СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ
Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно
Скидки до 50 % на комплекты
только до 19.05.2025
Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой
Организационный момент
Проверка знаний
Объяснение материала
Закрепление изученного
Итоги урока
Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы муниципаль районы
Асҡар ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы
Килешелде: Раҫланды:
МБ ултырышында ҡаралды (Протокол 1 26.08.2021) МО етәксеһе: ____________ /Харисова Р.С./ | уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары: __________ /Уелданова Л.В./ | 1-се һанлы Асҡар урта Мәктәбе директоры: __________ /Ямалова М.Я./ 26.08.2021 Приказ № |
Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәттән эш программаһы
уҡытыусы: Рәхмәтова Р.И.
Асҡар – 2021-2022
Төп дөйөм белем биреү баҫҡысында
“Туған (башҡорт) тел” предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре
Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
башҡорт теленең эстетик ҡиммәттәрен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тоөғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллашьырыуға ынтылыу;
аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:
Телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
Аудирование һәм уҡыу:
телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекре; төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү(һайлап алыу, танышыу);
төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге ( матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт –дискылар,Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;
һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләү һәм яҙыу:
алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, коспект, аннотация) һөйләй алыу;
телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә -эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү, төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог – аралашыуға өндәү, диалог- фекер алышыу һ.б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;
төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;
аралашыу процесында тирә –яҡтағы менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостант Республикаһының дәүләт теле булыу тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урыны һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ –мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфемик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
тел – һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;
туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
Төп дөйөм белем биреү баҫҡысында
“Туған (башҡорт) тел” предметының йөкмәткеһе.
Коммуникатив компетенция тьәмин итеүсе йөкмәтке
се бүлек. Телмәр һәм аралашыу телмәре
1. Телмәр һәм аралашыу телмәре.Телмәр ситуацияһы. Һөйләү телмәре, яҙма телмәр. Диалогик һәм монологик телмәр . Монолог, монолог тәрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү, төрлө төрҙәге диалог – һорашыу, диалог – фекер алышыу һ.б. төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе).
2. Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең төп үҙенсәлектәрен аңлау; һөйләү һәм яҙма телмәр өлгөләрен анализлау. Диалогик һәм монологик телмәрҙе (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү, төрлө төрҙәге монологтың берләшеүе) һәм диалогты (этикет, диалог – һорашыу, диалог – фекер алышыу һ.б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү. Коммуникатив маҡсатты һәм төрлө аралашыу ситуацияларында һөйләүсенең мотивын аңлау. Формаль һәм формаль булмаған шәхес – ара аралашыуҙа телмәр тәртибе нормаларын үҙләштереү.
2-се бүлек. Телмәр эшмәкәрлеге
Эшмәкәрлек булараҡ телмәр. Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре: уҡыу, аудирование (тыңлау), һөйләү, яҙыу.
Уҡыу мәҙәниәте, аудирование, һәм яҙыу
Телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрен үҙләштереү.
Текстағы төп һәм өҫтәмә мөғлүмәтте адекват ҡабул итеү. Аралашыу ситуацияларына яраҡлы рәүештә тулы ҡыҫҡартып уҡылған йә тыңлаған текстың йөкмәткеһен биреү. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен (эҙләнеү, танышыу, өйрәнеү) дәреслек һәм башҡа мөғлүмәти сығанаҡтар менән эшләү ысулдарын үҙләштереү. Аудированиеның төолө төрҙәрен (һайлау, танышыу, деталләү) үҙлөштереү. Тыңланған йәки уҡылған текстың йөкмәткеһен (ентекләп, ҡыҫҡартып, һайлап биреү.
Телдән һәм яҙма монологик, шулай уҡ маҡсатты, аралашыу ситуацияһын һәм сфераһын иҫәпкә алып, төрлө коммуникатив йүнәлешеле телдән диалог төҙөү.
3-се бүлек. Текст
Текстың аңлатмаһы, текстың төп билдәләре (өлөштәргә айырылыуы, мәғәнәүәи берҙәмлек, бәйләнешлек). Тема, коммуникатив күрһәтмә, текстың - стилистик сараһы булараҡ абзац.
Текстың функциональ – мәғәнәүи төрө: һүрәтләү, хикәйәләү, фекер йөрөтөү. Текстың структураһы. Текстың планы. Текста теманы үҫтерең ысулдары.
Тексты мәғлңмәти эшкәртеңҙеү төп төрҙәре: план, конспект, аннотация.
Темаға, төп мәғәнәгә, телмәрҙең функциональ – мәғәнәүи төрөнә ҡарау күҙлегенән тексты анализлау. Текстың планын төҙөү. Текстың мәғәнәңи бүлектәрен билдәләү, текста һөйләмдәрҙең бәйләнеү ысулдарын һәм сараларын билдәләү. Текста төп үҙенсәлектәрен анализлау. Маҡсат, тема, төп мәғәнә, адресат, ситуация һәм аралашыу шартынан сығып, тел сраларын һайлау. Төрлө типтағы, стилдәге, жанрҙағы текстарҙы төҙөү. Тексты төҙөү нормаһын һаҡлау (логик яҡтан төҙөк, эҙмә- эҙлекле, бәйләнешле, темаға яраҡлы һ.б.). Һөйләү һәм яҙма телмәрһе баһалау, мөхәррирләү. Тексты мәғлүмәти эшкәртеү.
