СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сығарылыш иртәлеге

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сығарылыш иртәлеге

Просмотр содержимого документа
«Сығарылыш иртәлеге»

Сығарылыш иртәлеге

Шаршау артынан Ҡыш бабаә һәм Ҡарһылыу сыға.

Ведущий входит в зал.

1-я ведущая Вот и встретились опять

В нашем зале мы и гости.

Всех готовы мы принять,

Об одном вас только просим.

Не судите нынче строго,

Вы, вчерашних дошколят.

Они волнуются сегодня и колени чуть дрожат.

Дети входят в зал.

Контрданс

Бейеү

Шиғырҙар:

Кескәйҙән үк ҡабул итеп
Баҡсам, беҙҙе дуҫ иттең.
Хушлашабыҙ һинең менән
Хәҙер инде ҙур үҫтек.


Беҙ сабый ғына саҡтан

Ошо баҡсаға килдек.

Ҡәҙерләндек, иркәләндек,

Бик күп нәмәләр белдек.

  1. Бында үткәргән көндәрҙең 6. Йырларға ла, бейергә лә,

Буш булманы сәғәте: Баҡса өйрәтте беҙҙе.

Һүрәт төшөрҙөк, уҡыныҡ – Инде мәктәпкә барырға

Үҫте һәр кем һәләтле. Көтөп алабыҙ көҙҙө.


Беҙ бөгөн бик шатланышып

Йыйылғанбыҙ байрамға.

Сөнки тиҙҙән мәктәпкә

Барасаҡбыҙ уҡырға.


Йыр

1-се а.б. Ах шаяндар! Тик әлегә беҙ бында. Әкиәт һөйләргә рөхсәт итегеҙ.

1-се а.б. 1 слайд (изображение детского сада) – Борон түгел, ә беҙҙең көндәрҙә, алтын түгел, ябай ғына бер йортта балалар баҡсаһы урынлашҡан, ти.

2-се а.б. 2 -3 слайд (дети в яслях, в младшей группе) – Был баҡсала бәләкәс кенә балаларҙы үҫтергәндәр, мәктәпкә әҙерләгәндәр.

1-се а.б. 4-5 слайд (дети в средней, в старшей группе)- Был бик матур баҡса булған. Йыр-моң өҙөлмәгән, тәмле ашатҡандар, кескәйҙәр һәр саҡ ҡараулы, бөхтә булған. Шаярғандар, уйнағандар.

2-се а.б. 6-7 слайд (дети в подготовительной группе)- Көн артынан көн, йыл артынан йыл үткән. Балалар үҫеп тә еткәндәр.

1-се а.б. Балалар баҡсаһындағы бәхетле, ғәмһеҙ йылдар бик тиҙ генә үтеп тә киттеләр.

2-се а.б. Ә бөгөн беҙ һеҙҙе балалар баҡсаһының музейына саҡырабыҙ. Музейыбыҙҙағы экспонаттар балалар баҡсаға йөрөгән осорҙа 5 йыл буйына йыйылған.

1-се а.б. хөрмәтле ҡунаҡтар, бөгөн беҙҙә “Ғәҙәти булмаған (СЕРЛЕ) музей” үҙ ишектәрен аса. Звучат фанфары.

Вносят 1-й экспонат – погремушка (завязана бантом)







Ребенок:

Когда в садик пришли мы,

Мальчишки и девчонки,

Мамы недавно сняли с нас пеленки,

Из сосочки пили, пустышки сосали,

Мы к маме хотели и громко рыдали.

Но вот пробежала неделя, другая,

И поняли мы, что жизнь здесь совсем иная.



Тантамереска “На горшочках мы сидим”

Бала: Ҡыйын беҙгә баҡсала,

Ашаталар бутҡаһын,

Горшокҡа ултырталар,

Беҙҙе бөтөнләй яратмайҙар.



Бала: Ҡулдарына ла алмайҙар,

Китәләр иртән эшкә.



Бала: Компьютерҙың шнурын тартырға ла ярамай,

Мин-мин-н, илайым хәҙер!



Ҡыҙыҡай: Горшокта мин ултырам,

Илайым да илайым.



