СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 27.07.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Әтәс батыр. Р.Торомтаева эшкәртеүендәге башҡорт халыҡ әкиәте. Храбрый петух. Башкирская народная сказка в обработке Р.Турумтаевой.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий составлен учителем начальных классов МОБУ Гимназия г.Сибай республики Башкортостан Р.Турумтаевой по  башкирской народной сказке "Храбрый петух" . 

Просмотр содержимого документа
«Әтәс батыр. Р.Торомтаева эшкәртеүендәге башҡорт халыҡ әкиәте. Храбрый петух. Башкирская народная сказка в обработке Р.Турумтаевой.»

Әтәс батыр

Башҡорт халыҡ әкиәте.

Рәмилә Торомтаева эшкәртеүендә.

Ҡатнашалар:

Автор

Ҡарт

Ҡарсыҡ

Әтәс

Тауыҡ

Ҡаҙ

Кәзә

Үгеҙ

Бесәй

Төлкө

Айыу

Бүре



Музыкаль фон аҫтында уҡый

Автор :

Ҡарт менән ҡарсыҡ сыға

Борон – борон заманда Улаҡлы йылғаһы буйында йәшәгән, ти, бер ҡарт менән , бер ҡарсыҡ. Ҡарты ғүмер буйына эшләп тир түккән, бил бөккән, ә ҡарсығы байбикәләргә йөн теткән, кейем теккән. Икеһе лә ныҡ ҡартайғас, бай уларҙы йортонан ҡыуып сығарған. Шунан бирле былар бер ауылдың осонда, йылға буйында көн иткәндәр.

Ауылдың бер мәрхәмәтле кешеһе әбей менән бабайға бер тауыҡ менән бер әтәс бүләк иткән.

Әтәс менән тауыҡ сыға

Шулай итеп улар дүртәүләп йәшәй башлағандар.

Музыка туҡтай

Берҙән – бер көндө ҡарт үҙенең төйөнсөгөн элеп, хәйер һорашырға сығып киткән,

Бабай сығып китә

ҡарсығы өйҙә тороп ҡалған,

Әбей (Руфина) тауыҡтарҙы ашата


Тауышҡа башҡа тауыҡтар йүгерешеп килә.


Әбей тауыҡ менән әтәсте ашата ла үҙе китә.


Әтәс :

 Кикерикүк

кикерикүк:
«Киттек, тауыҡ, ҡунаҡҡа 
Күрше эте Муйнаҡҡа!» 


Тауыҡ:

Юҡ, бармайым ҡунаҡҡа,

Күрше эте Муйнаҡҡа.

Һалам лутсы йомортҡа,

Файҙа булыр был йортҡа.

Ҡыт – ҡытаҡ, ҡыт-ҡытаҡ,

Сыға


Әтәс:

Ки-ки-ри-күк!

Сүплектә ем күүүп!


Автор:

Йөрөй торғас,әтәс бер ҙууур ҡалаҡ башын ҡаҙып сығарған, ти.

Әтәс:

Икмәк ҡатыһы булды әллә?

Тотоп ҡарарға кәрәк.

(кәмәгә ултыра)

Ки – ки – ри – күк!

Аҫта тәрән һыу, өҫтә зәңгәр күк!

Тапҡаным икмәк түгел,

Семәрле ҡалаҡ икән.

Нисек итеп сығырға,

Ҡоро ер йыраҡ икән.

(уйлана, ҡалаҡ эсендә йөрөй)

Таптым яйын, уйланым

Ҡалаҡты кәмә итәм.


Ки-ки-ри-күк! Күрегеҙ,

Сәйәхәткә мин китәм.


Ҡаҙ сыға

Ҡаҙ :

Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, ҡа – ҡа – ҡа.

Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, ға – ға – ға.

Мин һиңә аға – ға!

Был ҡалаҡ ҡайҙа аға?

Әтәс :

Ки-ки-ри – күк!

Аҫта тәрән һыу, өҫтә зәңгәр күк!

Әйҙә, ултыр, ҡалаҡҡа,

Юлыбыҙ булыр бер яҡҡа.

Ҡаҙ ҡалаҡҡа ултыра

Кәзә менән үгеҙ сыға

Кәзә тәкәһе:

Мә-ә-ә! Мә-ә-ә! Мә-ә-ә!

Мин тәкә, тә-кә! Тә – кә!

Ҡаҙ эйәргән әтәскә,

Бына ҡайҙа мәрәкә!


Үгеҙ:

Мө-ө-ө, мө-ө-ө,

Һеҙ мине күрәһегеҙмеее?

Әтәс ағай! Мине лә

Үҙегеҙ менән алаһығыҙмыыы?


- Әтәс:

Ки-ки-ри – күк!

