СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 05.06.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Тема: Ш.Биҡҡол. “Урман ситендә».

Нажмите, чтобы узнать подробности

Әҙәби уҡыу буйынса Ш.Биҡҡолдоң  “Урман ситендә» әҫәре буйынса 3-сө класс өсөн дәрес конспекты

Просмотр содержимого документа
«Тема: Ш.Биҡҡол. “Урман ситендә».»

Тема: Ш.Биҡҡол. “Урман ситендә».

Маґсат: 1) тексты аңлап уҡырға күнектереү, эстән уґыу оҫталығын шымартыу; әҫәрҙә яҙыусы ҡуйған мәсьәләне билдәләү; шыма, тасуири

уҡырға өйрәнеү; 2) балаларҙың фекерләүен, күҙаллау һәләтен, бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереү; 3) туған төйәккә, тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазлау: мультимедиа, тест һорауҙары, Ш.Биҡҡол портреты, конверт


Дәрес барышы.

I.Ойоштороу. Психологик инеш.

Бер-беребеҙгә ҡарап хәйерле көн теләйек.

Артикуляция гимнастикаһы.

Бармаҡ уйындары.

II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

1. Шәкәр тиһәң, шәкәр түгел,

Һөт тә түгел – үҙе аҡ,

Мамыҡ тиһәң, мамыҡ түгел,

Йә, был нимә? Уйлап тап! ( ҡар )

Слайд: Ҡар бөртөктәре

-Балалар, ниндәй миҙгел етте?

- ҡыш нимәһеҙ булмай?

-Әлбиттә, ҡыш ҡарһыҙ булмай.

-Өйҙә эшләгән ҡар бөртөктәрегеҙҙе таҡтаға элеп сығығыҙ әле.

-Бына ниндәй матур ҡар бөртөктәре, әйтерһең дә күктән ҡар яуа!

-Афарин, уҡыусылар!

-Ә хәҙер үткән дәрестә уҡыған әкиәтте тасуири уґып күрһәтегеҙ әле.

2) С.Сурина. «Биҙәктәрҙе кем яһаған?» (14-15- се биттәр)

-Әкиәттә һүҙ нимә тураһында бара?

- ҡар бөтөктәре төнөн нимә эшләгән? Табып уҡығыҙ.

- ҡояш ҡалҡҡас, ниндәй мөғжизә тыуған? Табып уҡығыҙ.

- Ике ҡар бөртөгөнөң һөйләшеүен уҡығыҙ.

2) С.Ҡудаш ҡар бөртөктәрен нисек һүрәтләй?

- Ҡар бөртөктәрен яратып, шиғырҙы һөйлә.

(балалар яттан һөйләйҙәр)

- Рәхмәт, балалар.

IV. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

- Ҡарағыҙ әле, беҙгә хат килгән. Был серле конвертты асайыҡ. (Ҡоштарҙың һүрәттәре)

-Ҡоштарҙы атап әйтегеҙ. Улар тура һында нимә әйтерһегеҙ? (Ҡышлаусы ҡоштар. Уларҙы ҡыш көнө ашатырға кәрәк)

Слайд: ҡыш көнө балалар ҡоштарҙы ашаталар

-Тимәк, дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләшербеҙ?

III. Дәрестең йөкмәткеһе өҫтөндә эш .

Слайд:

Ш.Биҡҡолдоң «Урман ситендә» хикәйәһе буйынса эш (19-22се биттәр)

1) Әҫәрҙең авторын әйтегеҙ.

-Шәриф Биҡҡол (портретын күрһәтәм).

Яҙыусы 1924 йылдың 28 майында Ҡырмыҫґалы районының Ҡарлыман ауылында тыуған. Ул балалар һәм өлкәндәр өсөн дә яҙа.

2) Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеменә ҡарап фаразлау.

-Әҫәрҙә нимә тураһында яҙылған тип уйлайһығыҙ?

-Урман тураһында.

-Ҡышҡы тәбиғәт, ҡоштар, хайуандар тураһында.

3) Хикәйәне уҡып ишеттереү (уҡытыусының өлгөлө уҡыуы )

-Беҙҙең фаразлау дөрөҫ булғанмы?

- Эйе, дөрөҫ.

4) Уҡыусыларҙың үҙаллы эстән уҡыуы.

Уҡыу барышында аңлашылмаған һүҙҙәрҙе билдәләп барырға.

5) Һүҙлек эше:

Слайд:

мөһим- важный, значительный

ҡәнәғәт-довольный

мышар-рябина

мышар турғайы- дроздь-рябинник

тарма- конопля (киндер)

тарма турғайы- коноплянник


IV. Ял минуты (хәрәкәттәр менән)

Тейен һикерә ағасҡа,

Ҡуян бик шәп йүгерә,

Тай ы ш табан һоро ай ы у

Йылғала бик шәп йөҙә.

