СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий новогоднего утренника

Нажмите, чтобы узнать подробности

Утренник на башкирском языке

Просмотр содержимого документа
«Сценарий новогоднего утренника»

Әҙерлек төркөмө өсөн Яңы йыл байрамына "Көлгенә (Золушка) балы" сценарийы.
Балалар залға инәләр.Шыршы янында түңәрәккә торалар

Фанфаралар яңғырай. Бала урындан шиғыр уҡый

Дания Халилова:
Беҙҙең зал ниндәй матур,
Саҡырҙыҡ беҙ дуҫтарҙы,
Бар халыҡ байрам итә..
Яңы йыл ҡаршылайбыҙ .
Бөтәһен дә ҡотлайбыҙ.
Барыһына беҙ теләйбеҙ:
Ҡулдар сәпәкәй итһен,
Аяҡтар тыпырлаһын,
Балаларыбыҙ йылмайһын,
Шаярһын һәм дә көлһөн.
Вильдан:
Балҡып һәм ялтырап,
Шыршы тора залда .
Балалар йыйылғанын
Һәм уттар янғанын
Ул бик-бик көтә.
(Балаларға боролоп) Һеҙ әҙерме?
Балалар хор менән: Әйе, әҙер!

Рәсимә Хадарисовна

Бына барыһы ла байрамға әҙер!
Карнавал башлана хәҙер,
Тантаналы иғлан һеҙгә:
Яңы йыл балын башлайбыҙ!
Равиля Юлаевна:
Бына, балалар, байрамға
Балалар баҡсаһына
Шыршы килде беҙгә.
Уттар яна, күпме уйынсыҡтар,
Ниндәй уның кейеме ҡупшы!
Мөғжизәле көн етә,
Беҙгә Яңы йыл килә!
Уй-ниәттәр,балалар өсөн
Әкиәттәр байрамы!
“Шыршы- ҡупшы” хороводы. ( балалар ултырғысҡа ултыралар; тронды Р.Ю. ҡуя; шыршы артына король, принц, министрҙар әҙерләнәләр)
Рәсимә Хадарисовна: Әкиәт беҙгә килһен өсөн бергәләшеп тылсымлы һүҙҙәр әйтәйек: Әкиәт,әкиәт кил! Тылсым бүләк ит беҙгә! Балалар,әйҙәгеҙ күмәкләшҽп әкиәтте саҡырайыҡ!

Бөтәһе бергә ярым бышылдау менән һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар!

Рәсимә Хадарисовна: Бер батшалыҡта йәшәгән ти король менән принц.

Фанфара аҫтында король менән принц инә, залды урап үтеп, тәхеткә ултыралар.

Рәсимә Хадарисовна:
Король ғали йәнәптәре,
Луи икенсе исемле.
Тәхеттә ул ултыра.
Әкиәт иле менән идара итә.
Бына бер ваҡыт ул һарайға
Тоғро хеҙмәтселәрен саҡыра.

Король: Король ярҙамсылары тиҙерәк
Төрлө яҡтарға барһын.
Король Яңы йыл балына бөтәһен дә саҡыра тип иғлан итегеҙ!

Король: Бейеү, әкиәт финанс министры,
Өлкән ашнаҡсы килһен.
Тиҙерәк, тиҙерәк! Тиҙҙән бит Яңы йыл!
Көй аҫтында һарай хеҙмәтселәре инә, баш эйәләр.
Король:
Һарай эшселәре!
Мин һеҙгә үҙемдең ҡарарымды
Иғлан итергә саҡырҙым:
Яңы йыл балын ошо
Йәкшәмбе көнө үткәрәбеҙ!
Яңы йыл етеп килә,
Ҡыуандырам мин халыҡты!

Бейеү министры:
Хоровод, бейеү ойошторайыҡ,
Бөтә халыҡ күңел асһын!
Финанс министры:
Гирляндалар, уйынсыҡтар,
Шарҙар, фонарҙар,
Хлопушкалар һатып алырға
Финансты беҙгә бүлергә кәрәк.