Малай: Мин горшокта ултырам, иламайым, тик көләм.



Ҡыҙыҡай: Барғым килмәй баҡсаға,

Барам әсәйемә!



Малай: Һин нимә, бында бит рәхәт, уйынсыҡтар ҙа бик күп. Йырлайбыҙ ҙа бейейбеҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ.



Ҡыҙыҡай: Миңә әсәйем кәрәк!



Малай: Тәрбиәсе беҙҙе һанай ҙа һанай, әллә юғалырбыҙ тип уйлай



Малай: Поварҙар аш бешерә, котлеттар



Ҡыҙыҡай: Эх, магазинға барһаҡ ине



Малай: Нимәгә?



Ҡыҙыҡай: Шоколадтар алырға.



Малай: Врач әйтте бит: ярамай кәнфит ашарға!



Ҡыҙыҡай: Ә теге начальник апай,

Ошо баҡсаны гел биҙәй.



Малай: Нимә үсегеп ултыраһың? Әйҙә, минең менән уйна,

Өйҙә бит күңелһеҙ, мультик та мультик. Ә баҡсала бик рәхәт.



Ҡыҙыҡай: Ой, тотоғоҙ, тотоғоҙ, хәҙер горшоктан ҡолайым,

Ярай, ярай, ҡалам баҡсала.

Малай: Ҡыйын булһа ла иламайбыҙ,

Апай беҙҙе кейендерә, йырларға ла өйрәтә.

Бергә: Әсәйҙәр, борсолмағыҙ, табырбыҙ бында дуҫтар,

Өйрәнербеҙ күп нәмәгә.

1-се а.б. Эйе, һеҙ бәләкәс кенә булып ошо баҡсаға килгәйнегеҙ. Көнөнә 100 һорау бирер инегеҙ.

2-се а.б. Ҡарағыҙ әле, бына ошолай сабый ғына булып килгәйнегеҙ.

Музыка аҫтында залға кескәйҙәр инә.



Беҙ әле бик бәләкәй,

Һеҙ ҙә шулай инегеҙ.

Беҙ ҙә тиҙҙән үҫербеҙ,

Һеҙҙе ҡыуып етербеҙ

Вы уже совсем большие,

Вы красивы и умны.

Чтоб до вас нам дотянуться

На носочки встать мы должны.

Бөгөн һеҙҙе ҡотларға тип

Беҙ килеп еттек.

Теләктәрҙең иң изгеһен

Һеҙгә еткерҙек.

2-се а.б. Рәхмәт, бәләкәстәр. Тиҙҙән һеҙ ҙә ошо апай-ағайҙарығыҙ һымаҡ үҫеп етерһегеҙ. Сәләмәт, аҡыллы булығыҙ. ( Благодарит малышей и дарит им сладкие призы)

2-се а.б. Ә сиратта беҙҙең икенсе экспонат. (Яҫтыҡ алып инәләр)

Сценка «Тихий час» (все роли исполняют дети). Дети садятся на стульчики, обнимают подушку.

1 ҡыҙ: Апчхи!

2 ҡыҙ: Сәләмәт бул!

Тәрбиәсе: Тауышланма, ....

2 ҡыҙ: ...............

Тәрбиәсе: Тағы ла һинме?

2 ҡыҙ: Мин уға һаулыҡ теләйем, һаңраумы әллә ул?

1 ҡыҙ: Мин бит йоҡлай инем..

Тәрбиәсе: Тыныслан, ....

2 ҡыҙ: Алдай ул. Кеше йоҡлағанда сөскөрмәй.

Тәрбиәсе: Тауышты бөтөрәбеҙ. Етте. Беҙҙә бит йоҡо сәғәте.

1 малай: Ҡара әле, яҫтыҡта ҡарышлауыҡ.

2 малай: Ә һиндә күбәләк.

Тәрбиәсе: Йомоғоҙ күҙҙәрегеҙҙе. Йоҡлағыҙ!

3 малай: Тора.

Тәрбиәсе: Ят тиҙ генә урыныңа.

3 малай: Тыңлағыҙ әле,.... хырылдай.

4 малай: Ошаҡсы, хәҙер эләктерәм.

