СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий на концерт “Бәхетле бала саҡ”

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Сценарий на концерт “Бәхетле бала саҡ”»

Һаумыһығыҙ!

Һаумыһығыҙ - тип өндәшәм

Таныш белеш кешеләргә.

Йылы һүҙем барып етһен,

Ололарға, кеселәргә.

Һаулыҡ теләп, мин йылмаям,

Әбейҙәргә, бабайҙарға.

Һаулыҡ ҡушһа, мин һоҡланам

Һылыуҙарга, малайҙарға.

Һаулыҡ ҡушыу – изге йола,

Шул турала онотмайыҡ.

Һаулыҡ теләп, ололарҙың

Ҙур сауаптарын алайыҡ.

Хөрмәтле тамашасылар, һеҙҙең алда 2-се һәм 4-се класс уҡыусылары әҙерләгән “Бәхетле бала саҡ” исемле концертыбыҙҙы башларға рөхсәт итегеҙ!

  1. Йырҙар менән донъя яңғыратып

Күңел аса яңы үҫмерҙәр.

Бына кемдәр тимен, йәшлек моңон,

Йондоҙҙарға саҡлы итерҙәр.

Хор: «Бәхет йыры»

  1. Йырҙан ҡәҙерлерәк нимә бар һуң?

Йыр тормошто биҙәй, хеҙмәтте

Йыр кешегә дуҫ та һәм юлдаш та

Йыр йәшәртеп йәшәй йөрәкте.

Алтынай йыры” менән Диана Әлибакова



  1. Әйҙә, әйҙә ҡатыраҡ баҫығыҙ

Бейегәнегеҙҙе күрһендәр

Баҫҡан ерҙән ут сығара

Беҙҙең ҡыҙҙар тиһендәр. “Сәскәләр бейеүе”

  1. Ни булыр ине донъяла

Әгәр ҙә йыр булмаһа.

Кешеләрҙең күңелендә

Ялтырап гел тормаһа. Һеҙҙең алда Гөлсиә Моратшина“Бәхетле минуттар”



  1. Бер үк һүҙҙәр теймәһен,

Ҡупшыҡай ҡошсоктарға

Сәхнәлә улар әйләнә

Гүйә йондоҙсоҡтарға.

Һеҙҙең алда шарҙар бейеүе.

  1. Йырла, йырсы, йәмле таң атҡанда

Сулпан ҡалҡып тиҙерәк ай батһын

Һине тыңлап гөлдәр сәскә атһын,

Бейек тауҙар ишетеп таң ҡалһын!

Ҡарабай” йыры менән Лилиә Айытбаева.



  1. Баҫ, баҫ ҡаты баҫ

Иҙәндәре һелкенһен.

Иҙәндәре һелкенһен дә,

Ҡыҙҙар күңеле елкенһен.

Һеҙҙең алда, «Джентельмен»бейеүе менән Айгиз һәм Ғәлинур. Ҡаршы алығыҙ!



  1. Ҡулдар талғансы сәбәкәйләп

Дуҫтар булығыҙ әҙер.

Бына тигән йырсыбыҙ

Йырларға сыға хәҙер.

Йырлай Илүзә Тулыбаева «Минең өләсәйем».

  1. Баҫ,баҫ, баҫығыҙ

Һығылһын иҙәндәре

Һеҙҙең матур бейегәнде

Юҡ әле күргәндәре.

Батмус бейеүе”

  1. Йырла әле, йырла

Йырлағаның юҡ әле.

Йырлағаның булмаһа ла Матур йырлайһың әле. Рәйзәнә Тулубаева “Әсәйҙәр бер генә”йыры менән.



  1. Бейейбеҙ ҙә йырлайбыҙ ҙа,

Беҙгә кеше бары ла бер.

Беҙ уйнамай, кем уйнаһын,

Беҙҙең тормош ал да гөл, ти Зүлиә менән Гөлшат.



  1. Һандуғасым талға баҫып,

Һайрағаны юк ине.