Ашнаҡсы: Төшкө ашҡа беҙ
Ҡырҡ килограмм кәнфит
Һәм ҙуур торт әҙерләйек.

(Фанфаралар яңғырай)

Король яҡын ярҙамсылары менән сығып китә, урындарына ултыралар, шыршы алдына ҡулдарына төргәк тотоп ике глашатай килеп сыға, төргәктәрҙе алып уҡый башлайҙар.

1) Глашатай.
Иғтибар! Иғтибар!
Барығыҙ ҙа иғтибар итегеҙ!
Король Яңы йыл балын,
Карнавалын үткәреүҙе һорай.
2) Глашатай.
Бөтә әкиәт батшалығы халҡын
Король Яңы йыл байрамына көтә.
Бөтәгеҙҙә һарайға ашығығыҙ!
Йыйылығыҙ! Алға!Алға!
Фанфаралар яңғырай.Әкиәтте алып барыусы алға сыға.

Үгәй әсә һәм ике ҡыҙы менән бергә, Көлгөнә шыршы артына! Мейес һәм һеперткене Р.Х.ҡуя)

Равиля Юлаевна: Ә был ваҡытта шул сәғәттә батшалыҡтың бер утарында ... (серле итеп)Тиҙҙән төн уртаһы. Тынлыҡ.
Көлгҽнә яңғыҙ ултыра.
Был төндө Яңы йыл
Көлгeнәгә нимә килтерә?

Көлгҽнә иҙәнде һеперә-һеперә килеп сыға һэм бейей башлай:
Көлгенә: Тиҙ генә өйҙө йыйып,
Һауыт-һабаны йыуырмын.
Саңды һөртөп, сәскәләргә
Һыу һибеп,
Мин ирекле булырмын.

Шыршы артынан үгәй әсәйҙең тауышы ишетелә.
Үгәй әсә: Көлгенә, һин ҡайҙа?
Хәҙер үк беҙгә кил әйҙә.

Көлгенә: Ишетәм мин һеҙҙе,
Хәҙер киләм,
Күлдәгемде генә алам да.

Үгәй әсә ҡыҙҙары менән инә, урап килеп торалар.
Үгәй әсә: Нишләп һин яйлайһың?
Сәбәп нимәлә?
Беҙ һине саҡырабыҙ!
Барыһына ла өлгөрҙөңмө?
Бик оҙаҡ көтәбеҙ!
Көлгенә: Мин инде иҙән йыуҙым,
Төшкө аш та бешерҙем.
Апайҙарыма күлдәктәр
Мин күптән тегеп бөттөм.
Сәскә гөлләмәләре әҙер.
1-се апай: Әйткәндәй, күлдәктәр
Бик урынлы тегелгән.
Улар бик матур!

 

Беҙ хәҙер күлдәктәрҙе кейеп,
Балға барабыҙ!
Принц саҡырыу ебәргән.
( Саҡырыу ҡағыҙын күрһәтәләр)

2-се апай:
Беҙ бейербеҙ,
Күңелдәрҙе асырбыҙ.
Принц шунда
Беҙҙең матурлыҡты күрер!

Хор менән: Әйе,әйе!

Үгәй әсә:
Минең бәләкәстәрем,
Һеҙ гүзәлдәрҙең гүзәле.
Донъяла бер кем юҡ
Һеҙҙән дә матурыраҡ.

1-се апай
Көлгенә балға барғың киләме? (мыҫҡыл итеп)

Көлгенә: Әлбиттә! (ҡыуанып) Тик минең күлдәгем иҫке...(көрһөнөп)

2-се апай:
Был дөрөҫ , бик тә дөрөҫ,
Бына бит ҡыҙыҡ булыр.
Был әрпешлекте күреп,
Көлөп хәлдәре бөтөр. (көләләр)

Үгәй әсә:
Һиңә, Көлгенә, шундай эш:
Сейәнән компот ҡайнатыу,
Ярмаларҙы айырыу,
Салфеткалар тегеү, йыуыу,
Ойоҡбаштар бәйләү,
Беҙ килеүгә барыһы ла
Әҙер булһын инде!
Аңлашылдымы? (Көлгенә башын ҡаға)
Ваҡыт килеп етте! ( ҡыҙҙарына мөрәжәғәт итә)
Апайҙар хор менән: Һау бул, апай! ( мыҫҡыл итеп)
Апайҙары шыршы артына китәләр, Мейесте алырға! Көлгенә шыршы артына бара. Фанфаралар яңғырай.