Ҡуян килеп сыҡты ярға,

Айыу йөҙә йылғала.

Ҡурҡышынан йүгереп барып,

Боҫто ағас артына.


V. Теманы дауам итеү.

6) Хикәйәне абзацлап уҡыу, һәм уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһен 1-2 һөйләм ярҙамында әйтеү.

-Уҡытыусы балаларға ниндәй эш ҡушҡан?

-Тағараҡтар яһарға.

- Был эш бигерәк тә кемдәргә оҡшаны?

- Был эш бигерәк тә Таңһылыу менән Вәлигә ныҡ оҡшаны.

-Балалар тағараҡҡа ниндәй аҙыҡ һалғандар?

-Тарма, икмәк валсыҡтары, ҡоро мышар һалғандар.

- Тағараҡҡа ниндәй ҡоштар осоп килгәндәр?

-Ҡарабаш турғай, ҡыҙылтүштәр, мышар турғайы, тейен.

Слайд: ҡоштар һүрәте.

7) Әҫәргә китап тышлығы эшләү.

-Әҫәрҙе Шәриф Биҡҡол яҙған.

- Жанры - хикәйә.

- Тематикаһы – кеше, тәбиғәт ( һары йәки йәшел төҫтәр)

8) Тест (карточкала)

Тест

  1. Әҫәрҙең жанры

а) хикәйә б) шиғыр в) әкиәт г) мәҡәл

2. Әҫәрҙең авторы кем?

а) С.Ҡудаш б) Ш.Биҡҡол в) Ш.Бабич

3. Уҡытыусы балаларға ниндәй эш ҡушты ?

а) уҡырға б) уйнарға в) тағараҡ эшләргә

4. Малайҙың исеме кем?

а) Вәли б) Вәғиз в) Вәзир

5. Тағараҡҡа ниндәй ҡоштар осоп килделәр?

а) ҡарға б) һайыҫґан в) сыйырсыҡ г) мышар турғайы

6. Ҡоштар нимәне яратып ашанылар?

а) печенье б) мышар орлоҡтарын в) кәнфит г) перәник

7. Тағараҡҡа тағы ниндәй ҡунаҡ килде?

а) төлкө б) тейен в) ҡуян


9) Тесты парлап тикшереү. Уҡыусылар бер-береһенә баһалар ҡуя.

10) Әҙәби тыңлау. Шиғыр уҡыу.

Слайд:

Ҡышґы урман бигерәк матур,

Ағастарға бәҫ ҡунған.

Бер ҙур ҡарға ҡар өҫтөнә

Биҙәк тә яһап ҡуйған.


Уңайлы ағасты һайлап,

Тағараҡ элеп ҡуйҙым.

Урманда бер байрам булһын,

Әоштар ашанып туйһын.


VI. Йомғаҡлау. Рефлексив анализ. Баһалау.

- Был хикәйә беҙҙе нимәгә өйрәтә?

-Ҡоштарға, хайуандарға ґарата иғтибарлы булайыҡ.

- Беҙҙең Башґортостанда 300-ләп ҡош бар. Ҡоштар-тәбиғәттең ғәжәпләндергес бер бүләге. Улар үҙҙәренең төрлө тауыштары менән тирә-йүнде йәнләндерә, тормошто биҙәй. Тәбиғәткә һиҙелерлек зыян килтереүсе бер генә ҡош та юҡ.Улар арымай- талмай беҙҙең урмандарҙы, йәшелсә - емеш баҡсаларын, иген баҫыуҙарын ҡоротҡос бөжәктәрҙән, ваҡ кимереүселәрҙән һаҡлай, уңышты арттыра; тирә - йүнде төлө органик

ҡалдыґтарҙан таҙарта. Беҙ ҡоштарға һаҡсыл булырға, уларҙы яратырға бурыслыбыҙ.

Дәрестә бөтәгеҙ ҙә актив ҡатнашты. Рәхмәт һеҙгә.






















Башkортостан Республикаһы

Хәйбулла районы муниципаль районы

Аkъяр ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү база мәктәбе









Ш.Биґґолдоң «Урман ситендә»

хикәйәŸе буйынса 3-сө класта

туған телдән үткәрелгән

асыk дәрес конспекты




Әҙерләне һәм үткәрҙе:

башланғыс кластар

уkытыусыһы

Ишемғолова З.М.










2009 йыл


Скачать

© 2021 423 8

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!