СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий "Урал батыр"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий по эпосу "Урал батыр" для учащихся старших классов.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий "Урал батыр"»

Урал батыр” эпосына инсценировка

Музыка уйнай, автор уҡый, ә сәхнәлә Йәнбикә, Йәнбирҙе, Урал, Шүлгән таш һын булып ултырып тора.

Автор: Борон-борон борондан,

Кеше-маҙар килмәгән,

Килеп аяҡ баҫмаған,

Ул тирәлә ҡоро ер

Барлығын һис кем белмәгән,

Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан

Булған, ти, бер урын.

Унда булған, ти, борон,

Йәнбирҙе тигән ҡарт менән

Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ

Ҡайҙа барһа, уларға

Ул урында юл асыҡ.

Был ҡарт менән был ҡарсыҡ

Ҡайҙан бында килеүен,

Ата-әсә, ер-һыуы

Ҡайҙа тороп ҡалыуын

Үҙҙәре лә онотҡан, ти;

Икәүҙән-икәү шул ерҙә

Башлап ғүмер иткән, ти.

Тора-бара ул икәү

Ике уллы булып киткән, ти:

Шүлгән булған олоһо,

Урал булған кесеһе;

Бүтән кеше күрмәйсе,

Тик йәшәгән дүртеһе.

Ай үҫәһен көн үҫеп,

Балалары иҫ белеп,

Шүлгәненә ун ике,

Уралына ун тулып,

Береһе, арыҫлан менәм, тип,

Береһе, шоңҡар сөйәм, тип,

Маҙаһына тейгән һуң,

Ике улына Йәнбирҙе

Төшөндөрөп биргән, ти.

Йәнбирҙе: Шулай, икегеҙ ҙә – баламһыҙ,

Күҙебеҙҙең ҡарамһыҙ,

Тешәр сағығыҙ үтмәгән,

Быуынығыҙ ҡатмаған;

Ҡулға суҡмар тоторға,

Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,

Әле арыҫлан менергә

Миҙгелегеҙ етмәгән.

Мин ни бирһәм, ашағыҙ,

Мин ни ҡушһам, эшләгеҙ:

Ҡабырсаҡҡа тултырған

Ҡандан ауыҙ тартығыҙ,

Урал: Ярай, атай.

Йәнбирҙе: Әсәң менән икәүләп киттек йәнлек атырға. Ҡабатлап әйтәм шуны: Ҡабырсаҡтағы ҡанды, эсә күрмәгеҙ берүк.

Урал: Ярай, атай, борсолма.

Шүлгән: Ярай атай, ярай.

(Йәнбирҙе менән Йәнбикә сығып китәләр)

Шүлгән(Уралды этеп ебәрә лә үҙе ҡасып китә) Ә-ә, тота алмайһың мине, тота алмайһың.,

Урал(уны баҫтыра башлай) Тотам, тотам барыбер

Шүлгән: Тотоп ҡара, ҡулыңдан килһә (үҙе ҡулына таяҡ ала ла Уралды таяҡ менән ергә ауҙарып быуа башлай).

Урал: Нимә эшләйһең ул, Шүлгән

Шүлгән: Ағай тигән, ағай

Урал: Ағай тим, ағай, ебәр инде, етте, ебәр

Шүлгән: Вәт, шулай тип ҡотол. (Уралды ебәрә, тик Урал уны этеп ебәрә лә тағы ҡыуыша башлайҙар, ошо ваҡыт Шүлгән ҡабырсаҡты күреп ҡала)

  • Урал,әйҙә булмаһа,

Ҡабырсаҡты асайыҡ,

Һәр беренән аҙ-аҙлап,

Берәр тамсы эсәйек, –

Ҡандың тәмен беләйек.

Урал:

– Атам һүҙен тотамын,

Мин ул ҡанды йотмамын.

Егет булып етмәйсе,

Төп йоланы белмәйсе,

Ил гиҙеп бер йөрөмәйсе,

Ысынлап та донъяла

Үлем юғын күрмәйсе,

Суҡмар алып ҡулыма,

Һис бер йәнде һуҡмамын,

Һөлөк һурған ҡанды мин

Ҡабырсаҡтан йотмамын.

Шүлгән:

Кешене енер үлемдең

бында килеп сыҡмаҫын,

Беҙҙе килеп тапмаҫын

Атам һөйләп бирҙе бит;

Инде ниҙән өркәһен,

Ҡан эсеүҙән ҡурҡаһың? (Шүлгән йүгереп барып ҡабырсаҡты алырға итә) Урал: Ағай, теймә, теймә тимен бит (этеп ебәрә)

Шүлгән:Кит, юлымдан кит. (Уралды этеп ебәрә лә эсә башлай)

Ҡурҡыныс, шомло музыка яңғырай.