Бер кем өсөн был ҡәҙере

Йырлағаным юҡ ине, ти сәхнәгә тәүге тапҡыр сығыусы Алтынай Әминева “Ҙур булып үҫтем инде”



  1. Оялсан ғына баҫып

Бейеп килгән булалар.

Күңелдәрҙе күтәрә

Үҙебеҙҙең балалар.

Шатлыҡ”бейеүе



  1. Дилбәгәләр урайбыҙ,

Дилбәгәләр урайбыҙ,

Йырламаған иптәштәрҙең

Йырлауҙарын һорайбыҙ.

Һеҙҙең алда “Күрше малай” йыры менән Гөлшат Тулыбаева



  1. Бейеүселәр, бейеүселәр

Иҙән буйлап йөрөүселәр

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ

Бейей-бейей оҫтарыр. “Һыбайлылар” бейеуе.

  1. Үткән генә ғүмерҙәрҙе

Байҡап ҡарайыҡ әле.

Йәндәрҙе моң тулҡынында

Сайҡап алайыҡ әле.

Йырлай: Зүлиә Әминева “Хушлашыу” йыры

  1. Яндырып баҫығыҙ, өҙҙөрөп баҫығыҙ,

Сәсрәп китһен осҡондар.

Һеҙ бейегәнде ғүмергә

Иҫтәрендә тотһондар.

Башҡарыусылар һеҙҙең алда: “Гөлнәзирә.”



Интермедия (Рәйзәнә, Диана)



  1. Ҡулдар сабып алҡышларға

Дуҫтар булығыҙ әҙер,

Бына тигән йырсылар

Йырларға сыға хәҙер. Һеҙҙең алда егеттәр “Любизар” йыры менән.



Интермедия “Алфавит”(Гөлшат, Зүлиә)



  1. Хеҙмәттәрең өсөн рәхмәт

Түрҙә хәҙер урының,

Хеҙмәттәрен күреп ҡыуан

Һәр ҡыҙыңдың, улыңдың, өләсәй ти Илүзә Тулыбаева “Өләсәйем ветеран” йыры менән.

  1. Минең халҡым бик борондан

Йыр бейеүҙәргә бик әүәҫ.

Байыҡмы ул, морякмы ул.

Әйҙә моряктар, өҙә баҫығыҙ.

Бөгөн моряктар көнө! Был бейеүебеҙ кемдәр диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән, уларға бағышлана! (4 кл)



Интермедия: Телефон (Дим, Алтынай)

21. Ауыр һулама дуҫым.

Һандуғастарға моңло итеп

Үҙем ҡуштым һайрарға.

Йырсыбыҙ һеҙҙең алда.

Дим Мөхәмәтйәнов “Миңә рәхмәттәр яуа”

22.Беҙҙең ҡыҙҙар бейегәндә

Башҡалар ары торһон.

Баҫҡан ерҙә ут сығарған

Ҡыҙҙар концертта бөгөн “Моряктар бейеүе”



  1. Тау халҡының дәртле бейеүҙәрен

Ҡарар инем һис бер туҡтамай

Егеттәр лезгинкаға баҫа,

Һынмаҫ әле сәхнә таҡтаһы.

Сәхнәбеҙ түрендә “Лезгинка” бейеүе.



Интермедия (Рәйзәнә һәм Диана)



  1. Әйҙә йырла, әйҙә бейе

Матур бейеп күңел ас,

Ниңә беҙгә шатланмаҫҡа

Беҙгә күңелле булғас. “Барбарики”



Ер һыуыбыҙ имен булһын,

Имен торһон тау-таштар

Тыуған ерҙең ҡәҙерен белеп

Шат йәшәйек, ауылдаштар!



Концертыбыҙ аҙағына ла яҡынлашты. Бөтәбеҙ исеменән һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Ихлас ҡул сабып алҡышлап ултырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Етешһеҙлектәребеҙ булһа ғәфү итегеҙ!