4-се бүлек. Телдең фукнциональ төрлөлөгө
Телдең функциональ төрлөлөгө: һөйләү теле; функциональ стилдәр: фәнни, публицистик, рәсми, матур әҙәбиәт теле.
Ҡулланыу сфераһы, тики аралашыу ситуациялары, телмәр бурысы, тел саралары. Стилдәр. Уларҙы ҡулланыу үҙенсәлектәре.
Фәнни (баһалама, аннотация, сығыш, доклад, мәҡәлә, рецензия), публицистик (сығыш, мәҡәлә. Интервью, очерк), рәсми (расписка, ышаныс ҡағыҙы, ғариза, резюме) стилдәрҙең төп жанрҙары, һөйләү телмәре (хикәйә, әңгәмә, бәхәс).
Һөйләү телмәренең, матур әҙәбиәт теленең һәм фукнциональ стилдәрҙең үҙенсәлектәрен табыу. Йөкмәтке, стилистик ңҙенсәлектәлектәрен табыу. Йөкмәтке, стилистик үҙенсәлектәр, тел сараларын ҡулланыу күҙлегенән телмәрҙе ҡаршы ҡуйыу һәм сағыштырыу. Төрлө стилдәге яҙма телмәр, жанр һәм телмәр төрҙәре: тезис, конспект, баһалама, хат, расписка, ышаныс ҡағыҙы, ғариза, резюме; хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү. Уҡыусының ңҙ тиңдәштәре алдында ҡыҫҡа ғына доклад, белдереү менән сығыш яһауы; төрлө аргумент ҡулланып, бәхәстә ҡатнашыуы.
Тел һәм линвистик (тел) компетенцияһын тьәмин итеүсе йөкмәтке
5-е бүлек. Тел тураһында дөйөм төшөнсә
Башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле.
Лингвистика - тел ғилемен өйрәнеүсе фән.
Лингвистиканың төп бүлектәре.
Күренекле телселәр.
2. Кеше тормошонда коммуникатив белемдең мөһимлеген һәм йәмғиәт, дәүләт тормошонда башҡорт теленеү ролен аңлау.
Башҡорт теленең килеп сығышын бедеү, уның башҡа телдәр менән бәйләнештә булыуын күҙҙалау. Башҡорт теленең матурлығы, байлығын, тасуирлығын аңлау.
6 – сы бүлек. Фонетика һәм орфоэпия
Лингвистика бүлеге булараҡ фонетика. Телдең берәмеге булараҡ өн. Һуҙынҡы өндәрҙең системаһы. Тартынҡы өндәрҙең системаһы. Телмәр ағымында өндәрҙең үҙгәреше. Фонетик транскрипцияның элементтары. Ижек. Баҫым.
Лингвистика бүлеге булараҡ орфоэпия. Норматив әйтелеш һәм баҫымдың төп ҡағиҙәләре.
Һүҙҙә өн фукцияһының мәғәнәүи айырмалығына төшөнөү. Быҫымлы һәм баҫымһыҙ һуҙыңҡыларҙы, яңғырау һәм һаңғырау, ҡалын һәм нәҙек һуҙыңҡыларҙы айырыу. Һүҙҙәрҙең әйтелеш һәм яҙылыш уҙенсәлектәрен транскрипция элементтары ярҙамында аңлатыу. Һүҙҙәргә фонетик анализ яһау.
Әҙәби тел нормаларына яраҡлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше. Орфоэпик нормалар күҙлегенәнсығып, баланың үҙенең һәм икенсе кешенең телмәрен баһалауы.
Фонетик – орфоэпик белем һәм күнекмәләрҙе уҡыусының үҙ телмәрендә ҡулланыуы.
7 – се бүлек. Графика
Лингвистика бүлеге булараҡ графика. Яҙыуҙың үҫеше тураһында элементар белешмә. Башҡорт алфавитының составы, хәрефтәре исеме. Өн һәм хәрефтең нисбәте. Яҙыуҙа ҡалын һәм нәҙек һуҙыңҡыларҙы билдәләү. Баш (ҙур) һәм юл (бәләкәй) хәрефтәре.
Кешелектең үҫеш тарихында яҙыуҙың әһәмиәтен төшөнөү. Һүҙҙең өн һәм хәреф составын сағыштырыу. Һүҙҙә өн һәм хәрефте таныу. Һүҙлек, белешмә. Энциклопедия, СМС хәбәрҙәрҙән мәғлүмәт эҙләгәндә алфавитты ҡулланыу.
8 – се булек. Морфемика һәм һүҙьяҙылыш
Лингвистика бүлеге булараҡ морфемика. Телдең минималь мәғәнәүи берәмеге булараҡ морфема.