Равиля Юлаевна: Фанфаралар бөтәһен дә һарайға саҡыра! Беҙгә лә барырға ваҡыт етте. ( Балаларға мөрәжәғәт итеп) Урындан тороп түңәрәккә торалар.
Аделина: алға бер аҙым эшләп.
Был яҡты изге сәғәттә
Беҙҙе саҡыра карнавал
Әллә күпме батырҙар,
Әкиәт һәм маскалар.
Ҡапыл ғына дуҫ-иштәр
Әсәйҙәр һәм атайҙар
Йыйыла тиҙҙән бында.
Бөтәһе: Яңы йыл карнавалын башлайбыҙ, башлайбыҙ.
Шыршы артынан күлдәген төҙәткеләп, ҡыҙҙары менән үгәй әсә килеп инә.
Үгәй әсә: Беҙ өлгөрҙөк. Ҡыҙҙар миңә эйәрегеҙ.
1-се апай: Һарайҙа ниндәй матур...(тирә- яғына ҡарайҙар)
2-се апай: Шул тиклем кавалерҙар һәм ханымдар күп бында...

Принц: (ҡаршы сыға)
Һаумыһығыҙ, сихри балдың ҡунаҡтары,
Мин әкиәт принцы, һеҙҙе тәбрикләйем.
Дуҫтар, Яңы йыл менән ҡотлайым!
Һеҙҙе әйлән-бәйлән уйынына саҡырам.
Хоровод " Зимние подарки " ( йырҙан һуң балалар ултыралар, Үгәй әсә биноклды алып ситтән күһәтә, мейесте кире куйыр кәрәк Р.Ю.)
Рәсимә Хадарисовна: Урындарға ултырығыҙ, артабан нимә булырын беҙгә бҽлҽргэ ваҡыт етте.
Үгәй әсә:
Шуныһы ҡыҙыҡ миңә,
Көлгенә эш менән буламы икән?
Яҡынһынғысты төбәй.

Көлгенә сыға. Үгәй әсә залдың ҡаршы яҡ мөйөшөнән яҡынһынғыс аша Көлгҽнәнҽ күҙәтә. Көлгенә иҙән йыуа. ( беренсе йырҙың көйө яңғырай)
Көлгенә:
Нисек балға барғым килгәнде белһәгеҙ ине.
Баш әйләнгәнсе бейеү,
Күбәләк кеүек осоу,
Бар күңелдән шаярыу-
Был тик хыял ғына, бик йәл.
Көй яңғырай. Ҡарһылыу килеп инә.

Ҡарһылыу: Бөтә нәмә Ҡарһылыуҙың ҡулынан килә! Мин һөйкөмлө Көлгенәнең хыялын тормошҡа ашырам!
Бер сәғәттә үтмәһен,
Көлгенә принцҡа эләкһен.
Мин бит тылсымсы.
Ҡулымды һелтәү менән
Хыялдарың үтәлер .
Һин тик күҙҙәреңде йом ғына.
Көлгенә ер аҫтынан сыға торған юлға (тунелгә)баҫа. Ҡарһылыу уны өҫкә күтәрә, шул ваҡытта Көлгенә үҙенең өҫкө кейемдәрен сисә һәм матур күлдәк кейеп килеп сыға.
Ҡарһылыу: Ой, ә туфли... (башмаҡтар) Янсыҡтан башмаҡтар сығара.
Көлгенә! Балаҡайым, һиңә бөгөн мин ике гәлсәр башмаҡтар бүләк итәм.
Бөгөнгө Яңы йыл байрамында
Был бүләк бәхҽт килтерһен!
Көлгенә башмаҡтарҙы кейә.
Көлгенә: Һөйөклө Ҡарһылыу, рәхмәт һиңә.
Тик көймәһеҙ мин нисек балға барам?