4 ҡыҙ: Ә миңә .... ҡамасаулай. Ҡулымды ҡытыҡлай.

5 ҡыҙ: Ҡамасауламайым, яҫтығымды төҙәттем.

Тәрбиәсе: Балалар, көндөҙгө йоҡо файҙалы. Тиҙерәк йоҡлағыҙ!

1 а.б. Был экспонат та беҙҙең балалар баҡсаһында ҡала. Сөнки мәктәптә уның кәрәге булмаясаҡ.

       Баҫ,баҫ,өҙә баҫ

       Матур баҫа түгелме

       Матур баҫып бейегәндә

       Күңел аса түгелме.

Бейеү

2 а.б. Сираттағы экспонат – һөт теше. Вносят «молочный зуб».

1 а.б. Халыҡта шундай әйтем бар – әгәр һөт теше төшһә, мәктәпкә йыйынырға ваҡыт.

Йыр

1 а.б. Ә беҙ музейыбыҙ буйлап сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.

2 а.б: Был беҙҙең музейҙағы иң ҡиммәтле экспонат – был банкала балалар ташлаған, ҡотолған насар ғәҙәттәр. Уны индерергә ярҙам итегеҙ әле.

Ведущие несут банку, роняют ее, крышка открывается.

1 а.б Ах, нимә булды? (Насар ғәҙәттәр килеп инә)

2 а.б. Һаумыһығыҙ, апайҙар! Һеҙ кем булаһығыҙ? Үтегеҙ, ҡунаҡтар, ултырығыҙ. Привычки смеются.

1 насар ғәҙәт: Беҙ ниндәй апайҙар булайыҡ, ти. Үәт көлдөрҙөгөҙ.

2 насар ғәҙәт: Ҡунаҡ та түгел беҙ. Вәт һеҙҙең тәрбиәсегеҙ мәрәкә.

1 а.б. Һеҙ ҡунаҡ булмағас, кем һуң әләйһә?

1 н.ғ. Беҙ һылыу ханымдар!

Бергә: Бары насар ғәҙәттәр.

2 насар ғәҙәт: Һеҙҙең төркөмдә беҙ әллә ҡасандан йәшәйбеҙ инде.

1 а.б. Беҙҙең балаларҙың насар ғәҙәттәре юҡ.

1 насар ғәҙәт: Ой, ой. Шулай булмаһа ярар ине. Кем иртәнсәк, бутҡа ашамайым тип, күҙ йәшен түкте?

2 насар ғәҙәт: Кем прогулкаға ике сәғәт йыйынды?

2 а.б: Эйе, булды. Ләкин был хәл башҡа ҡабатланмаясаҡ. Беҙҙең балалар үҫте, мәктәпкә баралар. Ә насар ғәҙәттәрҙең мәктәптә һис кәрәге юҡ.

1 н.ғ. Нисек кәрәге юҡ? Беҙ риза түгел!

2 н.ғ. Беҙ ҙә һеҙҙең менән мәктәпкә барабыҙ!

2 а.б. Юҡ инде. Мәктәптә беҙҙең балалар иң яҡшылары, иң тәртиплеләре, бөтә яҡтан да өлгө буласаҡтар.

1 н.ғ. Алығыҙ беҙҙе лә мәктәпкә! Беҙ ҙә иң өлгөлөөһө буласаҡбыҙ!

2 н.ғ. Беҙҙең портфелдәребеҙ ҙә әҙер.

1 а.б. Был портфелдәргә ул тиклем нимә тултырҙығыҙ ул?

1 н.ғ. Мәктәпкә ошондай портфель менән йөрөргә кәрәк. Балаларға тәгәрмәсле сумаҙан биреп ебәрһәгеҙ ҙә була.

2 н.ғ. Мәктәпкә нимә кәрәк, улар беҙҙә бөтәһе лә бар. Бына яҫтыҡ, дәрестә арып китһәм йоҡлап алырға.

1 н.ғ. Шоколад, асыҡһаҡ, ялғап алыврға тамаҡ.

2 н.ғ. Мобильник, уйын уйнап алырға.

1 н.ғ. Кнопкалар, ултырғыстарға һалырға.