Тамыр, суфикстар – морфеманың төрҙәре. Аффикстың төрҙәре: һүҙ яһаусы, форма яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе.
Тамыр. Тамырҙаш һүҙҙәр. Тамырҙа һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙың сиратлап килеүе.
Һүҙҙең структураһында тарихи үҙгәрештәрҙең мөмкинлеге. Этимология тураһында аңлатма. Этимология һүҙлектәр.
Лингвистика бүлеге булараҡ һүҙьяҙылыш.
Һүҙҙәрҙең төп яһалыу ысулдары: лексик – семантик, фонетик, морфология, лексик- морфологик, лексик –синтаксик һүҙьяһалыштар.
Телмәрҙең төрлө өлөшөндә һүҙҙәрҙең һүҙ яһаусы үҙенсәлектәре. Форма һәм һүҙ яһау процесында морфеманың ролен аңлау. Лексик мәғәнәһен һәм яһалышын иҫәпкә алып, һүҙҙе морфемаларға бүлек һәм анализ яһау.
Һүҙъяаһалыштың төп ысулдарын билдәләү, һүҙ яһаусы сылбырын төҙөү. Һүҙьяһалыштың төп ысулдарын билдәләү, һүҙҙең һүҙ яһаусы сылбырын төҙөү. Һүҙьяһалыш буйынса анализ яһау.
Һүҙлектәрҙе төрлө уҡыу мәсьәләләрен сисеүҙә ҡулланыу.
Әҙәби телмәрҙә һүҙ яһау:ың тасуири сараларын ҡулланыуҙы күҙәтеү.
Белем һәм күнекмәләрҙе ғәмәлдә ғулланыу.
9– се булек. Морфемика һәм һүҙьяҙылыш
Лингвистика бүлеге булараҡ лексикология. Телдең берәмеге булараҡ һүҙ. Фекер, хис, эмоцияны сағылдырыуҙа һәм формалаштырыуҙа һңҙҙең роле. Интеллектуаль һәм телмәр үҫешенең күрһәткесе булараҡ кешенең лексиконы.
Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр; тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Троптарҙың нигеҙе булараҡ күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең тематик төркөмө. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлектәре.
Синонимадар. Антонимдар. Омонимдар. Башҡорт теленең синоним һәм антоним һүҙлектәре.
Килеп сығышы буйынса башҡорт теленең лексикаһы: төп башҡорт һәм үҙләштеререлгән һүҙҙәр.
Актив һәм пассив запас күҙлегенән башҡорт теленең лексикаһы. Архаизмдар (иҫкергән һүҙҙәр), тарихи һүҙҙәр, неологизмдар.
Ҡулланыу офераһы күҙлегенән башҡорт теле лексикаһы. Киң ҡулланышлы һүҙҙәр. Диалект һүҙҙәр. Терминдар һәм професситонализмдар. Жаргон һүҙҙәр.
Лексиканың стилистик ҡатламы.
Лингвистика бүлеге булараҡ фразеология. Фразеологизмдар, уларҙың билдәһе һәм мәғәнәһе. Мәҡәлдәр, әйтемдәр, афоризмдар, ҡанатлы һүҙҙәр. Фразеологик һүҙлектәр.
Лексик һүҙлектәр һәм телдең һүҙ байлығын арттырыуҙа уларҙың роле.
Лексикология һәм фразеологияның төп тасуири саралары.
Фекерҙе, хисте, эмоцияны белдереүҙә һүҙҙең мәғәнәһен аңлау; үҙ лексиконыңды киңәйтеү. Актив һәм пассив күҙлект!н сығып, лексик мәғәнә тибы буйынса лексиканы дифференциациялау, ҡулланыу сфераһы, экспрессия һүрәтләү һәм стилистик буйһоноу, килеп сығышы.
Лексик саралараҙы мәғәнә, сфера һәм аралашыу ситуацияһына яраҡлы ҡулланыу. Уҡыусыларҙың үҙҙәренең һәм икенсе кешенең телмәрен теүәл, урынлы һәм тасуири һүҙ ҡулланыу күҙлегенән сығып баһалауы.
Һүҙҙәргә лексик анализ яһау.
Төрлө типтағы (аңлатмалы һүҙлек, синоним, антоним, фразеологик һ.б.) лексик һүҙлектәрҙән тейешле мәғлүмәтте алыу һәм уларҙы кәрәкле урында ҡулланыу.
Төрлө стилдәге әҫәрҙә һәм төрлө функциональ телмәрҙә лексика һәм фразеологияны сағылдырған һүрәтләү сараларын ҡулланыуҙы күҙәтеү.
10– се булек. Морфология
Грамматиканың бүлеге булараҡ морфология.
Һүҙҙең лексик – грамматик разряды булараҡ һүҙ төркөмдәре. Һүҙ төркөмдәрен классификациялау принцибы. Башҡорт телендә һүҙ төркөмдәренең системаһы.
Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш һүҙ төркөмдәренең морфологик һәм синтаксик үҙенсәлектәре, дөйөм категорияль мәғәнәһе.
Ярҙамсы һүҙ төркөмдәр, киҫәксәләр. Модаль һүҙҙәр: оҡшатыу һәм саҡырыу һүҙҙәре.
Грамматик мәғәнәһе, морфологик билдәһе синтакик роленән сығып, һүҙ төркөмдәрен таныу. Тәрлә һүҙ тәркәмдөренө ҡараған һүҙҙәргә морфологик анализ яһыу. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле нормаларына яраҡлы төркөмдөренең һүҙҙәр формаһын ҡулланыу.
11– се булек. Синтаксис
Грамматиканың бүлеге булараҡ синтаксис. Синтаксистың берәмеге булараҡ һүҙбәйләнеш һәм һәйләм.
Синтаксик берәмек булараҡ һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнеш тәрҙәре. Һүҙбәйләнештең маҡсаты тәрҙәре.
Әйтелеү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәре. Һөйләмдең грамматик нигеҙе, баш һәм эйәрсән киҫәктәр, уларҙы сағылдырыу ысулдары. Хәбәр төрҙәре.
Ябай һөйләм төрҙәре: ике составлы, тарҡау һәм йыйнаҡ, тулы һәм кәм һөйләмдәр.
Бер составлы һөйләм төрҙәре.
Ҡушма һөйләмдәрҙең классификацияһы. Ҡушма һөйләм араларында синтаксик мөнәсәбәтте сағылдырыу саралары. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр, теҙмә ҙушма һөйләмдәр, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.
Икенсе кешенең телмәрен еткереү ысулы.
Һүҙбәйләнеш төрҙәренә һан һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау. Төрлө синтаксик конрструкцияға анализ һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Үҙ һәм икенсе кешенең телмәрен дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыу. Синтаксик конструкцияларҙың дөрөҫ һәм тасуири ҡулланыулыуын баһалау.
Синтаксис буйынса белем һәм күнекмәләрҙе дөрөҫ яҙыу практикаһында ҡулланыу.
Синтаксик конструкцияларҙың төрлө стилдәге текстарҙа һәм төрлө функциональ телмәрҙә дөрөҫ ҡулланылыуын күҙәтеү.
12– се булек. Дөрөҫ яҙыу: орфография һәм пунктуация
Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙә системаһы булараҡ орфография. Орфограмма аңлатмаһы.
Морфема составында һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙы дөрөҫ яҙыу. ъ һәм ь дөрөҫ яҙылышы.
Бергә, дефис аша һәм айырым яҙыу.
Баш һәм юл хәрефтәрен яҙыу.
Һүҙҙәрҙе юлдан юлға кңсереү.
Орфографик һүҙлектәр һәм белешмәләр.
Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙә системаһы булараҡ пунктуация.
Тыныш билдәләре һәм уларҙың функциһф. Тыныш билдәләре һәм функцияһы. Тыныш билдәләренең төрҙәре.
Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.
Ҡушма һөйләмдә тыныш билдәләре: теркәүесһеҙ, теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, төрлө бәйләнешле ҡушма һөйләмдәр.
Тура телмәр һәм цитата, диалогтарҙа тыныш билдәләре.
Орфографик һәм пунктуация һиҙгерлеке булдырыу. Яҙма телмәрҙә орфографик һәм пунктуацион нормаларҙы күҙәтеү. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыуҙа фонетик, морфема һүҙьяҙылышы һәм морфологик анализға нигеҙләнеү. Һөйләмда тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатҡанда грамматик – интонацион анализға нигеҙләнеү.
Дөрөҫ яҙыу өсөн орфографик һүҙлектәр һәм белешмәләр ҡулланыу.
Мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке
13– се булек. Тел һәм мәҙәниәт
Телдә халыҡ мәҙәниәте һәм тарихының сағылышы. Башҡорт телмәр этикеты.
Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә, матур әҙәбиәттә һәм тарихи текстарҙа милли – мәҙәни компонент мәғәнәһе менән тел берәмеген асыу; лингвистик һүҙлектәр (аңлатматы, этимологик һ.б.) уларҙы мәғәнәһен аңлатыу. Республиканың тарихи һәм мәҙәни традицияларын сағылдырыусы һүҙ һәм аңлатмаларҙың килеп сығышы тураһында белдермә әҙерләү өсөн этимологик һүҙлектәр һәм белешмәләр ҡулланыу. Уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта башҡорт телмәр этикет ҡағиҙәләрен урынлы ҡулланыу.
2021-2022 уҡыу йылына
8-се класс өсөн туған (башҡорт) телдән
календарь-тематик планлаштырыу
Класс: 8д
Уҡытыусы: Рәхмәтова Р.И.
Аҙналыҡ дәрестәр һаны: 1 с., йылына – 33 с.
Контроль һәм өйрәтеү диктанттар һаны: 4
Телмәр үҫтереү дәрестәре: 5
Тематик контроль: 4
Дәреслек авторы: Хажин В.И., Вилданов Ә.Х., Аҡҡужина Ф.Ә., Ҡарабаев М.И., Әминева З.Р.
