Тест һорауҙары:
М. Өмөтбаев ҡайһы йылдарҙа йәшәгән?
а) 1831 – 1896 г) 1871 -1931
б) 1889 – 1976 ғ) 1859 - 1936
в) 1841 – 1907
М. Өмөтбаев төп белемде ҡайҙа ала?
а) Ырымбурҙа г) Дәүләкәндә
б) Ҡарғалыла ғ) Троицкиҙа
в) Өфөлә
М. Өмөтбаевтың “Татар нәхүһенең мохтасары” тигән хеҙмәте ниндәй өлкәгә ҡарай?
а) тарихҡа в) фольклорға
б) әҙәбиәт өлкәһенә г) тел белеменә
Был өҙөк ҡайһы шиғырҙан?
Шифа тапһа берәү сиренә һыуҙан
Зарар килер берәүгә шул дарыуҙан.
а) “Һағыныу хаты” г) “Дуҫҡа”
б) “Ҡайыш менән йүкә” ғ) “Бәйет”
в) “Бер ҡалала гүзәл күрҙем”
М. Өмөтбаев рус шағирҙарынан кемдең әҫәрен башҡортсаға тәржемә итә?
а) А. Пушкин г) А. Жуковский
б) М. Лермонтов ғ) А. Некрасов
в) С. Никитин
Р.Фәхретдинов ҡайһы йылдарҙа йәшәгән?
а) 1831 - 1896 г) 1871 - 1931
б) 1889 – 1976 ғ) 1859 - 1936
в) 1841 – 1907
Р. Фәхретдинов тәүге мәҙрәсә һабағын ҡайҙа ала?
а) Өфөлә г) Троицкиҙа
б) Шилселелә ғ) Ҡаҙанда
в) Ырыбурҙа
“Аҫар” серияһындағы китаптарын Р. Фәхретдинов кемгә арнай?
а) башҡорт зыялыларына г) бурҙарға
б) байҙарға ғ) фәҡирҙәргә
в) күп ер биләүселәргә
Мысыр университетында белем алған ҡыҙ Фәхретдиновтың ҡайһы әҫәр геройы?
а) “Әмсә” б) “Сәлимә”
Болғар дәүләте һәм тарихы тураһындағы мәҡәләләре Р. Фәхретдиновты ниндәй өлкә белгесе итеп күрһәтә?
а) яҙыусы г) фольклорсы
б) тарихсы ғ) сәйәсмән
в) мәғрифәтсе
Р. Фәхретдиновтың “Әсмә” романында төп герой һуңынан ниндәй исем менән йөрөй?
а) Зәйнәп г) Айһылыу
б) Сәлимә ғ) Ғәзимә
в) Ғәлимә
1912 йылда ижад ителгән “Тормош ҡорбандары”, “Ватан ҡаһармандары” пьесаларының авторы кем?
а) А. Таһиров г) Д. Юлтый
б) Ф. Туйкин ғ) М. Ғафури
в) З.Ғ. Ниязбаев
“Башҡорт хәле” шиғырының авторы кем?
а) М. Ғафури г) Д. Юлтый
б) Ф. Туйкин ғ) М. Ғафури
в) З. Ғ. Ниязбаев
“Әтрәғәләмдәр” повесның авторы кем?
а) М. Ғафури г) С. Ҡудаш
б) Д. Юлтый ғ) Аҡмулла
в) А. Таһиров
С. Яҡшығолов ҡайһы йылдарҙа йәшәгән?
а) 1831 - 1896 г) 1871 - 1931
б) 1889 – 1976 ғ) 1859 - 1936
в) 1841 – 1907
С. Яҡшығолов “Уҡыу кәрәк, ғилем, һөнәр, башҡорттарым!” тип ҡайһы шиғырында өндәшә?
а) “Ҡурай” г) “Башҡорт хәлдәре”
б) “Дим буйы” ғ) “Таң ата”
в) “Башҡорт ағаларыма хитап”
С.Яҡшығолов бөтә хеҙмәт ғүмерен ҡайһы ауылда йәшәп үткәрә?
а) Илсеғол в) Яңы Яппар
б) Дәүләкән г) Туҡһанбай
Фәтхелҡадир Сөләймәнов ҡайһы йылдарҙа йәшәгән?
а) 1831 – 1896 г) 1871 - 1931
б) 1889 – 1976 ғ) 1859 - 1936
в) 1841 – 1907
Был юлдар ҡайһы шиғырҙан?
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Ил бирмәгән яман – яттарға
а) “Башҡорт моңо” в) “Батыр”
б) “Йәйләүҙе һағынғанда” г) “Башҡотр егетенең йыры”
Ф. Сөләймәновтың ҡайһы хикәйәһе геройы рус араһына эшкә сығып китә, хатта исеме лә Тимофейға әйләнә?
а) “Башҡорт йәйләүендә” г) “Үләт”
б) “Ил өсөн”
в) “Ҡасҡын”
С. Мираҫ, Б. Бикбай, Д. Юлтый кеүек авторҙар бер үк союжетҡа ижад иткән драманың исеме нисек?
а) “Батыр” б) “Аҡшам батыр” в) “Салауат батыр”
А. Инандың “Башҡорт туйы” тигән хеҙмәте ҡайһы өлкәгә ҡарай?
а) тарих г) тел
б) фольклор ғ) әҙәбиәт
в) этнография