СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценка около памятника

Нажмите, чтобы узнать подробности

Патриотическое воспитание

Просмотр содержимого документа
«Сценка около памятника»



Һәйкәл янында


Ҡулына ҡылыс тотҡан һалдат һәйкәле. Һәйкәл эргәһенә таяҡҡа таянған, ҡулына сәскәләр тотҡан бойоҡ ҡына әбей килә.

Әбей. Һаумы, атай, бына мин тағы ла һинең янда. Һалҡын түгелме, атай һиңә?

Атаһы (һәйкәл). Юҡ, ҡыҙым, һалҡындың нимә икәнен дә белмәйем. Миңә бер ҡасан да һалҡын түгел.

Әбей. Ниңә үҙеңде һаҡламаның, атай? Хәтерләйһеңме, “Ҡыҙым, Берлинды ғына алайыҡ та, ағайыңдар менән алтыбыҙ алты яҡтан ҡайтып инербеҙ, һин беҙгә иркәләнеп үҫерһең, 100-гә ҡәҙәр йәшәрбеҙ. Әсәйеңдең ҡулына эштә тигеҙмәҫбеҙ”, – тип яҙған инең?!

Атаһы. Әйткән һүҙҙәрем һәр ваҡыт йөрәк түрендә, ҡыҙым. Әммә башҡаса мөмкин булманы… Дошман менән көрәш аяуһыҙ булды. Мин генәме һуң?! Меңдәр, миллиондар илебеҙ өсөн үҙ- үҙҙәрен аяманы, көрәштә баштарын һалды. Ҡайһы берәүҙәрҙең бер туғаны ла һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Ә һинең, исмаһам, Марат ағайың һуғыштан әйләнеп ҡайтты.

Әбей. Ҡалған ағайҙарым да, атай бигерәк тә һин, янымда булһаң, ҡыуанысымдың сиге булмаҫ ине. Һуғышҡа киткәндәге һымаҡ бер-бер артлы ҡайтып инерһегеҙ ҙә, өйөбөҙҙө уйын-көлкөгә күмерһегеҙ төҫлө.

Атаһы. Ҡыҙым, һин дә хәҙер олоғайҙың. Нисек йәшәйһең һуң, ҡыҙым?

Әбей. Барыһы ла етеш, атай. Ҡаланан ҡалаға, ауылдан ауылға ҡунаҡҡа ғына йөрөйөм. Ейәндәремде һанап бөтөрлөк тә түгел.

Атаһы. Һине яраталармы һуң улар, ҡыҙым?

Әбей. Яраталар, бик тә яраталар. Береһенән дә ауыр һүҙ ишеткәнем юҡ. Өләсәй тип үлеп баралар. Бәлки, мине тиҙ генә танымағанһыңдыр ҙа, атай?

Атаһы. Таныным, әллә ҡайҙарҙан таныным, ҡыҙым, күҙ нурым. Әгәр мөмкин булһа, мин һине ҡосағыма алыр инем. Әммә ҡулдарым, инде үҙем дә – ҡоростан. Тимәк, мәңгелек, ҡыҙым.

Әбей. Атай тип иркәләнеп кенә үҫер саҡта, һине юғалтыуы бик ауыр булды инде.

Атаһы. Шулайҙыр, ҡыҙым! Ләкин һин һөйөн! Беҙ бит Ватан өсөн, һеҙҙең тыныс киләсәгегеҙ өсөн һәләк булдыҡ. Теҙ сүгеп, ҡол булып йәшәүҙән был донъяның ни рәхәте булыр ине?

Әбей. Шулай, атай, дөрөҫ әйтәһең. (Әбей сәскәләрен һәйкәлгә һала.)


Кульмухаметова Равиля Юлаевна