Программаның тибы: дөйөм белем биреү
Методик тьәмин ителеш: Башҡорт теленән 5-9 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы, изложениелар өсөн текстар йыйынтығы, “Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу методикаһы” Ғәбитова З.М., “Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа” 2007 й., Усманова М., электрон дәреслектәр, шәхси методик ҡумта, Аҙнағолов Р.Ғ. “Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу методикаһы” 2018 й..
Тематик план
8-се класс.Туған тел. 1сәғәт. Бөтәһе 35
№ | Тема | Сәғ. һаны | План буйынса | Фактик |
| Инеш дәрес Үтелгәнде ҡабатлау. Морфология | 1 | 02.09 |
|
| Ябай һөйләм синтаксисы. Һүҙҙәр һүҙбәйләнеше. Һөйләм. | 1 | 06.09 |
|
| Һүҙҙәрҙең үҙ – ара бәйләнеше. Һүҙҙәрҙең һөйләмдә үҙ – ара бәйләнеү юлдары. | 1 | 13.09 |
|
| Һүҙҙәрҙең һөйләмдә үҙ – ара бәйләнеү юлдары. Эйәртеүле бәйләнеш төрҙәре.Ярашыу. Башҡарылыу. | 1 | 20.09 |
|
| ТҮ. Инеш контроль диктант “Эй, донъяһы!” | 1 | 27.09 |
|
| Йәнәшәлек. Һөйкәлеү. ТК тест “Ябай һөйләм синтаксисы” | 1 | 04.10 |
|
| ТҮ Изложение. “Мишка” 159б | 1 | 12.10 |
|
| Һөйләм төҙөлөшө. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә һәм хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйылыу осраҡтары | 1 | 19.10 |
|
| Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Өҫтәлмәлек | 1 | 26.10 |
|
| Тултырыусы. Тура һәм ситләтелгән тултырыусы. ТҮ Инша. “Тыуған еремдә көҙ” | 1 | 08.11 |
|
| Хәлдәр. Урын хәле. Ваҡыт хәле | 1 | 15.11 |
|
| Маҡсат хәле Күләм-дәрәжә хәлдәре Сәбәп хәлдәре | 1 | 22.11 |
|
| Шарт хәлдәре. Кире хәлдәр. | 1 | 29.11 |
|
| Һөйләм киҫәктәрен бер –береһенән айырыу. ТК. “Һөйләмдең баш киҫәктәре”, “Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре” | 1 | 06.12 |
|
| Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре һәм дөйөмләштереүсе һүҙҙәр. | 1 | 13.12 |
|
| Ике һәм бер составлы һөйләмдәр КД. “Мәшәҡәтле көндәр”200б | 1 | 20.12 |
|
| Бер составлы һөйләмдәр. Билдәле эйәле һөйләм. Дөйөм эйәле һөйләм | 1 | 27.12 |
|
| Билдәһеҙ эйәле һөйләм | 1 | 17.01 |
|
| Эйәһеҙ һөйләм. Атама һөйләм ТК.Тест “ Ике һәм бер составлы һөйләмдәр” | 1 | 24.01 |
|
| Тулы һәм кәм һөйләмдәр ТҮ Диктант “Ауылым йәме” 166б | 1 | 31.01 |
|
| Һөйләмдең айырымланған киҫәктәре. Хәл әйтеменең айырымланыуы | 1 | 07.02 |
|
| Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы | 1 | 14.02 |
|
| Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы | 1 | 21.02 |
|
| Айырымланған эйәрсән киҫәктәр янында тыныш билдәләре | 1 | 28.02 |
|
| Айырымланған эйәрсән киҫәктәр янында тыныш билдәләре. | 1 | 09.03 |
|
| ТҮ Ижади эш.Текст буйынса фекер йөрөтөү | 1 | 15.03 |
|
| ТҮ Контроль изложение “Шаян һайыҫҡан” | 1 | 22.03 |
|
| Инеш һүҙҙәр һәм инеш һөйләмдәр Өндәш һүҙҙәр | 1 | 05.04 |
|
| Диалог. Тура һәм ситләтелгән телмәр | 1 | 11.04 |
|
| Күсерелеш аттестацияһы КД “Тормош йәме” | 1 | 18.04 |
|
| Ябай һөйләм буйынса үтелгәнде ҡабатлау | 1 | 25.04 |
|
| Йомғаҡлау | 2 | 10.05 17.05 |
|
| Резерв | 1 | 24.05 |
|
Төп дөйөм белем биреү баҫҡысында
“Туған (башҡорт) әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре
Төп урта мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
Шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
Танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, Интернет- ресурс һ.б.)
Төп урта мәктәптә “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
Проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә бәйләнешен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;
Эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;
Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.