1 а.б. Мәктәпкә нимә алып барырға кәрәклеген һеҙ бөтөнләй белмәйһегеҙ икән.

1 н.ғ. Нисек белмәйбеҙ, бөтәһен дә беләбеҙ.

1 а.б. Мәктәп крәк-яраҡтары тураһында йомаҡтар әйтәм. Һеҙ уларға яуап табырһығыҙмы икән?

2 н.ғ. Әлбиттә яуап табабыҙ!

1 а.б. Балалар, һеҙ яуаптарын әйтмәй тороғоҙ, йәме. Үҙҙәре яуап тапһын!

Һәр уҡыусы үҙе менән мәктәпкә алырға тейеш?

1 н.ғ. Пикник! Дәрес ваҡытында ашап алырға кәрәк тә инде! Юҡ? Ә нимә алыр кәрәк? Көндәлек? Нимәгә ул? Ул бит тәмһеҙ.

1 а.б. Ручкалар менән яҙыр өсөн кәрәк беҙгә ....

2 н.ғ. Карауат! Карауатҡа ятаһың да әйҙә инде яҙаһың шунда. Дөрөҫмө? Юҡ? Ә нимәһе дөрөҫ түгел?

1 а.б. Ҡәләм юғалмаһын өсөн йәшерәбеҙ .....

1 н.ғ. Подвалға! Подвалда берәү ҙә теймәй ҙә күрмәй ҙә!

2 н.ғ. Күмә ташлар кәрәк уны. Унда эҙләһәң дә таба алмайһың. Иң шәп урын.

1 а.б. Бер нәмә лә белмәйһегеҙ икән шул. Портфель дә йыя белмәһегеҙ. Хәҙер беҙҙең балалар портфелде нисек йыйырға кәрәклеген күрһәтер.

Уйын “Портфелде йый”

1 н.ғ. Портфель йыйҙығыҙ ҙа ул. Ә хәрефтәрҙе белмәһегеҙ.

1 а.б. Әлбиттә беләләр хәрефтәрҙе. Ышанмаһағыҙ, тикшереп ҡарағыҙ.

2 н.ғ. Әлбиттә, тикшерәбеҙ. Уйын “Аҡыллы тапочкалар” тип атала.

Уйын

Для игры нужны 5 пар тапочек. На них наклеены буквы, из которых можно составить слова «школа» , «книга». А тапочки выставляются так, чтобы буквы были вразброс. Играют дети в 2 командах по 5 человек. Кто быстрее наденет тапочки на ноги и встанет в таком порядке, чтобы можно было прочитать слова.

1 н.ғ. Портфель йыйҙығыҙ. Ә иң мәһим нәмәне оноттоғоҙ.

1 а.б. Ә иң мөһиме портфелдә нимә һуң?

2 н.ғ. Иртәнге аш! Унһыҙ булмай. Асыҡһаң, ниндәй дәрес ҡайғыһы булһын.

1 н.ғ. Теләйһегеҙме, беҙ хәҙер атай-әсәйҙәрҙе иртәнге аш әҙерләргә өйрәтәбеҙ?

А.б. Әлбиттә, әйҙәгеҙ өйрәтеп ҡарағыҙ әле.

2 н.ғ. Значит, так! Колбаса, икмәк һәм бутерброд әҙер! Был бутербродты салфеткаға урап полиэтилен ҡапсыҡҡа һалабыҙ!

1 н.ғ. Янына һут йә алма һалабыҙ ҙа ҡапсыҡты яҡшылап бәйләйбеҙ. Портфелдә төшөп, китаптарҙы бысратмаһын өсөн. Бына уҡыусыға иртәнге аш әҙер тиһәң дә була.

2 н.ғ. Хөрмәтле ата-әсәләр, өйрәнеп ултырҙығыҙмы?

1 а.б. Әлбиттә, хәҙер беҙ уйын аша барыһын да һеҙгә күрһәтербеҙ.

Уйын

1 н.ғ. Ну, беҙ мәктәпкә барырға әҙер! Портфель йыйҙыҡ, иртәнге аҙыҡ булды!