(Сананы ҡуйыу, аттар шыршы артына)
Ҡарһылыу:
Ишетәһеңме, шөңгөрҙәр сыңлй,
Был аттар беҙгә ашыға.
Өс әкиәт аттары
Ишек төбөндә көтә.
Иҫеңдә тот! 12 тулһа,
Шул сәғәттә
Бөтә нәмә юҡ булыр.

Үгәй әсә:
Нимә күрҙем мин?! Абау!
Көлгенә балға килә!
Нисек уға ҡамаусаларға һуң?
Ел- дауылды саҡырырға кәрәк. (биноклды һала урынына бара)
Ҡар бөртөктәре бейеүе.

1-се глашатай ( урындан сыға)
Ғали йәнәптәре!
Ғали йәнәптәре!
Бөтә ҡунаҡтарға беҙ
Серле таныш булмаған
Ҡатын-ҡыҙҙың балға килеүен әйткебеҙ килә!

Көлгенә инә, баларҙың иҫтәре китә уның матурлығына! Бер-бер артлы торалар!
Көлгенә шыршы янында . Принц урындан сығып ҡаршылай.

Принц:
Хәйерле кис, һеҙ мине ғәфү итегеҙ,
Һеҙҙән һорарға миңә рөхсәт итегеҙ:
Һеҙ был кисәлә яңғыҙмы?
Кем һеҙҙе бында алып килде?

Көлгенә:
Мин бында көтмәгәндә килеп сыҡтым.
Ләкин кисә тураһында хыяллана инем.

Принц: Шыршы янында байрамды ҡаршылау беҙгә бик күңелле.Әйҙәгеҙ, күңел асайыҡ! Әйҙәгеҙ, күңел асайыҡ!Әйҙәгеҙ, беҙ бейейек! (ҡулынан алып бейеүгә саҡыра шыршы төбөнә барып торалар, башҡа парҙарҙа эргәләренә килеп торалар)
Парлы бейеү. Вальс. (бейеп бөткәс башҡа парҙар урындарына китәләр, зал уртаһында Көлгенә менән принц ҡына ҡала)
Көлгенә:
Ваҡыт тиҙ генә үтеп китте. Тиҙҙән төн уртаһы етә.
Һөйөклө принц, һау булығыҙ,
Миңә ашығырға кәрәк!
Шыршы артына ашыға, принц уның артынан йүгерә һәм башмаҡтар менән кирҽ килеп сыға.
Принц: Таныш булмаған (билдәһеҙ) ҡыҙ ҡайҙа булды ул? Башмаҡтары ғына тороп ҡалды.
Шыршыны уратып йөрөп сыға.
Ярты донъяны урап сыҡһам сығам, Һөйкөмлө ҡыҙҙы табасаҡмын.
Рәсимә Хадарисовна: Ағзам хәҙрәттәре! Мин был әкиәтте бала саҡтан беләм.