Төп урта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙа фән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
Танып белеү сфераһында:
Башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;
Художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;
Әҙәби әҫәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;
Әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);
Әҙәби әҫәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;
Ҡиммәт ориентация сфераһында:
Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;
Башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;
Өйрәнелгән әҙәби әҫәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа);
Автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;
Коммуникатив сферала:
Төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;
Проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;
Тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;
Өйрәнелгән әҫәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;
Эстетик сферала:
Һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәтттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;
Әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;
Башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.
“Башҡорт әҙәбиәте” курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:
Шәхси сифаттар:
Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;
Этник һәм милли сағылышын таныу:
Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
Һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау;
Һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;
Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;
Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;
Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;
Динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау;
Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу;
Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ-әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу;
Өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән сыға белеү;
Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.
Метапредмет һәләттәре:
Уҡыу эшмәкәрлегенең универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү, регулятив һәм коммуникатив).
Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға һәләтле булыу;
Үҙенең уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен проектлау, баһаларға һәләтле булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй белеү;
Уҡыу процесына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
Әҙәбиәт буйынса теге йәки был яҙыусы һәм художестволы әҫәр буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, әҙерләнеү эше алып барырға, уның буйынса презентация эшләй белеү;
Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү;
Үҙенең йәш мөмкинселектәренән сығып компьютер грамоталылығына эйә булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, эшкәртеү маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, тексты баҫыу, уны төҙәтә һәм техник эшкәртә белеү;
Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу, уның буйынса һорауҙарға яауап биреү;
Сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү кеүек логик эшмәкәрлеккә эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса классификациялау, сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшашлыҡты булдырыу;
Әңгәмәсеһенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү һәм конфликтлы хәлдәрҙән сыға белеү;
Объекттар һәм процестар мөнәсәбәтен сағылдырған бәйләнештәрҙең база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә булыу.
Предмет һәләттәре:
Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау;
Башҡорт теле Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау;
Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү;
Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу;
Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ –ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау;
Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрәнеү, һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап, геройҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү;
Танып белеү, ғәмәли һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән файҙалана белеү;
Уҡыу компонентына, үҫешкән телмәр оҫталығына эйә булыу,йәғни ҡысҡырып уҡыу һәм үҙ аллы уҡыу техникаһына анализдың элементар алымдарын, элементар әҙәбиәт төшөнсәләр менән художестволы, фәнни-популяр һәм уҡыу текстарын үҙгәртеп ҡора белеү;
Уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлап ала белеү, өҫтәлмә мәғлүмәт алыу өсөн мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу;
Һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү;
70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп белеү;
Уҡыусылар белергә тейеш талаптар:
Өйрәнелгән әҫәрҙең исемен һәм авторын белеү;
Әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙарҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнешен) аңлау;
Әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;
Юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп билдәләрен белеү;
Портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;
Ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү;
Өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;
Әҫәрҙәге ваҡиғалар араһындағы ваҡыт һәм сәбәп-һөҙөмтә бәйләнешен билдәләй белеү;
Яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;
Әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характерлауҙа мөһим урын тотҡан эпизодтарҙы айырып күрһәтеү;
Өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының (экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү) идея-художество урынын билдәләү;
Телдең һүрәтләү сараларының (шул иҫәптән метафораның) контекстағы идея-художество урынын билдәләү;
Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау нигеҙендә әҫәрҙең геройын характерлау;
Авторҙың мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең ике геройын үҙ-ара сағыштырыу;
Эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;
Эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә төолө характерҙағы план төҙөү;
Телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;
Үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү;
Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағыштырма) характеристика биреү;
Өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;
Художестволы әҫәрҙе тасуири уҡыу;
Эпик әҫәрҙе йәки йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);
Эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.
Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:
Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу уның буйынса презентация эшләй белеү;
Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү;
Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.
Төп дөйөм белем биреү баҫҡысында
“Туған (башҡорт) әҙәбиәт” фәненең төп йөкмәткеһе.
8 класс
Мәктәп – белем шишмәһе.С.Әлибай “Мәктәп юлы” шиғыры. Н.Мусиндың “Һабаҡ” хикәйәһе. Р.Тимершин.”Уйлап табыусы” хикәйәһе.
Халыҡ ижады- халыҡ хазинаһы.”Ике сәсән”, “Сура батыр” ҡобайырҙары.
Көҙ- хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле. З.Биишеваның”Көҙгө ямғыр”,Хәсән Назарҙың”Көҙгө көн” шиғырҙары. Р.Ханнановтың” Икмәк ҡәҙере” хикәйәһе. Р.Өмөтбаевтың ”Әмир баҫыуы” хикәйәһе. “Әмир баҫыуы” хикәйәһенә анализ. Художестволы әҫәрҙең композицияһы.
Уҡытыусы- ниндәй гүзәл исем! Р.Ғарипов ”Уҡытыусыма” шиғыры. Р. Шаммастың ”Күперһеҙ йылғалар” хикәйәһе.
