Просмотр содержимого документа
««Текстың серле донъяһы: уҡыйбыҙ, аңлайбыҙ, табабыҙ!»»
Текст менән эш 2
________________________________
Ысын бал хуш еҫкә эйә. Тәмендә еңелсә генә әскелт тәм бар. Татлылығы бал эсендә булған фруктоза күләменә бәйле. Иң татлы бал, күңелгә тейерҙәй – аҡ сәрүәр балы. Глюкоза ни тиклем күп булһа бал шул тиклем татһыҙыраҡ була. Был билдә һәм тәм йыйылмаһы буйынса балдағы татлыҡайҙың (ҡур тәменә оҡшаш) барлығын белеп була. Тәмләгәндә ысын бал ауыҙҙың һәм тамаҡтың лайлалы тиресәһен әсетә.
Сифатлы бал күпермәҫкә тейеш; күпереү балдың өлгөрмәгәнлеген, әсей башлауын, тәм, туҡлыҡлылыҡ һәм шифалы сифаттарының насарайыуын аңлата. Яһалма балдың ғәҙәттә еҫ еюҡ.
Әгәр балда юғары күләмдә һыу булһа, уны өлгөрмәгән тип иҫәпләр кәрәк. Балдағы һыу күләме менән уның һуҙылыусанлығы бер-береһенә бәйле, шуның өсөн баҙарҙа һатып алғанда балдың өлгөргәнлеген бик яҡшы билдәләргә була. Әгәр 20-22 С температураһында шыйыҡ (ултырмаған) бал ҡалаҡҡа бик еңел урала икән, уны өлгөргән тип иҫәпләргә була. Әгәр ул ҡалаҡтан ағып төшһә, һатып алыуҙан тыйылыу хәйерлерәк.
Эштәр
1.Тексҡа исем бирегеҙ.Темаһын,идеяһын билдәләгеҙ.
_________________________________________________________________
_________________________________________________________________
2.Текстың стилен,тибын(хикәйәләү,фекерләү,һүрәтләү) билдәләгеҙ.
__________________________________________________________________
3.Бирелгән һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.
4.Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе табып яҙығыҙ.
_________________________________________________________________
5.”Еңел”һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
_________________________________________________________________
_________________________________________________________________