Балға килгән бөтә һылыуҡайҙарға башмаҡтарҙы кейеп ҡарар кәрәк. Ниндәй ҡыҙға башмаҡтар ярай, шул таныш булмаған ҡыҙ булып сығасаҡ.
Принц йә бер, йә икенсе ҡыҙға барып, башмаҡтарҙы кейҙереп ҡарай- яурындарын һикертә.Ҡыҙҙары менән Үгәй әсә килеп сыға.
Ҡыҙҙары: Зинһар өсөн, миңә кейҙереп ҡарағыҙ! (Принц кейҙереп ҡарай)
Үгәй әсә: Миңә лә кейҙерегеҙ әле.
Равиля Юлаевна: Ханым һеҙгә башмаҡтар бәләкәй бит!
Ә һеҙ Принц ҡайғырмағыҙ, мин һеҙгә нисек ярҙам итергә беләм!
Беҙгә Ҡарһылыуҙы саҡырыр кәрәк.
Ул бөтәһенә лә ярҙам итергә әҙер!
Балалар, әйҙәгеҙ Принцҡа Ҡарһылыуҙы саҡырырға ярҙам итәйек.
Бөтәһе бергә: “Бер, ике, өс, Ҡарһылыу кил!”
Көй аҫтында Ҡарһылыу килеп сыға.
Ҡарһылыу: Ҡайғырмағыҙ, мин Принцҡа ярҙам итергә бик шатмын. Байрамды дауам итер өсөн тылсымсыны саҡырыр кәрәк.Ул танау осон семетә, бик тә күңелсәк.Байрамға беҙгә килгәне бар, кем ул? Ҡыш бабай! Балалар әйҙәгеҙ Ҡыш бабайҙы бергәләп саҡырайыҡ!
“Ҡыш бабай,беҙ һине көтәбеҙ!”
Көй аҫтында Ҡыш бабай килеп инә.
Ҡыш бабай: Һеҙҙең менән осрашыуға шатмын!
Теүәл бер йыл күрешмәнек.
Зал шул тиклем матур
Күреп торам, балдың иң ҡыҙған мәле! Ә ниңә һеҙҙең шыршығыҙҙа уттар янмай. Әйҙәгеҙ беҙ уны ҡабыҙайыҡ! Шыршы,шыршы, Ян,ян!

Ҡарһылыу: Нишләптер Принц һеҙҙә күңелһеҙ йөрөй.
Нишләптер ул танауын бик төшөргән.

Рәсимә Хадарисовна: Ҡыш бабай, ярҙам ит!
Таныш булмаған ҡыҙ ҡасып китте
Хатта башмаҡтарын да онотҡан
Нимә эшләйек һуң, Ҡыш бабай?
Ярҙам ит әле беҙгә Ҡыш бабай!

Ҡыш бабай: Ярҙам итәм,итәм!
Минең тылсымлы таяғым һәм ярҙамсыларым бар. (феяларҙы сағыра)
Бына ул ниндәй.
Йә әле, тылсымлы таяғым минең . Бер, ике, өс...
Йәгеҙ, әле минең ярҙамсыларым (феяларға мөрәжәғәт итә)

Ул ҡыҙҙы һеҙ табығыҙ һәм беҙгә ҡайтарығыҙ...
Көй аҫтында Көлгенәне алып киләләр. Ултырғысҡа ултыра.

Принц Көлгенәгә башмаҡтарҙы кейҙер,

Көлгенәнең ҡулдарынан тотоп ултырғысҡа ултырта һәм үҙе лә эргәһенә ултыра.
Рәсимә Хадарисовна:
Яңы йыл төнөндә нимә генә теләһәң дә тормошҡа аша тип әйтәләр.
Равиля Юлаевна: Бөгөн Яңы йыл байрамына Ҡыш бабай килде! Беҙҙең менән ул йырлар, бейер һәм бөтәбеҙгә бүләктәрен таратыр.Тик әлегә Ҡыш Бабай һинең менән уйнағыбыҙ килә!

Ҡыш бабай менән уйындар:

  1. 3-4 бала ярыша, кем беренсе посохҡа йүгереп килә!

  2. Ҡыш бабайға шиғырҙвр һөйләү

  3. Балалар түңәрәккә торалар, бейәләйҙе бер-береһенә бирәләр. Көй туҡтағанда кемдә бәйәләй була- шул бала Ҡыш бабай менән бейей!

Куранты тауышы ишетелә!!!
Ҡыш бабай:
Ваҡыт әҙ ҡалды балалар, һеҙ миңә ярҙам итәһегеҙме?
Балалар бер тауыштан: әйе!
Равиля Юлаевна: Балалар етәкләшегеҙ, ярым түңәрәккә тороғоҙ.
Беҙ ҡулға-ҡул тотоношоп,
Бер-беребеҙгә йылмаябы'ҙ,
Йылмайыу һәм яҡшылыҡ,
Мөғжизәләр тыуҙыра.