Башҡортостан- алтын бишек. Абдулхаҡ Игебаевтың ” Башҡортостан-илгенәм”, “Башҡортостан”, шиғырҙары. Кәтибә Кинйәбулатованың “Дуҫлыҡ төйәге” шиғыры. Н.Нәжми “Өфө йүкәләре”.
Салауат батыр ир ине. “Салауат батыр” ҡобайыры. Ф.Күзбәковтың ”Яу ораны бит һин,Салауат!” шиғыры. Ф.Рәхимғолованың”Салауат”,Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Салауат рухы” шиғырҙары. Я. Хамматов ижады һәм тормош юлы. “Салауат” романынан өҙөк.
Ҡыш. Ш.Бабичтың”Ҡышҡы юлда” шиғыры. Б.Рафиҡовтың тормош юлы һәм ижады. “Бүреләр” әҫәре. Б.Рафиҡовтың “Бүреләр” әҫәрендә образдар бирелеше. Иршат Теләүембәтовтың “Маралым таңы” хикәйәһе. О.Перовскаяның “Мишка” хикәйәһе.
Данлы йылдар- шанлы йылдар. М.Кәрим ижады. Лиро- эпик поэма. “Үлмәҫбай” поэмаһы. Нур Ғәлимовтың”Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” хикәйәһе
Яҡташтар ижады.Рамазан Өмөтбаевтың “Генерал Кусимов” әҫәренән өҙөк. В.Шукшиндың “Ҡайғы” хикәйәһе.
Әсәйем- күңел ҡояшым. Ш.Биҡҡолдоң “Әсәйемдең кәңәштәре” шиғыры. Т.Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһе.
Әҙәп барҙа- иман бар. Х.Назар шиғриәте.”Өс һүҙ” шиғыры. М.Ямалетдиновтың “Иман” хикәйәһе. Зиннәт Ғәлимовтың “Ялан сәскәләре”. Шаулап- гөрләп яҙ килә. Рәми Ғарипов ижады.”Яҙғы йыр” шиғыры. Зиннур Ураҡсиндың “Алмағас”,”Сәскә ғүмере” хикәйәләре. Рафаэль Сафин ижады.”Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе” шиғыры. Р.Мифтаховтың “Өскөл хаттар” шиғыры.
Ай Уралым, Уралым ! Ҡәҙим Аралбай ижады. “Ер тураһында ете һүҙ” шиғыры.Б.Бикбай ижады.”Ер” поэмаһы. Ж.Кейекбаев. “Урал тураһында ҡобайыр”. Халыҡ яҙыусыһы Н.Мусин ижады. “Һуңғы солоҡ” романынан өҙөк. М.Уразаевтың “Еҙ ҡурай “ шиғыры.
Йәй. Ф.Рәхимғолова ижады. “Бал ҡорто һәм күбәләк”. Ш.Янбаевтың “Дегәнәк” хикәйәһе. А.Йәғәфәрова ижады.”Кескәй шишмә” хикәйәһе
Р.Солтангәрәевтың “Һуңғы һунар” хикәйәһе. Ә.Хәмәтдинова .”Йәшел дарыухана” хикәйәһе.
2021-2022 уҡыу йылына
8-се класс өсөн туған (башҡорт) әҙәбиәттән
календарь-тематик планлаштырыу
Класс: 8д
Уҡытыусы: Рәхмәтова Р.И.
Аҙналыҡ дәрестәр һаны: 1 с., йылына – 35 с.
Контроль һәм өйрәтеү диктанттар һаны: 4
Телмәр үҫтереү дәрестәре: 5
Тематик контроль: 4
Дәреслек авторы: Хажин В.И., Вилданов Ә.Х., Аҡҡужина Ф.Ә., Ҡарабаев М.И., Әминева З.Р.
Программаның тибы: дөйөм белем биреү
Методик тьәмин ителеш: Башҡорт теленән 5-9 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы, изложениелар өсөн текстар йыйынтығы, “Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу методикаһы” Ғәбитова З.М., “Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа” 2007 й., Усманова М., электрон дәреслектәр, шәхси методик ҡумта, Аҙнағолов Р.Ғ. “Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу методикаһы” 2018 й..
Тематик план
8-се класс. (Аҙнаға 1сәғәт, йылына - 35).