Аҫта тәрән һыу, өҫтә зәңгәр күк!

Бергә: Әйҙә, ултырығыҙ ҡалаҡҡа,

Юлыбыҙ булыр бер яҡҡа.

Кәзә менән үгеҙ ҡалаҡҡа ултыралар

Ҡаҙ:

Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, ҡа - ҡа - ҡа,

Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, ға - ға - ға.

Мин һеҙгә аға - ға!

Әтәс ағай беҙҙе ба - ға - баға !-

Әтәс:

Ки - ки - ри - күк!

Аҫта тәрән һыу, өҫтә зәңгәр күк!


Бесәй сыға

Бесәй:

Берәү, икәү, өсәү, дүртәү!

Мыяу! Бер ҡалаҡҡа дүртәү һыя! (әтәскә өндәшә)

Әтәс ағай! Мине лә янығыҙға алығыҙ әле!

Әтәс:

Ки-ки-ри – күк!

Аҫта тәрән һыу, өҫтә зәңгәр күк!

Бергә:

Әйҙә, ултыр, ҡалаҡҡа,

Юлыбыҙ булыр бер яҡҡа.

Бесәй ҙә ҡалаҡҡа ултыра.

Автор :

Шулай бара торғас, ҡалаҡ ярға килеп терәлде, ти. Йәнлектәр тиҙ генә ергә һикерҙеләр ти. Яр ситендәге ҡуйы урман уларға бик оҡшап ҡала. Төндө ошонда үткәрергә булалар

Әтәс:

- Ки - ки – рикүк!

Аҫта йәшел үлән, өҫтә зәңгәр күк!

Миңә рәхәт, дуҫтарым күүүп!

Барыһы ла йоҡларға яталар.


Төлкө сыға

Әтәс уяна, төлкөнө күреп ҡала, ҡапыл ҡысҡырып башҡаларҙы уята


Әтәс:

- Ки - ки – ри-күк!

Төлкө килде бит хәҙер,

Беҙҙе ашарға әҙер. (алға-артҡа йөрөй, уйлана)

Бында кәрәк уйларға,

Өлкәндәрҙе тыңларға. (бесәйгә күрһәтә)

Бесәй барһын кәмәгә,

Әйберҙәрҙе төйнәргә.

Беҙ хәҙер килеп етербеҙ,

Төлкөнө һемәйтербеҙ.


Бесәй китә.

Төлкөнөң кәмәне ысҡындырғанын ҡарап тора.

Кире йүгереп килә.

Бесәй:

Әтәс ағай! Эш харап!

Төлкө кәмәне ысҡындырҙы,

Ишкәктәрҙе һындырҙы!

Ҡаҙ :

Әтәс ағай!

Мин бит яҡшы йөҙәм,

Булмаһа, кәмәне үҙем тотайым,

Осраһа, төлкөнө ҡурҡытайым.

Әтәс:

Юҡ!

Төлкө бында килер тим,

Бөтәбеҙҙе ашар тим.

Ағас башына кем менде?

Бесәй:

Һинең менән мин инде.

Әтәс:

Ҡаҙ, кәзә, үгеҙ

Ерҙә ҡала!

Тимәк уларҙы төлкө

Еңел генә ашай ала.(уйлана)

Бергәләп :

Ни булһа ла бергә булайыҡ. Хәҙер беҙ өй ҡорайыҡ,

(геройҙар өй эшләгән хәрәкәттәр яһайҙар.

Һәр береһе урын табып йоҡларға ята)


Айыу, бүре, төлкө сығалар. Өй тирәләп йөрөйҙәр. Ишек шаҡыйҙар.

Йәнлектәр уяна


Бесәй:

Кем бар унда?

Төлкө:

Мин, төлкө, ас, ас,

мин һиңә теймәйем,

мин бесәй итен ашамайым

тыштағы йыртҡыс йәнлектәр тәҙрәгә килеп ҡапланалар.


Йәнлектәр башта ҡурҡа.

Шунан бергәләшеп һөйләшәләр,

Үгеҙ үкерә,

Кәзә баҡыра,

Ата ҡаҙ ҡаңғылдай,

Бесәй мыраулай,

Әтәс ҡытҡылдай.


Бындай күмәк тауышты ишетеп,тыштағы төлкө, бүре, айыу төрлөһө төрлө яҡҡа ҡасып бөтә.

Тауыҡ, ҡарт һәм ҡарсыҡ килеп ҡушылалар.


Автор.

Әкиәтебеҙ тамам!













Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Башҡорт халыҡ әкиәте. Әтәс батыр.

  2. Ф.Туғыҙбаева шиғырҙары

  3. Ф.Биктимерова шиғырҙары




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!