Рәсүл ауылы “Аҡшишмә” фольклор коллективы сығыш яһай.

Аҡшишмә” сығышы

Алмас:

Был донъяла йәшәү мәғәнәһе –

Тарихыңды иҫтән сығармау

Башҡорт исеменә тап төшөрмәй

Йырҙарыңда уны гел данлау.



Айгөл:

Һүҙ район кимәлендә үткәрелгән “Һаумы, театр!” конкурсында беренсе урын яулаусы Рәсүл мәктәбенең 8 класс уҡыусыларына бирелә

Рәсүлем” йырын башҡарыу

Илйәр:

Ғаиләләрҙең ныҡлы булыуында

Киләсәктең яҡты өмөтө

Ҡолас йәйеп ышаныслы осор

Тыуған илдең сая бөркөтө.



Азалия:

Һеҙҙең алдығыҙҙа район кимәлендә үткәрелгән “Йәш ғаилә – 2О19” фестивалендә ҡатнашыусы, “Атай, әсәй, мин – музыкаль ғаилә” талант-шоуында беренсе дәрәжәле диплом менән бүләкләнеүсе Рәсүл ауылынан Юлбирдиндар ғаиләһе сығыш яһай.

Юлбирдиндар ғаиләһе сығышы

Алмас:

Ҡыйғас ҡашлы башҡорт һылыуҙары –

Киләсәктең яҡты өмөтө

Ҡолас йәйеп ышаныслы осор

Тыуған илдең сая бөркөтө.



Айгөл:

Һеҙҙең алдығыҙҙа “Таланттар йондоҙсоҡтары” бейеү конкурс-фестивалендә икенсе дәрәжәле лауреат дипломы менән бүләкләнеүсе Юлбирдина Роза башҡарыуында башҡорт бейеүе.

Розаның бейеүе

Юнусов Ильяс йырлай

Илйәр:

Бөтөн ғаилә булып йәшәйек гел,

Бергә татыу ғүмер кисереп

Салауаттың ышанысын аҡлап

Быуындарҙы дауам иттереп.

Ер йөҙөндә барса халыҡ менән

Гел аңлашып, берҙәм йәшәйек

Милләтебеҙ йөҙөн ҡыҙартмайыҡ

Ил байлығын әрәм итмәйек.



Азалия:

Һеҙҙең өсөн 5 һәм 6 класс уҡыусылары башҡарыуында йыр “Баласаҡ утрауында”

5,6 йырлай

Скамейкаларҙы ултыртырға алып барыусылар һөйләгән арала

Алмас:

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.



Айгөл:

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел —

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..



Илйәр:

Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Илe юҡтың ғына теле юҡ!



Азалия:

Әсәм теле миңә — сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!



йыр “Мин башҡорт”



Алмас:

Һәр бер йылға тарих булып аға,

Йөрәк тибеп ҡуя һулҡылдап,

Уҡтың һыуы аша сыҡҡан саҡта

Уҡтай сая һаман тулҡындар.

Был тәбиғәт – башҡорт бейеүендә,

Был тәбиғәт – башҡорт көйөндә,

Күпме гүзәллек һәм мөһабәтлек,

Башҡортостан, һинең йөҙөңдә!



Айгөл:

Һеҙҙең алдығыҙҙа Рәсүл ауылының талантлы йәш йондоҙо Ильясов Ғайсар сығыш яһай

Ғасар йырлай



Алмас:

Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер,
Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.
Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа
Тыуған илдең тыныс ал таңы.

Айгөл:

Дан һиңә, Башҡортостан!
Илен һөйгән азат халҡыңа дан!
Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә
Сәскә ат, Башҡортостан!



Илйәр:

Башҡортостан, һин хөрмәтле данлы ил,
Еңеү яулап алға бараһың.
Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә
Һинең ғорур рухлы байрағың.



Азалия:

Республикам, йондоҙ булып балҡы hин,
Күкрәп йәшә, гүзәл илебеҙ.
Тыуған ерҙә һүнмәҫ усағыбыҙ,
Тыуған телдә тынмаҫ йырыбыҙ

Флешмоб “Ҡалдыр эҙеңде”



Алып барыусы: Ошоноң менән байрамыбыҙҙың беренсе өлөшө тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ә хәҙер барығыҙҙы ла “Көҙгө уңыш” йәрминкәһенә саҡырабыҙ.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!

Закрыть через 5 секунд
Комплекты для работы учителя