«Шыршыҡай» йыры
Зал уртаһына Ҡыш бабай сыға.
Ҡарһылыу: яңы йыл алдынан беҙ мөғжизә тыуыуын көтәбеҙ, һәм бына хыялдарыбыҙ тормошҡа аша, шыршы тирәһендә тоғро дуҫтар осраша.
Расима Хадарисовна:

Бәхетле минуттар сәғәткә,
Йылларға әйләнһен,
Һәр бер өйгә шатлыҡ килһен, һәм әкиәт бер ҡасан бөтмәһен.
Ҡыш бабай: Яңы йыл килә!
Тылсымлы ҡар яуһын,
Ул ялтырап бүләктәргә әйләнһен.

Ҡыш бабай шыршы эргәһенә бара, шыршыға тылсымлы осҡондар һибә, көй яңғырай, Ҡыш бабай шыршы төбөнән бүләктәр ятҡан тоғон ала)
Ҡыш бабай Ҡарһылыуға мөрәжәғәт итә.
Балаларға бүләктәр таратырға ярҙам итегеҙ әле
(бүләктәр таратыу)

Равиля Юлаевна:Балалар әйҙәгеҙ Ҡыш бабайға рәхмәт итәйек
Ҡышбабай: Һау булығыҙ, балалар,
Ҡайтырға ваҡыт етте.
Бер йылдан ошо ваҡытта
Беҙ тағы осрашырбыҙ.
Ҡарһылыу: Һау булығыҙ, балалар!
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сығып китә!




















ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫ - мәликә

Ап-аҡ ярҙар, ап-аҡ тауҙар,

Ап-аҡ болон, туғайҙар.

Ап-аҡ донъяға кинәнеп,

Елдәр ҡумыҙ уйнайҙар.

Ап-аҡ йондоҙҙар баҙлайҙар

Алыҫ күк көмбәҙендә,

Әйтерһең дә, ап-аҡ нур бар

Ҡыштың һәр биҙәгендә.

Аҡлыҡ бөркөп, сафлыҡ бөркөп,

Ап-аҡ ҡарҙар яуалар.

Ап-аҡ ҡарҙар яуған саҡта

Байрам итә балалар.

(Г.Юнысова)



ЯҢЫ ЙЫЛ ЙЫРЫ – И.Азалия

Бөгөн шыршыны

Биҙәйбеҙ бергә.

Иң матур байрам

Килә бит беҙгә.

Ҡарһылыу килә,

Йондоҙ һибелә.

Шатлыҡтар тейәп,

Ҡыш бабай килә.

(Сафуан Әлибай)


ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН- әдилә

Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙрәне

Ҡарлы ел менән.

Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ:

- Яңы йыл менән!

- Яңы йыл менән!

Өй түрендә күркәм ҡунаҡ –

Йәшел кейемдән,

Оҙатып килгәндәр уны

Ҡуян, тейендәр.

Беҙ гөрләйбеҙ, йыр йырлайбыҙ

Бөтә ил менән.

Дуҫтарға бәхет теләйбеҙ:

- Яңы йыл менән!

- Яңы йыл менән!

(Ғ.Рамазанов)



Саҡырыу ҡағыҙы алғас,- Сафия

Ултырып талғын елгә

Елпенеп-елпенеп төштөк

Беҙ зәңгәр күктән ергә.



Сәү! Дуҫтарым, туҡтағыҙ,- Аймир

Тыныслыҡты һаҡлағыҙ.

Яңы йыл тамашаһының

Мөғжизәһен тыңлағыҙ.


Бөгөн беҙҙә ҙур байрам.

Бөгөн Яңы йыл килә.

Беҙҙең күңелдәр йырға

Һәм бейеүгә елкенә. –Искәндәр


Мчится резво и игриво –Үтяев Г.

Тройка белых лошадей.

Дед мороз в санях красивых

Едет радовать детей.

Этот праздник любит каждый,

Этот праздник каждый ждет,

Ведь несет ребятам радость

Долгожданный Новый год!


Как весело сегодня,- Эмиль

Как весело сейчас,

Мы новый год встречаем

Как будто первый раз,

Пусть огоньки на елке

Не гаснут круглый год,

И дед Мороз хороший

На север не уйдет!