Башҡортостан учреждениеһы «31-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының Муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү
Башҡорт теленән
кластан тыш сара
«Башҡорт теле– тыған телем!»
Кластан тыш сараның темаһы: Башҡорт теле– тыуған телем!
Маҡсат: Әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, йырҙары, бейеүҙәре тураһында белемдәрен байытыу.
Йыһазландырыу: күренекле кешеләрҙең тел тураһында әйткән һүҙҙәре (плакаттар), ребустар, туған телдә сыҡҡан китаптар күргәҙмәһе, мультимедия проекторы, экран, компьютер, компьютер презентацияһы.
Эпиграф:
Сәләмләйбеҙ һауаны
Именлек булһын өсөн,
Сәләмләйбеҙ Ер – әсәне
Беҙҙе туйҙырған өсөн,
Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы
Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!
Кластан тыш сара барышы:
l. Инеш өлөш.
Уҡытыусының һүҙе:
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн,ҡыҙҙар,малайҙар! ӘЮЯ ҡаласығына рәхим итегеҙ!Беҙҙең сараға ике команда ҡунаҡҡа килгән. Беренсе команда –«Йондоҙҙар»,ә икенсеһе,йыраҡ араларҙы яҡын итеп,Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-cө урта мәктәбенән– «Тапҡырҙар» командаһы килеп еткән.Ҡаршы алайыҡ! Бөгөн улар көс һынашасаҡтар. Ҡайһы команда көслөрәк икән, ҡайһы команда башҡорт телен яҡшыраҡ белә икән?! Бының өсөн командаларға бер нисә һынау үтергә кәрәк буласаҡ. Әйҙәгеҙ,сәйәхәтебеҙҙе башлайыҡ!
2. Төп өлөш.
Беренсе һынау: командалар үҙҙәре менән таныштырып китәләр.
Уҡытыусы: Беренсе командының исеме –«Йондоҙҙар».
Беҙ,беҙ үҙебеҙ
Йылғыр,Шаян,Етеҙбеҙ-тиҙәр улар.(Исемдәрен әйтеп үтәләр)
Уҡытыусы:Икенсе командының исеме-. «Тапҡырҙар».
Һынатмабыҙ,еңербеҙ.
Һеҙҙе уҙып китербеҙ-тиҙәр улар яуап итеп. (Исемдәрен әйтеп үтәләр)
Уҡытыусы : Афарин,балалар.Беҙҙең ҡаласыҡ бик күп урамдарҙан тора.Беҙгә ошо урамдарҙа осраған ҡаршылыҡтарҙы үтеп,белемдәребеҙҙә күрһәтергә кәрәк буласаҡ.Әҙерһегеҙме?Улайһа,әйҙәгеҙ ҡуҙғалдыҡ.
Беренсе урам “Шуҡ хәрефтәр урамы ” тип атала.
Хәрефтәр хеҙмәт ярата -
Һәр көн таңдан уяна.
Төрлө-төрлө һүҙҙәр булып,
Сәфәрҙәргә юллана
Командалар,ихтибар.Тәүге эш.Был сканворд эсендә “Шуҡ хәрефтәр” инеп йәшеренгән.Һеҙгә уларҙы табып һүҙҙәр төҙөргә кәрәк.Кем дә кем беренсе була – шуға бер мәрәй!

Командалар сканворд сискән арала,беҙ 6 класс уҡыусыларының «Ағиҙел буйында» бейеүен ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.
Уҡытыусы : Афарин,уҡыусылар.Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек.Киләһе урам «Хәйләкәр һүҙҙәр урамы» тип атала.Был урамдала беҙҙе һынау көтә.
Унда һүрәткә ҡарап кем күберәк һөйләм төҙөр икән.Һуңынан ни өсөн һүҙҙәрҙе “хәйләкәр “тип йөрөтәләр тигән һорауға яуап бирерһегеҙ.