Шүлгән: Атайға әйтһәң, туҡмалаһың, белдеңме

Урал: Ярай, ағай

Ошо саҡ ата- әсәләре ҡайтып инә.

Йәнбирҙе: Әйҙә улдарым, килегеҙ ашарға

Йәнбикә: Бына күпме ашарға алып ҡайттыҡ, килегеҙ балалар (табын ҡороп ашай башлайҙар, Йәнбирҙе ҡабырсаҡты алып килә лә ҡан әҙәйгәнде күреп ҡала)

Йәнбирҙе: Кемегеҙ эсте ҡанды, кемегеҙ (таяҡ алып малайҙарын алмаш- тилмәш туҡмай башлай)

Шүлгән: Мин эстем атай (Йәнбирҙе уны туҡмай)

Урал: Атаҡайым, уйласы,

Ҡулыңдағы һуйылға

Күҙ йүгертеп ҡарасы.

Үлем тигән яуызды

Ҡаршыларға торлаҡта,

Атай, тура килмәҫме?

Йәнбирҙе: Үлемдең күҙгә күренмәй килеүе лә бар; шул Үлем килгәндер, мине шул ҡоторталыр; шулай ҙа Үлемде берәйһе күрмәй булмаҫ, йәнлек, ҡош-ҡортто йыйҙырып һорашырға кәрәк

Урал: Эйе, атай, эйе. Мин саҡырайым уларҙы (һыҙғырып ҡоштар саҡыра)

Ҡоштар йыйыла

Урал:

– Үлем тигән яуыздың

Төрөн һанап беләйек,

Көслө көсһөҙҙө ейгән

Йоланы беҙ өҙәйек.

Йыртҡыслыҡты бөтөрәйек,

Яңғыҙ ҡалған Үлемде

Бергә эҙләп үлтерәйек!

Йәнбирҙе: Ҡоҙғон һин нимә уйлайһың?

Ҡоҙғон:

– Мин Үлемде табыуҙан

Бер ҙә ҡурҡып тормайым,

Әммә тотоп биреүгә

Һис ҡасан да күнмәйем.

Ҡарт булһам да, был эштән

Мин бер үҙем баш тартам.

Мин ҡан эсмәй, ит еймәй,

Үләкһәнең күҙ майын

Өс көндә бер соҡомай,

Һис донъяла тора алмам.

Үлемде эҙләп табырға

Мин һүҙемде бирә алмам,

Йәнбирҙе: Һин һайыҫҡан нимә әйтерһең?

Һайыҫҡан:

– Үлемдән ҡурҡыр йән булһа,

Ҡотолорға юл эҙләр,

Түл йәйергә уйлаһа,

Илде гиҙеп яй эҙләр,

Урал: Кәкүк, әйт әле, һин нимә уйлайһың?

Кәкүк: – Оям юҡ,

Балам тигән ҡайғым юҡ:

Бала – бауырым, тигәндәр,

Бала өсөн көйгәндәр

Ни теләһә, – миңә шул,

Йәнбирҙе: Ярай уйлашырбыҙ, әйҙәгеҙ уландарым беҙҙең менән һунарға. ( ҡоштар йыйылышып сығып китәләр) Музыка һунарсылар бейеүе

Һомай ҡошто Урал менән Шүлгән уны тотоп килтерә. Йәнбирҙе бысаҡ ҡайрай башлай, шул арала...

Һомай: Ил күрергә сыҡтым мин,

Ер ҡошонан түгелмен, –

Йәшәй торған илем бар,

Илһеҙ етем түгелмен

Бар ҡоштарға баш булған,

Самрау атлы атам бар.

Ебәрегеҙ һеҙ мине,

Үҙ илемә ҡайтайым.

Йәншишмәнең һыу юлын

Һеҙгә әйтеп китәйем,

Йәнбирҙе: Урал улым,әйҙәгеҙ ашап алайыҡ әле. Унан нимә эшләргә уйлашырбыҙ. (сығып китәләр)

Урал: – Ҡайғырма, хәҙер ашайым да үҙеңде ата-әсәңә илтеп тапшырам!

Музыка уйнай. Аҡҡош эргәһенә өс аҡҡош осоп килә лә осоп сығып китәләр

Йәнбирҙе: Их улдарым аҡҡоштан Йәншишмәнең юлын һораша алмай ҡалдыҡ. Барығыҙ уның артынан. Йәншишмә юлын табығыҙ, әгәр юлда Үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтығыҙ






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!