Визитка
(Кәкүк саҡырған тауыш ишетелә)
Динара сәхнәлә ҡумыҙ уйнарға өйрәнә, шаулашып иптәштәре килеп инә. Балаларҙың ҡулдарында самауыр, балаҫ, сәк-сәк, һауыт – һаба. Бер баланың биленә таҫтамал бәйләнгән.
Ҡар һыуы китте инде,
Ерҙәр ҙә кипте инде,
Кәкүк сәйенә яланға
Сығыр мәл етте инде.
Өләсәйҙәр, еңгәләр,
Апайҙар һәм һылыуҙар,
Кәкүк сәйенә тәм – томдо
Сығарығыҙ кемуҙар.
Яланда бигерәк тәмле
Сәк-сәк , бәлеш, бауырһаҡ.
Етте сығып яланға
Кәкүк сәйе эсер саҡ.
Динара, бөгөн байрам үтәһен оноттоңмо әллә? Әйҙә, беҙҙең менән кәкүк сәйе эсергә.
Ә минең һеҙгә бер һорауым бар. Ниңә “Кәкүк сәйе” байрамы үткәрәләр ул? Һандуғас йә һабан турғайы сәйе түгел?
Был байрам башҡорт халҡының тормошо, ғөрөф-ғәҙәтенә бәйле. Йоланың ҡош исемендә аталыуы халҡыбыҙҙың бик боронғо торомошон, ҡош-ҡорт, хайуандарға табыныуын аңлата.
Кәкүк һаҡауланғас, ҡатын – ҡыҙ, йәш-елкенсәк, бала-сағалар, тәбиғәт ҡосағына сығып, сәй эскәндәр.
Төрлө уйындар уйнағандар. Уйын башлап йөрөүсенең биленә оҙон таҫтамал бәйләгәндәр.
Белдеңме, Динара. Әйҙәгеҙ инде, дуҫтарым, байрамға һуңлайбыҙ, мин башлап йөрөүсе бит.
Туҡтағыҙ әле, туҡтағыҙ. Беҙ һуң әле танышманыҡ та бит, иң тәүҙә танышып үтәйек.
Тыуған ерҙе, туған телде
Маҡтап яҙалыр ҡәләм.
Һеҙгә Саҡмағош халҡынан
Ялҡынлы, ҡайнар сәләм!
Баҙы, Кеүәш буйҙарына
Һыйынған районыбыҙ.
Төҙөк, матур ауылдарға
Һоҡланып таң ҡалабыҙ.
Саҡмағошто данға күмә
Эшсән ҡыҙ һәм улдары.
Халҡы ҡунаҡсыл булғанға
Ихлас көтә юлдары.
Һөйөнөрлөк матур уңыштар бар,
Беҙҙә һәр кем тырыш, булдыҡлы!
Йырға-моңға бай төбәктән беҙ
Үҙ итәбеҙ сәмле, йор һүҙҙе.
Боронғолар аманатын
Онотмайбыҙ һис бер ҙә,
Тырышып уҡып, йырлап-бейеп
Рәхәт йәшәйбеҙ бергә.
Тегәбеҙ ҙә, сигәбеҙ ҙә,
Балаҫын да һуғабыҙ.
Тәмле аш-һыу бешерәбеҙ,
Барыбыҙ ҙа уңған беҙ.
Ҡурайҙа ла уйнайбыҙ,
Кумыҙҙа ла сиртәбеҙ.
Тыпырлата белгәндәрҙе
Шәп бейеүсе итәбеҙ.
(Лилиә йырлай, Луиза бейей, ҡалғандар ҡумыҙ сиртә).
Исемдәрем Лилиә,
Дәртле ҡөйгә оҫта баҫам,
Күңелем йыр-моң һөйә!
Хәтерләйһегеҙме мине
Луиза була исемем,
Атам – әсәм һөйөп ҡушҡан
Исемемдә – есемем!
Мин Динара, был бәйгелә
Икенсегә ҡатнашам.
Яңы килгән йәш көстәр ҙә
Һынатмаҫ тип ышанам.
Телеңдән ҡыуан, Динара
Юлдаш булһын уңыштар.
Альберттың һөнәрҙәрен
Күрәйек әле, дуҫтар!
Альберт мин, тамырҙарым башҡорт.
Аҡыл, әҙәп килә динемдән.
Туған телем – ғорур башҡорт теле
Мираҫ миңә ата-бабамдан.
Урал батыр рухы күңелемдә,
Салауат батыр көсө беләгемде,
Һомай кеүек ҡыҙҙар менән
Сыҡтым әле бәйгегә.
Беҙ дуҫлыҡ менән көслөбөҙ
Йырҙарыбыҙ шул хаҡта.
Йәшнәп йәшәүҙең йәме лә
Дуҫлыҡта, татыулыҡта.
Кәкүк саҡырған тауыш ишетелә.
Лилиә:- Уң ҡолаҡ менән ишеттегеҙме, әллә һул ҡолаҡ менәнме?
Балалар: - Уң ҡолаҡ менән, уң ҡолаҡ менән.
Лилиә:-Тәүге кәкүк тауышын уң ҡолаҡ менән ишетһәң, гел яҡшылыҡ ишетәһең.
Йәгеҙ әле, ҡарамайынса ғына услап алығыҙ әле.
Альберт: - Усыма үлән сыҡты.
Лилиә:- Тимәк йыл яҡшы килә.
Динара:- Усыма йөн сыҡты.
Лилиә: - Йөн сыҡһа, мал үрсей.
Луиза:- Ә миңә бөртөк сыҡты.
Лилиә:- Ҡаҙ-өйрәктәр күп булыр.
Кәкүк ауылға осоп килһә, аслыҡ була тигән халыҡ. Шуға күрә, ҡырға сыҡҡан ыңғайы, кәкүк ултырып саҡырған тирәк төбөнә аҡ ризыҡ- һөт,ҡатыҡ ҡуйғандар.
(Балалар ағас төбөнә һөт, ҡатыҡ ҡуя)
Альберт: Илгә именлек килһен!
Динара: Күктән изгелек булһын!
Луиза: Көндәр һәр саҡ матур торһон,
Иген ишелеп уңһын!
Лилиә: Табындар һығылып торһон,
Шатлыҡтан күңел тулһын!
Лилиә: Ә хәҙер, яланға ашығайыҡ, дуҫтарым.
Динара: Аҡ самауырҙар ҡуяйыҡ
Тәмле булһын сәйебеҙ.
“Кәкүк сәйен” байрам иткәс,
Матур килһен йәйебеҙ!
Луиза: Изге теләктәр теләйек,
Уйнайыҡ та, йырлайыҡ,
Бәйгеләрҙә ҡатнашайыҡ,
Ситтә ҡалып тормайык.
(Сығып китәләр).