А.б. Беҙ бит һеҙгә әйттек, һеҙҙе үҙебеҙ менән алмайбыҙ! Беҙгә мәктәптә насар ғәҙәттәрҙең кәрәге юҡ!

1 н.ғ. Ах, һеҙ шулаймы! Беҙ һеҙҙе портфель йыйырға өйрәттекме?

2 н.ғ. Иртәнге ашты ла беҙ әҙерләргә өйрәттек!

А.б. Портфель йыйырға һеҙҙе киреһенсә беҙ өйрәттек. Ә иртәнге аш мәктәптә кәрәкмәй, сөнки унда ашхана бар.

1 н.ғ. Ә һеҙ мәктәптә парта артында ултыра ла белмәйһегеҙ.

А.б. Беләбеҙ. Йәгеҙ, балалар, күрһәтегеҙ әле!

2 н.ғ. Ә мәктәптә нисек ҡулды күтәреп яуап бирергә лә белмәйһегеҙ.

А.б. Беләбеҙ!

2 н.ғ. Ни эшләргә? Ни эшләргә?

А.б. Насар ғәҙәттәр! Һеҙгә мәктәпкә барыр өсөн яҡшы ғәҙәттәргә әйләнергә кәрәк!

1 н.ғ. Дөп-дөрөҫ!

2 н.ғ. Ә мин иртәнсәк ваҡытында торам, йыуынам. Был бит яҡшы ғәҙәт?

А.б. Эйе, был иң кәрәкле яҡшы ғәҙәт!

2 н.ғ. Тимәк, беҙҙе мәктәпкә алалар?

1 н.ғ. Уррра! Әйҙә яңынан дөрөҫ итеп портфель йыяйыҡ!

2 н.ғ. Әйҙә беҙ китәйек. Мәктәптә осрашҡанға тиклем!

Привычки уходят.

А.б. Беҙҙең музейҙа һеҙҙең уйындар, йырҙар, бейеүҙәр – барыһы ла һаҡлана. Шатлыҡлы мәлдәрегеҙ, дуҫ булырға тырышыуығыҙ беҙҙең музейҙа оҙаҡ йылдар һаҡланыр!

Бейеү

С детским садом расстаемся, Этот праздник необычный,

Школе каждый очень рад. Он бывает только раз.

На прощанье улыбнемся, Все так ново, непривычно,

Не грусти наш детский сад. Мы уходим в первый класс.


Һау бул, баҡса! Рәхмәт һиңә!

Ҡанаттар бирҙең беҙгә.

Инде китаптар уҡырға

Мәктәптәр көтә көҙгә.

Йыр

1 а.б. Беҙ һеҙҙе хушлашыу вальсына саҡырабыҙ!

Вальс

Уҡыйбыҙ ҙа, яҙабыҙ ҙа, Мы всем спасибо говорим,
Бейейбеҙ ҙә йырлайбыҙ, Как жаль, что нет пути назад..
Беҙҙе һөнәргә өйрәткән Прощаться с вами не хотим
Апайҙарҙы ҙурлайбыҙ. Мы не забудем детский сад!

Һеҙгә оло рәхмәтебеҙ,
Тәрбиәсе апайҙар.



И долго еще будем помнить о сказках,

Про игры и песни, звучавшие здесь.

Про вашу заботу, внимание, ласку

Спасибо за то, что на свете вы есть!

А.б. Хөрмәтле балалар! Бөгөн һеҙҙе оло юлға оҙатыу көнө. Һеҙгә мәктәпкә барыр, белем тауына үрләр мәл етте. Тырыш булығыҙ, ауырлыҡтарға бирешмәгеҙ. Һеҙгә тик яҡты нурҙарға сорналған бәхетле, сәләмәт, уңышлы, тыныс киләсәк теләйбеҙ!

Беҙ һеҙҙе оҙатабыҙ

Оло юлға – тормошҡа.

Ғүмер хеҙмәтле булһын,

Ваҡыт үтмәһен бушҡа!

Аҡ юл һеҙгә, балалар!

А.б. Хушлашыу минуты етә, тип

       Моңаймайыҡ дуҫтарым

       Баҡсаны һис онотмағыҙ

       Изге булһын уйҙарығыҙ