СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий "Минута молчания" на башкирском языке

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Сценарий "Минута молчания" на башкирском языке»

9 май, 2023г.

Мударис Абдразакович: Равняйсь ! Смирно!

А.Б.2.Ихтибар Рәсәй федерацияһы һәм Башҡортостан республикаһы флагтарына ҡарап тигеҙләнергә!

( ГИМН Рәсәй, Башҡортостан)

(Музыка День победы!)

А.б.1 Хәйерле көн,ҡәҙерле дуҫтар ,уҡыусылар,уҡытыусылар,килгән ҡунаҡтар!

Бөгөн Бөйөк Еңеү байрамы алдынан беҙ һеҙҙең менән ошо Бөйөк Еңеүҙе үҙҙәренең иңдәрендә еткергән һәм беҙгә бүләк иткән һуғыш ҡорбандарын иҫкә алырға йыйынғанбыҙ

( Левитан телмәре)

(Вставай страна огромная)

(Башҡортса йыр тын ғына)

А.Б.2. Бөтә Совет халҡы үҙенең илен һаҡларға торҙо, тылда ла, фронтта ла , һәр кем Еңеүҙе тиҙерәк еткерер өсөн- көсөн дә, үҙенең ғүмерендә аяманы.

А.б.1 Бына 78 йыл инде беҙҙең илебеҙҙә тыныслыҡ ҡояшы балҡый, 78 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы тамамланды. Беҙҙең илебеҙ фашистик Германияны еңеп сыҡты.

А.Б.1.Һәр бер ғаиләне ҡәһәрле һуғыш урап үтмәне һәм һәр бер ғаиләләнең үҙ геройы бар, бөгон улар беҙҙең менән, һеҙ уларҙың портреттарын ҡулдарығыҙҙа тотоп тораһығыҙ.Улар беҙҙең туғандарыбыҙ,ағай,олатайҙарыбыҙ,һуғыш ветерандары,һуғыш балалары,илебеҙҙең һаҡсылары.

А.Б.2. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең Бөрйән районынан да 2227 яҡташыбыҙ ҡулына ҡорал алып, ил һағына баҫҡан. Уларҙың 1273 генә иҫән тыуған ерҙәренә ҡайтыу бәхетенә ирешә. Беҙҙең ауылданда улар бихисап.

А.Б.1.Улар Баймырҙиндар,Бирҙекәйевтар,Бүләкбаевтар,Дәүләтшиндар,Зәйнетдиновтар,Исмәғилевтәр,Ишкининдар,Ҡаһармановтар,Ҡасҡынбаевтар,Уразаевтар,Файзуллиндар,Шәмиғоловтар,Айытбаевтар,Бүләковтар,Вәхитовтар,Ғүмәровтар,Кашаповтар,Кинйәбулатовтар,Мөхәмәтәминевтар,Нурдәүләтовтар,Хасановтар,Шариповтар,Өмөтҡоловтар һәм башҡалар....

ВНИМАНИЕ! Внимание!Внимание” ( Журавли)( Тихо)

Ошо һанап киткән геройҙар араһында беҙҙең уҡыусыларҙыңда олатайҙары бар.

А.Б.1.Һүҙ һеҙгә батырҙарҙың ейәндәре

Гүзәлиә : Олатайым Ишкинин Абдулла Шаһишәриф улы һуғышҡа 1943 йылда алына. Был ваҡытта уға 18 йәш була. Унда олатайым разведчик -күҙәтеүсе булып хеҙмәт итә. Яу юлында Венгрия,Чехословакия, Румыния, Польшаны үтеп, Еңеүҙе Германияла ҡаршылай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән наградлана.

Рәзиф : 1939 йылда Мөхәмәтзәки Мостафа улы Ҡыҙыл Армия сафтарына саҡырыла һәм 1941 йылда демобилизациялана. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә. Сержант Уразаев Мөхәмәтзәки Мостафа 1941-1946 йылдарҙа Белорусс фронтында батарея наводчигы булып хеҙмәт итә һәм 1917 йылда контузия ала.Ул Варшава, Кеннигсберг ҡалаларын фашистарҙан азат итеүҙә лә ҡатнаша. Уразаев Мөхәмәтзәки Мостафа улы күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1 һәм 2 дәрәжә “Дан ордены”, 2-се дәрәжә “Ватан һуғышы” ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Кеннигсбергты алған өсөн “, “Германияны еңгәне өсөн», “Еңеүгә 40 йыл” исемле миҙалдары менән бүләкләнә. 1945 йылда “Ҡыҙыл Йондоҙ”орденына тәҡдим ителә. Һуғыштын һуңғы йылдарҙа урман хужалығында эшләй. Ҡатыны Фәниә өләсәй менән 10 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереп, 50 йылдан ашыу бергә йәшәйҙәр.Уразаев Мөхәмәтзәки Мостафа улы 1988 йылда вафат була.

А.б.2. Беҙ бөгөн һуғыш яланында ятып ҡалған, ғүмерен биргән һалдаттарҙы иҫкә алабыҙ. Улар беҙҙең тыныс тормош өсөн баштарын һалған. Һәр һалдатты – тере ҡалғанын да, ҡорбан булғанын да хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.Шулай уҡ тылдагы ябай халыҡ Еңеү өсөн ҙур өлөш индерәләр.Улар тураһында һеҙгә Яңы мөсәт ауылы мәҙәниәт йортоноң китапханасаһы һөйләп үтә. Илюзә Ҡимәдисламовна:

( ВСПОМНИМ) ( Минута молчания)

А.б.2 1945 йылдың 9 майында Б.В.һуғышы тамамлана. Был көн иң яҡты, иң ҡәҙерле байрам булып һанала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш батырҙары көндән – көн кәмей, арабыҙҙан китә. Беҙ уларға һәр ваҡыт рәхмәтлебеҙ. Был һуғышта миллионлап халыҡ ҡырыла. Улар хаҡында беҙ оноторға тейеш түгел. Улар беҙҙең йөрәктәрҙә ғүмергә һаҡланыр.

А.б.1 Еңеү көнөн бер кем дә, бер ҡасан да онотмаясаҡ. Хәҙерге тыныс тормош, күңелле көндәр өсөн, йыр һәм бейеүҙәр өсөн үҙебеҙҙең олатай – оләсәйҙәребеҙгә, ҡартатайҙарыбыҙға бурыслыбыҙ. Ҡәҙерен беләйек тыныс тормошобоҙҙоң! Һуғыш тураһындаҡы йырҙарҙы,бейеүзәрҙе тик иҫтәлек кенә итеп бейейнк,хөрмәт итеп кенә!

Бейеү Катюша

Ошоноң менән беззең Фашизмға каршы көрәштә ҡорбан булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә арналған митинг тамам.