№ | Дәрес темаһы | Сәғәттәр һаны | План д. | Фактик д. |
1. | Мәктәп – белем шишмәһе. С.Әлибай “Мәктәп юлы” шиғыры | 1 | 09.09 |
|
2. | Н.Мусиндың “Һабаҡ” хикәйәһе | 1 | 16.09 |
|
3. | Р.Тимершин.”Уйлап табыусы” хикәйәһе | 1 | 23.09 |
|
4. | Халыҡ хазинаһы.”Ике сәсән”, “Сура батыр” ҡобайырҙары | 1 | 30.09 |
|
5. | З.Биишеваның”Көҙгө ямғыр”,Хәсән Назарҙың”Көҙгө көн” шиғырҙары | 1 | 07.10 |
|
6. | Р.Ханнановтың” Икмәк ҡәҙере” хикәйәһе. Инша “Икмәкте башыңдан юғары күтәрмә” | 1 | 14.10 |
|
7. | Р.Өмөтбаевтың ”Әмир баҫыуы” хикәйәһе. “Әмир баҫыуы” хикәйәһенә анализ. | 1
| 21.10 |
|
8. | Художестволы әҫәрҙең композицияһы. Р.Ғарипов ”Уҡытыусыма” шиғыры. Р. Шаммастың ”Күперһеҙ йылғалар” хикәйәһе | 1 | 28.10 |
|
9. | Абдулхаҡ Игебаевтың ” Башҡортостан-илгенәм”, “Башҡортостан”, шиғырҙары. Кәтибә Кинйәбулатованың “Дуҫлыҡ төйәге” шиғыры | 1
| 11.11 |
|
10. | КТУД. Н.Нәжми “Өфө йүкәләре”. “Салауат батыр” ҡобайыры. Ф.Күзбәковтың ”Яу ораны бит һин, Салауат!” шиғыры | 1
| 18.11 |
|
11. | Ф.Рәхимғолованың”Салауат”,Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Салауат рухы” шиғырҙары. ТК “Салауат образын кәүҙәләндереү” | 1
| 25.11 |
|
12. | Я Хамматов ижады һәм тормош юлы. “Салауат” романынан өҙөк | 1 | 02.12 |
|
13. | Ш.Бабичтың”Ҡышҡы юлда” шиғыры | 1 | 09.12 |
|
14. | Б.Рафиҡовтың тормош юлы һәм ижады. “Бүреләр” әҫәре | 1 | 16.12 |
|
15. | Б.Рафиҡовтың “Бүреләр” әҫәрендә образдар бирелеше | 1 | 23.01 |
|
16. | Иршат Теләүембәтовтың “Маралым таңы” хикәйәһе. О. Перовскаяның “Мишка” хикәйәһе | 1 | 30.12 |
|
17. | М.Кәрим ижады. Лиро- эпик поэма. “Үлмәҫбай” поэмаһы. Инша “М.Кәримдең “Үлмәҫбай” һәм А.Твардовскийҙың “Василий Тёркин” поэмалараның оҡшаш яҡтары” | 1 | 20.01 |
|
18. | Нур Ғәлимовтың”Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” хикәйәһе | 1 | 27.01 |
|
19. | Яҡташтар ижады.Рамазан Өмөтбаевтың “Генерал Кусимов” әҫәренән өҙөк. ТК “Генерал Кусимовҡа характеристика биреү”. В Шукшиндың “Ҡайғы” хикәйәһе | 1 | 03.02 |
|
20. | Ш.Биҡҡолдоң “Әсәйемдең кәңәштәре” шиғырына анализ | 1 | 10.02 |
|
21. | КТУД. Т.Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһе | 1 | 17.02 |
|
22. | Х.Назар шиғриәте.”Өс һүҙ” шиғыры | 1 | 24.02 |
|
23. | М.Ямалетдиновтың “Иман” хикәйәһе | 1 | 03.03 |
|
24. | Зиннәт Ғәлимовтың “Ялан сәскәләре”. Рәми Ғарипов ижады.”Яҙғы йыр” шиғыры | 1
| 10.03 |
|
25. | Зиннур Ураҡсиндың “Алмағас”,”Сәскә ғүмере” хикәйәләре | 1 | 17.03 |
|
26. | Рафаэль Сафин ижады.”Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе” шиғыры. Р.Мифтаховтың “Өскөл хаттар” шиғыры | 1 | 24.03 |
|
27. | Ҡәҙим Аралбай ижады. “Ер тураһында ете һүҙ” шиғыры. Б.Бикбай ижады.”Ер” поэмаһы | 1
| 07.04 |
|
28. | Ж.Кейекбаев. “Урал тураһында ҡобайыр” | 1 | 14.04 |
|
29. | Халыҡ яҙыусыһы Н.Мусин ижады. “Һуңғы солоҡ” романынан өҙөк | 1 | 21.04 |
|
30. | М.Уразаевтың “Еҙ ҡурай “ шиғыры. Ф.Рәхимғолова ижады. “Бал ҡорто һәм күбәләк”. Инша “Ҡурай” | 1
| 28.04 |
|
31. | Ш.Янбаевтың “Дегәнәк” хикәйәһе. А.Йәғәфәрова ижады.”Кескәй шишмә” хикәйәһе | 1 | 05.05 |
|
32. | Р.Солтангәрәевтың “Һуңғы һунар” хикәйәһе. ТК “Тәбиғәт һәм кеше ” темаһына презентация эшләү | 1 | 11.05 |
|
33. | Ә.Хәмәтдинова .”Йәшел дарыухана” хикәйәһе | 1 | 16.05 |
|
34. | КТУД. Т.Ғиниәтуллин”Мәтрүшкә еҫе” | 1 | 20.05 |
|
35. | Резерв сәғәт | 1 | 24.05 |
|
Дөйөм сәғәттәр һаны | 35 |
|
|
© 2023, Рахметова Рузиля Иршатовна 478 1