Уҡытыусы : Бик шәп,уҡыусылар.Ә.Ю Я ҡаласығы буйлап сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек.Артабанғы урам «Ҡупшыҡайҙар урамы » тип атала.Беҙгә башҡорт телендә кейем атамаларын иҫкә төшөрөп китергә кәрәк буласаҡ.
“Кейем бүлеү” бәйгеһе.(Конверттарға тултырыу).Пальто, тун, толоп, куртка, алъяпҡыс, быйма, бейәләй, ойоҡ, туфли, сандали, күлдәк, майка, салбар, башлыҡ, бүрек, костюм, түбәтәй, эшләпә, халат, ситек, итек, ботинка, тапочка, башалтай, яулыҡ, шарф, кроссовки, футболка.
Йәйге аяҡ кейемдәре: туфли, сандали, тапочка
Ҡышҡы аяҡ кейемдәре: быйма, ботинка, итек
Ҡышҡы өҫ кейемдәре: Пальто, тун, толоп, куртка, бейәләй, ойоҡ, бүрек
Йәйге өҫ кейемдәре: күлдәк, майка, салбар, костюм, халат, эшләпә, яулыҡ
Башҡорт милли кейемдәре: алъяпҡыс, ситек, түбәтәй
Рус телендә лә башҡортса ла
бер төрлө ҡулланылған һүҙҙәр:пальто, майка, костюм, халат, куртка, ботинка, туфли, сандали, тапочка, кроссовки, футболка.
Уҡытыусы : Командалар биремде эшләгән арала,беҙ көйәрмәндәр менән уйын уйнап алайыҡ.Мин һүҙҙәр әйтәм.Әгәр ҙә ул «Кейем-һалым» темаһына ҡарай икән,һеҙ сәпәкәй итәһегеҙ.Был темаға инмәһә сәпәкәй итмәйһегеҙ.
Уҡытыусы :Яҡшы,балалар.Сәфәребеҙҙе дауам итәйек.Киләһе урамдың исеме «Һорауҙар урамы».Был урамда һорауҙар бирергә яраталар.Һеҙҙе Башҡортостан тураһында һорауҙар көтә.(Командалар алмашлап һорауҙарға яуап бирәләр)
Башҡортостан флагында ниндәй сәскә һүрәтләнгән? ( ҡурай сәскәһе)
Башҡортостан флагы ниндәй төҫтә? ( күк, аҡ, йәшел.)
Башҡортостан гербында ниндәй батыр һүрәтләнгән? ( Салауат батыр)
Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы? ( Өфө )
Башҡорттарҙың милли музыка ҡоралы? ( ҡурай )
Башҡортостан Республикаһының президенты кем? ( Р.Хәмитов. )
Уҡытыусы : Һуңғы урамға ла килеп еттек.Уның атамаһы “Емеш-еләктәр урамы” тип атала. Был урамда күп итеп емештәр уҫтерәләр.Ә ниндәй икәнен,йомаҡтар сисеп белербеҙ.Ниндәй команда беренсе булып яуап бирә,уларға мәрәй.
Алма тиһәң, алма түгел,
Ҡыяр тиһәң - түңәрәк. /киви/
Сәскәһе ап-аҡ, емеше ҡыҙыл,
Ҡыҙарып беште, ергә төштө. /алма/
Эсе ҡыҙыл, тышы ҡара,
Ышанмаһаң, ашап ҡара. /ҡарағат/
Лампочкаға бик оҡшаған
Татлы был емеш.
Исемен әйтһәң, һиңә лә
Сығарам өлөш! /груша/
“Алма” тиһәң, алалар.
Нимә һуң ул, балалар? /алма/
Оҙон ҡурай үләндәр,
Ҡыҙыл алҡа элгәндәр. /ҡурай еләге/
Түңәрәк-түңәрәк шар кеүек,
Ҡыҙыл-ҡыҙыл ҡан кеүек,
Әсе лә, татлы ла,
Йотайым тиһәң, ташлы ла. /сейә/
Уҡытыусы : Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Беҙҙең тапшырыуы-
быҙ өсөн бүленгән ваҡыт үтте.
Командалар ярышы,ҡалдыра беҙҙе хайран,
Тик хөрмәтле ҡунаҡтар һәм уҡыусылар,
Иртәгә түгел шул байрам,шуға күрә ошо ерҙә
уйынды туҡтатабыҙ.
Кемдәр 1-се урынды алғанын Жюри әйтер.Ә Жюри ағзалары мәрәйҙәрҙе һанағансы,командалар үҙҙәренең әҙерләгән бүләктәрен тапшырырҙар.
Уҡытыусы һүҙе:
Афарин, уҡыусылар. Белгән белемдәрегеҙҙе яҡшы күрһәткәнһегеҙҙер тип уйлайым. Хәҙер жюриҙарға һүҙҙе бирәбеҙ.
Беҙҙең дуҫлыҡ командаһы еңеүсе булды. Афарин! Хәҙер ҡатнашҡан уҡыусыларға бүләктәр һәм бик актив ҡатнашҡандарына миҙалдар тапшырам. Һәм һәр ваҡытта ла шулай актив ҡатнашыуығыҙҙы теләп ҡалам. Һәм дәресебеҙҙе ниндәй смайлик менән тамамларбыҙ, уҡыусылар? Әлбиттә, йылмайған. Ошоноң менән сарабыҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Һау булығыҙ!


Пальто, тун, толоп, куртка, алъяпҡыс, быйма, бейәләй, ойоҡ, туфли, сандали, күлдәк, майка, салбар, башлыҡ, бүрек, костюм, түбәтәй, эшләпә, халат, ситек, итек, ботинка, тапочка, башалтай, яулыҡ, шарф, кроссовки, футболка.
Йәйге аяҡ кейемдәре:
Ҡышҡы аяҡ кейемдәре:
Ҡышҡы өҫ кейемдәре:
Йәйге өҫ кейемдәре:
Башҡорт милли кейемдәре